Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бәхетте ситтә эҙләмәйҙәр
Бынан бер нисә йыл элек Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында үткән һабантуйҙан туҡ күңел менән ҡайтып ингән туғандарҙың шатлығы эсенә һыйманы:

— Эй, күңелле булды. Рәхмәт инде колхоз рәйесенә, мал һуйҙырып, ҡаҙан аҫтырып, халыҡты һыйланы, алдынғыларға аҡсалата премияһын да, ҡиммәтле бүләктәрен дә тапшырҙы. Уларҙың һөйләгәндәренә иҫем китте.
— Колхоз?! Премиялар?! — Колхоздың нимә икәнен дә онотоп барған, өҫтәүенә, һабантуйҙарҙа, ғәҙәттә, түрәләр һәм үрҙән килгәндәр өсөн генә тирмәләр ҡуйылып, ҡаҙан аҫылыуына күнеккән кешегә ни, быларҙың барыһы ла ят тойолдо. Әйтерһең дә, мин бер сит утрауға, именлек утрауына, килеп эләккәнменме ни!
— Ниңә аптырайһың, еңгәй? Бында йыл да шулай, — тип яуапланы бикәсем, иҫе китмәйенсә генә.
Бындай хәлдең Көйөргәҙелә ысын икәнлегенә яңыраҡ тағы инандым: Киров исемендәге колхоз эшсәндәренең 2011 йыл йомғаҡтары буйынса дөйөм йыйылышында 500-ҙән ашыуыраҡ ағзанан торған коллективтың яртыһына аҡсалата премиялар тапшырҙылар.
Район үҙәге Ермолаево менән Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативының үҙәк усадьбаһы Мораптал араһында урынлашҡан ауылдарҙың төҙөк фермалары, машина-трактор парктары әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ауылда иҫке йорттар әҙ, юл яҡшы, магазиндар, башҡа социаль объекттар эшләй. Бындай ауылдарҙың, тимәк, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә бар. Ә Морапталға килеп ингәс, йыйылыш барған клубты оҙаҡ эҙләйһе лә түгел ине: иҫәпһеҙ-һанһыҙ еңел автомобилдәр теҙелеп киткән майҙанға юл алдыҡ.
Мәҙәниәт йортоноң йылы залы шығырым тулы. Халыҡтың күпселеген ир-ат тәшкил итә. Йәштәр ҙә байтаҡ. Ҡарт-ҡоро юҡ тип әйтерлек. Сәхнәлә президиум урын алған. Трибунала кооператив рәйесе Әсғәт Таңатаров отчет тота. Үткән йылда яҙғы сәсеү эштәренә алдан ентекле әҙерләнеү үҙ емешен биргән — иген культураларының уртаса уңышы гектарынан — 18,5 центнер, көнбағыштың — 11, шәкәр сөгөлдөрөнөң 219 центнер тәшкил иткән. Оҙайлы ямғырҙар яуыуға ҡарамаҫтан, үҫтерелгәнде юғалтмай йыйып алыуға өлгәшкәндәр.
Докладсы, күмәк хужалыҡтың иҡтисадына туҡталып, ҡырсылыҡ һәм малсылыҡ тармаҡтарынан алынған килемдең күләме, продукцияның үҙҡиммәте, саф табыш һәм рентабеллелек күрһәткестәре, кооператив ағзаларының хеҙмәт хаҡы дәүмәлен әйтеп үтте. Шуны айырым билдәләү мөһим: кооперативта эш хаҡы артҡан.
Хужалыҡ объекттарын ремонтлауға, реконструкциялауға байтаҡ сығым киткән. Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре лә ыңғай хәл ителә. Туй яһаған йәштәргә, йорт төҙөгәндәргә аванс менән аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Эшләп йөрөүселәргә һәм пенсионерҙарға берәр арба бесән, сикләнмәгән күләмдә һалам, пай ере өсөн 6-шар центнер иген, механизаторҙарға натуралата түләү менән 720 центнер иген, 12,5 тонна шәкәр бирелгән. Картуф ерен һөрөүгә, йорт ихатаһындағы сүп-сарҙы түгеүгә, өй төҙөүселәргә техника бүленә.
Һуғыш ветерандары, ҡарттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Өсөнсө йыл рәттән мәктәптә уҡыған балаларҙы бушлай туҡландырыу ойошторолған. Спорт ярыштарына ла аҡса бүленеп тора. Армиянан ҡайтҡан егеттәргә аҡсалата ярҙам, иген бирелә (!). Балалар баҡсаларына, мәктәптәргә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтелә. Хатта халыҡ өсөн концерттар һатып алыу ҙа ҡаралған...
Рәйестең сығышы бик ентекле әҙерләнгән. Ул хужалыҡтың бер генә тармағын да, йүнәлешен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Артабан халыҡтың иғтибарын алда торған бурыстарға йүнәлтте.
Ил күләмендә сәйәсәтте һәм иҡтисадты үҙгәртеп ҡороуҙар бер ҙә ауыл эшсәндәре файҙаһына түгел. Әйтәйек, элек, совет осоронда, игендең бер тоннаһының хаҡы 3 мең һум булһа, ул һаман да шул кимәлдә ҡалған. Һөттөң дә хаҡы күпкә артмаған. Ә шул ваҡытта яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы — 4,7, электр энергияһына — 7,6, газға 8,4 тапҡырға күтәрелгән. ДТ-75 менән Т-4 тракторҙарының хаҡы элек 150–200 мең һум булһа, хәҙер — 2–3 миллион, 400–500 меңлек “Нива” комбайнының хаҡы — 2–2,2 миллион, К-700 тракторы 700 мең һум урынына 7,1 миллион һум тора!
Сәнәғәт тауарҙарының хаҡын ҡыуып етеү өсөн ауыл эшсәндәре бөгөн гектарынан 50–60 центнер уңыш алырға, малсылыҡ продукцияһын етештереүҙе дүрт мәртәбә арттырырға тейеш булып сыға! Хужалыҡ һуңғы ике-өс йылда былай ҙа сәсеүлек ерҙәрен 1,5 тапҡырға, мал һанын ике тапҡырға арттырырға мәжбүр булған. 2007 йылға тиклем кооператив кредит алмай йәшәп килһә, хәҙер унһыҙ мөмкин түгел. Ҡәҙимгесә йәшәү өсөн хужалыҡ эшсәндәренә уртаса эш хаҡын, һис юғында, 15–20 мең һумға еткерергә кәрәк тә бит, тик бындай мөмкинлеккә өлгәшеү тураһында әлегә хыялланырға ғына ҡала. Шуға күрә ауыл халҡына күберәк үҙ елкәһе менән бол табып, тормошон яҡшыртыуҙы хәстәрләргә тура килә.
— Заманаларҙың ауырлығына ҡарамаҫтан, беҙҙең алда төп маҡсат — хужалыҡты тарҡатмайынса һаҡлап ҡалыу һәм эшсәндәрҙең тормош-көнкүрешен мөмкин тиклем яҡшыртыуға, ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереүгә өлгәшеү, — тигән бурыс ҡуйҙы һигеҙ ауылдың йәшәйеш-эшмәкәрлеген ойоштороусы хужалыҡ рәйесе.
...Хужалыҡты тарҡатмайынса алып ҡалыу. Тәжрибәле етәксенең ауыҙынан яңғыраған был һүҙ ауылды ауыл итеп тотоп тороусы күмәк хужалыҡҡа һаман ҡурҡыныс янауын дәлилләй түгелме? Республиканың күпселек райондарында колхоз-совхоздар бөтөнләй тарҡалған саҡта Көйөргәҙелә һаҡлап алып ҡалынған Киров исемендәге һәм “Искра” кооперативтарын, бер нимәгә ҡарамаҫтан, уңышлы ғына эшләп килеүендә кемдең аҡыл, хеҙмәт өлөшө ҙурыраҡ: аҡыллы, ойоштора белгән етәкселәрҙеңме, әллә ал-ял белмәй эшләүсе ябай ауыл кешеләренеңме? Халҡыбыҙҙың бер төптән булыуынандыр!
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә