Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Азат АРЫҪЛАНОВ: “Ошо ергә ереккәнмен”
Бүздәк районының ҡеүәте ҙур.

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов сағыштырмаса йәш етәкселәрҙән булһа ла, ерлекле хужа – ошо төбәктә, Сабай ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, тыуған ерендә иҡтисадсы булып хеҙмәт юлын башлаған, төрлө яуап­лы вазифала тәжрибә туплап, йүнсел ойоштороусы данын яулаған. 2017 йылдан район хакимиәте башлығы вазифаһында. Уның менән райондың тормошо тураһында бер тынала һөйләштек: етәксе бүздәктәрҙең йәшәйеше, уңыштары һәм проблемалары хаҡында яҡшы белә, яҡташтары өсөн бар күңелен һалып эшләй.

– Азат Марат улы, илдәге һәм рес­пуб­ликалағы ниндәй ваҡиғалар ра­йон­дағы башҡарма властың эш­­мә­­кәрлек йүнә­лешен билдәләй?
– 2018 йылда Рәсәй Президентының “май указдары” донъя күрҙе, уларҙа ки­ләһе алты йылға бурыстар билдә­ләнгән. Был документ буйынса эш республика кимәлендә генә түгел, муници­палитеттарҙа ла алып барыла.
Бүздәк районына килгәндә, социаль-иҡтисади үҫеш планы буйынса алға ба­рабыҙ: ауылдар төҙөкләндерелә, торлаҡ һалына, социаль тармаҡ үҫешә. Ғөмүмән, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу йәһә­тенән төрлө саралар күрелә. Ә пробле­маларҙы хәл итеү өсөн, иң мөһиме, етештереү ҡеүәтенең ныҡлы запасы һәм кешеләрҙең эшләргә теләге бар.

Һандарға килгәндә, сәнәғәт етештереү өлкә­һендәге уңыштар республиканың урта күрһәткестәренән юғарыраҡ: 2017 йылғы һандар менән сағыштырғанда, былтыр 30 процентҡа күберәк уңышҡа өлгә­шелгән. Һис шикһеҙ, район сәнәғәте ло­комотивы ролен Бүздәк консерва комбинаты үтәй. Предприятиела етеште­рел­гән тауарҙарҙың ассортиментын киңәйтеү һәм юғары технологиялы ҡорамалдар ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән дә консерва комбинаты әүҙемлек күрһәтә: 2018 йылдан башлап “Бүздәк” бренды менән етештереүҙә юғары технологиялы ҡоролмалар ҡулланыуҙы ойоштороу проекты тормошҡа ашырыла башланы. Был етештереү ҡеүәтен арттырыуҙы, майҙан­ды ҙурайтыуҙы күҙаллай. Проект бик перспективалы, 365 миллион һум самаһы фи­нанс һалыуҙы талап итә, 152 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Проектты 2022 йыл­ға тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

– Эйе, район үҫеше өсөн инвестициялар булыуы мөһим. Был йәһәттән телгә алырлыҡ уңыштар бармы? Ә федераль һәм республика ҡаҙна­һынан өҫтәмә финанс йәлеп итеү йәһәтенән нимәләр эшләнә?

– Ниндәй ҙә булһа хеҙмәт һөҙөмтәле булһын өсөн, иң тәүҙә үҙ-ара ышаныс, эш­тә асыҡлыҡ кәрәк. Район иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән эҙ­мә-эҙлекле, тотороҡло эш алып барыу һө­ҙөмтәһе булараҡ, республика ғына түгел, ил кимәлендә билдәле предприя­тие­ларҙың эшмәкәрлеген атарға була. Үрҙә телгә алған консерва комбинаты, “Башҡортостан ит компанияһы”, “Хәбиб­рах­манов” крәҫтиән (фермер) хужалығы теплицалары тауарҙары менән таныштырып тороу кәрәкмәй: халыҡ уларҙы таный, тауарын ҡуллана, сифаты хаҡында белә.

2017 йылда Бүздәк районында үҙенсәлекле рекорд ҡуйылғайны – йәлеп ителгән инвестициялар күләме 3,3 миллиард һумға етте. Тимәк, кеше башына 114 мең һум аҡса тура килә тигән һүҙ: был — Өфө районынан ҡала, республикалағы икенсе күрһәткес.

Унан тыш, “Таврос” компаниялар төркөмөнә ҡараған “Башҡортостан ит компанияһы” Бүздәк ерендә селекция-генетик үҙәге асыу өсөн ҙур инвестиция йәлеп итте, проект тамамланыу өҫтөндә. Ошонан һуң эре финанс һалыу эстафетаһын Бүздәк консерва комбинаты дауам итәсәк: унда етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу бара.

Райондың башҡа сәнәғәт предприятиелары ла ярайһы уңышлы үҫешә. Мәҫәлән, былтыр эшләй башлаған урындағы металл прокатлау заводы ошо ваҡыт арауығында етештереү ҡеүәтен дүрт тапҡырға арттырған.
Сауҙа һәм халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә лә һөҙөмтәләр ыңғай: ваҡлап һатыу күләме 13 процентҡа артҡан, был халыҡтың килеме ҙурайыуына ишара яһай.

– Шулай ҙа Бүздәк районы – тәүге сиратта, ауыл хужалығы өҫтөнлөк иткән төбәктәрҙең береһе.
– Был йәһәттән дә телгә алырлыҡ уңыштарыбыҙ бар. Былтыр ауыл хужалығы продукцияһының тулайым етештереү күләме 3,5 миллиард һумдан ашып китте, 2017 йылдағы күрһәткес менән сағыштырғанда, 6,7 процентҡа күберәк. Әлбиттә, ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләттең маҡсатҡа йүнәлешле ярҙам күрһәтеүе лә әһәмиәткә эйә: былтыр, мәҫәлән, улар 236 миллион һум аҡса үҙләштергән.
Ауыл хужалығы культуралары үҫкән саҡта ҡоро һауа шарттары торһа ла, ва­ҡы­тында агротехник алымдар ҡулланыу, ашламалар индереү, ҡоротҡостарҙан һаҡлау һөҙөмтәһендә былтыр иген культураларынан мул уңыш йыйып алдыҡ: бер гектарҙан уртаса 20,5 центнер (айырым хужалыҡтарҙа гектарынан 26 центнерға ла етте) самаһы уңыш сыҡты, дөйөм күрһәткес – 95,7 мең тонна.

Беҙҙең район сөгөлдөр сәсеү буйынса алдынғы төбәктәрҙән һанала. Был техник культураның уртаса уңыш күрһәткесе – гектарынан 358 центнер. 2018 йылдағы тулайым уңыш 226,5 мең тонна (2017 йылдағынан 26 мең тоннаға күберәк) тәшкил итте, сөгөлдөр тулыһынса эшкәртеү заводтарына оҙатылды.

Туғыҙ гектар майҙанды биләгән “Бүздәк” теплица комплексында йәшелсә үҫтерәләр – тулайым уңыш 10 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән. 1088 гектар майҙанда гәрсис, рапс, соя кеүек культуралар сәсеп тә, ярайһы уңыш алдыҡ.

Йыл һайын уңыш сифатын яҡшыртыу өсөн элиталы орлоҡтар һатып алабыҙ, сәсеүлектәргә ваҡытында ашлама индереү буйынса республикала өсөнсө урында барабыҙ. Уңыш кимәле юғары булыуҙа хужалыҡтарҙың матди-техник базаһы даими яңыртылып тороуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, былтыр районда 215,7 миллион һумлыҡ дүрт тиҫтә берә­мектән ашыу ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алынған.
Малсылыҡ тармағы ла төп йүнәлеш­тәрҙең береһе булып тора. 19 ферма эшләй, былтыр һигеҙ мең тонна самаһы ит етештерелгән, 32 тоннаға яҡын һөт һауылған. Урындағы ике крәҫтиән (фермер) хужалығы малсылыҡ буйынса дәүләт ярҙамын алды. Уларҙың береһе “симменталь” тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнә.

Әлбиттә, ауыл хужалығы тармағында эштәр көйлө барһын өсөн матди-техник базаның ныҡлығы ғына етмәй, тәүге сиратта ерҙе яратҡан, унда эшләй белгән кадрҙарҙың булыуы мөһим. Быйыл Бүздәккә ике йәш белгес эшкә ҡайтты. Әлеге ваҡытта өс тиҫтәгә яҡын егет һәм ҡыҙ Башҡорт дәүләт аграр университетында һәм ауыл хужалығы буйынса махсуслашҡан колледждарҙа уҡый. Киләсәктә улар тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайтыр, йәнтөйәккә файҙа килтерер тип өмөтләнәм.

– Эшҡыуарлыҡ йәһәтенән телгә алырлыҡ ҡаҙаныштар бармы?
– Райондың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ даирәһенә килгәндә, һүҙ барлыҡ иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре менән шөғөлләнгән 535 субъект тураһында бара. Улар иҫәбенә 426 шәхси эшҡыуар, 63 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм башҡа ойошмалар инә. Дөйөм алғанда, эшҡыуарлыҡ даирәһе райондың 63,7 процент мәшғүллеген тәьмин итә.
Өҫтөнлөк сауҙа тармағында булһа ла, етештереү менән шөғөлләнгән предприя­тиеларҙың ҡаҙаныштары ла һиҙелерлек. Алты урта һәм бәләкәй етештереү ойошмалары араһында, әлбиттә, “Бүздәк консерва комбинаты” алдынғылыҡты бирмәй. Металл прокатлау заводы ла етештереү ҡеүәтенең ҙур икәнлеген иҫбатланы.

– Халыҡты көнкүреш хеҙмәтлән­дереү тармағы социаль һәм иҡтисади йәһәттән мөһим йүнәлеш булып тора. Ошо хаҡта ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү структураһында халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү тармағы 4,8 процент күләм биләй, уларҙың барыһы ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары. Районда йүнселдәргә финанс, мөлкәт, мәғлүмәти-консультация, ойоштороу ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән махсус инфраструктура булдырылған, махсус программа эшләй. Уның буйынса быйыл ике шәхси эшҡыуарлыҡ субъекты финанс ярҙамы алды. Дөйөм һандарға килгәндә, 826,9 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән, шул иҫәптән урындағы ҡаҙнанан — 350 мең һумлыҡ, федераль ҡаҙна менән берлектә финанслау нигеҙендә – 476, 9 мең һумлыҡ.

– Хеҙмәт баҙарында хәлдәр нисек? Кадрҙарға ҡытлыҡ тойоламы?
– Йыл башынан эш биреүселәр 236 вакансия буйынса ихтыяж барлығын белдергән, 1329 вакансия тәҡдим ителгән. Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеш 0,5 процент самаһы. Йыл башынан 332 кеше эшкә урынлаштырылған, шул иҫәптән 42 уҡыусы каникул осоронда ваҡытлыса мәшғүл булған. Һөнәри белем алырға 62 эшһеҙ йүнәлтелгән, уларҙың икәүһе – пенсионер.
Йыл башынан төрлө йәмәғәт эшендә ҡатнашыусыларҙың һаны алты тиҫтәгә етһә, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнеү өсөн ике эшһеҙ кешегә 58 800 һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы күрһәтелгән. Хеҙмәткә яраҡлы инвалидтар һаны 643-кә тиң, уларҙың һигеҙ тиҫтәнән ашыуы эшкә урынлаш­тырылған. Әлбиттә, план буйынса был һан 128 булырға тейеш, әммә әлегә бына ошондай күрһәткестәр ғәмәлдә.

– Райондың иң ҙур социаль йүнә­лешле структураларының береһе – мәғариф өлкәһендәге хәлдәр нисек?
– Мәғариф өлкәһен үҫтереү беҙҙең райондың өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади йүнәлештәренең береһе булып тора. Бының өсөн урындағы ҡаҙнаның яртыһынан ашыуы тотонола. Районда 54 мәғариф учреждениеһы эшләй: 24 мәктәп, 28 балалар баҡсаһы (уларҙың алтыһы — мәктәптәге махсус төркөмдәр), ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы.

Мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу – көнүҙәк мәсьәлә, был йәһәттән әлеге ваҡытта капиталь ремонт үткәреләсәк мәғариф учреждениелары билдәле, унан тыш, күптән түгел 375 урынлыҡ яңы мәктәп проекты экспертизаһын тамамлап, яуаплы органдарҙан рөхсәт алдыҡ. Ике миллион һумлыҡ проектты урындағы ҡаҙнанан финансланыҡ. План буйынса яңы мәғариф учреждениеһы 2020 йылда төҙөлә башларға тейеш, бының өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленәсәк тип өмөтләнәбеҙ. Объект район үҙәгендәге мәктәптәрҙәге икенсе сменаны бөтөрөү мәсьәләһен хәл итәсәк.

Районда “Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәге уңышлы эшләп килә, унда 1300 самаһы бала һәм өлкән кеше шөғөлләнә. Ғөмүмән, өҫтәмә белем биреү, бигерәк тә мәктәптәрҙә бушлай булырға тейеш тип иҫәпләйем. Бала көндөң тәүге яртыһында белем алыу менән мәшғүл булһа, төштән һуң ижади, спорт, техник түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүе фарыз. Ул саҡта үҫеп килгән быуындың тәне лә, рухы ла сәләмәт була.
Әйткәндәй, былтыр мәктәп уҡыусы­ларының комплекслы спартакиадаһы һөҙөмтәләре буйынса бүздәктәр респуб­ликаның ауыл райондары араһында тәүге унау иҫәбенә инде. Ҡыҙҙар командаһы “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы бәйгеһендә Башҡортостандың бронза призеры булды. 2005 – 2006 йылғы йәш футболсылар республика Мәғариф министрлығының мини-футбол буйынса беренселегендә чемпион исемен яуланы. Дарья Маркелова исемле ҡыҙыбыҙ самбо буйынса республиканың көмөш призеры булып ҡына ҡалманы, Башҡортостан данын ил кимәлендә лә яҡланы. Рәнис Сәйфетдинов иһә – армспорт буйынса 2000 йылғы үҫмерҙәр араһында республика чемпионы.

– Халыҡ эшенән-йәшәйешенән генә түгел, етәкселектән дә ҡәнәғәт бул­һын, уға ышанһын һәм таянһын өсөн, һеҙҙеңсә, нимә эшләргә кәрәк?
– Үҙем Бүздәк ерендә тыуып үҫкәс, райондың перспективалы яҡтарын да, проблемалы өлкәләрен дә яҡшы беләм. Иҡтисадсы булараҡ, заман талаптарына яраҡлашырға, бөгөнгө шарттарҙы, мөм­кинлектәрҙе һөҙөмтәле итеп файҙаланыу юлдарын табырға тырышам. Әлбиттә, күберәк халыҡ араһына сығырға, кешеләр менән аралашырға, хужалыҡтарҙың хәлен белеп торорға кәрәк. Шул саҡта хәл-торошто күҙаллау ҙа, тулы тәртип тә буласаҡ. Бүздәктә сәмле, тырыш, берҙәм кешеләр йәшәй, райондың ҡеүәте ҙур. Киләсәктә ошоно аныҡ һөҙөмтәләр менән иҫбатларбыҙ тип ышанам.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 504

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704