Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер һулышын әйләндереп булмышҡа

Туймазы газ эшкәртеү предприятиеһына – 65 йыл.

“Роснефть” нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек йәмғиәте булған “Башнефть” компанияһының Туймазы газ эшкәртеү предприятиеһы үҙаллы етештереү берәмеге сифатында 1953 йылда асылған. Республикабыҙҙың яғыулыҡ тармағының башҡа заводтары кеүек үк, төбәгебеҙ ҡаҙнаһына даими һәм тос өлөш индереп тора ул. Ярты быуаттан ашыу эшмәкәрлек – хәҙерге заман сәнәғәте предприятиелары өсөн байтаҡ ваҡыт. Туймазы газ эшкәртеүселәре ошо юбилейын нисек ҡаршылай?

Бында нимә етештерәләр?

– Нормаль бутан фракцияһы;
– изобутан фракцияһы;
– тотороҡло газ бензины;
– техник пропан һәм бутан ҡатнашмаһы.
Туймазы газ эшкәртеү предприятиеһының әҙер продукцияһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, шулай уҡ Украинаға, Монголияға, Тажикстанға, Төркиәгә, Нидерландҡа, Италияға, Эстонияға, Польшаға, Финляндияға һәм башҡа илдәргә оҙатыла.

“Өйрәнсек тревога бөгөн юҡ”

...Яғыулыҡ-энергетика комплексы заводтарының һәр береһендәге кеүек үк, Туймазы газ эшкәртеү предприятиеһында ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иң алға ҡуйыла. Бында беҙгә бензин йәки башҡа еңел тоҡаныусы шыйыҡлыҡтан һаҡлай алған махсус кейем, каска, аяҡ кейеме, кинәт балҡып китеүе ихтимал көслө яҡтылыҡтан ҡурсалаясаҡ махсус күҙлек, хәүефһеҙлек талаптары буйынса мотлаҡ янда булырға тейешле башҡа кәрәк-яраҡ бирҙеләр.

– Бөгөн предприятиела өйрәнсек тревога планлаштырылмаған, шуға күрә, бәлә-ҡаза була ҡалһа, ысын сигнал биреләсәк, был осраҡта оҙатып йөрөүсе ҡушыуы буйынса предприятиенан мөмкин тиклем тиҙерәк сығырға һәм ул күрһәткән урынға йыйылырға кәрәк, – тип киҫәттеләр заводҡа инер алдынан үткәрелгән хәүефһеҙлек техникаһы инструктажында.

Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: төрлө торбалар селтәре һәм күп һандағы ҡоролмалар урынлашҡан завод биләмәһе буйлап күпме йөрөһәк тә, кеше осраманы. Хеҙмәтләндереүсе персонал идара итеү пультында ғына ултыра икән, бөтә процесты улар приборҙар аша күҙәтә һәм, кәрәк булғанда ғына ҡоролмаларға килеп, продукцияның үлсәмен ала. Бөтә ерҙә бөхтә газондар, юлдар, бордюрҙар, һис ҡайҙа сүп күрмәҫһең.

Завод ниндәй объекттарҙан тора?

Туймазы предприятиеһы ике өлөштән тора:
1. Нефть газын әҙерләү ҡоролмаһы. Бында “Башнефть” компанияһы ятҡылыҡ­тарынан килгән эйәрсен нефть газын эшкәртәләр. Һөҙөмтәлә “киптерелгән” газ һәм еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы алына.

2. Газды фракцияларға айырыу ҡоролмаһы. Заводтың үҙенең һәм ситтән килтерелгән еңел углеводородтар фракцияһын эшкәртеү барышында тығыҙландырылған углеводород газы менән тотороҡло газ бензины етештерелә.

Предприятиеның төп объекттары:
– газ фракциялары ҡоролмаһы;
– нефть газын әҙерләү ҡоролмаһы;
– тауар-сеймал паркы;
– ҡойҙороу-тултырыу эстакадаһы.

Еңел углеводородтарҙың киң фрак­цияһын бында тимер юлы буйлап та, автотранспорттарҙан да, шулай уҡ Ырымбурҙан килгән торба үткәргестән дә ҡабул итә алалар. Сеймал ҡабул итеү һәм әҙер продукцияны оҙатыу йылына 240 мең тонна продукция үткәреүгә һәләтле ҡойҙороу-тултырыу эстака­даһында башҡарыла.

Бөтәһе 114 һыйышлыҡтан торған тауар-сеймал паркы сеймал менән әҙер продукцияны һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Газ эшкәртеү предприятиеһының технологик һәм газ үткәргес торбаларының дөйөм оҙонлоғо 221,6 километр тәшкил итә.

­Нефть газын әҙерләү ҡоролмаһы

Был ҡоролма 2007 йылда файҙа­ланыуға тапшырылған. Ул көкөртө күп булған нефть газын эшкәртә, һөҙөмтәлә элементар көкөрт алына, был иһә газ эшкәртеү предприятиеһы урынлашҡан төбәктә экологик хәлде яҡшырта. Ҡоролманың етештереүсәнлек ҡеүәте – йылына 25 миллион кубометр.

Был ҡоролма түбәндәгеләрҙе башҡара:
– нефть газын көкөртлө водородтан таҙартыу;
– компримирлау;
– компримирланған газды киптереү һәм бензинға әйләндереү;
– “әсе” газды утилләштереү.

Эшкәртеү барышында алынған еңел угловодородтарҙың киң фракцияһы артабан эшкәртеү өсөн газ фракцияһы ҡоролмаһына тапшырыла, ә бензиндан айыртылған газды компания предприятиеларында яғыулыҡ сифатында файҙаланалар.


Ошондағы лаборатория килгән сеймал­ды, эйәрсен газды, шулай уҡ әҙер продукцияның сифатын контролдә тота, шулай уҡ технологик процесс та даими күҙәтеү аҫтында. Бынан тыш, һауаға сығарылған ташландыҡ та мотлаҡ контролдә була. Лаборатория заманса йыһазландырылған: хроматограммаларҙы компьютерҙа эшкәртеүгә һәләтле яңы быуын хроматографтары, фракцияның сос­тавын билдәләгән аппараттар, фото­электроколориметрҙар, автоматик доза­торҙар һәм титраторҙар, газды анализлау приборҙары һәм башҡалар.

Экологик стандарттар бик ҡаты. “Роснефть” белгестәре билдәләгән был талаптар тирә-яҡ мөхиткә бысраҡ таш­ландыҡ сығарыуҙы кәметеүҙе һәм йыуынты һыуҙы тейешенсә таҙартып тороуҙы күҙ уңында тота.

Хәҙерге углеводород баҙары шарттарында предприятие шундай маҡсат ҡуя: етештерелгән продукцияның конкурент­лыҡҡа һәләтлелеген һаҡлап ҡалыу менән генә сикләнмәҫкә, ә уны көсәйтеүҙе дауам итергә һәм, ҡулланыусыларҙың үҫә барған ихтыяжын иҫәпкә алып, етештереү күләмен арттырырға.

Һуңғы йылдарҙа пропан ташыу автомобилдәренә тултырыу узелы, тимер юлы үлсәгестәре, әҙер продукция паркында тигеҙләү линиялары яңыртылған, еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын тимер юл транс-контейнерҙарынан һәм автомашиналарҙан ағыҙыу ойошторолған. Ошо продукция буйынса ҡойҙороу-тултырыу эстакадаһын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу башланған, был иһә тимер юл цистерналарынан ағыҙыу ваҡытын ике тапҡырға кәметәсәк. Пропан ташы­ғыстарға тултырыу узелын файҙаланыуға тапшырыу предприятиеның әҙер продук­цияһын ҡулланыусылар исемлеген киңәйтергә мөмкинлек бирҙе һәм уны һатыуға сығарыу шарттарын яҡшыртты.

Газды фракциялау ҡоролмаһы

Ул 2006 йылдан алып эшләй, еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын йылына 225 мең тоннаға саҡлы эшкәртә ала. Ҡоролма заводтың үҙендәге, шулай уҡ ситтән килтерелгән еңел углево­до­родтарҙың киң фракцияһын эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Бында еңел ректификация ысулы менән техник пропан һәм бутан ҡушылмаһы, нормаль бутан, изобутан фракциялары, тотороҡло газ бензины һәм башҡа продукция барлыҡҡа килә.

Ҡоролма ректификация ҡорамалынан, мейесле йылытҡыс контурынан, дренаж һәм факел системаларынан, шулай уҡ технологик, йылытҡыс һурҙырғыстарҙан ғибәрәт. “Эмерсон” фирмаһының автоматлаштырыу саралары һәм идара итеү системаһы бындағы объекттарҙың йоғонтоло эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә.

Барыһын да аҡыллы стратегия хәл итә

Нефть һәм газ химияһын үҫтереү – “Роснефть-2022” стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе. “Башнефть” йәмғиәте “Роснефть” нефть компанияһы менән интеграцияланғас та газ эшкәртеү предприятиеларын интеграциялау процесы башланды, улар үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр алды. “Роснефть” компанияһының башҡа предприятиеларынан – Ачинск һәм Куйбышев нефть эшкәртеү заводтарынан, Отрадный газ эшкәртеү заводынан, “Ырымбурнефть” йәмғиәтенең Зайкино газ эшкәртеү предприятиеһынан, “РН-Пурнефтегаз” яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенән – еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы килтерелә башланы, ғөмүмән, сеймал килтертеү һәм продукция оҙатыу тотороҡланды.

Үҫешкә һәм әле эшләгән ҡеүәттәрҙең әүҙемлеген кәметмәҫкә йүнәлтелгән инвестиция программаһы даими финансланып килә. Етештереү ҡәтғи стандарт­тарға тура килә, хеҙмәткәрҙәр “Роснефть” компанияһының социаль гарантиялары менән тәьмин ителгән. Газ эшкәртеү предприятиеһының шулай тотороҡло эшләүе Туймазы районының иҡтисади үҫеше өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 15

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 32

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 30

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 41

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 46

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була 31.07.2025 // Иҡтисад

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була...

Тотош уҡырға 45

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған 31.07.2025 // Иҡтисад

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған...

Тотош уҡырға 49

Рәсәйҙә мәктәп өсөн минималь тауарҙарҙың хаҡы билдәле булды

Рәсәйҙә мәктәп өсөн минималь тауарҙарҙың хаҡы билдәле булды 30.07.2025 // Иҡтисад

Асыҡланыуынса, ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн аҡса йәләммәй....

Тотош уҡырға 49

2026 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы 27 093 һумға тиклем арттырыла

2026 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы 27 093 һумға тиклем арттырыла 29.07.2025 // Иҡтисад

2026 йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 20,7% артып, 27 093 һум тәшкил итергә тейеш. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 72

Үҙәк банк төп ставканы бер юлы 2% пунктына түбәнәйтте