Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

Уңышҡа алты аҙым

Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион һум тәшкил итә. Егет 20 йәшендә беренсе китабын яҙа. Ул Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙа үткән ҙур-ҙур бизнес-конференцияларҙа сығыш яһай, үҙенең тренинг семинарҙарын һәм курстарын үткәрә, яңы китаптары уҡыусылар араһында киң билдәлелек яулай.

Азатта тәүге тапҡыр аҡса эшләү теләге 16 йәшендә яралған. Уңышҡа юл еңелдән булмай, әммә ныҡыш егет юғары үрҙәргә һуҡмаҡ һалыуын дауам итә. Бәлиғ булмағанға уны береһе лә эшкә алырға теләмәгәс, Азатта үҙ шөғөлөн асыу теләге уяна. Өйҙәге иҫке генә компьютерында ул Интернет аша аҡса эшләү мөмкинлектәре хаҡында мәғлүмәт туплай башлай. Америка миллионеры Терри Диндың инглиз телендәге китабына юлыҡҡансы, егет күп тапҡыр бар аҡсаһын юғалта, әллә нисә тапҡыр хаталана. Инглиз телен аңламау өҫтөнә, егеттең китапты һатып алырға ун доллар аҡсаһы ла булмай, уны Америкаға ҡайһылайтып күсерергә лә белмәй. Бер аҙ уйланғандан һуң, йәш егеттең башында елле фекер ярала: әллә ниндәй миллионер үҙ китабын һата, уны һатып алырға теләүселәр табыла икән, Азатҡа Интернет селтәрендә электрон китаптар һатыу өсөн нимә ҡамасаулай? Шул ваҡыттан алып егет ошо йүнәлештә эшләй башлай.

“Әлеге көндә ете даирәлә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм. Улар барыһы ла миңә бер туҡтауһыҙ килем килтерә. Күп тармаҡлы бизнес булыуы бик яҡшы. Был минең йәшәү фәлсәфәмә әүерелде”, – ти ул.

Азатты күп аҡса эшләргә сәйәхәт этәрә. Бөгөн егет өсөн сәфәр был донъялағы төп өҫтөнлөк һәм иң мөһим маҡсат булып тора. Яңы ҡалалар һәм илдәрҙе күрер өсөн йылдың һәр миҙгелендә юлға сығырға әҙер Азат. Сәйәхәт өсөн ул бер тинен дә йәлләмәй.

Хәҙер эшҡыуарға егерме ете йәш. “Ун бер йыл эсендә шуны төшөндөм, – ти ул, – уңыш нигеҙе беҙҙең нисек фекер йөрөтөүебеҙгә бәйле. Был уй ҡапыл яралманы. Оҙаҡ ваҡыт уңышлы кешеләрҙе күҙәтеп йөрөнөм һәм шуны аңланым: уларҙың төрлө булыуына ҡарамаҫтан, был кешеләрҙе ниндәйҙер уртаҡ йүнәлеш берләштерә... Башта барыһы ла эшҡыуарлыҡ ҡоралдарынан, йәғни бизнес алып барыу тәртибен белгәндән, финанс серҙәренән киләлер тип уйланым. Аҙаҡ уларҙы берләштергән системаның дөрөҫ фекер йөрөтөү икәненә инандым”.

Юғары белемгә ҡарата ла Азаттың үҙ фекере бар. Ул үҙе һөнәри-педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлай, һәм белеме йәмғиәт менән аралашырға ярҙам итә тип һанай. Бының өсөн биш йыл сарыф итеү ҡиммәткә төшә, шул уҡ тәжрибәне ябай юл менән дә алып була, ә юғары белем кешегә медицина, хәрби өлкә, юриспруденция йүнәлештәрендә генә кәрәк, тигән фекерҙә Азат.

Һуңғы йылдарҙа Азаттың “Һатып ал-һат: Интернет селтәрендә тауар һатыу нигеҙендә нисек миллион һум аҡса эшләргә?”, “Миллион һумға мәғлүмәт бизнесы. Йәки нисек аҡсаны һауанан алырға?” исемле китаптары донъя күрә. Күптән түгел Азат “Минең мейем – миллионер. Аҡсалы фекер йөрөтөү формулаһы” тигән яңы әҫәрен тамамлай, унда миллионер һымаҡ фекер йөрөтөүҙең алты аҙымы хаҡында һүҙ бара.

Эшҡыуарлыҡҡа ынтылғандар өсөн Азаттың кәңәштәре төплө. “Беренсе сиратта үҙ тауарыңды табырға кәрәк. Беҙҙең заманда бизнес өлкәһендә клиенттарығыҙға ниндәй тауар һатыуығыҙ бик мөһим. Сифатһыҙ әйбер тәҡдим итергә ярамай – тиҙ арала фашланып, ярыҡ кәритә янында ултырып ҡала­саҡһығыҙ. Икенсенән, һеҙгә текә маркетинг кәрәк. Ниңәлер күп бизнесмендарҙың уны өйрәнергә теләге юҡ. Ә тап маркетинг клиенттар йәлеп итеү өсөн төп сара булып тора. Эйе, тауарығыҙ сифатһыҙ булған хәлдә лә, яҡшы рекламаға алданып, клиент һеҙҙән һатып аласаҡ, әммә был алым бер тапҡыр ғына эшләй. Шуға күрә үҙ сығыштарымда гел “Текә тауар һәм текә маркетинг барыһын да хәл итә!” тип ҡабатлайым. Өсөнсөнән, һеҙгә реклама кәрәк. Әгәр ҙә, клиенттар үҙҙәренән-үҙе килеп ҡаба, тип уйлайһығыҙ икән, хаталанаһығыҙ”, – ти эшҡыуар.


Автор: Эльвира МОТАЛОВА яҙып алды


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә