Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Уңыш — баҫыуҙа, йыйып өлгөрөрбөҙмө?
Уңыш — баҫыуҙа, йыйып өлгөрөрбөҙмө?Республиканың 20-нән ашыу районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға ныҡлап тотондолар. Әле 15780 гектар майҙанда 250 мең тоннанан ашыу "татлы тамыр" сығарылған. Әлшәй, Баҡалы, Дәүләкән, Илеш, Күгәрсен һәм Стәрлебаш райондары хужалыҡтары 50 проценттан ашыу майҙанда уңышты йыйып алған да инде.

Әлбиттә, йәй ҡатмарлы һәм үтә лә ҡырыҫ килде. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ямғыр бөтөнләй тиерлек булманы. Шуға ла күп кенә хужалыҡтар быйыл сөгөлдөрҙән ҙур уңыш көтмәй. Әммә ауыл эшсәндәре төшөнкөлөккә бирелмәй, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп, ярайһы ғына уңыш йыйып алырға өмөт итә. Башҡортостан буйынса быйыл "татлы тамыр" 54,4 мең гектарҙа үҫтерелгән. Уның тулайым йыйымы 863 мең тоннаға етәсәк.
Былтыр ҙа уңыш булды-булыуын, тик күп кенә район хужалыҡтары туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар арҡаһында ҡышҡа тиклем баҫыуҙан "татлы тамыр"ҙы йыйып алып бөтмәне. Баҫыуҙарҙа сөгөлдөр ҡар аҫтында ҡалды, күпме аҡса елгә осто, кеше хеҙмәте юҡҡа сыҡты. Әлбиттә, бында тәбиғәт көйһөҙлөгөн генә ғәйепләп булмай, сөгөлдөрҙө юғалтыуҙа урып-йыйыу техникаһының етешмәүе лә бәкәлгә һуҡҡандыр. Баҫыуҙарға минераль ашлама индереү ҙә уңыш өсөн әһәмиәтле, тик хужалыҡтар уны тейешле кимәлдә башҡармай.
Республикала әле ҡыҙыу мәл, шәкәр заводтарына баҫыуҙарҙан ылау-ылау булып "татлы тамыр" ҡайта. Тик урып-йыйыу техникаһына ҙур сират. Продукцияны баҫыуҙан йыйып алыу, уны ташыу өсөн техника талап ителә, ә хужалыҡтарҙа ул етешмәй. Шәкәр сөгөлдөрө алыу техникаһы паркы бөгөн иҫке, 15 йыл хеҙмәт иткәндәре лә бар. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: техниканың 71 проценты – түбән етештереүсәнле РКС-6 һәм КС-6 комбайндары. "Гостехнадзор" органдарында теркәү үткән сөгөлдөр алыу комбайндарының 39 проценты ғына техник күҙәтеү үткән. Бишбүләк, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Миәкә һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтарында техник күҙәтеү үткән комбайндар бөтөнләй юҡ. Уңышты юғалтыуһыҙ һәм ваҡытында йыйып алыу өсөн баҫыуҙарға республиканың дүрт шәкәр заводының һәм МТС-тарҙың техникаһы һәр йылдағыса йәлеп ителәсәк. Әммә МТС-тарҙың ярҙамын һәр район алып өлгөрмәҫкә лә мөмкин, сөнки 14 район ғына уларға өмөтләнә ала. Ә Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Саҡмағош, Бишбүләк райондары хужалыҡтары техникаға айырыуса ҡытлыҡ кисерә.
Һәр хужалыҡ үҫтергәнде ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырыша. Уңышты йыйып алыр алдынан, шәкәр заводы һәм МТС-тар ҡарамағында булған техника менән ярҙам итеү маҡсатында белгестәр, райондарға сығып, сөгөлдөр майҙаны күләменә ҡарап техника бүлеү графигын да билдәләгән булған, тик хужалыҡтар графиктан файҙаланмаған. Ә ул үтәлмәгән осраҡта сөгөлдөр йыйыу тағы ла бер айға һуҙылыуы мөмкин. Тик тәбиғәт ялҡауланғанды, мыштырлағанды көтмәй бит.
– Күп хужалыҡтар ямғырҙан һуң "татлы тамыр"ҙың массаһының артыуына өмөтләнә, тик эште ҡыҙыулатмауҙың тағы ла юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Былтырғы хәлде оноторға ярамай, булған техника һөҙөмтәле эшләргә тейеш. Дәүләт ҡарамағындағы автопредприятиеларҙа йөк ташыу техникаһы юҡ, шуға ла элекке кеүек сөгөлдөрҙө үҙәкләштерелгән йөк ташыу системаһы менән оҙатып булмаясаҡ. Уңышты йыйып алыуға шәхси компанияларҙы ла йәлеп итергә кәрәк, – тигәйне Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко Шишмә районында үткән шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу һәм эшкәртеүгә арналған семинар-кәңәшмәлә. Министр урынбаҫары шулай уҡ шәкәр заводтары һәм күпләп "татлы тамыр" үҫтереүсе хужалыҡтарға субсидия аша яңы комбайн һатып алыу мөмкинлеге булыуын белдергәйне. Әйткәндәй, былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Агротехсервис" предприятиеһы Голландия фирмаһы менән берлектә шәкәр сөгөлдөрө алыу комбайнын сығара башлаған. 2011 йылда иһә республика баҫыуҙарында ошондай 12 техника эшләгән.
Сөгөлдөрсөләр уңыш йыйыу эшен 1 октябргә тиклем тамамларға ниәтләй. Республиканың шәкәр заводтары уны ҡабул итергә әҙер, бында шарттар элеккесә: сеймал һатыусылар табыштың 40 процентын – продукция менән ҡалған 60-ын аҡсалата аласаҡ.
Әле тәбиғәт ауыл эшсәндәрен матур һәм аяҙ көндәре менән иркәләй, тик бындай мәл оҙаҡҡа түгел. Шуға ла хужалыҡтар булған техникаһын эшкә егеп, МТС-тарҙың, шәкәр заводтарының ярҙамын тойоп, баҫыуҙарҙан уңышты тиҙерәк йыйып, республика халҡын сифатлы шәкәр менән тәьмин итер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Самат ҒӘЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә