Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эйәһеҙ малға эйә күп
Рәсәйҙә милекте хосусилаштырыу енәйәти ғәмәл тип баһалана
Илебеҙ тарихының егерме-егерме биш йыллыҡ сәхифәләрен ҡабаттан аҡтара башлағанда, күҙ йәшенә быуылып көлөрлөк тә, хайран ҡалып һуштан яҙырлыҡ та ваҡиғалар йәнә пәйҙә була. Тормошта ниндәй ҙә булһа хәл йөрәкте бер килке дарҫлатып ала ла, ваҡыт томанына сорналып, үҙенең әселеген дә юғалта, мәжбүри ғәмәл булыуын хатта оноттора башлай.
Хәтерегеҙҙә булһа, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” тигән шиғырында аусының юғалған һарығын тотоп ашауҙа бүре лә, төлкө лә, бүтән йыртҡыстар ҙа түгел, бәлки меҫкен ҡуян ғәйепләнә. Һәм әҫәр:
“Бүре төҫлө йыртҡыстарға киңдер йыһан:
Һәр ҡайҙа золом күрер меҫкен ҡуян.
Зарарлы бәндә булып күренерһең,
Башҡаларға ҡылмаһаң да һис бер зыян”, —
тип тамамлана. Рәсәй мөлкәте менән халыҡ шағирының әҫәрен йәнәш ҡуйып хәтергә төшөрөүҙең әтнәкәһе шунда: теүәл егерме йыл әүәл ил президенты “Дәүләт предприятиеларын, ирекле берекмәләрҙе акционерҙар йәмғиәттәре итеп үҙгәртеү буйынса ойоштороу саралары тураһында” Указды имзалағайны. Ябай халыҡҡа ул хосусилаштырыу (приватизация) атамаһы менән һәм ошо идеяны рухландырыусы Анатолий Чубайстың исеме аша билдәле. Дәүләт милкен шәхси ҡулдарға күсереү — бүтән байтаҡ илдәрҙә лә ғәмәлгә ашҡан нәмә, ләкин хосусилаштырыу Рәсәй Федерацияһында, йомшағыраҡ әйткәндә, үҙенсәлекле формалар алды. Шуға күрә тарихҡа ул “Чубайсса хосусилаштырыу” исеме менән инеп ҡалды.
Ә инде тарихты тәфсирләп теүәлләгәндә, илебеҙҙә хосусилаштырыу 1988 йылда, “Дәүләт предприятиеһы (берекмәһе) тураһында” СССР Законын ҡабул иткәндән аҙаҡ уҡ башланғайны. Был осорҙа ул зарури норматив базаһыҙ ғына ғәмәлгә ашырылды. Шул уҡ ваҡытта хосусилаштырыуҙың ысын күләме билдәһеҙ килеш ҡалды. Әммә, халыҡ-ара эксперттарҙың иҫәпләүе буйынса, хосусилаштырыу программаһын ғәмәлләштерә башлаған 1992 йылдың йәйенә ике меңдән күберәк предприятие шәхси ҡулдарға “стихиялы рәүештә” күсеп өлгөргәйне. Бары 1991 йылда ғына Рәсәй Федерацияһында хосусилаштырыу ҡануниәте эшләнә башланы, һәм ошо йылдың 3 июленә “Рәсәй Федерацияһында дәүләт һәм муниципаль предприятиеларҙы хосусилаштырыу тураһында” Закон хасил булды. Йәнә бер йыл үтеүгә, 1992 йылдың 5 июленә, уға шаҡтай үҙгәрештәр индерелде. Ғөмүмән, Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы 1992 йылдың уртаһына ҡәҙәр хужалыҡ субъекттарын хосусилаштырыу һәм банкротлыҡҡа күсереү процестарын көйләй торған байтаҡ закондар һәм ҡарарҙар ҡабул итте.
Хосусилаштырыу йәһәтенән берҙәм дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, шул иҫәптән уның норматив һәм методик тәьмин ителеше илдең Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелде.
Ошо йүнәлештә 1991–1993 йылдарҙа ҡабул ителгән бихисап указдарҙы, ҡарарҙарҙы, программаларҙы теҙеп һанау уҡыусыға бөгөн әллә ни өҫтәмә мәғлүмәт бирмәҫ. Хосусилаштырыу алдына (формаль булһа ла) ниндәй маҡсаттар ҡуйылыуы мөһимерәк. Һәр хәлдә, шәхси ҡулдарға күскән предприятие етештереүсәнлерәк эшләргә, көндәшлек итеү мөхитенең киңәйеүе халыҡ хужалығын монополиянан азат итергә, сит ил инвестицияларын йәлеп итергә һәм хосусилаштырыуҙан килгән аҡса иҫәбенә халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙе арттырырға, социаль инфраструктура объекттарын үҫтерергә тейеш ине. Тәү ҡарамаҡҡа, дәүләт мәнфәғәттәре лә күҙҙән ысҡындырылмай, халыҡ өсөн дә хилафлыҡ тойолмай. Ләкин “ҡағыҙға төшкән юғалмай”, тиеүҙәре лә һәр даим раҫҡа сыҡмай икән. Был осраҡта: “Һүҙ тылҡып, бутҡа бешмәй”, — тигән хәҡиҡәт өҫтөнлөк алды.
Мәғлүмдер, дәүләт монополияһын еңеп сығыу өсөн реформалар яғында тороусылар араһында ла тупланған ғына фекер булманы. Ул саҡ хосусилаштырыуҙың төп өс моделен ҡулланырға ҡарар ителде. Тәүгеһе — етештереү сараларын коллективтар ҡулына тапшырыу, икенсеһе — уларҙы хәленән килгәндәргә һатыу һәм йәнә лә — предприятиелар акцияларын дәүләт хужалығының мөлкәт эйәләре булараҡ һәммә граждандарына ла бирелә торған чектар (ваучерҙар) өсөн һатыу.
1993–2003 йылдар эсендә Рәсәйҙә хосусилаштырыу ҡуйылған маҡсаттар, бурыстар һәм ғәмәлгә ашырыу методтары буйынса бер-береһенән айырылған өс этапты үтте. 1992–1994 йылдарҙағы тәүге массовый (нәҡ ул ваучер приватизацияһы тип йөрөтөлә) хосусилаштырыу алдына төп бурыс итеп дәүләт мөлкәтен бушлай тапшырыу юлы менән, нигеҙҙә, ваҡ акционерҙарҙан торған милек хужалары ҡорон булдырыу ҡуйылды. 1994–1999 йылдарҙа аҡсалата хосусилаштырыу ойошторолдо. Ул бюджеттың килем өлөшөн тулыландырырға, ил иҡтисадына стратегик инвесторҙар йәлеп итергә һәм хосусилаштырыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәрергә тейеш ине. Өсөнсө этап иһә дәүләт милкенән файҙаланыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен камиллаштырыуға арналды. Төйөнләп кенә әйткәндә, хосусилаштырыу, объектив рәүештә, Рәсәй иҡтисадында иң мөһим системалы-институциональ (дәүләт тарафынан ойошторолған) үҙгәртеп ҡороуҙарҙың береһе һанала ала. Хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иҡтисадтың дәүләттеке булмаған секторы һәм иҡтисадтың корпоратив секторының яңы баҙар институттары (акционерлыҡ йәмғиәттәре, ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары, институциональ инвесторҙар системаһы, банктар, страховкалау компаниялары) формалашты, милеккә эйә булыу хоҡуғы, социаль низағтарһыҙ ғына, яңынан бүленде.
Ҡыҫҡаһы, хосусилаштырыу Анатолий Борисович Чубайс тәҡдим иткән модель буйынса ғәмәлгә ашырылды. Бөтәһе 146 миллион чек таратылды. Был юлдан китеүҙең иҡтисад өсөн, халыҡтың мөлкәти хәле, власҡа ышанысы өсөн ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүе тураһында алдараҡ әйтергә тырышырбыҙ.
1992 йылдың йәйендә халыҡ үҙ тарихында тәү мәртәбә ваучер, йәғни хосусилаштырыу чектарын, күрҙе. 25 августа Госзнак фабрикаһы һәр береһенең номиналь хаҡы 10 мең һум булған ваучерҙар баҫа башланы. Ләкин ваучер хаҡы теге йәки был предприятиеның ул саҡтағы ҡеүәтенә, потенциаль мөмкинлегенә бәйле ине. Йәнә лә предприятиеның хосусилаштырыу чектарын һатып алған ябай эшсе, мәҫәлән, уның менән артабан ни хәл ҡылырға аптырап ҡалды. Ошондай шарттарҙа уларҙы, осһоҙ хаҡ менән, йә предприятие директорҙары, йә дәүләттән процентһыҙ ссуда алыу мөмкинлегенә эйә булған осраҡлы кешеләр һатып алып бөттө. Ошо рәүешле ҙур-ҙур предприятиелар етәкселәре, ғәмәлдә бушлай, уларҙың хужаһына әүерелде. Миҫалға Магнитогорск металлургия комбинаты директоры Виктор Рашниковты килтерергә мөмкин. Ул хәҙер — Рәсәйҙәге иң бай кешеләр иҫәбендә, доллар миллиардеры, олигарх.
Ваучер менән хосусилаштырыуҙың ғәҙел булмауын һәм аҙ ғына кешеләрҙең байығыуына килтереүен тәнҡитләүселәргә яуап итеп, А. Чубайс “The Financial Times” гәзитенә биргән интервьюһында был акцияның сәйәси маҡсатта үткәрелеүен һәм власҡа коммунистарға юлды ябыу өсөн ашығыс эшләнеүен йәшермәне. “Беҙгә “ғәҙел” һәм “ғәҙел булмаған” хосусилаштырыу араһында һайланып тороу форсаты булманы, сөнки ғәҙел хосусилаштырыу көслө дәүләт тарафынан булдырылған аныҡ ҡағиҙәләргә таяныуҙы күҙ уңында тота. 90-сы йылдар башында иһә беҙҙә дәүләт тә, хоҡуҡи тәртип тә юҡ ине. Беҙгә йә бандиттарса коммунизмды, йә бандиттарса капитализмды һайларға тура килде”. Ә артабан — залог аукциондары. Ул 1995 йылда, дәүләт бюджетын тулыландырыу маҡсатында, Владимир Потанин, Альфред Кох тарафынан ойошторолдо. Банк кредиттары менән әүеш-тәүеш итеү һөҙөмтәһендә бик күп предприятиеларҙың акциялары хакимиәт тирәһендә йөрөгән һәм кредит алыуға мөмкинлеге сикһеҙ булған кешеләр ҡулына эләкте. Миллиардер-олигархтар Б. Березовский, М. Ходорковский, Р. Абрамовичтар Рәсәй ысынбарлығында шулай хасил булды. Торараҡ А. Чубайс залог аукционерҙарын ойоштороуҙы шулай аҡларға маташты: “Әгәр беҙ залог буйынса хосусилаштырыуҙы ойоштормаһаҡ, коммунистар 1996 йыл һайлауҙарҙа еңә ине, һәм улар Рәсәйҙә үткәрелгән ирекле һуңғы һайлауҙар булыуы ихтимал ине, сөнки әлеге егеттәр власты ҡулдан былай ғына ысҡындырмай”. Шул уҡ ваҡытта ул: “Мин теге саҡта беҙгә ниндәй хаҡ түләргә тура киләсәген аңлап еткермәгәнмен. Кешеләрҙә тәрән ғәҙелһеҙлек тойғоһоноң уяныуын баһалап бөтмәгәнмен”, — тип танырға мәжбүр булды.
Килтерелгән миҫалдар һәм урыҡ-һурыҡ фекерҙәр ҙә шундай һөҙөмтәләргә килтерә. Хосусилаштырыу сәйәсәте социаль-иҡтисади көрсөктө ҡырҡыулаштырҙы, сөнки ул иҡтисади закондарға таянып түгел, бәлки сәйәси маҡсаттар өсөн бойомға ашырылғайны. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, халыҡтың 80 проценты хосусилаштырыу йомғаҡтарын ҡабаттан ҡарау яғында, 90 процент рәсәйҙәр ул ғәҙел үткәрелмәне һәм ҙур байлыҡтар алдашыу юлы менән тупланған тип иҫәпләй. Әйткәндәй, эшҡыуарҙарҙың 70 проценты быны таный. Әммә Рәсәй милкен хосусилаштырыу әле лә тамамланмаған. Хөкүмәт алдағы йылдарға ла байтаҡ энергетика, машиналар эшләү, транспорт, инфраструктура объекттарын хосусилаштырыу программаһын раҫланы, һәм уның һөҙөмтәһендә бюджетҡа нисә миллиард һум килем төшөүе лә күҙаллана. Тик донъя иҡтисади көрсөктән яфаланғанда ҙур сәнәғәт ҡеүәттәрен һатыуға сығарыу үҙен аҡлармы икән?
Әйтелгәндәргә ниҙер өҫтәге лә килмәй, сөнки баҙар иҡтисады шарттарында ғәҙел мөнәсәбәттәр, тиң уҙаҡташлыҡ булмай. Әгәр хосусилаштырыу моделдәренең иң радикалдарының авторы Чубайс әле лә шөһрәт атының эйәрендә, байлыҡтың тауында, ә тиҫтәләрсә миллион ябай кеше, алданып, фәҡирлектә яфалана икән, тимәк, тарих тәгәрмәсе гел генә тоғро юлдан тәгәрәмәгән. Һәр хәлдә, Мәжит Ғафури яҙған һунарсының һарығын замана бүреләре түгел, ә бахыр ғына кеше ашаған булып сыҡты. Тырнаҡ эсенә алынған “ғәҙеллек” шулай тантана итте.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704