Заман һынауҙарын улар нисек еңә?
...Быйыл Өфөнөң “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында үткән XXVIII “АгроКомплекс-2018” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә Саҡмағош районы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре, фермерҙар әүҙем ҡатнашты. Сараға килгәндәр уларҙың өлгөлө эшмәкәрлек серҙәре менән ҡыҙыҡһынды, белешмә алды, тәжрибә уртаҡлашты, хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе. Күргәҙмәгә ярашлы ойошторолған конференцияларҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә лә саҡмағоштар үҙҙәрендә ҡулланылған заманса алымдар, эш һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм башҡа уңыштары хаҡында сығыш яһап, үҫеш юлдарын күрһәтте.
Был – бер генә миҫал. Республикала үткән ошондай сараларҙа Саҡмағоштоң ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ кәңәшсе, әйҙәүсе, тәжрибә таратыусы булып ҡала.
Халыҡ мәнфәғәттәре һағында
“Саҡмағош һөт” – районда ғына түгел, республикала киң билдәле йәмғиәт. Уның юғары сифатлы продукцияһы Өфөләге байтаҡ магазинда һатыла, баш ҡалала үҙҙәренең дә сауҙа урындары бар. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәт бюджет ойошмалары – балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар һ.б. – менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уларға һөт аҙыҡтары ташый.
– Хәҙер һәр ерҙә иң мөһиме – сифат. Шунлыҡтан беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур, – ти предприятие директоры Рафаэль Йосопов. – Барыһы ла, әлбиттә, урындағы халыҡтың мәнфәғәттәренә бәйле башҡарыла. Һөттөң яртыһын тиерлек ауыл кешеләренән йыябыҙ, ҡалғанын – хужалыҡтарҙан. Райондаштарыбыҙ, билдәле булыуынса, егәрле, тырыш, алдынғы ҡарашлы. Ҡайһы бер төбәктәрҙә малсылыҡ аҡһаһа, беҙҙә, киреһенсә, заманса үҫеш юлында. Йәмғиәт Тайнаш, Ҡаран, Әхмәт, Туҙлыҡыуыш ауылдары халҡы менән хеҙмәттәшлек итә. Уларҙа шәхси хужалыҡ алып барғандар ҙа, фермерҙар ҙа күп. Һөт йыйыу ике яҡ өсөн файҙалы: уларға – аҡса, беҙгә – сифатлы “аҡ”.
Рафаэль Венер улы әйтеүенсә, көн һайын ете-һигеҙ тонна һөт йыйыла. Унан 13 төр аҙыҡ етештерелә. Коллективта утыҙға яҡын кеше эшләй.
– Элегерәк белгестәр етешмәй ине, – ти директор. – Ауыл хужалығы өлкәһенең заманса эш алып барыуы, башҡа тармаҡтар менән бәйләнеш булдырыуы, йәштәрҙең ғәмәли белеменә иғтибар артыуы арҡаһында коллектив яңы һулыш ала – йәш белгестәр килә. Ихтыяждан сығып, уларҙы үҙебеҙ ҙә уҡытып алабыҙ, хеҙмәткә өйрәтәбеҙ. Ауылдарҙы үҫтереүҙең, иҡтисади ҡеүәтте арттырыуҙың төп нигеҙе шул бит. Быуындар бәйләнеше булырға тейеш. Өлкәндәр өйрәтһә, йәштәр ошо һабаҡҡа заманса белемен өҫтәһә, дөйөм эшмәкәрлек алға бара, фекерҙәр берегә, уртаҡ маҡсат барлыҡҡа килә. Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттарының беҙҙә практика үтеүе лә ике яҡ өсөн дә отошло.
Етәксе әйтеүенсә, киләсәктә ассортиментты киңәйтергә ниәтләйҙәр. Төп маҡсаттарҙың береһе – ауыл хужалығы кооперативы төҙөү.
– Сыр етештерергә уйлайбыҙ, – ти директор. – Тимәк, һөттө күберәк йыйырға тура киләсәк. Был, әлбиттә, тәү сиратта урындағы халыҡҡа, шәхси хужалыҡ етәкселәренә, фермерҙарға уңай мөмкинлек аса. Даими килем сығанағы булһа, улар мал көтөүгә тағы ла дәртләнеберәк тотонор тигән ышаныстабыҙ.
Әлбиттә, үҙебеҙҙең эшмәкәрлек тә йәнләнәсәк. Ниндәй генә алдынғы технологиялар булмаһын, төп терәгебеҙ – хеҙмәткәрҙәребеҙ. Мастерҙар Диана Вәлиева, Лилиә Басирова, инженер Илнур Ханнанов, төрөүсе Ирина Карамова, Тәнзилә Басирова, Рита Хөснөтдинова, өлкән йәштә булһа ла, алдынғылыҡты бирмәгән Нәсимә Латипова һәм башҡаларҙың көсөнә таянып, ышаныслы алға барабыҙ.
Әйткәндәй, районда малсылыҡ менән яуаплылығы сикләнгән өс йәмғиәт, ете ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Үҙәк” МТС-ының Саҡмағош филиалы шөғөлләнә. Улар араһында өс предприятие тоҡомсолоҡ заводы статусына эйә, бишеһендә – эре малдың ҡара-сыбар төрөн ишәйтеү, береһендә башҡорт аттарын үрсетеү буйынса эш алып барыла. Әле районда 29 һөт-тауар, туғыҙ йылҡы фермаһы бар.
Йылдың туғыҙ айы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, төбәк хужалыҡтарында, дөйөм алғанда, 40,5 меңдән ашыу тонна һөт етештерелгән, бер һыйырға алты мең килограмға яҡын тура килә. Алдынғылар рәтендә – “Герой” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Байбулат”, “Базы” йәмғиәттәре.
Төп терәк – ауыл эшсәндәре
1 октябргә тиклемге йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Саҡмағош хужалыҡтарында 2 267 тонна ит етештерелгән. Был йәһәттән шулай уҡ “Базы”, “Байбулат” йәмғиәттәре, “Герой”, “Заря” ауыл хужалығы кооперативтары өлгөлө эшмәкәрлек күрһәтә. Уларҙың районда ғына түгел, республика кимәлендә уртаҡлашыр тәжрибәһе бар.
“Заря” кооперативына килгәндә, уның етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәбир Ғилемханов эште заман талаптарына ярашлы оҫта ойошторған. 4 115 гектар ерҙәре бар, хужалыҡта 1 300 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 400 һауын һыйыры, 70 ат тотола. Белгестәр етерлек, фермала 32 кеше эшләй. Тәслимә Ғарифуллина, Роза Әҙиева, Нурсилә Ғатауллина, Зөлфирә Ғайсина, Фәнилә Булатова кеүек алдынғы һауынсылар хужалыҡтың заманса үҫешенә ҙур өлөш индерә.
– Ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшәм тиһең икән, һис һүҙһеҙ, төп талап сифатҡа булырға тейеш, – ти хужалыҡтың ветеринария табибы Ранис Мәғәлимов. – Ошо йәһәттән һыйыр малының ҡара-сыбар тоҡомона өҫтөнлөк бирәбеҙ. Мәғлүм булыуынса, тейешле кимәлдә аҫрағанда, улар иткә һимертеү өсөн дә ҡулай, һөтө лә мул була. “Саҡмағош һөт” йәмғиәте һауылғандың литрын 19 һум 50 тингә ала.
Ауыл хужалығында эш һөҙөмтәһенең күп өлөшө малды дөрөҫ туҡландырыуға ҡайтып ҡала. “Заря” кооперативында был мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Иген уңышы ҡәнәғәтләнерлек булған быйыл: бер гектарҙан уртаса 31,7 центнер алынған. Бойҙай (750 гектар), арпа (650 гектар), ҡарабойҙай (150 гектар), борсаҡ һ.б. үҫтерелгән. Ҡатнаш аҙыҡты үҙҙәре эшләп ала.
Хеҙмәт һөҙөмтәһенең төп нигеҙҙәренең береһе – заманса техникалы булыу. Район буйынса быйылғы туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса, ауыл хужалығы тармағы был йәһәттән тейешле кимәлдә йыһазландырылған. Техника, төрлө ҡоролма, кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға 353 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған (былтырғыға ҡарағанда 28 миллион һумға күберәк). “Заря” ла был йәһәттән бай: биш комбайн, һигеҙ “КамАЗ” баҫыу эштәрен ваҡытында һәм теүәл башҡарыу мөмкинлеген бирә. Уларҙы “еккән” Фазыл Хәйретдинов, Руслан Дәүләтов, Азамат Дәүләтов, Филүс Шакиров һәм башҡалар – Саҡмағоштоң данын һаҡлаған, ҡотон арттырған хеҙмәт алдынғылары.
Тормош ниҙәр талап итә?
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Илгиз Ихсанов әйтеүенсә, бөгөн аграр секторҙың иң мөһим тармағы – малсылыҡ. Шул уҡ ваҡытта, финанс-иҡтисади күҙлектән ҡарағанда, айырыуса отошлоһо – тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеү. Һөт етештереүҙең күләмен арттырабыҙ тибеҙ икән, һыйыр малының ошо йәһәттән мөмкинлектәрен белеү, үҫтереү мөһим. Ә был тәү сиратта генетик үҙенсәлектәргә бәйле. Ошо йәһәттән тармаҡта яһалма аталандырыу алымы киң ҡулланыла.
Районда үткән быуатта хужалыҡ-ара тоҡомсолоҡ берләшмәһе булған, селекция эше алып барылған. Ике йыл элек ул “Элита” йәмғиәте тип үҙгәртелгән, хәҙер заманса алымдарға өҫтөнлөк бирелә: таҙа тоҡомло орлоҡтар һатып алына, яһалма аталандырыу пункттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла һ.б. “Униплан” приборы ярҙамында һыйырҙың быуаҙлығын иртә билдәләү ысулын быуат башынан уҡ ҡуллана саҡмағоштар. Тоҡомсолоҡтоң сифатын, һөҙөмтәлелеген, һөттөң ҡиммәтен билдәләүҙә, артабанғы эште күҙаллау һәм планлаштырыуҙа “СЕЛЭКС 5.77” компьютер программаһын ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Етәкселек билдәләүенсә, тармаҡты квалификациялы белгестәр менән тейешенсә тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Кадрҙарҙың белемен камиллаштырыу, ғәмәли оҫталығын арттырыу маҡсатында районда йыл һайын курстар ойошторола, уларға Башҡортостан дәүләт аграр университеты уҡытыусылары, ғалимдары, урындағы хужалыҡ белгестәре йәлеп ителә. Шулай уҡ зоотехниктар, ветеринарҙар, селекционерҙар өсөн семинарҙар даими үткәрелә, малсылыҡ буйынса алдынғылар квартал һайын билдәләнеп, премия менән баһалана.
Мәғлүм булыуынса, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү, тармаҡтың иҡтисади ҡеүәтен арттырыу йәһәтенән иң отошло алым – урындарҙа ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары булдырыу. Дәүләт етәкселеге лә ошо бурысты ҡуя. Айырым кешеләрҙең, фермерҙарҙың, предприятиеларҙың көстәрен бергә ҡушыуы, шул уҡ ваҡытта һәр береһенең үҙаллы булып ҡалыуы етештереү ҡеүәтен, килемде арттырасаҡ тип күҙаллана. Был уңайҙан Саҡмағоштоң Аблай ауылында былтыр “Аблай-ЖС01” ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативы булдырылған, ул хужалыҡтарҙан һөт аҙыҡтары йыйыу менән шөғөлләнә, продукция Өфө магазиндарында таратыла.
Маҡсаттары күп саҡмағоштарҙың. Шуларҙың иң мөһиме – Йомаш ауылында ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөү. Күҙалланыуынса, ул етештереү ҡеүәтен биш тапҡырға арттырасаҡ. Шулай уҡ Уйбулат ауылында мең баш малға иҫәпләнгән һөт фермаһы төҙөү планлаштырыла. Был Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының береһен киләһе йыл тормошҡа ашырыу ҡаралған. Бынан тыш, “Базы” хужалығында, Ҡалмашбаш ауылында аркалы ҡоролмалар төҙөлә, “Байбулат” йәмғиәтендә һарай һалына, Тайнашта мал һуйыу цехына нигеҙ ҡорола, Иҫке Бәширҙә теплица асыласаҡ һ.б.
Ошо һәм башҡа эштәрҙең барыһы ла райондың иҡтисади ҡеүәтен арттырыу, халыҡтың социаль хәлен, көнкүрешен яҡшыртыу маҡсатын алға ҡуйған. Тамағы туҡтың арҡаһы ныҡ, ти халыҡ. Ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүленгән, тәү сиратта халыҡ мәнфәғәттәре хәстәрләнгән Саҡмағош, ис һүҙһеҙ, киләсәктә лә юл күрһәтеп алдан барасаҡ.