Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Продюсер “тере тауар” менән эшләй
Продюсер “тере тауар” менән эшләйКүҙәтеүемсә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауҙың, шәхси эш асыуҙың сәбәптәре төрлө. Кемдер уға хыял аша килә, башҡаны байлыҡ ылыҡтыра, берәү сараһыҙлыҡтан тотона, ә кемделер, үҙе генә белгән юлдар аша, яҙмыш сығарып ҡуя.

Өфөлә 15 йылдан ашыу продюсерлыҡ, концерттар ойоштороу өлкәһендә эшләгән Резида Ҡалмырҙина-Зарипова һуңғылар исемлегенә инәлер. Ул Ғафури районының Ҡауарҙы ауылы мәктәбендә, аҙаҡтан Р. Ғарипов исемендәге республика мәктәп-интернатында уҡыған йылдар илдә “коллектив милек” төшөнсәһе өҫтөнлөк иткән, кооперативтар саҡ ойошторола башлаған мәлгә тура килә. Резида үҙен киләсәктә юрист, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре итеп күрә. Шулай ҙа мәктәпте тамамлағас, ниәтен ҡырҡа үҙгәртеп, бер төркөм класташы менән бергә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
Артабан эш йүнәлешен дә белем алып йөрөгән өлкәһенән һайлай. Өфөлә туған мәктәбендә бер нисә йыл эшләгәс, “Шәреҡ” радиоһына эшкә күсә. 90-сы йылдарҙа популяр булған был радио каналында баш мөхәррир вазифаһын артмаҡлаған саҡта Резида Камил ҡыҙы күп сәнғәт эшмәкәрҙәре менән аралаша, Башҡортостан, Татарстан йырсылары, композиторҙары менән хеҙмәттәшлек итә, уларҙың концерттарына йөрөй. Шоу-бизнес, тамашалар ойоштороу нескәлектәренә лә тәүләп ошо йылдарҙа төшөнә башлай. Өфөлә башҡорт, татар артистары менән эшләгән бер-ике генә продюсер-администраторҙың булыуы, был өлкәнең бикүк үҫешмәгәнлеге лә Резиданың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әммә концерт ойоштороу өлкәһендә үҙен һынап ҡарау хаҡында ул саҡта уйламай ҙа.
Көтмәгәндә тотона был эшкә Резида. 90-сы йылдар аҙағына, яңынан-яңы артистарҙың күпләп сыҡҡан, халыҡтың концерттарға эркелеп йөрөгән сағына тура килә был мәл: Ҡазанда йәшәгән популяр йырсы һәм композитор Фирзәр Мортазин үҙенең концертын Өфөлә ойоштороу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Шоу-бизнеста ярайһы тәжрибәһе булған артистың: “Һин булдырасаҡһың!” — тигән баһаһы дәрт бирә, һәм ҡатын үҙенең тәүге концертын ойоштороу эшенә тотона. “Ҡаршылыҡтар булды, әммә бөтөн ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым, Өфөлә Фирзәр Мортазиндың дүрт концертын ҡуйҙыҡ”, — тип хәтерләй ул. Тәүге концерт уңышлы үткәс, ышаныс та барлыҡҡа килә. Башҡортостан, Татарстан артистарының тәҡдимдәрен Резида ҡурҡмай ҡабул итә башлай. Ул йылдарҙа ай һайын тиерлек бер концерт ойоштора йәш администратор. Хәйер, был эштең ситтән еңел күренеүе ихтимал. Ысынында мәшәҡәттәре етерлек: концерт үтәсәк зал һайлау, реклама яһау, билеттар баҫтырыу, кассалар менән килешеү төҙөү, артистарҙы урынлаштырыу, залдарҙы тултырыу...
Концерт ойоштороу эше менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, йәш эшҡыуар “Тамаша” продюсерлыҡ фирмаһын ойоштора. Төрлө йылдарҙа бик күп башҡорт, татар артистары менән эшләй ул: “Каруанһарай”, “Ихлас” төркөмдәре, Әлфиә Авзалова, Салауат Фәтхетдинов, Рәсим Низамов, Ғәбделфәт Сафин, Нәфҡәт Ниғмәтуллин, Эльмир Ғәзизуллин... Бер нисә йыл рәттән “Гәлсәр һандуғас” телефестивален ойоштороуҙа ҡатнаша.
Сит ил артистары менән эшләү тәжрибәһе лә бар Резида Камил ҡыҙының. Донъяның күп илдәрендә популяр булған “Ялла” төркөмөнөң, йырсы Араштың Өфөлә үткән сығыштарын күп тамашасылар хәтерләйҙер, моғайын. Әйткәндәй, Резида Зарипова бөгөн “Ялла” төркөмөнөң төбәк вәкиле булып тора. Үзбәкстандың, Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың, Тажикстандың халыҡ артисы Фәруҡ Закиров етәкселегендәге ансамблдең Башҡортостанда, Татарстанда һәм башҡа күрше өлкәләрҙә концерттарын ойоштороу буйынса тап уға мөрәжәғәт итәләр.
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдиновтың Башҡортостанда концерттарын күрергә теләүселәр ҙә Резида Зарипова аша эш итә, сөнки ул ун йылдан ашыу Салауат Фәтхетдиновтың Башҡортостандағы продюсер-администраторы булып эшләй. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Резида башҡа артистар менән эшләүгә бик тотонмай, “Салауат” йыр театрының тамашаларын ойоштороуға өҫтөнлөк бирә.
Белемен камиллаштырыуға ла, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек факультетына “Социаль-мәҙәни өлкәлә менеджмент” йүнәлеше буйынса уҡырға инергә лә Резида Камил ҡыҙы Салауат Фәтхетдиновтың кәңәше буйынса тәүәккәлләй.
Салауат Фәтхетдинов йыл да тиерлек халыҡ яратҡан һәм хөрмәт иткән Башҡортостан артистарын үҙенең Өфөләге концерттарында сығыш яһарға саҡыра. Төрлө йылдарҙа ул Фәриҙә Ҡудашеваны, Зәки Мәхмүтов, Рамазан Йәнбәков, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Әхәт Уразмәтов, Салауат Низаметдиновты үҙе менән бергә тамашасы алдына алып сыҡты. “Халыҡ бик яратып ҡабул итте был сығыштарҙы”, — ти Резида Камил ҡыҙы.
Аңлауығыҙса, Резида Зарипова концерт ойоштороу, продюсерлыҡ өлкәһендә ярайһы ҙур тәжрибә туплаған. Тимәк, йәштәргә әйтер һүҙе, кәңәше лә барҙыр тигән уйҙа бер-ике һорау бирергә йөрьәт иттем.
— Продюсер, администратор булыу өсөн үҙеңдә ниндәй сифаттарҙы үҫтерергә кәрәк?
— Продюсерҙар “тере тауар” менән эшләй, шуға күрә, тәү сиратта, яҡшы психолог булыу мотлаҡ, — ти Резида. — Бер концерт ойошторғансы меңәрләгән кеше менән осрашырға тура килә, шуға күрә аралаша белеүҙе беренсе урынға ҡуйыр инем. Уртаҡ тел табыу ҙа мөһим. Был еңел эш түгел, сөнки тамашасы менән артистың фекере һәр ваҡытта ла тап килмәй. Йырсы, тәбиғи, үҙен “йондоҙ” тип иҫәпләй, иң яҡшы программа уныҡы, тип һанай. Тамашасы иһә, аҡсаһын түләп концерт ҡарарға килгәс, үҙенең ихтыяжына тап килерлек “тауар” күргеһе килә. Ошо ике яҡтың мәнфәғәтен яраштыра белергә кәрәк. Шундай хәлде йыш күҙәтергә тура килә: тамаша залы тулы икән — артист яҡшы, концерт шәп, тип маҡтайҙар, халыҡ килмәй, билеттар һатылмай икән — продюсер, администратор насар, тип әрләйҙәр. Ошонда беҙҙең эште икмәк бешереүсенеке менән сағыштырып киткем килә. Әйтәйек, икмәк бешереүсе, икмәген алмай башлаһалар, уның сифатын яҡшыртыу тураһында уйлай башлай, онон йә әсеткеһен алыштыра. Ә артист йыш осраҡта программаһын яҡшыртыуҙы уйламай, ғәйепте администраторҙан эҙләй. Ә администраторҙың, икмәк бешереүсе кеүек, “тауар”ын тиҙ арала яҡшыртыу мөмкинлеге юҡ. Артисҡа, бөгөнгө программаң халыҡҡа оҡшаманы, әйҙә, алыштыр, иртәгә икенсе төрлөһөн күрһәт, тип әйтә алмайһың, сөнки программа әллә нисә ай алдан төҙөлгән, уны бер-ике көндә генә үҙгәртеп булмай.
— Эшҡыуарлыҡ йүнәлешен һайлар алдынан, ғәҙәттә, баҙарҙы, теге йәки был өлкәлә ниндәй мөмкинлектәр барлығын өйрәнәләр, нисә фирманың был эш менән мәшғүл булыуын күҙ уңынан үткәрәләр. Башҡортостанда продюсерҙарҙың, күп булмаһа ла, етерлек икәнлеген иҫәпкә алһаҡ, продюсерлыҡ, концерттар ойоштороу өлкәһендә эшләргә теләгән йәштәр өсөн перспективалар бармы?
— Башҡортостан — таланттарға бай төбәк. Алла бирһә, улар киләсәктә лә тыуып торасаҡ. Уларҙы кемдер үҫтерергә, халыҡ алдына сығарырға, концерттарын ойошторорға тейеш. Бынан тыш, барлыҡ продюсерҙар ҙа йырсылар менән генә эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Әлеге көндә тамашасыларҙың зауығына ярарлыҡ төрлө проекттар күп. Рәсәй кимәлендә алһаҡ, цирк, боҙ шоуы кеүек сығыштар, спектаклдәр, төрлө йүнәлештәге концерттар, яңы технологиялар уйлап сығарылып тора. Был тамашаларҙы Башҡортостанға килтереп күрһәтер өсөн дә кешеләр кәрәк. Йәштәр үҙҙәре теләгән өр-яңы проект та уйлап таба ала. Кешенең фантазияһы, мөмкинлектәре сикһеҙ. Теләк кенә кәрәк, минеңсә. Кемдең ҡулынан килмәй, ул яйлап барыбер был бизнестан китә. Шундайҙарҙың да урыны бушап тора.
Шулай ҙа, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла, концерт ойоштороу барышында ниндәй генә ҡатмарлыҡтар тыуһа ла, Резида Камил ҡыҙы үҙенең эшен яратып, күңел һалып башҡара. Әлеге проекттары менән генә сикләнеп ҡалырға уйламай ул. Быйыл Резида Зарипова “Каруанһарай” студияһы менән берлектә ҙур тамаша проектын тормошҡа ашырҙы. “Салауат күпере — дуҫлыҡ күпере” тигән үҙенсәлекле концертта “Каруанһарай”, “Ялла” төркөмдәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдинов бер сәхнәлә сығыш яһаны.
Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығында сығыштар ойошторорға ла ниәт итә Резида Зарипова. Ниәт иткән — мораҙына еткән, ти...
Әлфинә ҠАРАҒУЖИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703