Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Хеҙмәт батырҙары һынатмай
Төбәктең “Шаранагрогаз” йәмғиәте — хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә булған, бер үк ваҡытта продукция эшкәртеү тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар биргән алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Бигерәк тә малсылыҡ тармағындағы ҡаҙаныштары менән улар хаҡлы ғорурлана.

Бөгөн йәмғиәткә алдынғы ҡарашлы, белемле, ауыл тормошон яҡшы белгән Рәфис Таһир улы Бәҙретдинов етәкселек итә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул малсылыҡ тармағында ла, үҫемлекселектә лә ҙур тәжрибә туплаған.

— Әле мал ҡышлатыуҙың ҡыҙыу осоро. Ауыл халҡы иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр фермаларҙан ҡайтып инмәй. Уларҙың уңғанлығына һоҡланырһың, шәхси ихатаһын­да ла тырышалар, “колхоз эшендә” лә хеҙмәт өлгөһө күрһәтәләр, — ти хужалыҡ етәксеһе.

Йәмғиәттең өс һөтсөлөк фермаһында бөгөн 1700-гә яҡын һыйыр малы аҫрала. Шуның 500-ҙән ашыуын һауып, малсылар көн дә “Шаранһөт” йәмғиәтенә алты тоннанан ашыу аҡ тапшыра. Продукция сифатлы, юғары сортлы, шуға ла ихтыяж ҙур. Мал аҙығы ла мул һәм бай, ә ишле малға уны йәй-көҙ айҙарында етерлек күләмдә хәс­тәрләгәндәр. Хужалыҡтың ауыл эшсәндәре 8286 гектар майҙанда үҫемлекселек менән шөғөлләнә, баҫыуҙар минераль ашламалар менән даими туҡлан­ды­рылғас, йыл һайын мул уңыш алыуға өлгә­шәләр. Техника паркы ла төҙөк, бай, уны йыл һайын тиерлек яңыртып торалар. Бынан тыш, башҡа ауыл хужалығы техникаһы, ҡоролмалар һатып алыуға ла аҡса йәлләмәйҙәр, “ҡаҙнанан техника алыуға күпләп аҡса тотонолһа ла, аҙаҡ файҙаһын бирә ул” ти етәкселек. Бөгөн механизаторҙар заманса оҫтаханаларҙа ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләй, алмаш частар хәстәрләй.

Әйткәндәй, йәмғиәттә төҙөлөш туҡтағаны юҡ. Һуңғы йылдарҙа ғына 400 урынлыҡ яңы ике мал аҙбары, быҙауҙар өсөн айырым ҡура, дүрт мең баш һыйҙырышлы сусҡа комплексы, ярма ярҙырыу цехы, йылҡылар өсөн ҡура сафҡа ингән. Тағы ла минераль ашламалар һаҡлау өсөн заманса келәттәр, 3000 тонна силос һыйҙырышлы соҡорҙар бөгөн хужалыҡҡа хеҙмәт итә. Иген таҙартыу комплекстары, иген киптергестәр, йәшелсә һаҡлағыстар төҙөлгән. Бөгөн халыҡ йәмғиәт төҙөгән тирмәндән, икмәкхананан файҙалана, емеш-еләкле баҡсаһы булған быуаға йөрөй.
Водителдәр, механиза­торҙар өсөн хәҙер йыл әйләнәһенә гараж эшләй. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ашхана ла ҡа­ралған, сит ауылдарҙан килеп эшләү­се­ләргә бөтә уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡтан урын бүленә. Эшкә алып килеү-алып ҡайтыуҙы ла йәмғиәт үҙ өҫтөнә алған.

— Халыҡ эшкә дәртләнеп килһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ, сөнки хеҙмәт­кәрҙәрҙең тырышлығы менән генә уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин, — ти Рәфис Таһир улы.

Бөгөн бында 200-ҙән ашыу кеше эшләй, 28 кеше юғары белемле, 60-тан ашыуы иһә махсус урта белемгә эйә. Хеҙмәт хаҡының юғары булыуы һәм ваҡытында түләнеүе лә күптәрҙе йәмғиәткә ылыҡтыра. Мәҫәлән, быҙау ҡараусылар бөгөн 27-28 мең һум эш хаҡы ала, ябай көтөүсенеке иһә 38 мең һум тәшкил итә.

Йәмғиәт һөт, ит етештереп кенә ҡалмай, бында тәүлегенә ике мең тоннаға яҡын ит эшкәртеүсе комбинат, 10 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә цех уңышлы эшләй. Үҙҙәре етештергән продукцияны һатыуға сығарыу өсөн хужалыҡтың ун фирма магазины бар, район халҡы ғына түгел, сит райондар ҙа сифатлы, тәбиғи продукцияны яратып һатып ала.

Етәкселек алға ҡарап йәшәй һәм эшләй, киләсәктә ер майҙанын 24 мең гектарға арттырып, мал һанын ишәйтеп, картуф үҫтереүҙе юлға һалмаҡсылар.

— Алдынғы, тырыш һәм эшкә бөтмөр хеҙмәткәрҙәр булғанда, бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа эшмәкәрлегебеҙгә ҡамасау була алмай, минеңсә. Ә беҙҙә эшһөйәрҙәр, һөнәренә мөкиббән бирелгәндәр бихисап, — тине Рәфис Таһир улы Бәҙретдинов.

– Агросәнәғәт комплексы иҡтисадыбыҙҙың иң перспективалы үҫеш нөктәләренең береһенә әүерелә ала. Бер һанды ғына әйтеп китәйем. Республикала аҙыҡ-түлек баҙары һыйҙырышлылығы 350 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Ә бөгөн иһә беҙ 170 миллиард һумлыҡ продукция етештерәбеҙ, йәғни ҡеүәтебеҙҙең яртыһынан аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта әҙер аҙыҡ-түлек түгел, нигеҙҙә, сеймал тәҡдим итәбеҙ, өҫтәмә хаҡтан байтаҡ табышты юғалтабыҙ. Үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе үҫтереү — агросәнәғәт комплексы алдында торған тәү сираттағы бурыс. 

...Фермер хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс һалырға кәрәклеген күҙ алдына килтерәһегеҙме? Бында ныҡлы характерға, ихтыяр көсөнә эйә булыу шарт. Уңыштар һеҙгә һәм рәхмәт! Беҙ “Агросәнәғәт комплексы лидерҙары” программаһын ғәмәлгә индерәсәкбеҙ һәм агробизнес өсөн заманса белгестәр әҙерләйәсәкбеҙ.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын
ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ.


100 йыл эсендә...

Ил буйынса етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһында Башҡортостандың өлөшө өс процент самаһы тәшкил итә, һәм Рәсәй төбәктәре араһында ул ошо күрһәткес буйынса етенсе урынды биләй.

Йән башына тура килгән ауыл хужалығы продукцияһы Рәсәй буйынса йылына 34,4 мең һум тәшкил итһә, Башҡортостанда ошо күрһәткес 37,4 мең һумға етә.

Мәғрур тауҙарға ғына түгел, киң далаларға ла бай булған республикабыҙҙа сәсеү май­ҙандары өс миллион гектарҙан аша, һәм был майҙан Рәсәй баҫыуҙарының 3,9 процентын алып тора. Гектар ҙурлығы буйынса Башҡортостан ил төбәк­тәре араһында алтынсы урынды биләй.

Шулай ҙа аграр продукцияның яртыһынан ашыуын малсылыҡ тармағы бирә. Бер миллион баштан ашыу һыйыр малы өсөн Урал сабынлыҡтары иркен, һәм был тармаҡ биргән продукция ла йылына 200 мең тоннанан аша, бынан тыш һарыҡ һәм кәзә көтөүе һуңғы йылдарҙа биш процентҡа артты. Сусҡа ите лә беҙҙә йылына йөҙ мең тоннаға яҡын етеште­релә. Ҡошсолоҡҡа килгәндә, ул – иң тиҙ үҫкән тармаҡтарҙың береһе, һуңғы ун йылда уның йыллыҡ продукцияһы 60 про­центҡа артты.

Учалы районының “Байрамғол” аграр фирмаһы, Саҡмағош ра­йонының “Базы” һәм Дыуан районының “Кировский” кооперативтары, Ҡырмыҫҡалы райо­нының “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы, Илеш районының “Урал” йәмғиәте һәм башҡа предприятиелар республикабыҙҙың ауыл тармағының ғорурлығы булып тора.

Бынан тыш, крәҫтиән (фермер) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа аҙыҡ-түлек баҙарында йылдан-йыл ышаныслыраҡ урын биләй бара, былтыр фермерҙар һәм халыҡ үҙ ихатаһында етеш­тергән продукция 80 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте.


Автор: Самат ҒӘЛИН Район: Шаран районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә