Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бейә һөтө тамсылап йыйыла
Бейә һөтө тамсылап йыйылаБелорет районында ла яйлап ҡына халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө — ҡымыҙ етештереү тергеҙелеп килә. Ныҡлап тотонған һәм эштәрен уңышлы алып барған Әбсәләмов, Әҡсәнов, Мырҙағәлиндәр кеүек фермерҙар барлыҡҡа килде. Ә бына “Урал” хужалығы өсөн ҡымыҙ бешеү яңылыҡ түгел, сөнки колхоз гөрләп эшләп торған саҡта уҡ уны бында әҙерләнеләр.

Бөгөн дә йылҡысылыҡҡа, ҡымыҙ бешеүгә хужалыҡ ҙур иғтибар бирә. Йәйләү Аҙнағол ауылынан алыҫ булмаған Сатра яланында урынлашҡан. Беҙ барғанда бейәләр ҡолондары бикләнгән кәртә эргәһендә ине. Һауҙырырға үҙҙәре килә. Көтөүсе Ғәлип Ҡотлобаев кәртәне асыу менән ике бейә һауҙырыу урынына инеп тә торҙо. Ҡайҙа мал, шунда себен, серәкәй, күгәүен йыйыла. Шуға ла уларҙы ҡыуыу өсөн көтөүсе төтәнәк тоҡандырҙы. Бейә һауыусы Флүзә Мостафина ҙур көрөшкәһен тотоп һауа башланы. Шулай итеп, бейәне көнөнә биш тапҡыр һауырға кәрәк.
Эйе, ҡиммәтле эсемлек еңел бирелмәй, бейә һөтө тамсылап йыйыла, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Ҡымыҙҙың хаҡы ҡиммәт булыуы ошоға бәйле лә инде. Хужалыҡ 1,5 литрлыҡ һауыттағы ҡымыҙҙы 120 һумға һата.
Бейә һөтө тамсылап йыйыла— Колхозда элек тә ҡымыҙ бешкәндәр. Ә беҙ 2010 йылдан уға ныҡлап тотондоҡ. Көндөкө көнөндә китеп тора. Ауыл магазиндарына ҡуябыҙ, төрлө саралар өсөн дә күпләп алалар. Һатыу буйынса проблемалар юҡ, — ти хужалыҡ рәйесе Рәүеф Хәлитов.
Ҡымыҙ бешеү ялһыҙ эшләүҙе талап итә. Шуға ла был яуаплы бурысты хужалыҡтың иң тәжрибәле, ышаныслы һауынсыһына — Флүзә Һарун ҡыҙына ышанып тапшырғандар. Ул 1979 йылдан бирле эшләй. Ғөмүмән, 17 йәшенән һауынсы булып эшләй, ғүмеренең 33 йылын колхоз эшенә биргән. 2010 йылда һыйырҙарҙы Сермән фермаһына күсергәндән һуң Флүзә апай бейә һауыуға күсә. Эшен һәр саҡ беренсе урынға ҡуйған хеҙмәткәр һауынсылар араһында гел “старший” итеп тәғәйенләнә, ойоштороу мәшәҡәттәрен дә уға йөкмәтәләр. Тормош иптәше Вәхит Хөсәйенов — Аҙнағолда ферма мөдире. Икеһе лә бер тармаҡта булғанға эшләүе лә еңел. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән.
Ат ҡараусы Ғәлип Ҡотлобаев армиянан ҡайтҡас та колхозға эшкә урынлаша, 1990 йылдан бирле аттан айырылғаны юҡ. Атаһы Йыһанур ағай ҙа ат ҡараусы була, ә әсәһе Хәтифә апай бейә һауа. Бөгөн Ғәлип ата-әсәһенең юлын дауам итә. Уның эшенән хужалыҡ етәксеһе лә ҡәнәғәт. Һәр эштә ауырлыҡтар була. Ә мал ҡарау айырыуса ҙур яуаплылыҡ талап итә. Шул саҡта ғына улар теүәл, көр, үрсемле була.
— Быйыл бүре йонсота. Бигерәк тә ҡолондар өсөн борсолам. Балаларын һунарға өйрәтә башлаһа, көн бөтөр инде, — тип борсола Ғәлип Йыһанур улы.
Әле хужалыҡта 92 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Уның араһынан 10 бейәне ҡымыҙ өсөн тоталар. 30 баш йылҡыны Хәниф Әхмәтшинға ҡуртымға биргәндәр. Быйыл, килешеү буйынса, йылҡыларҙы кире ҡайтарасаҡтар.
— Йылҡы малын тотоу отошло булғанға, киләсәктә тағы ла арттырырға уйлайбыҙ. Айғырҙы Өфөләге ат һарайынан ҡуртымға алып, өс йыл һайын алыштырып торабыҙ. Киләсәктә тоҡомсолоҡ фермаһы асырға ниәт бар, — ти Рәүеф Тайфур улы.
Ошондай изге маҡсаттар менән йәшәй “Урал” хужалығы. Үҙ эшенә тоғро, уңған малсылар булғанда, әлбиттә, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға була.
Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә