Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һөт йыйыуҙың да рәте бар
Һөт йыйыуҙың да рәте бар
Һөт йыйыусы, минеңсә, Миңлегөл Кәримова кеүек булырға тейеш: уңған, иғтибарлы, ғәҙел, кешелекле, кеселекле. Ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләп, бына ун бер йыл инде һөт йыя был ҡатын.

Уның эш көнө иртәнге сәғәт алтыла башлана. Атын егеп, феләктәрен шалтырата-шалтырата ҡапҡанан сығып китә.
Һәр йорт, ҡапҡа алдында тиерлек туҡтала Миңлегөл, йәшенә лә, ҡартына ла сәләм бирә, хәл-әхүәлен һораша. Шунда уҡ алдағы көндәргә үҙенсә уй-ниәттәр билдәләй, иҫәп-хисап ҡора. Ана, күршеләргә ҡунаҡтар ҡайтҡан, тимәк, ул теләгән осраҡта ла иртәгәһен һөт арттыра алмаясаҡ. Өфөнән, башҡа ҡалаларҙан студенттар ҡайтһа, күпмелер ғаилә улдарына, ҡыҙҙарына ҡаймағын, майын әҙерләйәсәк.
Әле 42 ғаилә һөттө даими тапшыра. Икешәр-өсәр һауын һыйыры тотоусылар ҙа бар. Фәнис Хәйретдинов, мәҫәлән, өс һыйыр аҫрай, көн һайын 30-35 килограмм продукция һата. Гөлсинә Сәғиҙуллина, Резеда Ҡолшәрипова, Вәлимә Мөсәүирова — иң әүҙем һөт тапшырыусылар.
Тәү ҡарашҡа үтә ябай күренһә лә, һөт йыйыусы хеҙмәте еңелдән түгел. Миңлегөл кешеләргә продукция тапшырыу шарттары, хаҡы тураһында ныҡлап аңлата. Уртаҡ тел табып эшләмәһәң, һәр кем менән яҡшы мөғәмәләлә булмаһаң, бер ниндәй уңышҡа ла өлгәшә алмаясаҡһың.
Быйыл Миңлегөл Кәримова халыҡтан һөт йыйыуҙы март аҙаҡтарында ойоштороп ебәргәйне. Әлеге көндә эше яҡшы бара уның.
Яңы Ҡыйышҡы — ҙур ауыл, йәмғеһе 425 хужалыҡ иҫәпләнә. Бер үҙе генә өлгөрә лә алмаҫ ине Миңлегөл. Төбәктә һөт йыйыу менән өс кеше шөғөлләнә. Илнур Ғәйнуллин менән Әлфир Әбсәләмовтың күрһәткестәре лә һәйбәт кенә.
— Биләмәлә эреле-ваҡлы ете ауыл. Шәхси хужалыҡтарҙа 1460 баш һыйыр малы аҫрала. Шуларҙың 590-ы — һауын һыйыры. Былтыр халыҡтан 190 тонна һөт йыйылды, — ти Яңы Ҡыйышҡы ауыл хакимиәте башлығы Фәнүр Ғәйнуллин.
Йәй — мул һөт осоро. Урам буйлап йөрөгән һайын йөк ауырая бара. Әле ауыл буйынса көн һайын 1600 килограмм һөт һатып алына. Әлфир Әбсәләмов йыйғанын үҙенең “УАЗ”-ы менән ташыһа, ҡалғандарҙың продукцияһын Ҡарлыман һөт заводынан килеп алалар.
Һөт тапшырыусылар менән ваҡытында иҫәп-хисап яһап барыла.
— Уҙған ай өсөн кисә генә аҡса тараттым әле, — ти Миңлегөл Кәримова. — Фәнис Хәйретдинов 11 мең алды, Гөлсинә Сәғиҙуллина ғаилә бюджетын 8 мең һумға тулыландырҙы.
Һуңғы ваҡытта Яңы Ҡыйышҡыла һыйырҙарҙың ишәйеүе күҙәтелә. Уңған кешеләр ишле мал аҫрап, файҙаһын күрә, һөт һатып аҡса эшләй.
— Хоҙай һыйыр ағынан айырмаһын, — ти ҡыйышҡылар.
Ф. ШАКИРЙӘНОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә