Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Көҙгө байлыҡ мул түгел
Көҙгө байлыҡ мул түгелКраснокамалар 5 мең гектарҙан ашыу майҙанда арыш йыйып, бураларға һалды, һоло баҫыуҙарында ла эш тамамланды. Әле хужалыҡтарҙа бойҙай, арпа урыла.
Игенселектә иң алдынғыларҙан һаналған “Заря” ауыл хужалығы кооперативында ла арышты йыйып бөтөп, бойҙайға төшкәндәр. Баҫыуҙы һигеҙ комбайн иңләй.
— Көндәрҙең оҙаҡ ҡына ҡоро тороуына ҡарамаҫтан, арыш быйыл ҡыуандырҙы. Келәттәргә етерлек күләмдә орлоҡ һалынды, һатыуға 4 мең 700 центнер ашлыҡ әҙерләнек, — тип ҡәнәғәт йылмая хужалыҡ рәйесе Рәзиф Гәрәев.
Әммә етәксене борсоуға һалған мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Шуларҙың иң “төйөнлө”һө — иҫкергән техника. Миҫал өсөн, һикһәненсе йылдар аҙағында сыҡҡан “Т-150” тракторын инде нисәмә тапҡыр ямап-ялғап баҫыуға сығаралар! Комбайндар менән дә шул уҡ хәл. Шуныһы һөйөнөслө: үҙ аҡсаларына быйыл өр-яңы “Палессе” комбайны һатып алғандар.
Шулай ҙа хужалыҡтың киләсәге уйландыра. Оҙаҡ йылдар эшләгән механизаторҙарҙы, тәжрибәле белгестәрҙе кем алмаштырыр? Яҡын булғас, йәштәрҙең күбеһе ҡалаға тартыла.
— Пенсия йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, хужалыҡ эше тип янып йөрөгән механизаторҙарыбыҙға рәхмәт, — ти баш агроном Илья Прокопьев. — Улар ураҡ осоронда комбайнға ултырһа, ҡышҡыһын сәсеү, урып йыйыу техникаһын ипкә килтереү менән мәшғүл.
“Мир” кооперативы рәйесе Геннадий Бикмурзинды арпа баҫыуында тап иттек. Етәксе ураҡсылар менән әңгәмәләшә ине.
— Урып йыйыуҙа ете комбайн эшләй. Бөгөн өсәүһен арпаға төшөрҙөк, ҡалғандары — бойҙайҙа, — ти рәйес.
Игенселек, малсылыҡ тармағында аҡһай башлаған хужалыҡҡа етәксе итеп Геннадий Бикмурзинды бер йыл элек ҡуйҙылар. Ул ең һыҙғанып эшкә тотонған, кооператив эшмәкәрлегенә тулы мәғәнәһендә йән өргән. Беҙ быға район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Илдус Сәфиуллин, баш инженер Илүс Хәйбрахманов менән хужалыҡ баҫыуҙарын иңләп сыҡҡас та инандыҡ. Беренсенән, бер нисә йыл эшкәртелмәй, сиҙәмгә әүерелгән сәсеүлектәр тулыһынса һөрөлгән, бында хәҙер бойҙай, арпа, борсаҡ һәм башҡа иген үҫә. Икенсенән, сәсеүҙә күбеһенсә элиталы орлоҡ файҙаланылған, ер эшкәртеүҙә заманса агротехник саралар ҡулланыла.
Төшкө аш мәлендә комбайнсылар менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Механизаторҙар көндәрҙең аяҙ тороуынан ҡәнәғәт. 1300 гектарҙағы бойҙай, арпаны ҡыҫҡа ваҡытта юғалтыуһыҙ йыйып алыу — улар өсөн төп маҡсат.
Һары таңдан эңер төшкәнсе баҫыуҙан ҡайтып инмәгән Геннадий Бикмурзин хужалыҡ табышлы эшләһен өсөн көсөн йәлләмәй.
— Ураҡта бер башаҡты ла ерҙә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, — ти комбайнсы Анатолий Әбделмәнов. — Рәйесебеҙ ашлыҡты туранан-тура һуғыуҙы ҡәтғи тыйҙы. Сабылып, яҫмаларға һалынған игендең сифаты ла юғары, шулай уҡ юғалтыуҙарға ла юл ҡуйылмай...
Механизаторҙар әйтеүенсә, ураҡ осоронда уларҙың айлыҡ хеҙмәт хаҡы уртаса 15–20 мең һумға етә, бынан тыш, игенселәргә бушлай ҡатнаш аҙыҡ бирелә.
Хужалыҡ күптән түгел яңы тағылма сапҡыс һатып алған. Алдынғы механизатор Алексей Калиев “Беларусь” тракторында уның менән һәр көн 50–60 гектар арпа, бойҙайҙы яҫмаларға һала. Кооперативта ҡыр эштәренең эҙмә-эҙлекле алып барылыуы ла иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалманы. Урып йыйыу, һалам әҙерләү, һөрөү, сәсеү — бөтәһе лә йәнәш ойошторолған.
— Игенселектә бер йыл эсендә алдынғылар сафына баҫһаҡ та, күңел тыныс түгел. Һуңғы йылдарҙа бер аҙ ҡаҡшаған малсылыҡты үҫтерәһе бар, тоҡомло таналар кәрәк, — ти хужалыҡ рәйесе.
Булдыҡлы — уңыр, булдыҡһыҙ — туңыр, тиҙәр. Әммә бөгөн булдыҡлыға ла еңелдән түгел. Мәҫәлән, яғыулыҡҡа көндән-көн хаҡтар артҡан мәлдә, үҙҡиммәте 12–15 һум булған һөттө хужалыҡтар 9 һум 50 тин менән һатырға мәжбүр, ашлыҡ хаҡы ла игенсенең дәртен һүрелтә. Ошо хаҡта “Колос” кооперативының баш инженеры Юрий Яранов әсенеп һөйләне. Баҙар шарттары хөкөм һөргәндә “өҫтән” ашлыҡҡа хаҡтар билдәләү ҙә бәкәлгә һуға, уныһын да көнө килеп еткәс кенә иғлан итәләр. Ләкин ауырлыҡтар алдында ҡаушап төшмәгәндәр бында. Кооператив етәксеһе Илгиз Сираев менән осраша алмаһаҡ та, хужалыҡ эшсәндәренән уның йүнселлеге хаҡында гел йылы һүҙҙәр генә ишеттек. Мәҫәлән, өр-яңы ике “Палессе” комбайны, “МТЗ-82” тракторы, иген сапҡыс, ашлыҡ һуғыу ҡорамалы һатып алғандар. Техника паркын яңыртыу һөҙөмтәле эшләүгә булышлыҡ итә.
— Ете йөҙ гектар майҙандағы арышты өс комбайн ике-өс көндә йыйып алды, әле игенселәребеҙ арпа, бойҙай (1400 гектар) баҫыуҙарында көс түгә, — ти баш белгес Юрий Васильевич.
Хужалыҡтың ырҙын табағында ла эш ҡайнай, бында баҫыуҙан килтерелгән 15 мең центнер ашлыҡты елгәреү, киптереү, орлоҡҡа бүлеү менән йәше лә, ҡарты ла мәж килә.
— Орлоҡҡа, һатыуға әҙерләнгән игендең сифатын кәметмәй һаҡлау өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар, шуға күрә уңышты элеваторға ебәрмәйбеҙ, — ти баш агроном Фиҙәрис Ғәлләмов.
Ни әйтһәң дә, районда урып йыйыу эштәренең юғары кимәлдә ойошторолоуы күренеп тора. Ойошҡанлыҡ, йылдамлыҡ күҙгә ташлана — һәр көн 800–850 гектар ашлыҡ урып һуғыла.
— Аҡрынлап булһа ла хужалыҡтар иҫке техниканы йылдан-йыл яңырта бара, — ти идаралыҡтың баш инженеры Илүс Хәйбрахманов. — Быйыл июлдә генә биш яңы комбайн алынды. Ләкин техника етешмәй, шуға күрә “Үҙәк” МТС-ының Дүртөйлө филиалынан ярҙамға биш комбайн килде. Күп хужалыҡтар Рәсәй ауыл хужалығы банкынан кредит юллап, яңы техника һатып ала, был — үҫеш өсөн әлегә берҙән-бер юл, минеңсә. Шул да уңайлы: алынған кредиттың 40 процентын республика түләй.
Район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы ла һүҙгә ҡушылды:
— Бөгөнгө төп бурыс — киләһе йылға етерлек күләмдә орлоҡ туплау. Беҙ быны үтәнек тигәндәй. Икенсе бурыс — ужым сәсеү, был эш 12 мең гектарҙа атҡарыласаҡ. Баҫыуҙар әҙерләү буйынса бөтә агротехник саралар башҡарылған. Район буйынса сәсеүҙә 14 агрегат, шул иҫәптән дүрт сәсеү комплексы ҡатнашасаҡ, көҙгө сәсеү 25 авгусҡа тамамланасаҡ. Өсөнсө бурыс — туңға һөрөү. Быйыл 17 трактор 19 мең гектар ерҙе “аҡтарасаҡ”. Әйтергә кәрәк, әлегә районда 3 мең гектарҙан ашыу ер һөрөлгән.
Көлһыу тупраҡлы бураҙналарҙан, алтын орлоҡ сәсһәң дә, баш әйләндерерлек уңыш алырмын, тимә. Етмәһә, оҙаҡ ваҡыт баҫыуҙарға ҡар ятмау сәбәпле, ужым өшөнө. Яҙғы культураларға иһә дым етмәне. Шул сәбәпле уңыш та маҡтанырлыҡ түгел: һәр гектарҙан 12-13 центнер самаһы алына.

Марат МОРАТОВ
Краснокама районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә