Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яулайһы бейеклектәр алда әле
Башҡортостанда эшкәртеү сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән махсус уҡыу йорттары байтаҡ ҡына. Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы — ана шундайҙарҙың береһе. Уҡыу йортона йәштәр ҙур теләк менән белем эстәргә килә.

Колледждың тарихы 1961 йыл­дарға барып тоташа. Шул мәлдә ул Күмертау тау-механика технику­мының филиалы була, ә 1964 йылдан башлап эшмәкәрлеген Мәләүез аҙыҡ-түлек етештереү технику­мының киске бүлеге булараҡ дауам итә. 1992 йылдан иһә уҡыу йорто — Мәләүез механика-технология техникумына, 2015 йылдан Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжына әйләнә.

Бында республика райондарынан тыш, Ырымбур өлкәһенән, Себер тарафтарынан, Волга буйы округтарынан 1377 студент уҡый. Йәштәр көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе”, “Һөт һәм һөт ризыҡтары технологияһы”, “Әсетеү һәм шарап эшләү технологияһы”, “Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник эксплуатациялау”, “Ит һәм ит ризыҡтары технологияһы”, “Бина һәм ҡорамалдар төҙөү һәм эксплуатациялау”, “Һыуытҡыс-компрессор машиналарын һәм ҡорамалдарын монтажлау һәм эксплуатациялау”, “Металл булмаған төҙөлөш конструкциялары етештереү” һөнәрҙәре буйынса белем ала.

Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһы филиалында студенттар “Умартасы”, “Тракторсы-машинист”, “Ветеринар-фельдшер”, “Машина-трактор паркын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса белгес”, Күгәрсен районының Мораҡ фи­лиалында иһә “Иретеп йәбеш­тереүсе”, “Һанлы мәғлүмәтте эшкәр­теүсе белгес”, “Ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтеры” һөнәрҙәрен үҙләштерә.

– Беҙҙә яҡшы белгестәр әҙерләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Заманса уҡыу аудиториялары, лабораториялар, оҫтахана, китапхана, компьютер кластары эшләй, студенттар йыл әйләнәһенә ашханала туҡлана, — ти колледж директоры Рита Мәҙәрик ҡыҙы Сәмиғуллина. — Ситтән килгәндәр өсөн 100 уҡыусыға иҫәпләнгән ятаҡ ҡаралған, ял бүлмәһе бар, автомат кер йыуыу машиналары, душ кабиналары урынлаштырылған.
Спорт һөйөүселәр ике спорт һәм бер тренажер залына йөрөй. Спорт менән ныҡлап шөғөлләнгән студенттар өсөн төрлө секциялар ойош­торолған. Шуныһы ҡыуаныслы — студенттар Рәсәй, республика кимә­лендә үткәрелгән спорт ярыштарында ҡатнашып, төрлө награ­даларға лайыҡ булған.

Колледж уҡытыусылары һәм студенттары, Рәсәй, республика кимә­лендәге конкурстарҙа, конференция һәм олимпиада ярыштарында әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгә­шә. Мәскәүҙә “Алтын көҙ” күргәҙ­мәһендә яуланған алтын, көмөш һәм бронза миҙалдары ла бар. 2016-2017 йылдарҙа “WorldSkills” конкурсында алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм I, II, III дәрәжә дипломдар яулап, уҡыу йортоноң данын тирә-яҡҡа таныт­ҡандар. 2018 йылда колледж “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 махсус урта белем биреү йорто” исемлегенә лә ингән. “Комсомольская правда” гәзите ойошторған “Һөнәри белем биреү буйынса иң яҡшы уҡыу йорто-2018” конкурсының “Иң яҡшы колледж” номина­цияһында бишенсе урынға лайыҡ булған. “Фәнгә бер аҙым” республика фәнни-ғәмәли конферен­цияһы ла йыл һайын ошо колледж базаһында уҙа. Студенттар төрлө кимәлдәге исемле стипендияларға лайыҡ.

Колледж әҙерләгән белгестәрҙең күбеһе әле Себер тарафтарында, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа, күрше республикаларҙа уңышлы эшләп йөрөй, үҙ төҙөлөш ойошмаларын булдырып, эшҡыуар булып киткәндәр ҙә бихисап.

Студенттар производство практи­каһын ҡаланың һөт-консерва комбинатында, һыра, шәкәр заводтарында, элеваторҙа, “Мастер-А” ойош­ма­һында, баш ҡалабыҙҙың “НУМИК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт­тәрендә үтә. Уҡыу йортон тамам­лаусы­ларҙың күпселеге белемен артабан Башҡортостан дәүләт аграр университетында, Башҡорт дәүләт универ­ситетының Стәрле­тамаҡ филиалында дауам итә.

Башҡортостандың Мәғариф ми­нистр­лығы ярҙамында белем усағын­да “Төҙөлөш тармағында техниктар­ҙың һөнәри компетен­цияһын формалаш­тырыуҙың дуаль моделе” темаһына инновациялы майҙансыҡ эшләй башланы. Әле уҡыу йортонда матди-техник базаны яҡшыртыу, тыуҙырылған шарттарҙы артабан камиллаштырыу, уҡыу корпустарын һәм дөйөм ятаҡты ремонтлау эштәре алып барыла.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 32

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 34

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 37

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 42

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 38

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 56

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 48

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 62

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 68

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була 31.07.2025 // Иҡтисад

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була...

Тотош уҡырға 69