Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж

Урал аръяғы эшҡыуарҙары тәжрибә уртаҡлашты.

Учалы ҡалаһында “Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ көнө” уҙғарылды. Республикала был байрамды билдәләү хәҙер йолаға әүерелһә лә, Урал аръяғы райондары эшҡыуарҙары өсөн ул тәүге тапҡыр ойошторолдо. Форумда Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Вадим Үтәшев, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев, Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды генераль директоры Айҙар Хәлилов, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә танылыу яулаған әйҙәүсе эксперттар, Урал аръяғы райондары эшҡыуарҙары ҡатнашты.

Власть һәм бизнес – уҙаҡташтар

— Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү – республика һәм урындағы власть органдарының төп бурыстарының береһе. Эшҡыуарлыҡ көнө – республикала бизнесты үҫтереү майҙаны ул. Эшҡыуарлыҡ берләшмәләренең әүҙемлеген арттырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү юлдары менән таныштырыу, муниципаль-ара бәйләнештең сифатын яҡ­шыртыу — форумдың төп маҡсаты. Йыл һайын беҙ уны үткәреү буйынса яңы алымдар ҡулланабыҙ, ҡыҙыҡлы спикерҙарҙы йәлеп итәбеҙ. Быйыл мөһим сараның Урал аръяғында уҙғарылыуы осраҡлы түгел, сөнки был төбәккә дәүләт программалары нигеҙендә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә — республикаға бүленгән субсидияларҙың өстән бер өлөшө тап Урал аръяғы райондарына йүнәлтелә, — тип телмәр тотто Вадим Үтәшев.

Форум ҡунаҡтарын тәбрикләп, Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле, үҫеш перспективалары менән таныштырҙы. Мөһим форумды үткәреү бурысы юҡҡа ғына учалыларға тапшырылмаған. Бында эшҡыуарлыҡ өлкәһендә өйрәнерлек тәжрибә байтаҡ.

— Һуңғы йылдарҙа Учалыла власть менән эшҡыуарлыҡтың партнерҙарса хеҙмәт итеүе өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыла. Биш йыл арауығында 79 эшҡыуарға федераль, республика һәм урындағы ҡаҙнанан 53 миллиондан ашыу һум күләмендә финанс ярҙамы күрһә­телде. Районда үҙ эшен асырға батыр­сылыҡ итеүселәр йылдан-йыл арта. Бөгөн 297 эшҡыуар уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Барыбыҙҙың да бурыстары уртаҡ — производствоны һәм социаль өлкәне үҫтереү, район халҡының көнкүреш кимәлен күтәреү, яңы эш урындары булдырыу. Артабан да беҙҙең мөнәсәбәт­тәрҙең шулай асыҡ, ышаныслы булыуын теләйем, — тине Фәрит Фәтих улы сығышында.

Учалы районы муниципалитеттар араһында беренселәрҙән булып Башҡортостан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөгән. Уға ярашлы, эшҡыуарҙар өсөн уҡыуҙар, семинарҙар уҙғарыла, төбәк лизинг фонды аша финанс ярҙамы күрһәтелә, микрозаймдар бирелә. Шулай уҡ республика Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды гарантия фонды иҫәбенә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы булып сығыш яһай ала. Был турала уның генераль директоры Айҙар Хәлилов бәйән итте.

Форумдың ғәмәли өлөшөндә “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре, семи­нарҙар, тренингтар һәм эшлекле уйындар үткәрелде. Эшҡыуарҙар бер-береһе менән аралашты, тәжрибә уртаҡлашты, уңыш­тарға һөйөндө.

Дәүләт мохтаждарҙы хәстәрләй

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ үҫеш ала. Ул – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының социаль пробле­маларҙы хәл итеүгә йүнәл­телгән яуаплы эшмәкәрлеге. Граж­дандарға һөнәри йүнәлеш биреү, мәшғүл­леккә ярҙамды ла индереп, эш менән тәьмин итеү, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, һаулыҡ һаҡлау, физик культура һәм күп халыҡты йәлеп иткән спорт, балалар һәм йәштәр түңәрәктәрендә, секцияларҙа, студияларҙа дәрестәр үткәреү һәм башҡа төр эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала социаль эшҡыуарлыҡ. Ошо өлкәлә эшҡыуарҙарға байтаҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә, уларҙы дәртләндереү маҡсатында төрлө конкурстар уҙғарыла.

Социаль эшҡыуарлыҡтың үҫеш юлдары, проекттарҙы финанслау, гранттар алыу тураһында Республика социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова бәйән итте.

— Тормош һәр ваҡыт үҙгәреп торған кеүек, аҡса эшләү даирәләре лә үҙгәрмәй ҡалмай, бөгөн көнүҙәк булған ысынбар­лыҡтың иртәгә бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул ителеүе мөмкин, шуға күрә эшҡыуар­ҙарға заман менән бергә атларға, әүҙем, мәғлүмәтле, һәр нәмәлә хәбәрҙар булырға һәм иртәгәһе көнгә, уңышҡа өлгәшәсәгенә ышанып эшләргә кәңәш итер инем, — тине сығышында Ирина Евгеньевна.

“Иң яҡшы социаль проект” конкурсында еңеүселәр Сибай ҡалаһынан “Вундеркинд” балалар клубы директоры Эльвира Ветрова менән “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһам Әбделғужиндың эш тәжрибәһе йүнсел­дәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

2016 йылда ҡулайлаштырыу һөҙөм­тәһендә Сибайҙа ҡарттар йорто ябылып, Баймаҡҡа күсерелә. Унда көн күргән ололарҙың күбеһе тыуған ҡалаһын ташлап китеүҙән баш тарта. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексы үҙәге директоры Илһам Әбделғужин, ҡыҫҡар­тыуға эләккәс, юғалып ҡалмай, шул уҡ ҡарттар йортоноң бинаһын льготалы шарттарҙа ҡуртымға алып, шәхси социаль учреждение асырға тәүәккәллек итә. Ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәге 12 тәр­биәләнеүсе, хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе бында ҡала. Башланғыс капитал итеп учреждениеға 1 миллион һумлыҡ субсидия бирелә.

Бөгөн “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге республикала ла киң танылыу алды. Бында ҡарауһыҙ ҡалған 25 оло кеше үҙ йортон тапҡан. 16 хеҙмәткәрҙән торған татыу коллектив өлкәндәр лайыҡлы йәшәһен, ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәрһен, үҙҙәрен кәрәкле итеп тойһон өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Уларға ирекмәндәр ҙә ярҙам итә, мәктәп уҡыусылары ла йыш килеп сығыш яһай, ололар менән аралаша. Үҙәк шулай уҡ бала ҡараған, түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы өйөнә барып йыуындырыу кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтә.

Ғөмүмән, киләсәктә социаль эшҡы­уар­лыҡ даирәһе киңәйәсәк, тип билдә­ләнде “түңә­рәк өҫтәл”дә. Аналитиктар күҙалла­уын­са, илебеҙҙә социаль хеҙмәт­тәр күләме 2020 йылға тиклем 125 миллиард һумға етәсәк. Дәүләт органдары ошо осорға ҡәҙәр мох­таждарҙы хәстәрләү өсөн тәғә­йенләнгән сығымдарҙың яртыһы­нан күп өлөшөн – 60 процентын – шәхси эшҡы­уарлыҡ субъекттарына бирергә ниәтләй.

Шәхси медицина – халыҡ мәнфәғәтендә

Форумда шәхси медицина темаһы ла күтәрелде. “Рәсәй терәге” төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева билдәләүенсә, законға ярашлы, ниндәй милек формаһына ҡараһа ла, лицензия документтары булған һәр медицина учреждениеһы мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы нигеҙендә хеҙмәт күрһәтә ала, әммә бөгөн шәхси медицина өлкәһендә был алым яйға һалынмаған.

— Шәхси медицина учрежде­ние­ларының мотлаҡ медицина страховкаһы системаһына инеү механизмы аныҡ көйләнгәс кенә, улар фонд иҫәбенә медицина хеҙмәте күрһәтә аласаҡ, — тип сығыш яһаны Учалы ҡалаһының “Табип” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Гөлназ Ғөзәйерова.

Бөгөн “Табип” медицина үҙәге ирекле медицина страховкаһы системаһы буйынса эшмәкәрлек итә. Учреждение “Техноплекс”, “Николь-Пак” кеүек ҙур сәнәғәт предприятиелары, “Урал ҡулсаһы” банкы менән килешеү төҙөп, хеҙмәткәрҙәргә медицина ярҙамы күрһәтә.

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы

Сарала “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинар-практикумдар барышында Урал аръяғы райондары эшҡыуарҙары үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, “Һорау — яуап” рәүешендә асыҡ диалог ойошторолдо, белгестәр, эксперттар аныҡ яуаптар, кәңәштәр бирҙе.
Күпселек һорауҙар эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе гранттар юллауға, һалым түләүҙә ташламаларға, күсемһеҙ мөлкәт мәсьәләләренә ҡағылды.
“Экспортҡа булышлыҡ итеү механизмдары” майҙансығында иһә ошо төр эшмәкәрлеккә дәүләт ярҙамы саралары, сеймал булмаған тауарҙы экспортлау юлдары, Башҡортостан Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт бирелде.

Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ ситтә киң танылыу алған “Ҡурай+” студияһы сувенирҙары, “Милләт байлығы” компа­нияһының биҙәүестәре, Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре һырлап яһаған ағас әйберҙәр менән танышты. Ҡунаҡтарға илдең төҫлө металлургия флагманы – Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына экскурсия ла ойошторолдо.

Тимур ҠОҘАШЕВ, Йылайыр районы:
— Быйыл Башҡортостан дәүләт аграр университетының агро-экология факультетын тамамлағас, эшҡыуарлыҡҡа тотондом, Юлдыбай ауылындағы быуаны 20 йылға ҡуртымға алып, балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнергә иҫәп. Башланғыс капитал булараҡ 227 мең һум дәүләт ярҙамы алыуға өлгәштем. Ул аҡсаға быуаны кәртәләтеп, ем, балыҡ һаҡлау өсөн дүрт һеүән һатып алдым. Яҙ һаҙан селбәрәләрен быуаға ебәрәсәкбеҙ.
Форум бик эшлекле үтте. Йүнселлеккә башлап ҡына тотонғас, үҙемә бик күп яңылыҡ астым. Бигерәк тә субсидия, гранттар алыу нескәлектәренә ныҡлап төшөндөрөүҙәре файҙалы булды.

Айрат ӘМИНЕВ, Әбйәлил районы:
— 15 йыл эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәт итәм. Ҡунаҡхана, кафе, автосервис, турбазам бар, төҙөлөш, күсемһеҙ мөлкәтте ҡуртымға биреү менән дә шөғөлләнәм. Семинар-форумдарҙа йыш ҡатнашам һәм һәр ваҡыт үҙемә ниндәйҙер яңылыҡ асам, сөнки заман үҙгәреп тора, уңышҡа өлгәшәм тиһәң, һәр нәмәлә хәбәрҙар булырға кәрәк, ә бындай саралар тап эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, уларға яңы мәғлүмәт еткереү, закондағы үҙгәрештәрҙе аңлатыу маҡсатында ойошторола ла инде. Бөгөн мине социаль эшҡыуарлыҡ темаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Сибай эшҡыуарының тәжрибәһе менән яҡынданыраҡ танышырға иҫәп, сөнки оло йәштәгеләр өсөн пансионат асыу – беҙҙең район өсөн дә өлгөрөп еткән мәсьәлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705