Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Алға” тик алға бара
“Алға”, тағы ла “Алға”... Бүздәк районының был хужалығын малсылыҡ, үҫемлекселек ярыштарында, йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһағанда һәр саҡ маҡтап телгә алалар. Үҙҙәрендә генә түгел, республика кимәлендә лә.

Былтыр ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн кооператив Башҡортостан Республикаһы димпломына һәм аҡсалата дәртләндереүгә лайыҡ булды.
Әлбиттә, яҡшы күрһәткестәр күктән төшмәй, ҡаҙаныштар ҙа буш урында барлыҡҡа килмәй. Тырышлыҡ, эшеңде яратып башҡарыу, яуаплылыҡ тойоу, йөктө бергә тартыу һөҙөмтәһе был. Ә “Алға” кооперативында уңған эшсәндәр һәр тармаҡта етерлек. Мәҫәлән, баҫыусылыҡты алайыҡ. Румбик Ғәликәев – иң уңған, иң тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе. Үҙенең ышаныслы “тимер аты”нда иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙан ҡайтып инмәй. Оҫта кукуруз үҫтереүсе, һалам эҫкертләүсе... Ул эштә арыу белмәй, башҡаларға ла тынғы бирмәй, ти уның хаҡында иптәштәре. Фиҙаҡәр хеҙмәте, ауыл хужалығы эшмәкәрлеген үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергәне өсөн Р. Ғәликәевте II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләгәндәр. Шундай уҡ маҡтау һүҙҙәрен иң яҡшы тракторсыларҙың береһе Мансур Ғабдуллинға ҡарата ла әйтергә мөмкин. Ришат Сираев, Ринат Шафиғуллин шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Ә Тәлғәт Ғәликәев менән Радик Вәлиев быйылғы яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса район механизаторҙары араһында алдынғылыҡҡа сыҡты. Финат Ғәлиуллин, Мансур Сабиров, Фәзит Насибуллин, Рәзит Хәкимуллин, Радик Назаров, Сәбил Бәҙретдинов, Фәрит Низаев, Фирүз Хажиев – был егеттәр ҙә бер нисә тиҫтә йыл туған колхозы яландарында һынатмай.
Әле хужалыҡта ал-ял белмәй мал аҙығы әҙерләйҙәр. Унан ураҡҡа ла күп ҡалмай. Яҡшы күрһәткестәр өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителгәнлеген һәр кем аңлай һәм, тәжрибәһенә, оҫталығына егәрлелеген ҡушып, дәртләнеп эшләй. Ә уңған коллективтың хеҙмәт бейеклектәренә әйҙәүсеһе – “Алға” кооперативының тынғыһыҙ, абруйлы рәйесе Фән Вәлиев етәкселегендәге белгестәр командаһы. Ул бурыстар билдәләй, йүнәлеш бирә, хужалыҡ эшсәндәренең йәшәйешен, имен тормошон ҡайғырта.
Ф. ЙӘНСУРИН.
Бүздәк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә