Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һеҙ быны беләһегеҙме?..
...Күс айырырға әҙерләнеүсе бал ҡорто ғаиләһенән иң яҡшы берәүһенән башҡа ҡорт инәләре ояларын юҡ итеү, был ғаиләне көсһөҙ ғаилә урынына, ә көсһөҙөн уның урынына күсереп ҡуйыу күстең сығыуын иҫкәртеүҙең һәм уның юғалыуына юл ҡуймауҙың иң ябай ысулы булып тора;
...бал ҡорттарының күс айырыуға әҙерләнеүенең беренсе билдәһе — ояла ата ҡорттар үрсеменең барлыҡҡа килеүе. Ләкин был — сәбәп түгел, ә эҙемтә генә;
...шундай осраҡтар ҙа булған: сығып киткән күс, үҙенә һауа ояһы ҡороп, йүкә ботағында, көнбағыш кәрзинендә 35–46 көнгә "туҡтап торған";
...илебеҙҙең айырым төбәктәрендә беҙҙең көндәргә тиклем умартасылар, күс айырым сыҡҡан саҡта, күнәккә, тасҡа, кәритәгә, салғыға һәм башҡа әйберҙәргә һуға. Уларҙың фекеренсә, был күсте "ҡамап ала". Ысынында иһә ҡорттарға был тауыштың бөтөнләй кәрәге юҡ. Саң ҡағыу — борондан килгән ғәҙәт кенә, уның асылы шуға ҡайтып ҡала: умартасы, берәй нәмә шылтыратып, үҙенең күршеһен күс осоп сығыуы тураһында иҫкәртә, әгәр ҙә күс уның ихатаһына барып ҡунһа, күрше күсте ҡайтарып бирергә тейеш була;
... белендермәй генә сығып киткән күсте уның ҡайһы ғаиләнән икәнен еңел белеп була. Бының өсөн кисен күстән ҡорттарҙы бер ҡалаҡ һоҫоп алалар ҙа, уларға шәкәр ҡомо (пудра) йәки он һибеп, ҡалаҡтан бушаталар. Ҡорттар үҙҙәренең ҡайҙа йәшәгәнен "иҫкә төшөрә" һәм элекке урындарына кире әйләнеп ҡайта.

Бал ҡорттары менән
нисек эш итергә?


Бал ҡортоноң йәшәйешен үҙләштергәс, хәҙер эш башлаусы умартасыларға бал ҡорттарын тәрбиәләү буйынса һәм улар менән нисек эш итеү, ҡорттарҙы үрсетеү хаҡында кәңәштәр, тәҡдимдәр бирергә мөмкин.
Төрлө тоҡомло бал ҡорттары ояларын ҡарауға төрлөсә яуап бирә. Кавказ, Карпат ҡорттары һәм уларҙың ҡатнаш тоҡомо кеүек үк, көньяҡ тоҡомло ҡорттар ҙа, ғәҙәттә, үҙҙәрен тыныс тота. Уларҙың күсен биткә селтәр кеймәйенсә, хатта күрекһеҙ ҡарарға мөмкин. Ҡайһы саҡта урта Рәсәй тоҡомло бал ҡорттарын да бит селтәрһеҙ, әммә төтәткес файҙаланып ҡарарға була. Урта Рәсәй ҡорттарының танылған ырыуы (популяция) булған ҡырағай башҡорт солоҡ (бөрйән) ҡорттары иң яуыз, уҫал һәм агрессив ҡорттар, шуның өсөн улар менән эшләгәндә битлек кейергә, күрек тә ҡулланырға кәрәк.
Кешеләр умартасылыҡ менән күптән шөғөлләнеп бал ҡорттарына билдәле дәрәжәлә йоғонто яһаһа ла, улар ҡулға эйәләшеп китмәгән. Ҡорттар кешегә күнегеп бармай, үҙенең хужаһын — умартасыны танымай. Кешеләр шаяртып: "Хужаһын танып, саҡмайҙар", — тиһәләр ҙә, уларҙа йорт малына хас ғәҙәте юҡ, инстинктҡа ғына буйһоноп йәшәйҙәр. Уның ҡарауы, кеше ҡорттарға "күнегә", "өйрәнә" барып, эш итеү алымдарын киңәйтә. Ҡорттарҙың тыныслығы кешенең эш итә белеүенә лә бәйле.
Бал ҡорттарында һиҙеү тойғоһо ныҡ үҫешкән, уларҙы ҡырҡыу еҫтәр ныҡ ҡуҙғыта. Умартасының кейеме лә шулай уҡ ҡорттарҙың тәртибенә билдәле, йоғонто яһай. Унан теге-был сит еҫ сығып торорға тейеш түгел. Хатта таҙа, яңы ғына йыуылғаны ла үҙенсәлекле, ҡорттарҙы ҡуҙғытыусы еҫле була. Шуның өсөн уны кейер алдынан елләтәләр. Тирләтеүсе йылы йөн, синтетик, йөнтәҫ кейем булырға тейеш түгел, ҡорттар унда бутала, асыуы ҡуба. Улар менән эш иткәндә, аҡ халат йәки төҫлө туҡыманан тегелгән комбинезон иң яҡшы кейем һанала. Салбар балаҡтарын ойоҡбаштарға тығырға, ә күлдәк йәки халат еңенең осон резинкаларға кәрәк.
Ҡорттар менән эшләрҙән алда шәхси гигиенаны һаҡларға, ҡул һәм битте яҡшылап йыуырға ҡушыла. Үҙеңде тыныс һәм ышаныслы тоторға кәрәк. Әгәр ҙә ҡул йәки тән буйлап ҡорт йөрөһә, тыпырсынырға ярамай, уны тыныс ҡына алып, осороп ебәрергә кәрәк. Ҡорттоң өҫтөнә баҫһаң йәки ҡыҫһаң, ул саға. Тәүге осорҙа бик тә ҡурҡһағыҙ, таҙа бирсәткә кейеп эшләргә мөмкин, ләкин ҡорттар бирсәткә аша ла саға ала. Резина бирсәткәлә ҡул тирләй, ә тир еҫен ҡорт яратмай.
Умартала аҙыҡ запасы аҙ булғанда, бал йыймаған осорҙа һәм ҡорттар ас булғанда, уларҙың асыулы, сағыусан булыуы күҙәтелә. Әгәр ҙә йыйым булһа, умартаға бик күп бал һуты килһә, улар зыянһыҙ. Бөрләтәүе бал менән тулы ҡорт сағыу өсөн ҡорһағын бөгөргә ауырһына.

Рубриканы
Рафиҡ НОҒОМАНОВ алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә