Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йүнсел ҡайһы яҡҡа эйелһә лә аҡса таба
Йүнсел ҡайһы яҡҡа эйелһә лә аҡса табаРаил Мирхәйҙәров менән осрашып күрешкәс, халыҡтың ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә тигән әйтеме иҫкә төштө. Уның ауыҙынан ҡала менән ауылды маҡтаған йәки сағыштырған бер һүҙ ҙә ишетеүен-ишетмәнек, ләкин ауылдың күңеленә яҡын булыуын эшҡыуарҙың булмышынан уҡ күрергә мөмкин ине.

Раил Ғәлимйән улы армия хеҙмәтенән һуң Өфөлә эшкә урынлаша. Әммә егеткә шаулы баш ҡала тормошо оҡшап етмәй. Шуға ла ул, икеләнеп тә тормай, ҡуйы урман итәгенә һыйынып ҡына ултырған тыуған ауылы Оло Ҡарамалыға ҡайта. Өйләнеп, йорт һалып, үҙ донъяһын ҡора. Урман хужалығында бригадир-мастер булып 12 йылдан ашыу эшләй. Әммә, һәр ҡайҙағы кеүек, был хужалыҡ та тарҡала. Шулай ҙа Раил баҙап ҡалмай, тәжрибәһенә, дәрт-дарманына таянып, ҡулы белгән эшкә үҙаллы тотона. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә күрһәтелгән дәүләт ярҙамын да юллап тормай, район етәкселегенең фатихаһын алғас, 2008 йылда таҡта бысыу цехын Йүнсел ҡайһы яҡҡа эйелһә лә аҡса табабулдыра.
Эштәренең ҡыҙыу сағына тура килдек. Ағас менән эш итеүселәр өсөн дә йәйҙең һәр көнө ҡәҙерле, тиҙәр. Изат Әбүзәров, Айҙар Шәйхисламов һәм Рафаэль Миһранов һәр ағасты күҙҙән үткәреп, таҡта ярыу менән мәшғүл булһа, Азат Хәлитов, Фуат Әбүзәров һәм Рәмис Мөлөков сираттағы мунсаны бурай ине.
Бына шулай Раил Мирхәйҙәров ауылдаштарының алтауһын эш урынлы иткән. Егеттәренән ҡәнәғәт, аңлашып эшләйбеҙ, ти. "Һәр береһе бәләкәйҙән ағас эшен күреп һәм өйрәнеп үҫкән, шуға күрә ҡулдарынан да килә. Кәрәк саҡта уларға техника менән дә ярҙам итәм, баҡсаларын да һөрәм. Йорт төҙөгәндәренә лә булышам", — ти булдыҡлы эшҡыуар.
Йүнсел ҡайһы яҡҡа эйелһә лә аҡса табаРаил Мирхәйҙәровтың тыуған ерендә төпләнеүе һәм йүнселлеге барлыҡ ауыл халҡы өсөн оло һөйөнөстөр, моғайын. Бесән сабыу йәки баҡса ерен һөрөү өсөн дә, утын кәрәк булһа ла уға мөрәжәғәт итәләр. Ҡыш урамды ҡарҙан таҙартыуҙы күптән үҙенең бурысы иткән. Береһенең дә йомошон кире ҡаҡмай, сөнки уға килмәй, ҡайҙа барһындар? Шуға ла эшҡыуар рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетә, эшенең көйлө барыуы ла, бәлки, шуға бәйлелер. Мунса буратыуға ла заказ күп, таҡтаға ла ихтыяж ҙур, ә ярылған утын һәр кемгә тиерлек кәрәк, сөнки был төбәккә газ килеп етмәгән әле.
"Бура һатам" тип иғлан биреп тормайбыҙ, бер-береһенән ишетеп, әллә ҡайҙарҙан килеп алалар", — тиҙәр.
— Эштән ҡурҡмаған һәм булдырайым тип тырышҡан ир-ат ауылда ла донъяһын етеш итә ала. Эш асыуы ауыр тип әйтә алмайым. Район етәкселәре яғынан һәр саҡ аңлау табабыҙ, диләнкә биреүҙә лә баш тартҡандары юҡ. Мул тормошто ҡайҙандыр көтөп ятмаҫҡа, ә ваҡытында ҡыбырларға кәрәк. Күңелең тартҡан, ҡулың белгән шөғөлдө табырға мөмкин", — ти эшҡыуар.
...Тормоштары матур Мирхәйҙәровтарҙың. Урамда ла, ихатала ла — байтаҡ техника. Йорт-ҡаралтылары ла һоҡланырлыҡ. Ҡатыны Илгизә баҡса тултырып еләк-емеш һәм йәшелсә үҫтерә. Эшсән ғаилә ике бала тәрбиәләгән, ҡыҙҙары Өфөлә эшләһә, улдары — әлегә мәктәп уҡыусыһы.
Бына ошондай эшҡыуарҙар күберәк булғанда, ауылдарҙа тормош, ысынлап та, һүнмәйәсәк.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Иглин районы,
Оло Ҡарамалы ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 6

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 5

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә