Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һөт шишмәһе һайыҡмаһын
Һөт шишмәһе һайыҡмаһынБашҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ринат Хәйбрахманов — малсылыҡ тармағында күп көс, тырышлыҡ һалған, ҙур тәжрибә туплаған кеше. Ун туғыҙ йыл Борай һөтсөлөк фермаһына етәкселек иткән. Баш зоотехник эшен алып барған. Ете йыл инде “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе вазифаһын башҡара.
Йылдар дауамында ҡанына, ғәҙәтенә һеңеп ҡалған ахыры Ринат Лотфи улының: уның һәр таңы, көнө тиерлек элеккесә мал һимертеү комплексы, ферма эше менән танышыуҙан башлана. Бына бөгөн дә Р. Хәйбрахмановты эш бүлмәһендә осрата алманыҡ.
— Әле генә фермаға китте, — тине хисапсы ҡыҙҙар. Беҙ ҙә шунда юлландыҡ. Рәйес малсылар йортонда йылмайып ҡаршыланы.
Иртәнге һауым яңыраҡ ҡына тамамланған. Эштәрен теүәлләһә лә, малсылар өйҙәренә таралышырға ашыҡмай ине.
— Һәр дүшәмбелә ошолай йыйылып, уҙған аҙнаға йомғаҡ яһайбыҙ, — тине ферма мөдире Елена Шәйҙуллина.
Ә күрһәткестәре насар түгел. “Урожай” кооперативы көн һайын 52 центнер һөт һата. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, алты центнерға күберәк был. Һөт шишмәһе һайыҡмаһынПродукция нигеҙҙә беренсе сорт менән оҙатыла.
Хужалыҡ малсылары бер ваҡытта ла арттағылар рәтендә йөрөмәне.
— Район буйынса һәр саҡ беренсе урынды алып килдек, — ти элекке ферма мөдире, бөгөнгө рәйес Хәйбрахманов.
Кооператив былтырғы йылды 7 миллион һум саф табыш менән тамамланы. Финанс тотороҡлолоғо күп мәсьәләләрҙе тиҙ арала, ауырлыҡһыҙ хәл итергә мөмкинлек бирә. Һалымдар, пенсия фондына һәм башҡа түләүҙәр айҙыҡы айға күсерелеп тора. Һуңғы өс йылда ғына ла өс Т-150, өс МТЗ-82, “Полесье” мал аҙығы, дүрт “Нива” ашлыҡ комбайны, ике аҙыҡ ҡатнашмаһы яһаусы агрегат, Т-150 һәм К-700 тракторҙарына дискатор, өс сәскес һәм тупраҡ эшкәртеү машиналары һатып алынды.
Хеҙмәт хаҡы йылға бер нисә тапҡыр ҡаралып арттырыла. Шуның һөҙөмтәһендә хужалыҡ эшсәндәренең килеме арта. Мәҫәлән, һауынсылар бөгөн айына 10–12 мең һум эш хаҡы ала. Бәлки, шуғалыр ҙа “Урожай”ҙа эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Улай ғынамы әле, малсылыҡта эшләргә теләк белдереүселәр арта бара.
— Кемдер хаҡлы ялға китһә йәки башҡа урынға күсһә, уларҙың эшен һорап ике-өс кеше килә, — ти ферма мөдире.
Хужалыҡта киләсәккә өмөт менән йәшәйҙәр. Кооперативтың бөгөнгөһө — шул өмөттөң нигеҙе.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Борай районы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә