Башҡортостандың “Иң егәрле ауыл”ында эшһөйәр халыҡ йәшәй.Кешеләр шикелле ауылдарҙың да үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле, үҙенсәлеге була. Ишембай районының урманлы тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған Этҡол ауылына килеп инеү менән, бында уңған, тыуған төйәген яратҡан халыҡ йәшәүе күҙгә ташлана. Һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ, йорт-ихаталар төҙөк. Республикала иғлан ителгән “Иң матур ауыл” конкурсында ҡатнашып, финалға үтеп, “Иң егәрле ауыл” булып танылыуҙары ла юҡҡа түгелдер.
Ағинәй һүҙе – аҡылдың үҙеАуылдың мәҙәниәт йортонда беҙҙе дәртле таҡмаҡтары менән ағинәйҙәр ҡаршы алды. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шаһиева: “Ниндәй генә сара үткәрһәк тә, иң тәүҙә этҡолдар дәррәү күтәреп ала. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ағинәйҙәр шул тиклем матур, әүҙем эшләй, район ғына түгел, республика кимәлендәге сараларҙа төбәгебеҙ данын лайыҡлы яҡлайҙар”, – тип алдан уҡ беҙгә йүнәлеш биргәйне. Әле килеп, Гүзәл Ғайса ҡыҙының һүҙҙәренең хаҡлығына үҙебеҙгә лә инанырға тура килде. Инира Әхмәҙуллина, Рәйсә Кәримова, Рәйлә Иманғолова, Файза Әйүпова, Әлфирә Әбүбәкирова, Рәзилә Әзибаева, Миңлегөл Фәхретдинова, Тәнзилә Ғибәҙуллина, Миңниса Үмәрбаева, күрше Аҙнай ауылы әүҙемселәре Миңһылыу Йәнбирҙина, Әлфиә Насирова – кәрәк ерҙә сатнатып һүҙен әйтер, холҡо менән дә, эше менән дә өлгөлө ысын ағинәйҙәр, йор аҡыллы, донъя тотҡаһы булыр хөрмәтле ханымдар. Ауыл тормошон йәмләп берәй ҡыҙыҡлы сара ойошторһондармы, район, республика кимәлендәге конкурстарға юлланһындармы, эскелек менән “шаярған” ғаиләләргә рейдтар уҙғарһындармы – барыһы ла ҡулдарынан килә. Ауыл мәҙәниәт йортондағы “Умырзая” фольклор ансамбле, китапхана ҡарамағындағы “Әхирәттәр” клубының иң әүҙем ағзалары ла – тап ошо гүзәл заттар. Әле күптән түгел “Рәсәй” телеканалы Этҡол ағинәйҙәре ҡатнашлығында “Ҡаҙ өмәһе” йолаһы тураһында сюжет төшөргән.
– Уларҙың ағинәй икәнен тотош ауыл белә. Ҡырын ғәҙәттәре булғандар урамда осратһа ла, һипһенә, оялышынан күҙҙәренә салынмаҫҡа тырыша. Бергәләп алып барған эшебеҙ һөҙөмтәһендә ауылда эскелек һиҙелерлек кәмене. Хәҙер беҙҙә өмәләр, һуғым аштары иҫерткес эсемлекһеҙ үтә. Халыҡ бер-береһенән ҡалышмай, донъя көтөргә тырышып тора, – тип һөйләне ауыл хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова.
Беҙҙе, журналист булараҡ, халҡыбыҙ өсөн оло афәткә әйләнгән эскелеккә ҡаршы көрәш һөҙөмтәләре айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Был йүнәлештәге маҡсатлы эштәре менән таныштырып, бына ниндәй фәһемле осраҡ тураһында һөйләне ағинәйҙәрҙең иң олоһо – 80 йәшлек Инира инәй Әхмәҙуллина:
– Ауылда эскелек менән мауыҡҡан бер ғаилә бар ине. Береһенән-береһе бәләкәй биш бала башлыса өләсәй ҡарамағында булды. Әсә кешенең баштан уҡ балаларында, донъяла эше булманы, ғаиләһен ташлап сығып та киткеләне. Шулай тормош мәғәнәһен таба алмай мәрхүмә булып ҡалды. Биш баланы тома етем итмәйек тип, атай кеше менән һөйләшеп, әленән-әле кәңәштәребеҙҙе биреп, һүҙ ярҙамы менән ҡеүәтләп торҙоҡ. Хәҙер балаларҙың атаһы эсмәй, яңынан өйләнде, өйөн рәтләне, машина һатып алды. Балалары тәрбиәле, донъялары гөрләп тора. Уларҙың бәхетле тормошона ҡарап, үҙебеҙ ҡыуанабыҙ.
Ауыл йәме булыр үҙәкЭтҡолда урта мәктәп, табип амбулаторияһы, “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһы эшләй. Ауыл мәсете манараһынан таралған аҙан тауышы халыҡты иманға, яҡтылыҡҡа өндәй. Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултырған күп тармаҡлы үҙәктә ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, моделле китапхана, элемтә бүлексәһе, ветеринария һәм янғын хеҙмәте урынлашҡан. Был йорттан иртәнән кискә тиклем халыҡ өҙөлмәй.
Мәҙәниәт йорто мөдире Мәүлиҙә Шәмсетдинова әленән-әле ауылдаштары өсөн ҡыҙыҡлы саралар, концерттар ойоштора, аҙна һайын йәштәр өсөн кисәләр, дискотекалар үтә. Мәүлиҙә Муса ҡыҙы етәкселегендәге “Емеш” бейеү түңәрәгенә мәктәп уҡыусылары теләп йөрөй.
Китапханасы Гөлдәр Йәрмөхәмәтованың да эше маҡтауға лайыҡ. Бында һаулыҡ һаҡлауға, ғаилә ҡиммәттәренә арналған матур саралар, осрашыуҙар йыш ойошторола. Күптән түгел уҙған Ҡабаҡ, Ҡоймаҡ байрамдары ла халыҡ күңеленә хуш килгән. Китапхана алып барған тағы бер үҙенсәлекле башланғысҡа айырым туҡталғы килә. Гөлдәр Плүр ҡыҙы йыл һайын шифалы үләндәр йыйыуҙы ойоштора. Был эшкә ауыл халҡын, мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итә. Китапханала фитобар булдырылған. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә гәзит-журналдар менән танышырға, китап алырға килгән ололарға һәм балаларға, бында үткән сараларҙа ҡатнашыусыларға хуш еҫле боланут, йүкә, ҡарағат, бөтнөк сәйҙәре тәҡдим ителә.
Спорт буйынса методист Рәмил Рәхмәтуллин даими рәүештә теннис, ҡул көрәше буйынса ярыштар ойоштора. Кистәрен ауыл халҡы бильярд уйнарға йыйыла.
Ә инде ошо уҡ үҙәктә урынлашҡан ауыл хакимиәтенә килгәндә инде, башлыҡ Нәсимә Ғайса ҡыҙы Әйүпованың ишеге көн дауамында ябылмай тиерлек. Бында кешеләр шәхси йомоштары – шатлығы менән дә, ҡайғыһы менән дә килә, ауылдың көнитмешенә ҡағылышлы иң мөһим мәсьәләләр ҙә тап ошонда хәл ителә.
Нәсимә Ғайса ҡыҙының хакимиәттә эшләүенә тиҙҙән 30 йыл тула. 35 йыл элек тыуған ауылы Һайрандан Этҡолға килен булып төшкәне бирле ҡатын-ҡыҙҙар советы эшендә әүҙем ҡатнаша, оҙаҡ йылдар инде был ойошманы ла уңышлы етәкләй.
– Барлыҡ башланғыстарҙа халыҡҡа таянам, ә ауылдаштарым миңә ышана. Яңғыҙың ғына бер нәмә лә эшләп булмай, – ти хакимиәт башлығы.
Этҡол өс йыл рәттән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе үҙәге” тип аталған район конкурсында еңеү яулап килә. Мәҫәлән, быйыл ошо бәйгенең бүләге булып ауыл уртаһында балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килгән. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ла әүҙем тормошҡа ашырыла. Былтыр проект ярҙамында мәктәпкә яңы тәҙрәләр ҡуйылған, быйыл балалар баҡсаһының ҡыйығы, ике төркөмдөң тәҙрәләре алмаштырылған. Ауыл халҡы үҙе аҡса йыйып, мәсетте сайдинг менән көпләгән. Урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән бихисап эш башҡарылған.
Этҡолдар тыуған төйәгенә һаҡсыл мөнәсәбәте йәһәтенән дә башҡаларға өлгө күрһәтә, элек-электән һыу баштарын, шишмәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Ауыл ситендәге “Хәйретдин ҡойо”һон бура менән уратып алғандар, эскәмйә лә ҡуйғандар. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары Ишембай ҡалаһындағы полигонға оҙатыла башлағас, бөтә ауыл менән сығып, элекке сүплек урынын таҙартҡандар. Халыҡ менән ойошторолған ниндәй генә өмә булмаһын, хакимиәт башлығы уның уртаһында.
– Ауылдаштарымдың төнгө сәғәт 3-тә йомош менән шылтыратыуы ла ихтимал, күнегеп бөткәнмен. Тимәк, улар миңә ышана, – ти Нәсимә Ғайса ҡыҙы. – Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар, йәштәр советтары – төп таяныстарым. Йәмәғәт ойошмаларының ярҙамын, халыҡтың ышанысын тойоп эшләү дәрт өҫтәй, дарман бирә. Хакимиәттең эштәр идарасыһы Айһылыу Наил ҡыҙы Заһиҙуллина – һәр башланғыста уң ҡулым. Йөктө бер һүҙле булып, берҙәм тартҡанда ғына тормош алға тәгәрәй.
Егәрле ауылдың егәрле ғаиләһеҺәр ауылдың йөҙөн эшһөйәр кешеләре, татыу ғаиләләре билдәләй. Этҡолда ла бер-береһен уҙҙырып йорттарын төҙөкләндергән, кәртә тултырып мал көткән, тыуған төйәгенә тоғролоҡ һаҡлаған һоҡланғыс ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһендә – Земфира менән Фәрит Әбүбәкировтарҙа туҡталдыҡ. Йорт-ҡураның төҙөклөгө, ихаталағы тәртип, ишле мал-тыуар бында уңған кешеләр йәшәүенә ишара ине. Улар икеһе лә – яҙмышын йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған мәғариф ветерандары. Земфира Нәғим ҡыҙы, 35 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан, Фәрит Абдулла улы хәрби әҙерлек, физик тәрбиә буйынса һабаҡ биргән. Татыу ғаиләлә өс бала – Ришат, Илшат һәм Зөлфиә – буй еткергән. Бөгөн уларҙың барыһы ла тормошта үҙ урынын табып, гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Өләсәй менән олатайҙың шатлығы булып ете ейән-ейәнсәр үҫеп килә. Ишембай һәм Салауат ҡалаларында төпләнгән балалары ата-әсәһенең ҙур хужалығында ярҙамлашырға ла өлгөрә. Әбүбәкировтарҙың баҡсаһында ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫмәй, хатта ҡауын менән ҡарбуздан ярайһы уҡ мул уңыш алыу серҙәрен белә улар. Өҫтәүенә 15 баш умарта тоталар.
– Үҙебеҙгә лә, һатыуға ла етә. Ҡортсолоҡ менән мауығыуым әсәйемдән килә, беҙҙең ғаиләлә төп балсы – ул, – тип көлә Фәрит ағай.
Ысынлап та, 89 йәшлек Ғәлимә Арыҫланғәле ҡыҙы әле булһа балаларына умарталыҡта ярҙам итә, йәйгеһен баҡсала сүп утауҙан бушамай. Теремек, йор һүҙле инәйгә һис тә үҙ йәшен бирмәҫһең. Килене Земфира менән бер-береһенә терәк-таяныс булып, 41 йыл килен-ҡәйнә татыулығын һаҡлап йәшәй улар.
* * *
Республиканың “Иң егәрле ауылы” менән танышыу күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ауылдаштарының йәшәйешен йәмлерәк, мәғәнәлерәк итергә тырышҡан теремек, йор һүҙле ағинәйҙәр, бер-береһен уҙҙырып йорттарын төҙөкләндергән, кәртә тултырып мал көткән, тыуған төйәгенә тоғролоҡ һаҡлаған ғаиләләр, Нәсимә Ғайса ҡыҙы ише йәнтөйәгенең ҡотон һаҡлар рухлы, дәртле башлыҡтар барында, ауылдарыбыҙ йәшәйәсәк әле!