Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Башланды. Уңыштар һиңә, игенсе!
Башланды. Уңыштар һиңә, игенсе!Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми рәүештә ураҡҡа старт бирҙе. Ул Благовар районында уҙған Баҫыу көнөндә ҡатнашты һәм барлыҡ райондарға ла тиҙ арала ураҡҡа төшөргә ҡушты.

Баҫыу көнө үҙенсәлекле ауыл хужалығы байрамына әүерелде. Әммә бер кемдә лә күңел асыу ҡайғыһы юҡ: алда етди осор һәм көсөргәнешле эш көтә. Шунда уҡ Благовар районы баҫыуҙарының береһендә семинар-кәңәшмә булды. Унда республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы начальниктары, агросәнәғәт предприятиелары етәкселәре, финанс-кредит ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
— Сығышымды ике яҡшы яңылыҡ менән башларға теләйем, — тине Рөстәм Зәки улы. — Беренсеһе, бөгөндән арзан хаҡҡа яғыулыҡ һата башлайбыҙ. Хаҡтарҙы төшөрөү буйынса барлыҡ мәсьәләләр хәл ителгән. Икенсеһе, иртәгәнән һөт өсөн компенсация бирә башлаясаҡбыҙ. Республика буйынса ул барлығы 400 миллион һум тәшкил итә.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл 2 миллион 200 мең — 2 миллион 300 мең тонна тирәһе уңышҡа өмөт итә алабыҙ. Был күрһәткес насар түгел, эске һорауҙы тулыһынса ҡаплаясаҡ, хатта һатыр өсөн дә әҙерәк ҡалыр, тип күҙаллана.
Семинар барышында башланасаҡ ураҡ, ауыл хужалығы техникаһы алыу, ужым сәсеү, тупраҡҡа минераль ашлама индереү кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Быйыл 3 миллион гектарҙан ашыу ерҙән уңыш йыйыу күҙаллана, уларҙың 48,3 проценты — иген культуралары.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев менән уның беренсе урынбаҫары Николай Коваленко республика райондарында ауыл хужалығының эштәр торошо менән таныштырҙы. Иғтибарға таблицалар, сағыштырыу өсөн һандар, төрлө күрһәткестәр тәҡдим ителде. Стендтарға Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты, Башҡорт дәүләт аграр университетының өлгәшкән уңыштары ҡуйылғайны. Шулай уҡ республиканың дүрт предприятиеһы — “Стәрлетамаҡ Агротехсервис”, “Туймазы автобетоновоздар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Илеш РТП-һы һәм “Башсельхозтехника” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы яңы техника күрһәтте. Бынан тыш, “Ростсельмаш” компанияһы үҙенең яңы техникаһы менән таныштырҙы.
— Уңайлы һауа шарттары көтөп ятырға ярамай. Эште өс сменала ойошторорға кәрәк. Ни тиклем тиҙерәк бөтһәк, юғалтыуҙар шул тиклем әҙерәк буласаҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Артабан ул районда төҙөләсәк ике яңы ит комплексында булды. Уларҙа сусҡа үрсетеләсәк. Ике объектта ла эре инвесторҙар эшләй, тәүгеһендә төҙөлөштөң беренсе сираты быйыл ноябрҙә, икенсеһендә 2013 йылда тамамланырға тейеш. Рөстәм Хәмитов, Дмитриевка ауылы янындағы төҙөлөштә материалдар килтереү һәм проект-экспертиза мәсьәләһе буйынса проблемалар килеп сығыуын белгәс, уны телефондан шылтыратып урында уҡ хәл итте.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә