Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ергә эйелһәң, байлыҡ килә
Ергә эйелһәң, байлыҡ килә“Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр”. Туймазы районының Япраҡ ауылында йәшәүсе Зөлфиә менән Илгизәр Мөхәмәтйәновтар ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңлай. Улар байтаҡ йылдар инде ерҙә үҙаллы хужалыҡ итеү менән шөғөлләнә. Ә баҙар ихтыяжы өсөн эшләү ауыл уңғандарына ярайһы ғына табыш килтерә.

— Яңыраҡ Мөхәмәтйәновтарҙың оло шатлығын бүлештек. Улар районда үткәрелгән конкурста еңеп, һөт етештереү буйынса иң яҡшы шәхси хужалыҡ булып танылды, — ти Илсембәт муниципаль берәмеге хакимиәте башлығы Илгизә Ниғмәтуллина.
Булдыҡлы ер хужаларының ике ҡатлы күркәм йорто бөтә ауылға йәм биреп ултыра. Дөйөм майҙаны 150 квадрат метр булған өйҙө улар 10 йыл буйы төҙөгән. Һарайҙай иркен йорттоң эске биҙәлеше лә матур. Уның икенсе ҡатында ял минуттарында тәнде яҙыу өсөн тренажер залы ла бар.
Был яҡтарҙа шәхси тауарлыҡлы хужалыҡтарҙа ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереү киң таралған. Мөхәмәтйәновтар ҙа ихата эсендә бер түгел, ике теплица ҡороп ултыртҡан.
— Юҡ, һеҙгә ҡыяр йәки помидор салатын тәҡдим итә алмайбыҙ. Был теплицаларҙа беҙ кәбеҫтә рассадаһын үҫтерәбеҙ, — ти хужа. — Йәшелсә плантацияһы ауылдан ситтәрәк йылға буйында урынлашҡан. Быйыл кәбеҫтәне өс гектарҙа ултырттыҡ, бынан тыш берәр гектарҙа кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, картуф үҫтерәбеҙ. Дөрөҫ, элгәре беҙ ябыҡ грунтта ҡыяр үҫтереү менән дә шөғөлләндек, ләкин газға хаҡтар күтәрелеү теплица хужалығының рентабеллелеген бермә-бер кәметте. Шунан беҙ, иҡтисади анализ яһап, хәҙерге көндә мал үрсетеү, ит һәм һөт продукцияһын күберәк етештереп һатыу отошлораҡ буласаҡ тигән уйға килдек. Шул маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн элгәре йыл “Россельхозбанк”тан 200 мең һум кредит алдыҡ.
Бөгөн Мөхәмәтйәновтар үҙ хужалыҡтарында эре малды 25 башҡа еткергән. Шуның етеһе — һауын һыйыры. Эште еңеләйтеү өсөн универсаль һауыу аппараты ла алғандар. Иртәнге һауымды хужабикә 30–40 минут эсендә теүәлләп тә ҡуя. Мал ҡарауҙа уларға Илгизәрҙең ата-әсәһе — Әмирйән ағай менән Хәлимә апай ҙа — булыша.
Тик продукция етештереү менән генә эш бөтмәй. Баҙар шарттарында уны үтемле итеп һата белергә лә кәрәк. Хужа кеше башта Туймазы һөт заводына барып һөйләшеп ҡараған. Әммә үҙ мәнфәғәтен нығыраҡ ҡайғыртҡан эшкәртеүселәр һөттөң килограмын 13 һум менән алырға теләгән. Алыш-биреш итеүҙең рәтен яҡшы белгән Илгизәр быға ризалашмаған. “Ана, ҡаланың кесе баҙарында ауыл етештереүселәре һөттөң литрын 20-22 һум менән һата түгелме? Беҙ кемдән кәм?”
— Әлбиттә, беҙҙең баҙарҙа баҫып торорға ваҡытыбыҙ юҡ, — ти ул. — Етештергән һөттө Октябрьский ҡалаһының 35-се һәм 24-се биҫтәләрендәге ике магазинға илтәбеҙ. Улар продукцияны 16 һум менән алып ҡала. Форсаты сыҡҡанда Зөлфиә үҙе лә һатҡылай. Эшенә күрә ашы ла бар инде. 70–80 литр һөт һатыуҙан беҙгә көнөнә 1500 һум тирәһе аҡса инә.
Эшһөйәр Мөхәмәтйәновтар йәш малды һимертеп, баҙарға ит сығарып һатыу иҫәбенә лә ғаилә бюджетын тулыландыра. Былтыр дүрт баш һуғым һуйып һатҡандар. Әйтеүҙәренсә, бер баш үгеҙҙе һимертеп һатыуҙан кәмендә 35-36 мең һум килем алырға була.
— Быйыл йәй аҙбарҙы киңәйтеүгә тотондоҡ, — тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты шәхси хужалыҡ башлығы. — Беҙ ит-һөттө тағы күберәк етештерә алабыҙ. Тик хужалыҡҡа беркетелгән барлыҡ ер майҙаны 17 гектарҙан артмай. Ә продуктлылыҡты күтәреү өсөн бесәнде запасы менән әҙерләргә кәрәк. Шуға яҡын-тирәнән 100 гектар ерҙе арендаға биреүҙәрен һорап ғариза яҙҙым. Ул саҡта мал һанын арттырып, һауын көтөүен 25 башҡа еткерер инек. Был эш беҙҙең хәлебеҙҙән килә.
Илгизәр үҙе һөнәре буйынса нефтсе. 1981 йылдан бирле “Туймазынефть” идаралығында эшләй. Өс көн вахтала торһа, өс көн өйҙә икән. Тормошон, йәшәү рәүешен ул башҡаса күҙ алдына ла килтерә алмай.
— Улым Ирек Туймазы юридик колледжының 1-се курсын тамамланы. Ул — минең уң ҡулым. Кәрәк сағында “ГАЗель” йөк автомашинаһының йәки тракторҙың руле артына ултыра, — ти Илгизәр. — Оло ҡыҙыбыҙ Инна Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. Кесе улыбыҙ Ғиззәргә ете йәш тула, быйыл көҙ ул I класҡа уҡырға төшәсәк. “Йәш фермер” программаһына эләгеп, Хөкүмәттең грантын алырға ла иҫәп бар. Беҙҙең районда шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүҙә һәр төрлө ярҙам күрһәтеүҙән бер ҙә баш тартҡандары юҡ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә