Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡырағай баҙар”, йәки Урамдарҙа кемдәр сауҙа итә?
“Ҡырағай баҙар”,  йәки Урамдарҙа кемдәр сауҙа итә?
Һуңғы ваҡытта урамда сауҙа итеү тураһында йыш яҙыла һәм һөйләнелә. Минеңсә, был мәсьәләгә бер яҡлы ғына ҡарау бик үк дөрөҫ түгелдер. Һүҙ баш ҡаланың Үҙәк баҙар туҡталышында сәләмәт тормош алып бармаған (был уларҙың йөҙ-ҡиәфәтенә сыҡҡан), тамаҡ хаҡына, бигерәк тә кәйефләнеп алыу маҡсатында, Затон ҡасабаһындағы күмәртәләп һатыу базаһынан сифатһыҙ йәшелсә-емеш килтереп тәҡдим иткән кешеләр хаҡында бармай. Бында ысын мәғәнәһендә антисанитария хөкөм һөрә. Уларҙың йөҙөнә, ҡулдарына, һатҡан нәмәләренә ҡарау ғына ла ытырғаныс. Ә тауарҙарын алалар, сөнки арзан. Тегеләргә нимә, баш төҙәтергә, тамаҡ ялғарға эшләһә ярай.
...Бер нисә йыл элек араларындағы башҡорт ҡатыны менән һөйләшеп киттем. Үҙебеҙҙең милләт кешеһенең шунда тороуына әсендем, оялтырға уйланым, ниндәй сәбәп уны ошонда килергә мәжбүр итеүен асыҡларға тырыштым.
Бөрйән яғынан булып сыҡты ул. Эшендә ҡыҫҡартыуға эләккән. Йәшәгән урынынан да ҡыуғандар. Ике балаһын әсәһе эргәһенә ҡайтарған. “Эҙләп ҡараһаң, эш табырға булалыр бит, беҙҙең халыҡтың йөҙөнә тап төшөрөп йөрөмә”, — тинем.
“Эйе, шулай икәнлеген беләм, апай. Аҙыраҡ аҡса эшләйем дә балаларымды алып киләм, эшкә урынлашам”, — тигән булды. Тик бер нисә йыл рәттән инде эштән ҡайтҡанда йә Үҙәк баҙарға йомош менән барғанда уны йыш күрәм. Ваҡыт үтеү менән даими эскән кеше ҡиәфәтен ала бара, ауыҙында — тәмәке, эргәһендә үҙе ише ир-ат сыуала. Нимә тип әйтәһең инде, үҙе һайлаған яҙмыш...
Ошо уҡ туҡталышта башҡалар ҙа сауҙа итә. Улары үҙ баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емеште һата. Өфөнән генә түгел, яҡын-тирә райондарҙан килеүселәр ҙә бар. Хаҡлы ялдағы өлкән кешеләр, исмаһам, миҙгелендә аҙ булһа ла баҡсаһының файҙаһын күреп ҡалырға тырыша. Улар өсөн баҙар бинаһының эсендә махсус урындар бар. Әммә, беренсенән, уның өсөн түләргә кәрәк, икенсенән, халыҡ урамда, туҡталышта күберәк. Тимәк, тауар ҙа тиҙерәк һатыла.
Өфөнөң ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева белдереүенсә, баш ҡалала хаҡлы ялдағылар үҙ баҡсаһындағы йәшелсә-емеште һатһын өсөн ете майҙансыҡ ойошторолған. Унда сауҙа итеүселәрҙән аҡса алынмай, өҫтәлдәр ҡуйылған, баш осонда ҡояш һәм ямғырҙан һаҡлаусы япма бар. Хәйер, Өфө ҡалаһына ете майҙансыҡ нимә ул?! Һәр районға берәр тигән һүҙ. Ә райондар ҙур. Өлкән йәштәге кешеләр, рөхсәт ителгән ергә барып һатам тип, үҙе йәшәгән урындан алыҫҡа китеп бармай бит инде. Улар өсөн иң ҡулайлыһы — эргәһендәге баҙар. Туҡталышта, кеше күп йөрөгән урамдағыһы. Ҙур сауҙа нөктәләре тирәһенә йыйылыуҙарының сәбәбе шул. Әйткәндәй, пенсионерҙар биләмәне бүлешеп алған. Яңы килгәндәрҙе араларына индереп бармайҙар. Миңә лә шундай күренештең береһенә шаһит булырға тура килде. Йәшәгән еребеҙгә яҡын сауҙа урынына картуфҡа тип сыҡҡайным. Ситтәрәк торған ир менән ҡатын янына барҙым. Картуфтың иҫкеһен дә, яңыһын да тәҡдим итәләр ине. Эре картуф ҡайҙа үҫкән икән, тип ҡыҙыҡһындым.
— Шишмәнән беҙ, — тине ҡатын. Ауылын да, исем-фамилияһын да әйтте. Йылдың ҡоро килеүе, йәшелсәнең нисек үҫеүе хаҡында хәл-әхүәл һораша торғас, асылып китеп, түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Килеүебеҙ булды, әбейҙәр ябырылды. “Бында райондыҡылар торорға тейеш түгел, китегеҙ, һеҙҙең өсөн баҙар бар. Хәҙер егеттәрҙе саҡыртып, машинағыҙҙы емертәбеҙ”, — тинеләр. Әйтмәгән һүҙҙәре ҡалманы. Яҡындағы магазин директорынан ҡыуҙыртабыҙ тип тә янанылар, — тип һөйләп аптыратты.
Әммә уларҙың бында тороуы тормош хәлдәренә бәйле булып сыҡты. Баҡһаң, улдары ошо тирәлә уҡый икән. Уны бер нисә сәғәткә генә ялға сығарған арала ауылға алып ҡайтып, мунса индереп, өй ашы менән һыйлап килтерәләр. Шуға әлеге майҙансыҡ уңайлы, юл хаҡын булһа ла сығарайыҡ, тиҙәр.
— Тағы бер улыбыҙ бар, уны ла уҡытырға кәрәк. Үҙем эшләгән ойошма ябылды. Бухгалтер инем, эшһеҙ ҡалдым. Хеҙмәт биржаһында иҫәптә торғайным, бөтөнләй ят һөнәр тәҡдим итәләр. Маляр булып эшләй ҙә белмәйем, һаулығым да юҡ, буяуға аллергия ла. 26 йыл хеҙмәт стажлы килеш өйҙә ултырырға мәжбүрмен. Ирем ваҡытлыса ғына эшләп ала. Шишмә шәкәр заводында көҙ генә хеҙмәт итеп ҡалалар, ҡыш һәм йәй — өйҙә.
Эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Баҡса үҫтерәбеҙ, мал аҫрайбыҙ. Нисек тә йәшәргә кәрәк бит, — тип тамамланы һүҙен.
Шишмә эшһөйәрҙәре 40 сутый ерендә картуф, һуған, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ, помидор, борос һәм башҡа йәшелсә үҫтерә. Үҙҙәренән артҡанын ҡала халҡына һата. Өфөнөң урамда сауҙа итеүселәренең уларға асыуы килеүенең сәбәбе бар. Шишмәләр тиҙерәк һатыу өсөн хаҡты арзаныраҡ ҡуя, шуға башҡаларҙың тауарының хаҡы төшә. Ғөмүмән, былары — йәһәтерәк һатыу, тегеләре ҡиммәткәрәк тәҡдим итеү өсөн тырыша.
— Мал аҫрауы ла еңел түгел, — тип дауам итте ҡатын. — Бесәнде һатып алабыҙ. Ике һыйыр, ике башмаҡ һәм ике быҙауыбыҙ бар. 12 мең һумға төштө бесән. Бер төргәген 700-гә бирәләр, килтергәнгә 500-800 һум һорайҙар. Ике машина һалам да кәрәк. Аҙ булһа ла аҡса туплайһы урынға, ишетмәгәнде ишетеп, иларҙай булып ҡайтабыҙ.
Билдәле булыуынса, Өфөлә 100-ҙән ашыу урам баҙары бар. Әлбиттә, унда төрлө халыҡ сауҙа итә. Шуларҙың береһе, мәҫәлән, үҙен баҙар хужаһы кеүек тота. Арзанға алып, арттырып һатып ултырыусылар уға ярарға тырыша, сөнки ҡайһы саҡ быларға ла “тауар” тама. Тегеңә күмәртәләп ҡайҙандыр (ғәҙәттә, Ташкенттан, тиҙәр) килтерелгән йәшелсә-емеште алалар ҙа ваҡлап һатып үҙҙәренә “навар” сығаралар. Кемдер үҫтергәнде һатыу рәхәт, көн буйы баҡсаңда бөксәңләп, һыу һибеп, утап, йыйып, кисен ҡалаға килтереп, хәлдән тайып ултырыу түгел. “Тәмләткестәр ҡайҙан?” — тип һораусыларға күҙ ҙә йоммай: “Үҙемдеке, бына бит таҙартып ултырам”, — тиҙәр. Алты сутый ерҙә көндәр буйы һатырлыҡ итеп үҫтерерһең редисканы! Һыулы полиэтилен тоҡта оҙаҡ ятыуҙан япраҡтары серей башлаған тауарға “төҫ” индереп ултырғанын йәнәшәһендәгеләре күреп тора, әммә һатып алыусыға был хаҡта әйтергә ярамай.
— Мин үҫтергән йәшел һуған ҡояшта һулып бара, ә тегенеке көнө буйы ятһа ла бер нәмә лә булмай, сөнки химик ашлама менән эшкәртелгән, — ти инәйҙәрҙең береһе.
— Һеҙҙе урамға һатыу итергә сығырға нимә мәжбүр итә? — тип ҡыҙыҡһынам бер нисәһенән.
— Улым йорт һатып алды, әле эше бик күп. Уға ярҙам итәйем тим. Яңыраҡ пенсиямдың 5 мең һумын бирҙем. Икенсе малайым да кредитҡа сит ил машиналы булды. Уныһына ла өлөш сығарғым килә, — тине береһе.
— Балалар баҡса өйөнә газ, ут, һыу үткәртте, байтаҡ аҡса тотонолдо. Шуға ҡыҙымдың баҡсаһында үҫкән йәшелсә-емеште булһа ла һатып бирәйем тип ултырам, — тине йәнәшәһендәгеһе.
— Пенсиям аҙ, фатирға түләгәндән, дарыу алғандан һуң йәшәр өсөн ҡалмай ҙа тиерлек. Шуға үҙемдән артҡанын һатырға тура килә, — ти өсөнсөһө.
Бына шулай, урамға береһе лә сәбәпһеҙ сығып ултырмаған.
Бер бабай сәскә үҫтерә, уны баҙарҙа йыш күрәм. Яратып, күңел биреп шөғөлләнгәне әллә ҡайҙан һиҙелә, улар хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй.
Кемдер юҡ ҡына әйберен сығарып, алыу-алмауҙарына ҡарамай көнө буйы үҙе ишеләр араһында ултыра. Ундайҙар, күрәһең, аралашыуға мохтаж: йә яңғыҙ йәшәйҙер, йә өйөндә аңлау тапмайҙыр.
Урамдағы баҙар һатып алыусылар өсөн уңайлы, әлбиттә. Эштән һуң алыҫҡа барып йөрөйһө түгел, юл ыңғайы кәрәк нәмәңде алаһың. Икенсенән, тәҡдим ителгән тауарҙар үҙ төбәгебеҙҙә үҫкән, экологик яҡтан таҙа, әллә ҡайҙан килтерелгән, оҙаҡ һаҡланһын өсөн махсус эшкәртелмәгән. Мәҫәлән, магазинда алма тулып ятһа ла, кешеләр уны урамда сауҙа иткән инәйҙәрҙән алыусан.
“Быларына әҙерәк ҡорт төшкән, — тип уңайһыҙланған әбейҙән бер ҡатын: “Миңә тап шул алмаларҙы бирегеҙ, улар таҙа була. “Алманың аҫылын ҡорт ашай” тигән мәҡәл юҡҡа ғына әйтелмәгән бит”, — тип күп кенә итеп үлсәттерҙе. Шунан:
— Яңыраҡ телевизорҙан ишеттем, Краснодар өлкәһенән сит илгә тап ҡортло алмалар ебәреүҙәрен һорағандар икән, — тине.
Ә беҙгә килтерелгәндәре өс ай ятһа ла бер нәмә лә булмай. Быйыл йәй ошондай хәлде күҙәтергә тура килде. Июнь уртаһында күстәнәскә тип алма һатып алдым. Тыштан бик матур ине, үҙебеҙгә лә ҡалдырҙым. Ни эшләптер ашалмай оҙаҡ торҙо, яңыраҡ ҡына ташланым. Бер генә лә үҙгәрмәнеләр. Тик өс ай һаҡланған алма ашарға яраҡлымы икән тигән шик тыуҙы.
Әйтергә теләгәнем шул: урамдарҙа баҙар кәрәк, ләкин уларҙа ситтән килтерелгән һәм тикшерелмәгән йәшелсә-емеш, тәмләткес үләндәр һатылмаһын. Өфө өсөн махсус булдырылған ете баҙар бик аҙ. Ә 100 баҙарҙы ныҡлап тикшереп, ҙур туҡталыштарҙағыларын ғына ҡалдырып, сауҙа итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәктер. Мәҫәлән, С. Перовская менән С. Кувыкин урамдары мөйөшөндә сираттағы “Макдональдс” төҙөгәнсе, өҫтө япмалы бәләкәй баҙар эшләһәләр яҡшы булыр ине. Дөрөҫ, әллә ни йыраҡ та түгел Аврора урамында бар ул, ләкин кеше күп йөрөй торған урында түгел, эске яҡта. Бында әллә нисә урам киҫешкән, байтаҡ туҡталыш бар, шуға ла уңайлы. Әммә унда тағы ла әллә ни файҙаһы булмаған, киреһенсә, зыянлы ризыҡтары менән “Макдональдс” “сәскә атасаҡ”...
Миллионлы ҡала өсөн баҙарҙың күп булыуы отошло. Тик улар һәр яҡтан уйланып, халыҡ өсөн уңайлылыҡ тыуҙырып ойошторолһон ине.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 339

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 272

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 344

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 296

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 367

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 369

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 339

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 328

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 273

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 516