Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Картағыҙ бармы?
Картағыҙ бармы?Банк картаһы — ул финанс ойошмаһы тарафынан сығарылған түләү картаһының төрө. Карта клиенттың банктағы аҡсаһы, шулай уҡ бирелгән кредит буйынса төрлө иҫәп-хисап ғәмәлен тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә. Ул иҫәп-хисап (дебет) һәм кредит карталарына бүленә.

Карта алыу өсөн, банкта тейешле килешеү төҙөп, иҫәп асырға кәрәк. Һәр банк картаһында уны алыусы хаҡында мәғлүмәт күрһәтелә, ПИН-код (шәхси идентификация һаны) бирелә.
Әйтергә кәрәк: бөгөн төрлө түләү селтәрҙәре, шул иҫәптән халыҡ-ара системалар бар. Банк карталар ярҙамында уларҙа ҡатнаша ала. Карта асҡанда клиент менән банк-эмитент араһында килешеү төҙөлә. Ошо рәүешле финанс ойошмаһы билдәле бер түләү системаһы аша картағыҙҙы хеҙмәтләндереү бурысын үҙ өҫтөнә ала.
Карталарҙы файҙаланыу өлкәһендә төрлө банк төрлө хеҙмәт күрһәтә. Йыл әйләнәһенә хеҙмәтләндереүҙән тыш, кредит ойошмалары SMS-хәбәр ебәрә, банктағы иҫәпкә ситтән тороп, шулай уҡ Интернет аша идара итә. Финанс ойошмаһының бындай хеҙмәте өсөн комиссия алыуы ихтимал.
Карта һайлағанда банктың иҫәп-хисап селтәрен, банкоматтар һанын, ошо түләү карталарын ҡулланған сауҙа һәм сервис нөктәләрен иҫәпкә алыу зарур.
Банкоматтан ҡулаҡса алған өсөн дә банк иҫәптән аҡса тотоп ҡала ала. Бындай түләү банк тарифтарында күрһәтелергә тейеш. Ғәҙәттә, икенсе банк банкоматынан йәки ошо уҡ банктың сит төбәктә урынлашҡан банкоматынан аҡса алғанда комиссия тотола.
Банк картаһын файҙаланғанда һаҡ булығыҙ. Финанс ойошмаһы картаны тапшырғанда, ҡағиҙә булараҡ, килешеүгә теркәп картаны файҙаланыу ҡағиҙәләрен дә бирә. Килешеүҙе лә, ҡағиҙәләрҙе лә иғтибар менән уҡып сығыу фарыз.
Карта менән эш итергә уйлаһағыҙ, түбәндәгеләрҙе мотлаҡ иғтибарға алығыҙ:
1) картаны почта аша ебәреүгә һәм телефон аша ғәмәлгә индереүгә (активациялауға) ризалыҡ бирмәгеҙ. Быны килешеүҙә (тултырған анкетала) асыҡ билдәләү зарур;
2) картаның артына ҡултамғағыҙҙы паспорттағыға оҡшатып ҡуйығыҙ;
3) картаның һанын һәм ПИН-кодты берәүгә лә әйтмәгеҙ. ПИН-кодты хәтерегеҙгә һалығыҙ, ҡағыҙҙағы кодты бер ваҡытта ла карта менән бергә йөрөтмәгеҙ. Бер кеше лә, шул иҫәптән картаны биргән банк хеҙмәткәре лә кеҫә йәки стационар телефон аша картаның реквизиттарын (уң һәм һул яғындағы һандарын, ПИН-кодын) һорарға тейеш түгел;
4) карта буйынса тормошҡа ашырылған операциялар тураһында SMS-хәбәр ебәреүҙе һорағыҙ;
5) иҫәбегеҙҙең торошон даими күҙәтегеҙ;
6) оведрафт (клиент иҫәбендә аҡса бөтһә, банк тарафынан процентҡа бирелгән аҡса) тураһында банк менән айырым килешеү төҙөгөҙ;
7) картағыҙҙың һаны күрһәтелгән чекты, билетты һәм башҡа документты һаҡламағыҙ;
8) берәүгә лә, хатта банк вәкиленә лә Интернет аша банктағы иҫәбегеҙ менән танышыу өсөн паролде әйтмәгеҙ;
9) банк картаһын берәүгә лә бирмәгеҙ, сөнки сит кешеләр (шул иҫәптән туғандарығыҙ) тарафынан картаны файҙаланыу һөҙөмтәһендә тыуған етешһеҙлектәр өсөн дә һеҙ яуаплы;
10) телефон йәки Интернет аша тауарға йәки хеҙмәткә заказ биргәндә, ПИН-код ҡулланмағыҙ;
11) картаны юғалтһағыҙ йәки урлатһағыҙ, телефон аша килешеүҙә, ҡағиҙәләрҙә йәки клиент иҫкәрмәһендә күрһәтелгән “пароль” һүҙен әйтеп, кисектермәҫтән уны ғәмәлдән сығартығыҙ. Карталағы аҡсаны алыу өсөн уны биргән банкка паспорт менән мөрәжәғәт итегеҙ;
12) карта менән иҫәпләшкәндә (банкоматтан тыш), уны күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ;
13) картаны ҡуйыр алдынан банкоматта әүәл күҙәтелмәгән сит-ят ҡулайламалар булыу-булмауын ныҡлап ҡарағыҙ;
14) аҡсаны һәм картаны алғанда, йылдам булығыҙ, сөнки 30 секунд үтеү менән банкомат уларҙы кире “йотасаҡ”;
15) хәүефһеҙ урындарҙа (дәүләт учреждениелары, банк, ҡунаҡхана, ҙур сауҙа комплекстарында) ҡуйылған банкоматтарҙы ғына һайлағыҙ;
16) банкомат ҡуйылған ергә үтеү өсөн ПИН-код һораған ҡулайламаларҙан файҙаланмағыҙ;
17) картаны банкомат “йотһа” йәки аҡса бирмәһә, йәиһә бирелгән аҡса һоралғанға тап килмәһә, был хаҡта банкоматта күрһәтелгән мәғлүмәт-белешмә хеҙмәтенә белдерегеҙ һәм банкка яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ;
18) банк картаһы ярҙамында банкомат аша кредит түләгәндә, был эште түләү ваҡытына тиклем 1-2 көн алдан башҡарығыҙ;
19) банк картаһын ҡулланып, ҡулаҡса ҡабул итеү һәм биреү пункттары аша кредит түләгәндә, үҙегеҙ менән паспорт алырға онотмағыҙ;
20) иҫәпләшеү сараһы сифатында карта ҡулланыуға өҫтөнлөк бирегеҙ;
21) терминал аша тауар һәм хеҙмәт өсөн карта ярҙамында иҫәпләшкәндә, терминал дисплейындағы һандың әйбер (хеҙмәт) хаҡына тап килеүен асыҡлағыҙ. Хаталанһағыҙ, кисекмәҫтән администраторға мөрәжәғәт итегеҙ, банкка шылтыратығыҙ.
22) сауҙа-сервис предприятиеларында тауар һәм хеҙмәт өсөн түләгәндә, үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ алығыҙ, чектағы ҡултамғағыҙ карталағыға тап килергә, касса аппараты һәм POS-терминал биргән ике чектағы аҡса күләме бер үк булырға тейеш;
23) картағыҙҙың һул яғындағы һаҡлағыс таҫмаға зыян килһә, уны ҡабул итмәйәсәктәр;
24) ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә картала һәм килешеүҙә күрһәтелгән телефондарға шылтыратығыҙ йәки картаны биргән банк офисына мөрәжәғәт итегеҙ.
25) Интернет-магазиндарҙан тауар һатып алғанда, банк картаһын файҙаланмаҫҡа кәңәш ителә. Бының өсөн банк һеҙгә “виртуаль карта” аса ала.
Картаға бәйле мәсьәлә буйынса банк-эмитенттың йәки түләү системаһының ярҙам хеҙмәтенә, йәиһә Ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына (450054, Өфө ҡалаһы, Р. Зорге урамы, 58) мөрәжәғәт итеү зарур.
Башҡортостан Милли банкы
мәғлүмәттәре буйынса
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә