Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Алдынғылыҡ еңел бирелмәй
Алдынғылыҡ еңел бирелмәйҺуңғы арала яуған ямғырҙар баҫыу эштәрен теүәлләргә бер аҙ ҡамасаулаһа ла, ауыл халҡының күңеле барыбер күтәренке. Хоҙайҙың шифалы ямғыры киләһе уңышҡа нигеҙ һалған осорҙа бик файҙалы булыр, моғайын.
"Россия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған Боғҙан һәм Тимкә бүлексәләре эшсәндәре 500 гектарҙа арыш, 300 гектарҙа ужым культуралары сәсеп, көҙгө баҫыу эштәрен тамамларға йыйына. Бында бөгөн ерҙе парға һөрәләр, химик эшкәртеү бара. Республиканың күп кенә райондарында тиреҫ сығарыу бөтөнләй алып барылмаған саҡта "Россия" хужалығы үҙ баҫыуҙарына 70 гектарҙа тиреҫ сығарған да инде.
Йәмғиәт эшсәндәре, быйыл йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, һәйбәт кенә уңыш йыйып алыуға өлгәшкән. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығына ла ҡытлыҡ булмаясаҡ. Ферма ихаталарына күптән 2800 центнер бесән, 7 мең центнерға яҡын һалам ҡайтарылған, 19 мең центнер сенаж һалынған. Әйткәндәй, былтырғы йылдан да хужалыҡтың байтаҡ мал аҙығы ҡалған. Һәр шартлы баш малға 34-35 центнер аҙыҡ әҙерләнгән. Әле йәмғиәттең 1200 баш һыйыры бар, һауын һыйырҙары ғына – 450. Хужалыҡ малдары яһалма ҡасырыла, йыл әйләнәһенә быҙау алалар. Йыл һайын тиерлек көтөү тоҡомло мал менән тулылана. Бөгөн малсылар тәүлегенә дүрт тоннанан ашыу һөт һауып алыуға өлгәшә. Етештерелгән продукцияны Бөрө һөт заводына литрын 12 һум менән оҙаталар. Продукцияны хужалыҡ үҙенең дүрт һөт ташыу машинаһында илтә. Фермалар тулыһынса механизацияланған, һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар менән йыһазландырылған. Һауынсылар 10 мең һумға яҡын хеҙмәт хаҡы ала.
– Халыҡ тырыша. Эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, йәштәр ҙә етерлек, хаҡлы ялдағылар ҙа хужалыҡта эшләүен дауам итә, – ти йәмғиәттең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фидарис Ғарипов. – Кешегә хәҙер ихтирам, иғтибар ғына булһын, улар бер эштән дә ҡурҡмай. Хеҙмәттәренән ҡәнәғәтмен, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтың булғаны юҡ.
"27 йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығына арнаған етәксенән уңдыҡ, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Ниндәй генә үтенесебеҙ булмаһын, һис кире ҡаҡмай, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа", – ти ауыл эшсәндәре директор хаҡында. Ысынлап та, Фидарис Әлзәм улы – ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яулаған етәксе. Директорҙың урынбаҫары Рәмил Нурисламовты ла маҡтап телгә алдылар. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: етәксе үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, сит өлкәләргә, республикаларға сығып, тәжрибә туплап ҡайта. Мәҫәлән, яңыраҡ Белоруссияла ауыл хужалығына арналған семинарҙа ҡатнашҡан.
Хужалыҡта ике ауылдан 100-ҙән ашыу кеше эшләй, ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны күпкә арта. Халыҡ бында килергә атлығып тора, йәмғиәт файҙаһына хеҙмәт итеү айырыуса шәхси хужалығында мал тотоусылар өсөн уңайлы. Бесәне, һаламы, фуражы арзан хаҡҡа бирелә. Пай ерҙәре лә таратылған, уны һәр кем үҙенсә файҙалана.
Фидарис Әлзәм улы, ауыл эшсәндәренең һәр береһе юғары баһаға лайыҡ, ти. Ә тырыш, уңған халҡы булған хужалыҡ ҡына, мәғлүм, районда алдынғылар иҫәбендә йөрөй.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә