Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Туҙан булып оса Урал ҡаялары...
Туҙан булып оса Урал ҡаялары...Учалы районында тау-ташты онтап һатып байырға тырышалар
Гәзитебеҙҙең 31 март һанында “Саңғалыҡтың саңын ауыҙлыҡлап буламы?” тигән мәҡәлә баҫылғайны. Унда Учалы районындағы ҡот осҡос хәл тасуирлана: Мансур ауылы эргәһендәге “Саңғалыҡ” диорит карьерында ташты ҡырсын итеп ваҡлау арҡаһында тирә-яҡҡа ныҡ саң тарала, тәбиғәткә лә, кеше һаулығына ла зыян килә... Был – ямғыр яуғас та ергә һеңерлек тупраҡ саңы түгел, ә таш туҙаны. Ысынлап та шулай тәбиғәтте һәләк итергә тотонғандармы бында, әллә кемдәрҙер диорит карьерына ҡаршы эш алып барамы?
Карьер идаралығы эргәһенә килеп туҡтау менән саң-туҙан батшалығына эләктек: автомобилдән төшөп бер нисә аҙым атлауға салбар тубыҡҡа хәтлем ап-аҡ булды. Тәүҙә ҡағып маташтым да, файҙаһыҙ икәнен күреп, ҡул һелтәнем. Ысынлап та, тирә-яҡ элекке аҡлы-ҡаралы фотоны хәтерләтә: бөтөн нәмә аҡ һәм ҡара төҫтә генә, төҫлө бер әйбер ҙә юҡ! Алыҫта күренгән Урал тауҙарының йәшеллеге генә күҙҙәремдең ғәйепле түгеллеген раҫлай. Территорияға үткәреүсе ҡарауылсы бүлмәһенә инәбеҙ. Иҙәндәге саңда һаҡсы егеттең ботинка эҙҙәре ярылып ята...
– Көнөнә нисә тапҡыр йыуалар һуң проходной иҙәнен? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Бер тапҡыр инде, бүтәнсә нисек булһын, – ти һаҡсы.
Таш онтаусы ҡоролмалар геүләп эшләй, транспортер таҫмалары онталған ҡырсынташты тимер юл составына тейәй. Ундай ҡоролмаларҙы ғына күргән бар, ә бына ҙурТуҙан булып оса Урал ҡаялары... тоҡтарға оҡшағандары нимә икән һуң, әллә ҡойманы шулай эшләйҙәрме бында...
– Нимә улар? – тип төпсөнәм.
– Ҙур йөк ташыусы автомашиналарҙың покрышкалары өйөп ҡуйылған.
– Ап-аҡ покрышкалар ҙа буламы ни?
– Туҙан баҫҡанға шулай.
Бүтән ундай бер ҡатлы һорауҙар бирмәҫкә булдым. Хәйер, күргәнем дә беҙҙең гәзиттә сыҡҡандың дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инандыра. Башта уҡ телгә алынған мәҡәләлә Мансур ауыл Советы муниципаль берәмеге башлығы Шамил Ғәлиәхмәтов менән балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Лидиә Мостафина карьерҙа саң тотоусы фильтрҙарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәмәүҙәренең асыҡланыуы, саң йотоп йөрөүҙең кеше организмына мотлаҡ зыянлы булыуы, хатта мал да саң ҡунған үләнде ашай алмай интегеүе тураһында һөйләгәйне. Һуңғы йылдарҙа хәл айырыуса ҡырҡыуланған икән, ни тиһәң дә, саңды баҫып торорлоҡ яуым-төшөм аҙ булды бит, ҡыш та ҡар йоҡа ятты. Емеш-еләк ағастарын, йәшелсәне лә таш туҙаны баҫа икән. Иртән эшкә барырға сыҡҡанда күтәрмәгә баҫып булмай – ҡалын һоро саң ҡатламы ҡуна, тип зарлана ауыл кешеләре. Ә мин үҙем, мәҫәлән, Мансур ауылында карьерҙа таш шартлатыу арҡаһында стенаһында ярыҡтар барлыҡҡа килгән йортто ла күргәйнем.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, “Саңғалыҡ” диорит карьеры” йәмғиәтен ябып ҡуйыу урындағы халыҡты эшһеҙ ҡалдырасаҡ. Ағиҙел ҡалаһын, республикалағы ҡайһы бер урман ҡасабаларын шундай яҙмышҡа дусар итеүҙең нимәгә килтереүен бөтәбеҙ ҙә күреп торабыҙ бит. Шуға күрә Мансур ауылы халҡының республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итеүенә лә, һөҙөмтәлә Учалы район-ара прокуратураһы юллауы буйынса 26 мартта Учалы район судының предприятие эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатырға ҡарар итеүенә лә төрлө кеше төрлөсә ҡараны. Дөрөҫ, Юғары суд был ҡарарҙы юҡҡа сығарҙы һәм штраф һалыу менән генә сикләнде. Алты көн эшләмәй ултырыу арҡаһында “Саңғалыҡ” карьеры 10 миллион һумға яҡын иҡтисади зыян күрҙе, эшселәр айлыҡ хеҙмәт хаҡының өстән ике өлөшөн генә алды (закон буйынса шулай). Тағы ла бер нәмәне инҡар итеп булмай: “Саңғалыҡ”тың урындағы бюджетҡа һалым күсереп тороуы һөҙөмтәһендә Мансур ауылы – үҙ-үҙен аҫрай алған бик һирәк биләмәләрҙең береһе.
Туҙан булып оса Урал ҡаялары...Тимәк, һаулыҡҡа һәм тәбиғәткә ҙур зыян килтереп булһа ла аҡса эшләргәме? Ғаиләне аҫрарға кәрәк... Әллә бүтән юлдары бармы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, предприятие директоры Валерий Билаловтың был мәсьәләгә ҡарата фекерен белеп булманы – Өфөнән үк шылтыратып осрашырға һүҙ ҡуйышһаҡ та, Учалы районына килгәс, уның кеҫә телефонына шылтыратып, тағы хәтеренә төшөрһәм дә, мин предприятиеға килеүгә ул ҡайҙалыр киткән булып сыҡты. Бәлки, хәл итеү юлын үҙе лә аныҡ ҡына белмәйҙер. Әлегә иҫкереп бөткән һәм алмаштырыуҙы талап иткән бер нисә саң һурҙырғыс ҡоролма ғына тора. Уларҙан әллә ни фәтүә юҡлығын самалау өсөн белгес булыу ҙа кәрәкмәй, территория буйлап саң-туҙанға батып бер аҙ йөрөп алыу ҙа етә. Шуға күрә йыш ҡына Учалынан һыу ташыусы машина саҡырып саң өҫтөнә һыу һиптереп сығабыҙ, тинеләр предприятиела. Быныһы Рәсәй властары күптән тылҡыған “инновация” булалыр инде.
Был тарих беҙгә өс һабаҡ бирә:
беренсенән, әллә ҡасандан күҙгә бәреп торған, өҫкә ҡолап төшөп барған проблеманы хәл итеү өсөн дә мотлаҡ республика етәксеһенә хат яҙырға кәрәк. Шунан һуң ғына прокуратура ла, суд та, экологтар ҙа дәррәү эшкә тотона;
икенсенән, экологик проблеманы уңышлы хәл итеү мөмкинлеге шик тыуҙыра. Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе Рәшит Килдейәров Мансур ауылы халҡы менән осрашҡанда былай тине: “Хәл үҙгәрмәһә, беҙ енәйәт эше ҡуҙғатыуға тиклем барып етәсәкбеҙ”. Тимәк, тәжрибәле эколог был мәсьәләнең ТЕЙЕШЕНСӘ хәл ителәсәгенә үҙе лә бик ышанып бөтмәй. Карьерҙың хужаһы – “Милли руда булмаған компания” акционерҙар йәмғиәте етәкселеге – Мәскәүҙә ултыра. Уларҙы, ай-һай, тыңлатып булырмы икән... Саң аулағыс ҡоролмалар һатып алыу ғына ла тиҫтәләрсә миллион һумға төшәсәк, тиҙәр. Был туҙанды ҡайҙалыр ташыу ҙа сығымдар талап итәсәк, ҡалдыҡтар һалыу өсөн дәүләт теркәүе үткән махсус майҙансыҡ та әҙерләргә кәрәк һ.б. Былар береһе лә табыш килтермәй бит, уны фәҡәт кәметә генә.
өсөнсөнән, иң мөһим мәсьәлә хәл ителмәй, һәм ул проблема ҙурая ғына бара: беҙ ҡасанға хәтлем ата-бабаларыбыҙ баҫып йөрөгән тау-ташты онтап һатып кәсеп итербеҙ, шуны “баҙар иҡтисады” тип маһайырбыҙмы икән? Мансур предприятиеһы тап шулай эшләй: карьер ятҡылығын ҡырсынташ итеп онтап, вагондарға тейәп оҙата. Бүтән бер төрлө продукция ла етештермәй! Ә ҡайҙа әҙер тауар? Таштан шымартып эшләнгән йөҙләү плитәләре, башҡа төрлө йыһаз етештерергә тырышып ҡарағандар – барып сыҡмаған, сөнки ысын баҙар иҡтисадында конкуренция тигән нәмә бар! Был инде ташты онтап, вагонға тейәп ебәреү түгел... Өфө кибеттәрендә Учалы предприятиелары яһаған йәшмә йәки бүтән таш сувенирҙар күргәнегеҙ бармы? “Учалыла эшләнгән” тип яҙылған башҡа ниндәйҙер әйбер осрата алдығыҙмы? Ғәзиз тыуған ерҙең тау-ташын ҡырсын итеп ваҡлап һатыусы ниндәй иҡтисад икән һуң ул? Хәйер, ул беҙгә генә ғәзиз ер, Мәскәү эшҡыуарҙары өсөн – сираттағы карьер, эшкәртелеп бөткәс тә онотасаҡтар.
Улар онотор ҙа, ә беҙ ҡалырбыҙ. Тик бына ниндәй ерҙә? Беҙ Мансур ятҡылығында булғанда таш тултырыусы ҡоролмалар аҫтында тимер юл вагондарының оҙон составы тора ине. Тәүлегенә өс мең кубометрҙан ашыу ҡырсынташ тейәп оҙатабыҙ, тип аңлаттылар. Предприятиеның беренсе йыл ғына эшләмәүен иҫәпкә алғанда, күпме таш оҙатылыуын яҡынса күҙ алдына килтерергә була. Теләһә ниндәй таш түгел бит әле – диорит һәм габбро-диорит ҡатламы ғына. Күрәһең, беҙҙең габбро-диоритты иң осһоҙға һатырға мөмкин, юҡһа улай күпләп алмаҫтар ҙа ине. Шуны белге килә: Уралдың уртаса бер ҡаяһы нисә мең кубометр тәшкил итә икән? Аңлайым, был – риторик һорау ғына...
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


  1. Читатель
    Читатель от 27.05.2012, 01:02
    Уважаемый журналист!Bы опубликовали эту статью...А что дальше? Или вы будете разговаривать с чиновниками,чтоб приняли какие-то меры? Ваша стаья мне понравилась,тема очень серьезная.Обидно за матушку-природу.Спасибо,Рашит,за хорошую статью!

Комментарий өҫтәргә