Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ярҙаммы, әллә талаумы?

Рәсәй Президенты Владимир Путин микрофинанс ойошмаларының эшен көйләү бурысын ҡуйҙы.

Айгөл бығаса ауылда йәшәне. Әсәлек капиталын да файҙаланып, иптәше менән иркен йорт һалып инделәр. Тәүҙә аҙ-маҙ эскеләгән ире торараҡ “йәшел йылан” менән ныҡлап дуҫлашты. Ҡыҙмаса булып алған иптәше бөтөнләй икенсе кешегә әүерелә – өйҙә тауыш сығара, ҡатынына ҡул күтәрә башлай. Ахырҙа түҙемлеге бөткән ҡатын ике ҡыҙы менән баш ҡалаға сығып китә. Ҡуртымға фатир табып, эшкә урынлаша. Фатирға алдан түләргә ҡушҡас, “До зарплаты”нан аҡса барып ала, бер аҙҙан – алғанын ҡаплар өсөн икенсеһенән... Шулай итеп, бирәсәген ваҡытында түләй алмаған ҡатындың хәтһеҙ бурысы йыйыла.

– Банк карталарына арест һалдылар, шуға хәҙер бөтә ерҙә лә теркәлмәйенсә эшләйем, хеҙмәт хаҡын ҡулға алам, – тине ул.
– Ә ниңә бурысыңды түләп ҡуймайһың? Үҙеңә тынысыраҡ булыр ине, – тип кәңәш бирәм.

– Эй, ағай, ул хаҡта уйларға ла ҡурҡам. Өс йөҙ мең һумға яҡын бурыс йыйылған. Бына судҡа саҡырыу ҡағыҙы килде. Ул тиклемде нисек түләйем бер эш хаҡынан...

Бер ҡараһаң, бөгөн мөйөш һайын биш минут эсендә аҡса бирергә әҙер торған микрофинанс ойошмалары халыҡ өсөн бик тә ҡулайлы кеүек. Клиенттан бары паспорт ҡына талап ителә, бихисап белешмә юллап йөрөйһө лә түгел. Икенсе төрлө әйткәндә, уны ҡапыл мохтажлыҡ килеп тыуған, башҡа сараһы ҡалмаған кешеләр ала. Мәҫәлән, ят ҡалаға эш менән килдең икән. Кинәт аҡсаң бөттө йәки юғалттың, ти, ә үтескә алып торорға берәү ҙә юҡ. Унан бәғзеләр ғәҙәти банктарҙа ҡара исемлеккә ингән. Тап шуға ла бындай “йомарт ойошмалар” юлын тапаусыларҙың арта барыуы ғәжәп түгел.

Әйткәндәй, микрофинанс ойошмалары тәүҙә Бангладешта мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү йөҙөнән барлыҡҡа килә. Бындай йүнәлештәге банк асыуҙы 1976 йылда миллионер Мөхәммәт Юныс тәҡдим итә, һәм “Грамин банк” тигән ойошма барлыҡҡа килә. Ул беҙҙеңсә “Ауыл банкы” тип тәржемә ителә. Төп маҡсаты яңы ғына бойондороҡһоҙлоҡ яулаған дәүләттең ярлы крәҫтиәндәренә ярҙам йөҙөнән микрокредит биреү була, сөнки ер эшсәндәре үҙҙәре етештергән тауарҙы һатҡансы шаҡтай ваҡыт үтә. 2006 йылда банкты ойошторған Мөхәммәт Юныс һәм уның ойошмаһы ярлыларға финанс ярҙам күрһәткән өсөн Нобель премияһына лайыҡ була.

Рәсәйҙә тәүге микрофинанс ойошмалары күптән түгел барлыҡҡа килде. Быға шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм башҡа кешеләрҙең ҙур күләмдә булмаған аҡсаға мохтажлығы һәм әүҙемлеге төп сәбәп ине.

Тәү ҡарауға микрокредиттарҙы ҡапылда аҡсаһы булмаған, етеш йәшәмәгән кешеләр ала, тип уйларға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Баҡтиһәң, займдар системаһы бөгөн ҡулланыусылар йәмғиәтендә киң таралған. Йәшәү кимәле юғары иҫәпләнгән илдәрҙә лә уның тоҙағына эләккәндәр етерлек икән.

Был юҫыҡта Башҡортостан төбәктә эшләп килгән микрозаймдар буйынса Рәсәйҙә беренсе урында. Быны мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй. 2018 йылдың 1 ғинуарына дүрт миллионлы Башҡортостан граждандары эш хаҡына тиклем 8,5 миллиард һум кредит алған. Был хатта 12 миллион халҡы булған Мәскәүҙән дә күберәк. Баш ҡала халҡы 7,6 миллиард һум микрозайм алып, икенсе баҫҡысты биләгән.

Ҡағиҙә булараҡ, был ойошмалар бурысты күп суммала бирмәй. Ә тиҙ генә аҡса табыуға шатланып бөтә алмаған клиент уның проценты шаҡтай тиҙ йыйыласағы хаҡында уйламай. Мәҫәлән, алты көнгә 2,5 процент менән 30 мең һум самаһы аҡса алдың, ти. Һанап ҡарағыҙ: бер аҙнала алған бурысыңды биш мең һумға арттырып бирергә тура киләсәк. Ә бит уны ваҡытында ҡайтара алмағандар ҙа бихисап. Вәғәҙә биреп алған кредитты ҡайтарыу бер айға, ике айға һуҙылды, ти. Тап шуға ла хатта ярты йыллап йөрөп, 30 меңдән бер нисә йөҙ меңгә бурысҡа батҡандар, уныһын ҡаплау өсөн фатирын һатҡандар ҙа юҡ түгел арабыҙҙа.

Үҙәк банктың рәсми мәғлүмәттәре буйынса, былтыр тәүге йылдың яртыһында ике мең самаһы легаль булмаған МФО асыҡланған. Был былтырғы ошо осорҙағы күрһәткестән ике тапҡырға артығыраҡ. Белгестәр көйләү реестрына инмәгән мохтаждар кеҫәһенә инеп байыған ойошмаларҙың һаны өс тапҡырға күберәк тип белдерә.

Дөйөм алғанда, илдә 10 миллион самаһы кеше МФО клиенты булып иҫәпләнә. Был эшкә яраҡлы халыҡтың 13 проценты тигән һүҙ. Улар тарафынан бирелгән ҡулланыу кредиты 148 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙың йыллыҡ проценты бер меңгә ҡәҙәр, ә ҡайһы ваҡыт артып та китә.

Эйе, бөгөн тап ошо өлкәлә әленән-әле ығы-зығы сығып тора, бурысын түләй алмағандарҙы коллекторҙар тип йөрөткән һөнәр эйәләре менән ҡурҡыталар, йорттарына баҫып инәләр, мөлкәтен тартып алыу менән янайҙар. Бындай тәртипһеҙлек, әлбиттә, бөгөн закон сығарыу вәкилдәрен дә, башҡарма власты ла ҡәнәғәтләндермәй. Тап шуға ла Рәсәй Президенты күптән түгел Үҙәк банкка был йүнәлештә эште көйләү бурысын ҡуйҙы. Владимир Путин билдәләүенсә, көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда кешегә ярҙам итергә тейешле ойошмалар саманан тыш шашып, эшмәкәр­леген халыҡты талауға йүнәлткән.

Тап шуға ла яңы законда йыйылған бурысты, пеня, штрафтарҙы түләтеү һәм башҡа яуаплылыҡ өсөн нормалар индереләсәк. Әлбиттә, төп яңылыҡ шуға ҡайтып ҡала – әгәр ҙә заем Рәсәй банкының реестрына индерелмәгән ялған МФО-нан бирелә икән, улар йыйылған бурысты суд аша хәл итә алмай.

Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе Анатолий Аксаков һүҙҙәренә ҡарағанда, законда шулай уҡ лицензияһы булмаған ойошмаларға аҡса бирергә ярамауы, шул уҡ ваҡытта бурысты талап итеүҙе тыймауы хаҡында ла үҙгәрештәр индереләсәк. Нимә генә тимә, бындай ойошмалар юғары проценттар менән эш итә. Ә инде бурысты кире ҡайтара алмаған хәлдә, ҡара коллек­торҙарҙы эшкә егәләр. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ул ойошмаларҙа кредит ставкаһы көнөнә дүрт процентҡа барып етә.

Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектында күрһәтелгән бөтә талаптарҙы тәүҙә бер юлы индереүҙе талап итһә, Үҙәк Банк быны бер-бер артлы тормошҡа ашырырға кәрәк тигән ҡарашта. “Барлыҡ төҙәтмәләрҙе бер юлы ҡабул итһәк, микрофинанс баҙарында рәсми эшләгән ойошмаларҙың 80 проценты йәшерен эш итеүгә күсәсәк”, – тип аңлата бының сәбәбен банк хеҙмәткәрҙәре.

МФО-ларға ҡағылған мөһим үҙгәреш – тәүҙә кредит ставкаһын кәметеү. Мәҫәлән, улар өсөн бурыс төп сумманан өс тапҡырға артырға тейеш түгел. Әйтәйек, алған кредит 10 мең һум булһа, теләһә ҡайһы осраҡта ла клиент 30 меңдән артыҡ түләмәйәсәк. Элек былай мөмкин түгел ине.
Яңы закон проекты 2020 йылдың 1 ғин­уарынан бындай арттырыуҙы бер ярым тапҡырға тиклем сикләй. Ошонан алып МФО биргән иң юғары кредит йыллыҡ ставкаһы 150 проценттан артмаясаҡ. Быйылдан иһә алған бурысты түләтеү бары законлы эшләгән коллектор агентлыҡтарына тапшырыла.

Морат ХАФИЗОВ, иҡтисад белгесе:
– МФО-ларға мөрәжәғәт итер алдынан тәүҙә аҡсаны башҡа урында табыу мөмкинлеге хаҡында уйларға кәңәш итер инем. Мәҫәлән, туғандарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан. Эш урынында аванс итеп алырға ла мөмкин. Башҡа юл булмағанда ғына микрозайм ойошмаһына юлланығыҙ.

Миләүшә ҒӘБИТОВА, уҡытыусы:
– Владимир Путиндың ошо өлкәләге тәртипһеҙлекте көйләү тураһындағы хәбәрен ишеткәс, ҡыуандым. Ысынлап та, бөгөн был юҫыҡта кәмселектәр күп. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү йөҙөнән эш башлаған ойошмалар, киреһенсә, уларҙы талауға йүнәлеш алды. Шул арҡала бурысҡа батҡан танышым хатта үҙ-үҙенә ҡул һалды.


Автор: Венер ИСХАҠОВ әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә