Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мансылғандай булды донъя аҡҡа...
Мансылғандай булды донъя аҡҡа...“Әсәй, ҡарале, һөт менән өҫтәл тулған, әйҙә, эсәйек. Анау тирмәгә барайыҡсы, ҡаймағын, кефирын тәмләп ҡарайыҡ, туңдырма әпир...”
Биш-алты йәштәрҙәге ҡыҙыҡай һөйләнә-һөйләнә әсәһен һөт кафелары урынлашҡан яҡҡа һөйрәп тигәндәй алып китте. Мин дә уларҙың артынан эйәрҙем. Ысынлап та, миңә донъя һөткә мансылғандай булып тойолдо: кафеларҙа бушлай һөт тараталар, өҫтәлдәрҙә һөт ризыҡтары тулып ята. Кемдеңдер ҡулынан ысҡынып, аяҙ күккә күтәрелгән аҡ төҫтәге һауа шарҙары ла күңелде иркәләне. Йәнең ни теләй – һайлап ауыҙ ит!
Байрамға республиканың 30-ҙан ашыу һөт етештереү предприятиеһы үҙҙәренең продукцияһын алып килгәйне. Икенсе тапҡыр ойошторолған Бөтә Рәсәй "Һөт иле-2012" фестивале быйыл да өфөләрҙе, ҡала ҡунаҡтарын иртә менән Ленин исемендәге майҙанға ашыҡтырҙы. Мәскәүҙә бынан өс йыл элек һөт йәрминкәһе генә булараҡ башланған байрам бөгөн Башҡортостанда юҡҡа ғына үткәрелмәй, сөнки беҙҙең республика һуңғы йылдарҙа һыйыр малы һаны, һөт етештереү буйынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренсе урында килә. Быйыл да, йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, былтырғыға ҡарағанда һөттө күп етештереүгә өлгәштек. Республикабыҙҙы ғорур рәүештә "Рәсәйҙең һөтлө баш ҡалаһы" тип атарға тулы нигеҙ бар. Матур йолаға әүерелә барған байрамды Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Һөт етештереүселәрҙең милли союзы ойошторҙо. Генераль бағыусыһы – "Вимм-Билль-Данн" компанияһы. Бөтә Рәсәй "Һөт иле-2011" фестивален үткәреү башланғысын беренсе булып Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күтәреп сыҡҡайны.
Тантанала республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко, Рәсәй Һөт етештереүселәренең милли союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.
– Бөгөн Өфөлә матур йолаға әүерелә барған "Һөт иле" фестивале асылды, – тине Ирек Ялалов. – Байрамды үткәреү урыны итеп Башҡортостанды һайлауҙарына ғорурланабыҙ, беҙ ысын мәғәнәһендә һөтлө ил тип танылдыҡ.
Мансылғандай булды донъя аҡҡа...– Бөгөнгө фестиваль һөт ҡулланыусылар һәм уны етештереүселәр өсөн оло байрамға әүерелде. Һеҙҙең төбәк элек-электән һөт етештереүҙә алдынғы урынды биләй, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә, – тине Рәсәй Һөт етештереүселәре милли союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко.
Рәсми өлөштән һуң һөт фонтаны ҡабыҙылды. 10 метрлыҡ фонтан, республикабыҙҙың һөткә бай булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлап, күккә атылды. Аҙаҡ ҡунаҡтар майҙанда урынлашҡан һөт йәрминкәһен ҡараны, төрлө ризыҡтан ауыҙ итте.
Майҙанда уҡ ойошторолған ысын фермала республика хужалыҡтары Башҡортостанда үрсетелгән бестужев, симменталь, ҡуңыр швиц, голштин тоҡомло һыйыр малдары менән таныштырһа, "Алексеевка" совхозы рекордсмен һыйырҙарын күрһәтте. Күргәҙмәлә заанен тоҡомло кәзә, башҡорт тоҡомло аттар һәм романов тоҡомло һарыҡтар ҙа бар ине. Һәр кем һыйырҙы автоматик һауыу барышы менән дә танышты. Ә һауып ҡарарға теләүселәргә уйынсыҡ һыйырҙар тәҡдим ителде, был айырыуса балаларға оҡшап ҡалды.
Был көндө һөт эсеү буйынса донъя рекорды ла ҡуйылды. Бәйгелә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡатнашты. Әйткәндәй, былтыр ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар "Вимм-Билль-Данн" компанияһы етештергән 3,2% ҡуйылыҡтағы "Ауылдағы аласыҡ" һөтөн биш сәғәт эсендә алты мең литрҙан ашыу эсеп, Гиннесс рекордтар китабына индерелгәйне. Быйыл иһә ете меңгә яҡын литр һөт эселде, һәм майҙанда буш пакеттарҙан ҙур һыйыр һыны төҙөлдө. Уны яһауҙа һәр кем ихлас ҡатнашты, хатта балалар ҙа буш һөт пакеттарын "төҙөүселәр"гә тотторҙо. Байрамға "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе саҡырыуы буйынса Бәләбәй һәм Саҡмағош райондарынан 75 бала килде, уларҙың ата-әсәләре ауыл хужалығында эшләй икән.
Бында кескәйҙәргә күңелһеҙләнергә ваҡыт булманы: "Һөт оҫтаханаһы"нда улар рәсем төшөрҙө, пластилиндан әйберҙәр эшләне, төрлө аттракциондарҙа күңел асты. Һөт кафеларында төрлө ризыҡтарҙан ауыҙ итһәләр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн матурлыҡ салоны эшләне, һөттән етештерелгән косметик кремдар күптәрҙең күңеленә хуш килде, теләүселәр бит-ҡулдарына массаж да яһатты.
Байрам көнө буйы дауам итте. Төштән һуң яуған ямғыр ҙа халыҡты майҙандан ҡыуа алманы, теләгән кеше төрлө спорт ярыштарында, конкурстарҙа көс һынашты, иҫтәлекле бүләктәр отто. Йыр-моң яратыусылар иһә баш ҡала артистарының концертын ҡарап кинәнде.
Самат ҒӘЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә