Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эше ҡаты — икмәге татлы
Эше ҡаты — икмәге татлыТуймазы районының “Эдельвейс-Агро” йәмғиәте баҫыуҙарында ла бөгөн хеҙмәт ялҡыны көндән-көн ҡыҙа. Бында арыш урағын тиҙ арала теүәлләп, иген комбайндарын арпа баҫыуҙарына төшөргәндәр.

— Тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә беҙ артыҡ зарланмайбыҙ. Быйылғы йылда ла уңышһыҙ ҡалмаясаҡбыҙ, — ти хужалыҡтың баш агрономы Рәзит Ҡунафин. — Арыш сәселгән майҙандар һәр гектарҙан 16-шар центнер төшөм бирҙе. Бына кисә һоло баҫыуына инеп ҡараныҡ. Уның да уңышы һәйбәт кенә. Ара-тирә яуып үткән ямғырҙар ғына урып йыйыу эштәрен бер аҙға тотҡарланы.
— Үҙебеҙҙең эшкәртеү ҡеүәттәрен булдырҙыҡ, былтыр Туҡтағолда ярма ярғыс линияһын эшкә ҡуштыҡ, — тип һөйләй Рәзит Сабирйән улы. — Уны иген технологияһы буйынса Мәләүездән килгән белгестәр ҡорҙо. Ҡыш буйы ярма етештерҙек. Баҙарҙа был төр продукцияға һорау ҙа яҡшы. Уны сауҙа селтәренә оҙатырға беҙҙең ҡулда сертификат та бар. Бының менән генә туҡталып ҡалманыҡ — үҙебеҙҙең үҫемлек майы һығыу цехын да астыҡ. Уның өсөн тик хужалыҡ баҫыуҙарынан алынған сеймалды файҙаланабыҙ.
Быйыл майлы орлоҡ өсөн көнбағышты 550 гектарҙа үҫтерәбеҙ. Май яҙыу цехын йыл әйләнәһенә эшләтәбеҙ. Унда ике сменала 1 тоннаға яҡын яҡшы сифатлы продукция етештерелә. Был эш иҡтисади яҡтан да отошло. Ярма һәм үҫемлек майын һатыуҙан кассаға аҡсаһы ла инеп тора.
Хужалыҡтың Туҡтағол ауылындағы ырҙын табағында энергия һаҡлаусы технологияға көйләнгән өр-яңы “ЗАВ-40” агрегаты ҡороп ултыртылған. Шуға ырҙын табағына ҡайтарылған ашлыҡ көнөндә үк эшкәртелә. Юғары етештереүсәнле агрегат ярҙамында яңы уңыштан эре, таҙа орлоҡ һайлап алына. 1000 центнерға яҡын арыш орлоғо әҙерләп ҡуйылған да инде.
— Баҫыуҙарҙан дымлыраҡ ашлыҡ ҡайтһа ла, артыҡ көйөнмәйәсәкбеҙ, — ти юлдашым. — Сөнки заманса йыһазландырылған, компьютер ярҙамында ғына идара ителгән иген киптергесебеҙ бар. Шуға беҙҙе һуңғы осорҙа көндәрҙең бер аҙ йонсоуға тартылыуы ла ҡурҡытмай.
Яңы хужалыҡта урып йыйыу техникаһы ла ҡеүәтле, был да үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға ныҡлы ышаныс бирә. Уҙған миҙгелдә ике “Нью Холланд” иген баҫыуҙарын иңләһә, быйыл ҡыш инвесторҙар тағы шундай ике сит ил комбайны һатып алған. Бынан тыш модификацияланған яңы “Нива” ла ҡайтарылған.
— Ураҡ оҫталарының хеҙмәтенә нисек түләнә?
— Комбайнсылар менән шулай һөйләштек: йыйып алынған ашлыҡтың өс проценты уларға тейәсәк. Был инде 100 тонна иген һуҡһа, өс тоннаһы уныҡы, тигән һүҙ. Шул хаҡта улар менән килешеү төҙөнөк. Шуға ярашлы, уны натуралата, теләһәләр — аҡсалата ла алырға мөмкиндәр, — тип төшөндөрҙө Рәзит Сабирйән улы.
Стимул яҡшы булғас, ураҡ оҫталары ла аяҙ көндәрҙә техниканы тулы ҡеүәтенә эшләтергә тырыша. Беҙ Туҡтағолда хужалыҡтың уңған комбайнсылары Николай Иванов һәм Илнур Ҡотлыҡаев менән әңгәмәләшеп алдыҡ. “Нью Холланд”та эшләгән егеттәрҙең кәйефтәре яҡшы ғына ине.
— Уңыш бар, көнөнә баҫыу карабы бункерынан 500 – 600 центнер ашлыҡ бушатыу беҙҙең өсөн нормаға әйләнгән, — ти һүҙгә әүәҫерәк тойолған Николай.
— Сер булмаһа, урып йыйыу осоронда күпме аҡса эшләп алырға йыйынаһығыҙ?
— 140 — 150 мең һумдан кәм булмаясаҡ тип торабыҙ. Был беҙҙе ҡәнәғәтләндерә. Мин элгәре биш йыл “Башкирская” МТС-ының Туймазы филиалында эшләгәйнем. Яҡшы түләгәндәре өсөн дә быйылғы миҙгелдә “Эдельвейс-Агро” хужалығына килдем. Беҙҙең ҡулдағы техника юғары етештереүсәнле, шуға ураҡта һынатырға иҫәп юҡ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә