Заманса үҫеш йәһәтенән алдынғы дәүләттәрҙең күпселегендә бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың нигеҙен тәшкил итә. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, АҠШ, Германия, Бөйөк Британия, Япония кеүек илдәрҙә яңы барлыҡҡа килгән эш урындарының өстән ике өлөшө самаһы ваҡ бизнес иҫәбенә тура килә. Бынан тыш, шәхси кәсепселәр капитал һалыуҙан юғары һөҙөмтә биреүе менән айырылып тора. Мәҫәлән, Америкалағы бәләкәй эшҡыуарҙар инвестицияларҙы эре бизнесҡа ҡарағанда туғыҙ тапҡырға яҡшыраҡ үҙләштерә, был айырыуса технологиялар өлкәһендә асыҡ сағыла. Әйткәндәй, АҠШ-тағы инновация эшләнмәләренең 55 процентын ваҡ һәм уртаса фирмалар тәьмин итә. Шул уҡ илдә саф табыштың — 35, ә экспорттың 30 проценты самаһы фәҡәт бәләкәй бизнестың эшмәкәрлеге арҡаһында туплана. Ә дәүләт етәкселәре ошо эшҡыуарҙарҙың ҡәҙерен беләме?
Бәләкәйҙәргә — айырым шарттарФинанс көрсөгө шарттарында, һис шикһеҙ, власть социаль именлек хәстәрҙәре менән янырға тейеш. Сит ил хөкүмәттәре, бәләкәй һәм уртаса предприятиеларҙың иҡтисади хәлгә ҙур йоғонто яһауын аңлап, күптән инде киң вәкәләтле һәм аҡсаға бай махсус ведомстволар төҙөгән. Улар төрлө шарттарҙа эшҡыуарҙарға ышаныслы таяныс булып тора.
Бөгөнгө хәл дә бизнесҡа ярҙам итеүсе ойошмаларға ҡул ҡаушырып ултырырға форсат бирмәй, киреһенсә, тармаҡты үҫтереүгә субсидия бүлеү йүнәлеше иҡтисади сәйәсәттә өҫтөнлөк ала бара. АҠШ-та ошо маҡсатта иң әүҙем эшләүселәрҙең береһе — Бәләкәй бизнес хакимиәте (SBA). 1953 йылда уҡ төҙөлгән был йәмғиәт туранан-тура ил президентына буйһона, шуға ла бюрократтарҙың ҡаршылығынан азат. SBA-ның быйылғы бюджеты 985 миллион доллар тәшкил итһә лә, ул бүтән сығанаҡтарҙан, фондтарҙан аҡса йәлеп итеү иҫәбенә бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъекттарына 24 миллиард доллар өләшмәксе.
Майҙа АҠШ-тың бәләкәй эшҡыуарҙары, тәүге дүрт айҙағы юғалтыуҙарҙы ҡаплап, килем алыу буйынса рекорд күрһәткесенә өлгәшкән. Быны белгестәр илдә кредит алыу шарттарының уңайлылығына һәм компанияларҙың финанс хәленең яҡшырыуына бәйләй. Ыңғай һөҙөмтәнең ни бары бер нисә ай күҙәтелеүенә ҡарамаҫтан, Америка иҡтисадының нығыныуы һәм үҫештең тотҡарланыуынан ҡотолоуы хаҡында һөйләйҙәр. Тимәк, Бәләкәй бизнес хакимиәте миллиардтарҙы һис тә юҡҡа түкмәй.
АҠШ-та эшҡыуарҙар алған кредиттарға дәүләт гарантияһы тәьмин итеү, йәш бизнесмендарға бушлай белем һәм мәғлүмәт биреү, техник ярҙам, контракттар төҙөшөү ҙә күптән яйға һалынған. Ғөмүмән, бында иҡтисади әүҙем халыҡтың яртыһының ваҡ һәм уртаса предприятиеларҙа эшләүенә ғәжәпләнәһе түгел.
Европала бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы буйынса иң яҡшы программаларҙы Германия тормошҡа ашыра. Был илдә 2009 йылғы көрсөк шарттарында ла шәхси эшҡыуарҙар 1 процентлыҡ табыш ала ине, тип хәтерләй эксперттар. Шул уҡ осорҙа немец фирмалары араһында хеҙмәткәрҙәр һаны ундан артмағандары уңышлыраҡ эшләгән. Ғөмүмән, Германия иҡтисадында инвестицияларҙың 46 процентын тәьмин иткән 3,3 миллион ваҡ һәм уртаса предприятие иҫәпләнә.
Илдең Дәүләт банкы бәләкәй бизнесҡа кредитты 5 — 8 процентлыҡ түбән ставка менән 15 йылға тиклем бирә, шул уҡ ваҡытта коммерция хәүефенең ҡап яртыһын дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Бынан тыш, тәүге ике йылда предприятие бер ниндәй ҙә һалым түләмәй. Технология һәм инвестиция йәһәтенән дә даими ярҙам итәләр: төрлө фонд аша аҡса бүләләр, ваҡ бизнестың фәнни ойошмалар менән хеҙмәттәшлеген ойошторалар. Финанс көрсөгө осоронда бәләкәй һәм уртаса предприятиеларҙың килеменә һалым — 39 проценттан 30-ғаса, ә социаль страховка фондтарына түләү 6,5 проценттан 3,3-кә саҡлы кәметелгән, йылына 4-6 процент менән бирелгән 25 мең евроға тиклем микрокредит юллау шарттары ябайлаштырылған.
Тарихсылар билдәләүенсә, Японияла Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иҡтисади үҫешкә иң тос өлөш дәүләттең бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙамы иҫәбенә индерелгән. Бында шәхси бизнес мәсьәләләрен көйләү менән Тышҡы сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы шөғөлләнә.
Бөгөн япондарҙың ваҡ фирмалары башлыса төҙөлөштә, еңел сәнәғәттә, халыҡты хеҙмәтләндереүҙә мәшғүл, технологиялар өлкәһен иһә ҙур компаниялар биләп алған. Ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә теләпме, власть фәнгә бәйле һәм юғары технологиялы етештереүҙә ҡатнашыусы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына эшмәкәрлектең барлыҡ осорҙарында ярҙамлаша: заемдар бүлә, кредиттарға гарантия тәьмин итә, махсус уҡыуҙар, мәғлүмәт-консультация саралары ойоштора.
Ҡытайҙа 2002 йылда “Бәләкәй һәм уртаса предприятиеларҙың үҫешен дәртләндереү тураһында” ҡанун барлыҡҡа килгәс, күп тә үтмәҫтән ваҡ бизнестың күтәрелә башлауы, ойошмаларҙың һөҙөмтәлелегенең артыуы, ҡаҙнаға һалым кеременең күбәйеүе күҙәтелгән. Артабан 2005 йылда уҡ илдә өс миллион бәләкәй предприятие, 30 миллион самаһы шәхси эшҡыуар иҫәпләнгән. Бөгөн иһә Ҡытайҙа эшкә яраҡлы халыҡтың 60 проценты бизнес өлкәһендә мәшғүл.
Ғәҙәти сараларҙан тыш, ҡытай эшҡыуарҙары өсөн интернет селтәре нигеҙендә дәүләт мәғлүмәт каналы булдырылған, унда хеҙмәт баҙарындағы хәлгә анализ яһала, ҡануниәттәге үҙгәрештәр барлана, һуңғы инновация эшләнмәләре хаҡында хәбәр ителә. Власть шулай уҡ сауҙа йәрминкәләре, ваҡ бизнесты борсоған мәсьәләләр буйынса семинарҙар һәм конференциялар ойоштороу менән ныҡлы шөғөлләнә, иҡтисадтың төрлө тармағында эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәтен яҡлай, ҙур компаниялар менән дәғүәләшеү шарттарында хоҡуҡи ярҙам тәҡдим итә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ваҡ бизнестың үҫеш кимәле буйынса донъяла бишенсе урынды Сингапур биләй. Әле унда 140 мең бәләкәй һәм уртаса фирма иҫәпләнә, был һан илдәге барлыҡ предприятиеларҙың 90 процентына тиң. Тап шәхси эшҡыуарҙар Сингапурҙа эске тулайым продукттың йылына 5-6 процентлыҡ үҫешен тәьмин итә. Льготалы кредит биреү, махсус заемдар тәҡдим итеү, бизнестағы хәүефте страховкалау, субсидиялау кеүек сараларҙан тыш, дәүләт ваҡ фирмаларҙың структураһын камиллаштырыу, идарасы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен дә үҙ иңенә алған.
Йүнселдәргә мәғлүмәт кенә етмәйРәсәйҙәге шарттарҙы үҙебеҙҙең Башҡортостан миҫалында ҡарайыҡ. Үрҙә аталған сараларға күҙ һалып сыҡҡас, бәлки, аптырағанһығыҙҙыр: беҙҙә лә шундай уҡ ярҙам күрһәтелә түгелме һуң? Эйе, яңы эш башлағандарға 300 мең һумға тиклем субсидия бүлеү, бизнесын үҫтереү маҡсатында кредит юллаусыларға гарантия булдырыу, 1 миллион һумғаса бер йылға микрофинанс тәҡдим итеү, лизинг нигеҙендә техника алыусыларҙың сығымын кәметеү, төҙөлөш һәм бүтән төрлө эшмәкәрлек өсөн ер алышыу — барыһы ла бар. Быйыл юғары йәки урта махсус белем биреү йорттарында уҡыусыларға, яңыраҡ диплом алғандарға бизнес асыуы еңелерәк, сөнки дәүләт программаһында йәш белгестәрҙе дәртләндереү өҫтөнлөклө йүнәлеш тип билдәләнде. Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарҙар өсөн хоҡуҡи консультация үҙәктәре ишәйә, семинарҙар йыш үткәрелә, дәүләт етәкселегендә эшҡыуарлыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлаған тулы хоҡуҡлы вәкил институты барлыҡҡа килде. Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам тураһында федераль программа айырым иғтибарға лайыҡ: уның аша ауылда төпләнеүгә һәм агросәнәғәт менән шөғөлләнеүгә 1 миллион 750 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар.
Сит илдәрҙән, бәлки, кредит проценттарының кимәле, субсидия күләме, коррупцияға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеге буйынса ғына ҡалышабыҙҙыр. Быларҙың бөтәһен дә ваҡытлы күренеш тип баһалайыҡ. Иң мөһиме — һуңғы йылдарҙа бизнесты үҫтереү йәһәтенән ысын мәғәнәһендә һынылыш яһалды. Республика етәкселеге бының менән генә сикләнергә йыйынмай, әлбиттә. Яңыраҡ төбәктә эшҡыуарлыҡҡа комплекслы ярҙам үҙәге асыу буйынса проект тормошҡа ашырыла башланы. Өс тиҫтә самаһы филиалдан торған ойошма Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында эшләйәсәк. Унда студенттарҙы һәм уҡыу йортон яңы тамамлағандарҙы үҫеш командаһы итеп тупларға маҡсат ҡуйылған.
Баҡһаң, әлеге эшҡыуарҙарыбыҙҙың күпселегенең финанс-иҡтисади, юридик белем кимәле түбән, өҫтәүенә баш ҡаланан ситтә йәшәүселәр бизнесҡа дәүләт ярҙамы хаҡында ваҡытында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенән мәхрүм. Ришүәтселек һәм түрә-ҡараның үҙ бурысына яуапһыҙ ҡарауы арҡаһында ҡайһы бер йүнселдәр һөҙөмтәле эшләй алмай, баҙарҙан китергә мәжбүр була. Күп осраҡта ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн төп ҡоралдың — мәғлүмәттең — генә етмәүен иҫәпкә алғанда, “йәш белгестәр десанты”ның хәлде ыңғайға үҙгәртеүенә ышаныс бар.
Даян МӘЖИТОВ