Европалағы көрсөк шауҡымы беҙҙең илгә ҡағылырмы?Нисек уйлайһығыҙ, Рәсәйгә хәүеф янаймы?Вил ӨМӨТБАЕВ, техник фәндәр докторы, профессор, Өфө ҡалаһы:
– Рәсәй бөгөндән көрсөктә. Артыҡ сығымдарҙан ҡотолабыҙ тигән булып кешеләрҙе эштән ебәрәләр, мәктәптәр ябыла – ошо көрсөк түгелме? Хәҙер балаларыбыҙ 15-20 саҡрымда ятҡан мәктәпкә ҡышҡы һалҡында йөрөп уҡырға мәжбүр. Ә юлда автобус боҙолоп ҡуйһа, уларҙың сәләмәтлеге өсөн кем яуап бирер? Беҙ бит XXI быуатта көн итәбеҙ, атай-олатайҙарыбыҙ шулай ыҙа сигеп уҡыған. Хәҙер шул замандарға кире ҡайттыҡмы ни? Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла мәктәптәрҙе ябыуға юл ҡуйылмаған. Иҫең-аҡылың китер. Белеүемсә, беҙ ярлы йәшәй тип һанаған Латин Америкаһы илдәрендә дүрт-биш өйлөк утарҙа ла мәктәптәр бар!
Айрат Әминев, эшҡыуар, Әбйәлил районы:
– Беҙҙә ул көрсөк бер ҡасан да бөтмәне. Коммуналь түләүҙәр, халыҡтың эш хаҡынан айырмалы, ҡот осҡос тиҙлектә үҫә, 300 һум өҫтәйҙәр ҙә пенсия артыуы тураһында һөйләйҙәр. Ҡалаларҙа эш хаҡы айына 15 меңдән артмай, ауылдарҙа иһә халыҡ бөтөнләй һигеҙ меңгә, иң яҡшы осраҡта ун меңгә тир түгә. Беҙҙе илдә уртаса эш хаҡы 30 меңгә етеп бара тип ышандырырға тырышалар. Әлбиттә, чиновниктарҙың һәм завод-фабрика директорҙарының миллиондарын ябай эшсенең тиндәренә ҡушып һанағанда шулай килеп сыға ла инде. Әммә кемде алдайбыҙ һуң? Үҙебеҙҙе генә бит!
Шулай булғас, көрсөк кисермәгән ниндәй Рәсәй тураһында һүҙ булыуы мөмкин? Беҙ уның һаҙлығына батҡандан-батабыҙ, хатта осо-ҡырыйы ла күренмәй...
Был ҡыҙыҡлыКөрсөккә ҡаршы – өр-яңы валютаБөйөк Британияның Бристоль ҡалаһы бөтөн Европаны ялмап алған көрсөккә ҡаршы үҙенсәлекле ысул уйлап тапҡан – шәхси валютаһын булдырған. Ул Бристоль фунты тип атала. Ҡалала яңы аҡса әйләнешкә быйылғы сентябрҙән инәсәк тип көтәләр.
Бристоль эшҡыуарҙары фекеренсә, әлеге мәлдә уларҙың табышының 80 проценты эре милли корпорацияларҙың һәм Хөкүмәттең ҡулына эләгә. Йәғни ҡаланан ситкә китә. Ә урындағы валютаны булдырыу аҡсаны Бристолдә һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк, тип ышана улар.
Урындағы компанияларҙың күбеһе был валюта менән эшләргә бөгөндән риза, шулай уҡ халыҡ та ҡаҙнаға һалымды уның менән түләй аласаҡ, чиновниктарға ла эш хаҡы яңы валютала түләнәсәк.
Бөйөк Британияның иң эре ҡалалары иҫәбендәге Бристолдә 400 меңгә яҡын кеше йәшәй. Бынан дүрт йыл элек илдең Льюис исемле ҡалаһы ла үҙ валютаһына күскән булған. Ә АҠШ-та әлеге мәлдә ете тиҫтәнән ашыу урындағы валюта бар, уларҙың күбеһе бынан йөҙ йыл элек үк барлыҡҡа килгән.
Европа илдәренең иҡтисади хәле маҡтанырлыҡ түгел: финанс көрсөгө был ҡитғаны тулыһынса тиерлек ялмап алды. Хатта бығаса иң үҫешкән тип һаналған дәүләттәр ҙә төрлө саралар күрергә мәжбүр. Белгестәр фекеренсә, был ҡазаның башы ғына, көрсөк шауҡымы Рәсәйгә, АҠШ-ҡа, хатта сағыштырмаса тотороҡло Ҡытай менән башҡа Көнсығыш илдәренә лә ҡағылыуы бар. Был осраҡта бөтөн донъяны “дер һелкетәсәк” иҡтисади торғонлоҡҡа ла күп ҡалмаясаҡ. Киң ҡолас аласаҡ эшһеҙлек, шуның һөҙөмтәһе буласаҡ фәҡирлек, енәйәтселек, сәйәси тынысһыҙлыҡты көт тә тор...
Әлбиттә, был “ҡара көндәр”гә әле йыраҡ һымаҡ. Ниһайәт, кисә Рәсәй Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһының тулы хоҡуҡлы вәкиленә әүерелде, тимәк, ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренсә, өҫтәмә мөмкинлектәргә өмөт бар. Әммә шул уҡ ваҡытта Европаны ялмап алған көрсөк ил хөкүмәте алдына яңы һынауҙар ҡуя. “Был иҡтисади көрсөк беҙгә килеп етерме, уның эҙемтәләре ниндәй булыр, дефолт менән девальвация хәүефе бармы?” – бөгөн күптәрҙе тап шундай һорауҙар борсой. Халыҡтың бер өлөшөнә аҡсаны ҡайҙа һәм нисек һаҡлау мәсьәләһе лә көнүҙәктер, моғайын.
Эйе, 2008 йылғы көрсөк Рәсәй өсөн, 1998 йылдағыһынан айырмалы, еңелерәк үтте. Быға, нигеҙҙә, илдә финанс һаҡламы булыуы булышлыҡ иткәйне. Әммә бөгөн хәл башҡасараҡ, торғонлоҡ банк һәм финанс ойошмаларын ғына түгел, ә дәүләттәрҙе ялмап алған. Көрсөктөң тамырҙары күп тармаҡлы, шуға ла ҡитғалағы хәлдең айырыуса киҫкен икәнлеген бик күп финанс белгестәре билдәләй. Күптәргә тәүҙәрәк “тыныслыҡ утрауы” булып күренгән Рәсәй менән ни булыры хаҡында хәҙер ябай халыҡ ҡына түгел, иҡтисад белгестәре лә баш вата.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының Европалағы көрсөктөң эҙемтәһе буйынса бер нисә фаразы бар. Мәҫәлән, көрсөктөң беҙгә “ҡаты” ҡағылыуы ла ихтимал, шулай уҡ зыяндың сағыштырмаса ҙур булмауы ла мөмкин. Бөтәһе лә Европалағы хәлдең киҫкенлегенә һәм сәйәсмәндәрҙең һөҙөмтәле эш итә алыу-алмауына бәйле. “Йомшаҡ” вариантта 2013 йылға АҠШ доллары 30 һум тәшкил итһә (бөгөнгө менән сағыштырырлыҡ), “ҡатыһында” ул 46 һумға барып баҫасаҡ. Йәғни халыҡтың аҡсаһы ике тапҡырға арзанаясаҡ.
Көнбайыш белгестәре фекеренсә, Европалағы көрсөктөң бер нисә вариантын көтөргә була. Тәүгеһе – бөгөнгә тиклем күрелгән саралар көрсөктө ауыҙлыҡларға ярҙам итәсәк, һәм ул яйлап булһа ла хәл ителәсәк. Нефткә хаҡтар, 2012 – 2013 йылдарҙа бер аҙ төшкәндән һуң, ҡабаттан күтәрелә башлаясаҡ. Был Рәсәй иҡтисадына йылына 3,3-3,7 процентҡа ҡәҙәр үҫеү мөмкинлеге бирәсәк. Әммә быға ышаныусылар бик аҙ.
Икенсе фараз буйынса, тәүҙә бөтөн илдәргә лә көрсөктөң “төбөнә” ҡәҙәр тәгәрәргә тура киләсәк. Һуңынан ғына яйлап сығыу юлы барлыҡҡа киләсәк. Сөнки әлегә Европа илдәре етәкселәре торғонлоҡтан сығыу, инвесторҙарҙың ышанысын арттырыу тәңгәлендә етди аҙым яһай алманы. Мәҫәлән, ҡитғаның тағы бер илендә “финанс бәләһе”нең башланыуы инвесторҙарҙы был төбәктән оҙаҡҡа өркөтәсәк. Бынан ҡайышты нығыраҡ быуыу кеүек күңелһеҙ иҡтисади реформалар һәм Халыҡ-ара валюта фонды ише дөйөм Европа көйләүселәренең күҙәтеүенә күсеү генә ҡотҡара ала. Белгестәр был осраҡта нефткә хаҡ 80 долларға тиклем төшәсәк, ә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеше 0,5-1,2 процентҡа тиклем тотҡарланасаҡ (бер нисә йылдан һуң ғына ҡабаттан 3-3,7 процентҡа тиклем күтәреләсәк) тип күҙаллай. Әйткәндәй, был Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы фаразының “йомшаҡ” вариантына тап килә лә инде. Уның ихтималлығы 65 процентҡа етә тип күҙаллай белгестәр.
Иң хәтәре шул: хатта Европа союзының тарҡалыу ихтималлығы ла бар. Уға ярашлы, көрсөк һөҙөмтәһендә Греция, Португалия, Испания, Италия, Ирландия, Бельгия кеүек илдәр дефолт иғлан итә. Европа тәрән торғонлоҡҡа сума, АҠШ-тың, бигерәк тә Ҡытайҙың үҫеше оҙаҡҡа тотҡарланасаҡ. Рәсәй иҡтисадындағы хәлдәр Европа илдәренекенән әллә ни айырылмаясаҡ. Был осраҡта нефткә хаҡ 60 долларға тиклем төшәсәк, ОПЕК-тың ярҙамы менән уны бер аҙҙан 75-85 долларға тиклем күтәрергә өлгәшеүҙәре мөмкин. Ләкин Рәсәй 2013 йылда экспорттан килгән табышының 31 процентын юғалтасаҡ. Һумдың девальвацияһы элекке көрсөктәрҙән дә яманыраҡ буласаҡ, доллар яҡынса 46 һумға тиклем барып баҫасаҡ. Көнбайыш белгестәренең фекеренсә, был фараздың ихтималлығы 25 процент тирәһе тәшкил итә.
Әлеге фараздар киләсәккә төбәлгән. Әммә Рәсәйҙең юғалтыуҙарын бөгөндән үк күҙалларға була. Мәҫәлән, евроның “һикерәнләүе” һөҙөмтәһендә һуңғы йылда ғына илебеҙ 30 миллиард долларҙан ашыу аҡсаһын юғалтҡан, тип белдерә финанс белгестәре. Әле Рәсәйҙең валюта һаҡламының 41 проценты һаман да еврола һаҡлана. Ә бына үҫешкән илдәрҙекендә ул 23 проценттан да артмай икән.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН