Үҙ эшең менән шөғөлләнеү кәрәклеге тураһында фекер бер нисә осраҡта тыуа:
– башығыҙға хәтәр шәп идея килде;
– “түрә”гә тир түгеүҙән ялҡтығыҙ;
– артыҡ аҡсағыҙ йыйылып китте.
Әгәр ҙә беренсеһе һеҙгә ҡағыла икән, ҡотлайбыҙ! Эш йүнәлешен эҙләп яфаланырға түгел, уны дөрөҫ итеп яйға һалыу тураһында ғына уйларға ҡала. Юҡ икән, борсолмағыҙ, үҙегеҙгә бизнес төрөн табыу ҡатмарлы, шул уҡ мәлдә, һис шикһеҙ, мауыҡтырғыс та булыр.
Әммә “яҡшы идея”ның бер нисә талапҡа тура килеүе мөһим:
– халыҡта һеҙҙең тауарға йәки хеҙмәткә ихтыяждың булыуы;
– уның һеҙҙе ылыҡтырыуы;
– әҙерәк кенә үҙегеҙ һайлаған тармаҡта “йөҙөүегеҙ”, йә уны тәрән төшөнгән белгестең һеҙҙә эшләүе;
– һеҙҙең идеяғыҙҙың конкуренттарығыҙҙыҡынан саҡ ҡына булһа ла айырылыуы;
– бизнесты үҫтереүгә һалған сығымдың һеҙгә кире ҡайтыу ваҡытының ике йылдан да артмауы.
Эйе, “яҡшы идея”ға төп талаптар асыҡланды. Хәҙер хыялдан эшкә күсергә ваҡыт. Көтөп ултырыуҙан бер нәмә лә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Идеяларҙы туплап барған дәфтәр булдырыу мөһим.
Беренсе юл
Интернет селтәрендә файҙалы мәғлүмәттәр хаттин ашҡан. Бында һеҙҙең идеяғыҙ буйынса ла байтаҡ яңылыҡ табып булыр. Шуға ундағыларын да ситкә этмәгеҙ. Әгәр улар беҙ юғарыла барлаған талаптарға яуап бирһә, дәфтәрегеҙгә теркәп ҡуйығыҙ.
Икенсе юл
Күҙҙәрегеҙҙең үткерлеген, ҡолаҡтарығыҙҙың һиҙгерлеген арттырығыҙ! Башҡа бизнесмендар ниндәй юл менән аҡса эшләй – ошоно иғтибар менән күҙәтегеҙ. Ҡыҙыҡһындырғандарын – йәнә дәфтәргә!
Был дәфтәрҙә кәмендә ун “хәтәр шәп идея” булырға тейеш. Артабан эҙләнеүҙе бер аҙға туҡтатығыҙ һәм булғандарын баһаларға тотоноғоҙ.
Беренсе аҙым
Идеяларығыҙҙы иғтибар менән тикшереп сыҡҡандан һуң, араларынан иң отошло тип тапҡан бишәүһен һайлап алығыҙ.
Икенсе аҙым
Улар буйынса таба алған бөтөн мәғлүмәтте туплағыҙ. Ошо тармаҡта эшләгән кешеләр менән аралашыу тағы ла отошло буласаҡ. Әгәр улар һеҙҙең ауылдан, йә ҡаланан ситтә йәшәһә, тағы ла яҡшыраҡ, яуаптары дөрөҫөрәк булыр. Ни тиһәң дә, конкуренция заманы, йәмәғәт!
Шулай ҙа үҙегеҙ көн иткән төбәктең ыңғай һәм кире яҡтарын да иҫәпкә алырға онотмағыҙ. Шул саҡта тормошҡа ашырыуы ауыр тип уйлаған тағы ла ике-өс идеяны һыҙып ташларға тура килер.
Өсөнсө аҙым
Хәҙер һеҙҙә ни бары ике-өс идея ғына тороп ҡалды. Улар буйынса иренмәй ентекле анализ үткәрергә тура килер.
– Үҙегеҙҙең клиентығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Кем ул – кешеме, әллә берәй предприятиемы? Кеше булһа: нисә йәштә, енесе, ғаилә хәле, йәшәгән урыны, ҡыҙыҡһыныуҙары һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе туплағыҙ. Предприятие икән, уның ҙурмы, эшмәкәрлек йүнәлеше, ҡайҙа урынлашҡанлығы, яуаплы вазифа биләгән кешеләрҙең исемлеген билдәләгеҙ.
– Конкуренттарығыҙҙың исемлеген төҙөгөҙ, уларҙың өҫтөнлөктәрен һәм кәмселектәрен асыҡлағыҙ.
Дүртенсе аҙым
Хәҙер был идеяларға кәрәкле башланғыс капитал буйынса иҫәп-хисап яһарға ваҡыт етте. Иң тәүҙә нимәләр тураһында белергә кәрәк?
– Кәрәкле ҡорамалдарҙың хаҡы.
– Бер айға етерлек сеймал йә материал һаҡламы хаҡы.
– Һалым күләме.
– Ҡуртымға түләү.
– Тәүге ваҡытта күпме хеҙмәткәр кәрәк, улар ниндәй вазифаны башҡарасаҡ, эш хаҡын түләү системаһы (оклад, проценттар, премиялар һәм башҡалар).
– Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына китәсәк түләүҙәр күләме.
– Реклама сығымдары.
Башланғыс капитал күләмен иҫәпләгән мәлдә ҡорамалдарҙың хаҡын һәм башҡа түләүҙәрҙе кәмендә өс айға (алты айға булһа тағы ла яҡшыраҡ) ҡушып һанап сығарығыҙ, һәм уны көтөлмәгән сығымдар өсөн тағы ла 10 процентҡа арттырығыҙ.
Был һеҙҙең “хәүефһеҙлек мендәре” буласаҡ. Тап аҡса етмәүе арҡаһында бик күп яңы эшҡыуарҙар бөлгөнлөккә төшә лә инде.
Хәҙер һеҙҙә бөтөн кәрәкле мәғлүмәттәр ҙә бар кеүек. Идеяларығыҙҙы бер-береһе менән сағыштырырға һәм һуңғы, иң мөһим, ҡарарға килергә кәрәк. Ләкин күптәр тап ошо этапта “бата” ла инде. Һәйбәт, хатта шәп идея тапҡан кеүектәр ҙә... Кем белә, бәлки, тағы ла яҡшырағын, миллиондарса табыш бүләк итәсәген табып булыр? Шуға күрә күптәр эҙләнеүҙән үҙ мәлендә туҡтай алмай.
Һеҙ туҡтағыҙ.
Хәҙер идеяғыҙҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт!
l Һаҡ булығыҙ!
Йүнселлек тураһында уйҙырмалар
Күптәрҙе бизнесҡа байлыҡ һәм ирекле ваҡыт тураһында бихисап уйҙырмалар йәлеп итә. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноу менән үҙҙәренә аҡса йылға булып аға башлар тип өмөтләнә. Әммә ысынбарлыҡ уйҙырманан ҡырҡа айырыла.
Беренсе уйҙырма
Әгәр бизнес асып ебәрһәм, буш ваҡытым артасаҡ тип өмөтләнһәгеҙ, был турала онотоғоҙ – тәүге йылдары эшҡыуарға ялланып эшләүсенән байтаҡҡа күберәк тир түгергә тура киләсәк. Бөтөн ваҡытығыҙ һәм көсөгөҙ эшегеҙҙе үҫтереүгә китәсәк.
Берҙән-бер өҫтөнлөк – эш ваҡытын ғына үҙегеҙ билдәләйһегеҙ.
Эшҡыуарлыҡ – тау башында ятҡан ҙур таш кеүек. Уны урынынан шылдырыуы ауыр, әммә аҫҡа бер тәгәрәтеп ебәрһәгеҙ, туҡтатып та булмаясаҡ.
Икенсе уйҙырма
Аҡсам артасаҡ, тиер берәү. Әммә үҙ эшеңде асыу ҡулыңа байлыҡ төшөүен аңлатмай әле. Бөтөн килгән аҡсаны һеҙгә фирмағыҙҙы “аяҡҡа баҫтырыуға” һалырға тура киләсәк.
Эшҡыуарлыҡты алма ағасы менән сағыштырып була. Ул үҫеп еткәнсе, тәрбиәләргә һәм һаҡларға кәрәк. Бары һуңынан ғына ул түҙемлегегеҙ өсөн алма бирәсәк.
Өсөнсө уйҙырма
Мин – ирекле, хәҙер үҙемә үҙем хужа тип шатланыр берәү. Әммә был һеҙ эшкә хеҙмәткәрҙәр яллағанға ҡәҙәр генә дөрөҫлөккә тап килә. Кешеләр алһағыҙ, уларҙы яҡшы эш шарттары менән тәьмин итергә, ваҡытында эш хаҡын түләп барырға кәрәк. Был – ҙур яуаплылыҡ.
Дүртенсе уйҙырма
Хәҙер мин етәксе, ә һин – алйот, тип шатланғандар ҙа табылыр. Ситтән генә етәксе булыу еңел кеүек. Ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйы яҡшы етәксе булып китә алмай. Һеҙгә ышаныслы команда туплау һәм ихтирам яулау өсөн байтаҡ көс түгергә тура киләсәк.
Һеҙҙең төп көсөгөҙ кешеләр икәнен онотмағыҙ! Аҡса ла, яҡшы ҡорамалдар ҙа — икенсе мәсьәлә. Әгәр көслө команда булдыра алһағыҙ, уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Был йәһәттән “Майкрософт”тың ҙур уңышҡа өлгәшкән хужаһы Билл Гейтс, “Apple”ға нигеҙ һалған Стив Джобс тураһында уҡығыҙ. Улар менән бергә эш башлағандар ҙа бөгөн донъяның иң бай кешеләре иҫәбендә.
Эйе, эшҡыуарлыҡҡа тотонор өсөн айыҡ аҡыл, алда торған ауырлыҡтарҙы төшөнә белеү мөһим. Әгәр улар һеҙҙе ҡурҡытмай икән – рәхим итегеҙ!