Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кәштәләрҙе үҙебеҙ тултырһаҡ, ситтәр ымһынмаҫ”
“Кәштәләрҙе үҙебеҙ тултырһаҡ, ситтәр ымһынмаҫ”Редакцияға төрлө өлкәлә эшләгән белгестәрҙе, ғалимдарҙы саҡырып, уҡыусыларҙы борсоған һорауҙарға яуап алырға тырышыу, “түңәрәк өҫтәл”дәр янында һөйләшеүҙәр үткәреү матур йолаға әйләнде. Бөгөнгө тема халыҡты һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү, килеп тыуған сетерекле мәсьәләләр, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән саҡта был өлкәлә тотҡан урыныбыҙ тураһында булыр. Ҡунаҡтарыбыҙ: ҡорҙо ойоштороусыларҙың береһе — иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВ менән үткән быуаттың 90-сы йылдарында Ауыл хужалығы министрлығының иҡтисад һәм финанс буйынса һөт сәнәғәте начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарған, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миңнәхмәт улы БАЙНАЗАРОВ.

— Беҙҙең халыҡта матур йола бар: килгән ҡунаҡты “аҡ” менән ҡаршылап, “аҡ” менән изге юл теләп оҙатыу. Был юлы “аҡ” тигәндән һөт, һөт ризыҡтарын күҙ уңында тотам. Сөнки кеше тормошонда улар икмәк менән бәрәбәр, өҫтәлебеҙҙе һөтһөҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Бөгөнгө һөйләшеү ҙә ошо турала барып, ил халҡын аҡ ризыҡ менән тәьмин итеүҙә килеп тыуған мәсьәләләрҙе асыҡлап, уҡыусыларҙы борсоған һорауҙарға күпмелер кимәлдә яуап биреү булыр, тип уйлайым.

“Кәштәләрҙе үҙебеҙ тултырһаҡ, ситтәр ымһынмаҫ”Илдар Ғәбитов:
— Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына индек. Быға халыҡ төрлөсә ҡарай: берәүҙәр һағайып ҡалды, икенселәр, киреһенсә, сит ил тауарҙары күпләп индерелгәс, хаҡ төшөр тип уйлай. Кеше ниҙер эшләр алдынан башҡарыласаҡтарының “плюс” һәм “минус”тарын иҫәпләй. Әгәр ҙә “плюс”тары күберәк булһа, алға табан аҙымын яһай, ошо юлға бара. Беҙҙең иһә күпме министрлыҡ бар, ләкин мин, белгес булараҡ, әлегә сауҙа ойошмаһына инер алдынан халыҡҡа аңлайышлы итеп баҫтырылған, еткерелгән иҫәп-хисапты күрмәнем, дөйөм ҡатлам был турала белмәй. Сит ил ҡапҡаларын асҡас, хаҡтар төшәсәк тип ышандырыуҙар әкиәткә тиң. Бер ниндәй шәхси эшҡыуар ҙа, үҙенә зыян яһап, хаҡты төшөрмәйәсәк. Бында һөт ризыҡтарын да, башҡаһын да күҙ уңында тотам.
Илдар Байназаров:
— Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, инвестициялар килер. Инвестиция нимә? Матди-финанс көйләү, алыш-биреш. Ләкин бурысты ҡайтарып бирергә лә кәрәк. Әлегә тиклем төрлө программалар ҡабул ителгән. Сит илдән килгән инвестицияны нисек урынлаштырыу юлы аныҡ булырға тейеш: малсылыҡ тармағын үҫтереү, төрлө продукция етештереү, аграр сәнәғәт тауарҙарын эшкәртеү... Быларҙың барыһы өсөн нигеҙле иҫәп-хисап кәрәк. Ә уны тик урындарҙағы хәлде теүәл белеп кенә эшләп була. Әйтәйек, элек Ауыл хужалығы министрлығында малсылыҡ, иҡтисад буйынса айырым бүлектәр була торғайны. Сәнәғәт, Финанс эштәре министрлыҡтарында ла ошондай уҡ бүлектәр бар ине. Ошо өс ведомство һәр тармаҡ буйынса урындарҙан мәғлүмәттәр йыйҙы. Мин үҙем Ауыл хужалығы министрлығында эшләнем. Ул заманда, үткән быуаттың 90-сы йылдарында, республикала 70-кә яҡын һөт комбинаты, заводы бар ине. Ошоларҙың барыһынан да мәғлүмәт йыйып, иртүк Министрҙар Кабинетына — Премьер-министрҙың ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары өҫтәленә килтереп һалам. Нимә өсөн быларҙы һөйләйемме? Ул саҡта иҫәп-хисап теүәл бара торғайны, ниндәйҙер аҙым яһарҙы белеп, сығымдарҙы ҡайҙа йүнәлтергә күҙаллап булды. Мәҫәлән, ошондай хәл иҫтә: халыҡтан, хужалыҡтарҙан һөт йыйыла, комбинаттар, заводтар эшкәртеп һатыуға сығара. Ә һуңғылары ваҡытында иҫәп-хисап эшләмәй, түләмәй. Был инде һөт заводтарының тапшырыусылар менән иҫәпләшә алмауына килтерҙе. Шунан һуң завод директорҙарын, һатыу ойошмалары етәкселәрен саҡыртып, Премьер-министр урынбаҫары кимәлендә һөйләшеү булды. Бөгөн дә эш бара, ләкин күпселектә статистика идаралығы биргән һандарға ғына таяныла. Урындарҙа халыҡтан һөт йыйыу һүлпән ҡуйылған, ҙур хужалыҡтар тарҡалды, һөт заводтары шәхси ҡулдарға күсте. Ҡыҫҡаһы, ниндәйҙер аҙым яһар алдынан, ошо тармаҡҡа йүнәлтелгән аныҡ дәүләт программаһы кәрәк.
— Программа тигәндән, беҙҙә улар байтаҡ ҡына. Тик ҡабул итеү, финанслау менән генә түгел, контролдә лә тотолорға тейештер бит. Улайһа ҡайҙа — төҙөлөш, шунда — аҡса, шунда хилафлыҡҡа юл ҡуйыла. Программаға килгәндә, Башҡортостанда “500 ферма” тип аталғаны тормошҡа ашырыла башланы.
Илдар Байназаров:
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш һүлпән бара. “500 ферма” тигәндән, улар бит заманса төҙөлөргә, механизацияланырға, тоҡомло мал алынырға тейеш. Ошондай 200 ферма ғына төҙөһәк тә яҡшы булыр ине. Тоҡомло мал тигәндән, үҙебеҙҙең ҡара-сыбар, “бестужевкалар”ға етмәй. Франция, Голландиянан килтерелгәндәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тәбиғи шарттарға яраҡлаша алмай. Мәҫәлән, “Алексеевка” совхозын алайыҡ. Мал йәйен ферма ҡырындағы бәләкәй генә майҙансыҡтарҙа тотола. Береһендә үләнде ашап бөтһәләр, икенсеһенә күсерәләр. Көтөүһеҙ, урыҫса әйткәндә, “стойловый” аҫрала. Уларға беҙҙә үҙҙәрендәге һымаҡ үлән үҫеп өлгөрмәй. Көтөүлектәргә сығарыр инек, күпселектә баҫып ҡына торған һыйырҙарҙың тояғы ярыла. Һыйыр йөрөргә тейеш. Беҙгә бындай мал алтынға бәрәбәр: ҡиммәткә һатып ал, айырым шарттар булдыр. Тимәк, бөтә республикала, бар районда аҫрап булмай, сығымы күп.
Илдар Ғәбитов:
— “Алексеевка” совхозындағы, йәғни “Потемкин ауылы”ндағы ыңғай тәжрибәне ҡунаҡтарға күрһәтергә кәрәк, әлбиттә. Үҙебеҙгә лә: “Крәҫтиән ошондай матур шарттарҙа эшләргә, йәшәргә тейеш”, — тигән фекерҙе һеңдереү зарур.
Илдар Байназаров:
— Ярай әле “Алексеевка” үҙе һөт етештерә, үҙе эшкәртә, һата. Шулай булһа ғына отошло. Тик тағы ла бер мәсьәлә: хаҡты арттырмай, үҙҡиммәтенә һата. Тимәк, дотация кәрәк. Ғөмүмән, халыҡ өсөн осһоҙ тауар етештерәм тиһәң, ауыл хужалығына Хөкүмәт ярҙамы талап ителә. Сөнки һыйырҙың һөтө — телендә, һалам-бесән менән генә булмай. Ҡатнаш аҙыҡ ҡиммәт, фуражға ла хаҡ артты.
— “500 ферма” программаһы бик яҡшы, тормошҡа ашһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ләкин һөт менән тәьмин итеү мәсьәләһен әлеге “500” генә хәл итә алырмы? Ауылдарҙа меңәрләгән ферма биналары емерек, буш тора, әүеш-тәүеш итеп мал тотҡандары ла ошондай уҡ хәлдә. Бәлки, булғандарын тейешенсә файҙаланырға кәрәктер?
Илдар Байназаров:
— Килешәм. Мәҫәлән, әле Баймаҡта “500 ферма” программаһы буйынса корпустар төҙөлә. Был бик яҡшы. Баймаҡ тәбиғи шарттарында һөт продукцияһы етештереү өсөн комбинат асыу насар түгел. Ләкин шул уҡ ваҡытта Сибай һөт комбинаты ҡорамалдарының өстән бер өлөшө генә файҙаланыла, ә бит күпме сығым менән сит илдеке ҡуйылды. Хатта балалар өсөн ризыҡ етештерелә. Тағы бер миҫал. “Илешһөт” акционерҙар йәмғиәте бар ине. Сыр, башҡа ризыҡ етештерҙе. Хәҙер ярты завод буш тора...
Илдар Ғәбитов:
— 90-сы йылдарҙа 70-ләп һөт заводы бар ине, тинек. Хәҙер дәүләт предприятиелары юҡ. Уның ҡарауы, һәр хужа үҙ ерендә, районында һөт эшкәртеү заводы төҙөй. Һөт башҡа аҙыҡ-түлектән айырыла: көн дә кешегә йәшәү өсөн сыр, май кәрәк.
Илдар Байназаров:
— Бөгөн дәүләттең һөт эшкәртеү заводы, комбинаты ҡалманы тиерлек. Өфө һөт комбинаты — “Өфөмолагропром” — хәҙер Голландияның “Вимм-Билль-Данн” компанияһы ҡарамағында. Генераль директор вазифаһын башҡарыусы Мәскәүҙә йәшәй. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары халҡы, хужалыҡтары һөт тапшырырға тейеш ине. “Нерал” компанияһы иһә Дәүләкән, Бүздәк, Туймазы, Шишмә, Бәләбәй, башҡа яҡын райондарҙы үҙ эсенә алды. Шулай булғас, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, аҙыҡ-түлеккә хаҡ төшөүе икеле — бер генә шәхси эшҡыуарҙың да, бизнесмендың да банкрот булғыһы килмәйәсәк. Шунан һуң, баҙар кәштәләре буш булмаһа, бер кем дә үҙ тауары менән килеп тығыла алмай.
Илдар Ғәбитов:
— Һөт заводтары хәҙер төрлө ризыҡҡа яһалма өҫтәмә, соя ҡуша. Хатта “һөт эсемлеге” тигән нәмә лә бар. Составында һөт бик аҙ. Ә бына ауыл һөтөн хәҙер күптәр эсә алмай, сөнки кеше организмы ингредиенттарға — яһалма матдәләргә өйрәнде.
Илдар Байназаров:
— Һөт эсемлегендә 1-1,5 процент ҡына һөт бар. Ул да порошоктан яһала. Мәҫәлән, Мәләүез, Мәсәғүт, Сибай һөт комбинаттары, Миәкә заводы порошок етештерә, ти. Майһыҙландырылып, порошокка әйләндерелгәненән ошо эсемлекте яһайҙар ҙа инде. Йогурт һауытындағы ваҡ ҡына яҙыуҙы уҡыһаң, ниндәй генә ҡушымта юҡ! Балаға түгел, оло кешегә ашауы ҡурҡыныс һымаҡ. Ә беҙ яйлап балаларҙың, үҙебеҙҙең организмды өйрәтәбеҙ, шуға ла ысын ауыл һөтөн эсә алмайбыҙ. Ауылдыҡының ҡуйылығы 4 процентҡа етә. Һары майҙы әйтеп тораһы ла түгел. Колбасаға төрлө яһалма нәмә ҡушҡан кеүек, һөткә лә шулай, хатта артығыраҡ та өҫтәйҙәр.
— Башҡортостанды һөт иле итеп күрге килә. Шуға ла икенсе йыл рәттән фестиваль үткәрелә, беҙҙә етештерелгән тауар рекламалана. Был йәһәттән күрше өлкә, республикаларҙа хәлдәр нисек?
Илдар Байназаров:
— Аграр тармаҡты үҫтереү буйынса федераль программаны отошло файҙаланып, Силәбе өлкәһе һөт ризыҡтары етештереү буйынса беҙҙе ҡыуып етте. Татарстан алда бара. Унда йән башына һанағанда, һыйыр малы ла күберәк. Беҙгә ҙурыраҡ һөтсөлөк комбинаттары, заводтары кәрәк. Мәҫәлән, Сибай, Мәләүез комбинаттарында бар нәмә тулыһынса автоматлаштырылған, кеше ҡул менән тығылмай, санитар-гигиена талаптары ла теүәл үтәлә. Әйткәнемсә, элеккесә 70-ләп һөт етештереүсе эшләһә, беҙҙең төбәк “һөт иле” булыр ине. Шулай ҙа республиканы малсылыҡ тармағы, ит, һөт етештереү буйынса ысын мәғәнәһендә “ит-һөт иле” итеп күрге килә.
Илдар Ғәбитов:
— Элегерәк яртылаш акция һөт тапшырыусыларҙа ине. Хәҙер колхоз-совхоз юҡ. Акциялар ҡайҙа булды һуң? Урындағы етәкселәр һатып бөттө, ә халыҡ белмәне лә. Күптәре колхоз байлығын һатып байыны. Ауыл хужалығында элек эш комплекслы алып барыла ине. Хәҙер, хосусилаштырыу арҡаһында, тарала, тарҡаулана башланы.
Илдар Байназаров:
— Миҫалға бөтә Союзға дан тотҡан Ҡарлыман шәкәр заводын, һөт комбинатын алып була. Улар элек икеһе комплекслы, берҙәй эшләне. Хәҙер иһә, юҡтан ғына ике хужа араһында аңлашылмаусылыҡ сығып, тартҡылаш китте. Эш шунда: һөт комбинатының ҡаҙанлығы шәкәр заводы биләмәһендә урынлашҡан. Береһенең майҙаны файҙаланыла, икенсеһенә йылылыҡ кәрәк. Әлбиттә, башҡа сәбәптәр ҙә барҙыр, ләкин хәл итмәҫлек мәсьәлә түгел бит. Һөҙөмтәлә шәкәрҙе һөт комбинаты Ҡаҙағстандан, Ырымбур, Силәбенән ташый, ә ҡойма аша ғына — шәкәр заводы. Бер үк комплекс ине элек, әле лә бер министрлыҡҡа ҡарайҙар. Тик хужалар төрлө. Бөгөн Мәләүез, Ҡарлыман шәкәр заводтарын Украинаның “Разгуляй” компанияһы, Раевка, Шишмәне Мәскәү алды. Элек бит һәр һөт, шәкәр, спирт заводтары эргәһендә мал комплексы ла төҙөлдө. Үҙ сиратында заводтар хужалыҡтарҙы барда, жом һымаҡ аҙыҡ менән тәьмин итте.
Илдар Ғәбитов:
— Рәсәйҙә 9 миллион һауын һыйыры, шуның 5,5 миллионы — 60 процентҡа яҡыны — шәхси хужалыҡтарҙа. Халыҡтан һөт һатып алыуҙы ойошторорға кәрәк бит. Бер кемгә лә сер түгел, тейешенсә хаҡ ҡуйып, продукцияһын һатып алмағас, мал тотоусылар ҙа кәмей. Быны ҡайһы берҙәр халыҡтың йыбана, ялҡаулана башлауына бәйләй. Миңә ҡалһа, бөгөнгө һымаҡ литрын 8 һумға түгел, ә 15-кә йыйһалар, ваҡытында түләп барһалар, теләп тапшырырҙар, мал аҫрарҙар ине.
Илдар Байназаров:
— Сит илдә фермер һыйырын һауып, феләген урамға ғына сығарып ҡуя. Уны шундуҡ алып китәләр, тапшырыусы иҫәбенә аҡсаһы күсә. Техника, һөт етештереү өсөн ҡорамалдарҙы осһоҙ хаҡҡа килтереп бирәләр — тауар ғына етештер. Башҡа илдәрҙән һөт ризыҡтары, ит һатып алмайҙар. Европа илдәре, шулай уҡ АҠШ, Канада ла үҙ крәҫтиәненә аҡсаһын түгә, ә сит ил аграр сәнәғәтенә түгел. Беҙҙә иһә һатып алыуҙы осһоҙ күрәләр. Ни өсөн беҙҙә һөт ҡиммәткә төшәме? Асылда крәҫтиәндән — төп һөт етештереүсенән — 8 һум менән генә алалар. Уға һуңынан комбинат, завод бер хаҡ өҫтәй, һатыу итеүселәр — икенсегә. Крәҫтиәнгә, бер ҙә булмаһа, яртыһын аҡсалата, яртыһын фуражлата бирергә тейештәр. Ләкин дәүләт эшҡыуарға ҡыҫыла, хаҡтарҙы тулыһынса көйләй алмағас, быларҙың бик аҙы ғына эшләнә.
— Өфө һөт заводын күсерә башлауҙары тураһында төрлө имеш-мимеш йөрөй. Эшләп торған заводты ҡаланан ситкә күсереүгә нимә сәбәпсе булды?
— Өфө һөт заводын Екатеринбургтың “Аллат” компанияһы алды. Ул күптән ҡала уртаһынан сығарылырға тейеш ине, сөнки биләмәһендә аммиак менән эшләүсе һыуытҡыстар ултыра. Алла һаҡлаһын, һәләкәт булһа, кеше һаулығы өсөн бик ҡурҡыныс. Төп йүнәлеше балалар ризығы етештереү ине. Әйтәйек, Сибайҙа — порошок, ә бында космонавтарҙыҡы һымаҡ паста яһала.
— Нисек кенә булмаһын, аҙыҡ-түлек етештереү буйынса федераль, республика программалары бар. Әйтәйек, аҙ төҙөләме, күпме, шул уҡ “500 ферма”ны алып була...
Илдар Байназаров:
— Эйе, башланғыс һәйбәт. Программа үҙ көсөнә инер, финанс мәсьәләһе лә тулыһынса хәл ителер. Әле лә төҙөлөш бара: Ҡырмыҫҡалыла комплекс, Мәләүездә — күркә ите етештереү, Благоварҙа сусҡасылыҡ комплекстары.
Илдар Ғәбитов:
— Беларусь Республикаһында ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы беҙҙәгенән биш тапҡырға артығыраҡ. Тимәк, уларҙа сит ил тауары ағымы юҡ кимәлендә тигән һүҙ, үҙ крәҫтиәнен ҡарайҙар, аграр өлкәне аяҡҡа баҫтыралар.
Илдар Байназаров:
— Беҙҙә лә шулай булыр ине. Сит ил инвестицияһы, тауары баҙарҙың буш урындарына, үҙебеҙҙеке булмаған ергә килә. Әйтәйек, ошо уҡ Беларускә Польша сусҡа ите менән тығыла алмай, сөнки ит үҙҙәрендә етерлек. Ә беҙҙең Иглин районында Беларусь белгестәре картуф үҫтерергә өйрәтә. Әгәр Рәсәйҙә тауыҡ ите етештереү тейешле кимәлгә ҡуйылһа, “Буш боттары” үтеп инә алыр инеме ни?
— Һөйләшеү тарыраҡ теманы — һөт ризыҡтары етештереү тармағын ғына алһа ла, асыҡтан-асыҡ фекерҙәр әйтелде. Булған проблемалар уртаға ярып һалынды. Йәнә ошондай һорау: ике аҙаш, тип өндәшәйемме, аграр өлкәлә илде көрсөктән сығарыу юлын нисегерәк күрәһегеҙ? Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына индек, беҙҙең халыҡ сит ил тауарына күнекмәһен, крәҫтиән, улар етештергәнде күреп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн ни эшләргә?
Илдар Ғәбитов:
— Бының бер генә юлы бар — Хөкүмәт, оборона тармағын ҡараған һымаҡ, илдең аграр өлкәһенә лә иғтибарҙы көсәйтергә тейеш.
Илдар Байназаров:
— Федераль, республика хөкүмәттәре тарафынан бик матур ҡарарҙар сыға. Мәҫәлән, буш торған ферма биналарын фермерҙарға, тырыш ғаиләләргә биреү тураһында. Ләкин үтәлешен урындағы чиновниктар, коррупция тотҡарлай. Биргән саҡта ла фермерҙарға, урыҫса әйткәндә, “под ключ” бирелергә тейеш. Улайһа, ҡыйыҡһыҙ, тәҙрәһеҙ, хатта ярты стенаһыҙ алынған бинанан ни фәтүә? Быларҙың барыһын да Ауыл хужалығы министрлығының төҙөлөш, механизация бүлектәре контролдә тотоуы, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы мөһим.
Малсылыҡ продукцияһы етештереү

(2012 й., ғинуар–июль)

үткән йылда
мең ошо ваҡытҡа,
тоннала проценттарҙа

Ит өсөн мал һәм ҡош-ҡорт оҙатыу
(тереләй ауырлыҡта) 149,8 98,9
Ауыл хужалығы ойошмаларында 61,8 101,8
Шәхси хужалыҡтарҙа 80,6 96,3
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 7,4 111,4

Һөт етештереү 1096,8 106,7
Ауыл хужалығы ойошмаларында 349,6 107,3
Шәхси хужалыҡтарҙа 691,8 105
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарҙа 55,4 122,6

Мал һаны
2012 йылдың 1 авгусына

үткән йылда
мең ошо ваҡытҡа,
баш проценттарҙа

Һыйыр малы 1331,4 99,5
Ауыл хужалығы ойошмаларында 476,4 96,5
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарҙа,
шәхси эшҡыуарҙарҙа 94,0 112,7
Шул иҫәптән һауын һыйырҙары 502,7 98,6
Ойошмаларҙа 181,1 95,4
Шәхси хужалыҡтарҙа 286,7 98,5
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарҙа,
шәхси эшҡыуарҙарҙа 34,9 121,6
Һөйләшеүҙе
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
алып барҙы.

Игорь МАСЛЮК, ҡунаҡ:
— Күп илдәрҙең ризыҡҡа бәйле байрамдарын ишетеп беләм: ҡыяр, ҡабаҡ, сало... Өфөлә үткәрелгән бал фестивален дә күрҙем. Шуныһы мөһим: был саралар ябай күңел асыу өсөн генә үткәрелмәй, ә ауыл хужалығы продукцияһы рекламалана, аҙыҡ-түлек бренды булдырыла.

Андрей ДАНИЛЕНКО, Рәсәй Һөт етештереүселәренең милли союзы идараһы рәйесе:
— “Һөт иле-2012” фестивале йүнәлеше буйынса донъяла иң ҙурҙарҙан һанала. Башҡортостан — һөт продукцияһы етештереү, ошо эшкә кешеләрҙе йәлеп итеү, мал һаны буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Фестиваль Өфөнән һуң Төмәнгә күсә — был да уның киңәйә барыуын күрһәтә, ләкин Мәскәү менән Өфө төп ҡалалары булып ҡаласаҡ.
Кеше йылына 360 кг һөт, һөт ризыҡтары ҡулланырға тейеш. Советтар Союзы ваҡытында 390 килограмғаса еткән, хәҙер иһә 230 кг-ға ғына төшә. Тимәк, халыҡтың һаулығын ҡайғыртабыҙ тиһәк, был тармаҡҡа төрлө юҫыҡтан иғтибарҙы арттырырға тейешбеҙ. Бөтә Рәсәйҙә йылына 14 миллион тонна һөт етештерелеп, шуларҙың 2 миллионға яҡыны Башҡортостан өлөшөнә тура килә икән — бик яҡшы. Һөт ни тиклем мул булһа, федераль бюджеттан субсидиялар ҙа күберәк бүленәсәк. Киләһе йылдың ғинуарынан “Төбәктең иҡтисади әһәмиәте” программаһы эшләй башлап, 1-се һәм юғары сортлы продукция өсөн өҫтәмә түләнәсәк. Әгәр сусҡа, ҡош ите етештереү өсөн дәүләт ярҙамы 2020 йылға тиклем аҙая барһа, һөт өсөн, киреһенсә, ул артасаҡ. Был ризыҡтың мөһимлеге лә шунда.

Николай КОВАЛЕНКО, Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары:
— “Һөт иле” — ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы. Киләсәгебеҙ — балалар. Уларҙы файҙалы эсемлеккә өйрәтеү ошо йәштән башлана. Һаулығыбыҙ туранан-тура ошо ризыҡҡа бәйләнгән. Республикала ауыл хужалығына ярҙам йөҙөнән, был тармаҡты үҫтереү өсөн төрлө программа эшләй. Шуларҙың береһе — “500 ферма”. Малсылыҡты ғына үҫтереп ҡалмай, программа кеше мәнфәғәттәрен дә күҙаллап ҡабул ителгән: фермаларҙа ял бүлмәләре булдырыласаҡ, эш урындарында уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Үҙ эшен башлаған фермерҙарға һәм ғаилә фермаларына ярҙам итеү маҡсатында, тағы ике программа тулы көсөнә эшләйәсәк.


Байрам саралары:
Рекорд ҡуйыласаҡ. Былтыр өфөләр, биш сәғәт эсендә 6168 литр һөт эсеп, Рәсәйҙең рекордтар китабына инде. Быйыл күрһәткесте 7 меңгә саҡлы арттырмаҡсылар. Буш һөт ҡаптарынан һыйыр һыны эшләнәсәк.
Йәрминкә Рәсәйҙә, хатта донъя кимәлендә үткәрелгәндәренән ҡалышмаясаҡ. Аҡ тирмәләрҙә һеҙҙе республика һөт етештереүселәре ҡаршылап, тауарын тәҡдим итәсәк. Теләгәндәр бушлай тәмләп тә ҡарай аласаҡ.
Һөт кафеһында тиҫтәләрсә төр ризыҡ, эсемлек менән һыйлана алаһығыҙ.
Һаулыҡ, матурлыҡ салонында теләүселәргә бушҡа косметолог, гастроэнтеролог, аллерголог, терапевт кәңәш бирә. Быларҙан тыш, диета буйынса ла белгестәр буласаҡ.
Майҙан артында кәртә-ҡура, ысын мәғәнәһендә ферма төҙөләсәк. Унда һыйыр, йылҡы малы, һарыҡ-кәзә килтереләсәк. Ҡунаҡтар аппарат менән һыйыр һауғанды, башҡа эштәрҙе ҡарай аласаҡ.
Шулай уҡ сәхнә ҡуйылып, байрамды ойоштороусылар, республика етәкселәре, ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Эргәлә фестивалдең символы — һөт фонтаны һиптерәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704