Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҫыуҙа ла, ырҙында ла түгел, ә баҙарҙа баһалана
Бөгөнгө ауыл хужалығына ниндәй үҙенсәлектәр хас?

Башҡортостандың ауыл хужалыҡтары быйылғы ураҡты тамамлай. Ләкин уңышты бураларға һалыу менән генә эш бөтмәй, алда иң мөһиме көтә: нисек ошо муллыҡты хужалыҡты үҫтереү, тағы ла табышлыраҡ итеү, урындағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм ауыл уңғандарының йәшәү кимәлен артабан яҡшыртыу өсөн файҙаланырға? Икенсе төрлө әйткәндә, агрономия һәм зоотехниканы белеүҙән тыш, аграр бизнес та көндәлек һәм ғәҙәти күренешкә әйләнгән тип буламы?

Донъя стандарттары ашыҡтыра

– Беҙҙең аграр тармаҡтағы хәлде на­сар тип булмай, Рәсәйҙең Ауыл хужа­лығы министрлығы ла яҡшы баһа бирә, ләкин беҙ – объектив кешеләр һәм әле бик күпте эшләп еткерәһе бар икәнен һәйбәт аңлайбыҙ, – тигәйне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов быйыл йәй баҫыу эшсәндәре менән осрашҡанда. – Һуңғы биш йылда ауыл хужалығын үҫтереүҙә ҙур аҙымдар яһаныҡ – техниканы яңырттыҡ, яңы технологияларҙы үҙләштерҙек. Алдынғы хужалыҡтарҙа хәҙер үҫеш тә тотороҡло бара. Шулай ҙа ресурстар биреүҙе, әлбиттә, дауам итәбеҙ. Быйыл ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы 4,5 миллиард һумдан күберәк, шуның 2,5 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, ике миллиарды – республика бюджетынан. Алдағы айҙарҙа химиялаш­тырыу саралары һатып алыуға сығым­дарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн – 200 миллион һум, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыу сығым­дарына – 460 миллион һум, яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы артыуға бәйле 200 миллион һум бүленде һәм башҡалар. Дөйөм алғанда, өҫтәмә ярҙамдың да бер миллиард һум самаһы тәшкил итте.

Хәҙер ауыл хужалығында ла бизнес-планһыҙ эшләргә ярамай. Был турала республика етәксеһе “ВДНХ-Экспо” комп­лексында үткәрелгән агросәнәғәт форумында ла, “Баҫыу көнө-2018” кәңәш­мәһендә лә, башҡа сығыштарында ла һәр саҡ әйтә килә. “Нимәлер етештерәбеҙ икән, уны ҡайҙа һәм кемгә һатырыбыҙҙы алдан күҙалларға тейешбеҙ”, – ти Рөстәм Зәки улы. Уның раҫлауынса, һуңғы ике-өс йылда ауыл хужалығында стереотиптар, консерваторлыҡ, “тәгәрмәс юлы эффекты” менән көрәш бара, сөнки беҙҙең ауыл хужалығы һаман бер үк тәгәрмәс юлынан сыға алмай. Тиҫтәләрсә йылдар буйы бойҙай, арыш, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм бер аҙ кукуруз, һоло, борсаҡ сәсәләр.

– Продукция “линейка”һын үҙгәртергә кәрәк, диверсификация менән, ниһайәт, шөғөлләнегеҙ, тип гел әйтә киләбеҙ, – ти төбәк етәксеһе.
Ауыл хужалығын алып барыу буйынса донъя стандарттары бар. Уларға ярашлы, бер мең гектар һөрөнтө ергә дүрт кеше тура килә икән. Ошо дүртәү ерҙе һөрә, ашлама индерә, тәрбиәләй һәм уңышты йыйып ала. Ә беҙҙең республикала хатта алдынғы хужалыҡтарҙа ла мең гектарға 10-15 кеше тура килә. Шулай ҙа донъяла ҡабул ителгән үлсәм­дәргә табан хәрәкәт бар. Республиканың иң яҡшы хужалыҡтарындағы техника, мәҫәлән, бөгөнгә иң камил булған донъя өлгөләренә яуап бирә. Технологиялар йәһәтенән дә шуны әйтергә мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, алдынғы предприятиеларҙағы орлоҡ буйынса ла донъя талаптарына яҡын киләбеҙ. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыраһы бар әле.

Баҫыу өҫтөндә – квадрокоптер

Ауыл хужалығын һанлы техноло­гияларға күсереү буйынса ла алда ғәйәт ҙур эш көтә. Мәғлүмәттең иге-сиге юҡ һәм уларҙы йыя, эшкәртә, анализлай, кәрәклеһен һайлай белергә кәрәк. Бөгөн аграр предприятиеларҙа ауыл хужалығы бухгалтерҙары ғына бар. Улар күбеһенсә “Excel” таблицаһында ғына эшләй белә. Һанлы технологияларҙы яҡын арала үҙләштерә алырҙармы?

Мәғлүмәт ағымы менән эшләргә өйрәнеү зарурлығын иҫәпкә алып, Баш­ҡортостандың Ауыл хужалығы министр­лығы геоинформация система­һын булдырыуға тотонған. Аграрсылар аңлатыуынса, ул республика картаһынан ғибәрәт: эшләүселәр, баҫыуҙар, сәселгән культуралар, фермалар, техника, запчастар тупланған урындар, малсылыҡ һәм башҡалар. Ҡайһы районда ниҙәр атҡарылғанын төрлө ҡатламдарға сығып ҡарарға мөмкин икән. Был тейешле иҫәп алып барырға һәм ҡайҙа ни буйынса артта ҡалыуҙы белергә ярҙам итә. Бөгөн баҫыуҙарҙа күп урында датчиктар ҙа ҡуя башлағандар. Әлбиттә, улар йыйған мәғлүмәтте ҡарап һәм анализлап торорға кәрәк буласаҡ. Әлеге көндәрҙә баҫыуҙар өҫтөнән квадрокоптерҙар осорола. Тәбиғи, улар ҙа ҙур күләмдә мәғлүмәт йыйып, тейешле үҙәктәргә тапшыра. Һанлы технологиялар ҡулланыу өсөн, ҡайһы бер етәкселәр әйткәнсә, компьютерҙар һәм программа һатып алыу ғына етмәй.

Кешеләрҙе онотмайыҡ!

Бөгөн ЕRР системаһы ла заман талабы булып тора, ти белгестәр. Ул предприятиеға идара итеү системаһы тигәнде аңлата. Был технология ойоштороу, матди, финанс, кеше ресурстарын һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала. Ваҡыт көтмәй: республиканың Ауыл хужалығы министрлығына был йәһәттән ҙур эш башҡарыу, фән тармағы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү бурысы ҡуйыла.

– Беҙҙең һәр нәмәлә һуңлай торған ғәҙәтебеҙ бар, – ти Рөстәм Зәки улы. – Һанлы технологияларға күсеүҙе ашыҡтырырға кәрәк. Бөтә донъя шуға нигеҙләнеп эшләй, һәм беҙ ҙә артта ҡалырға тейеш түгел. Тик был осраҡта мин кешеләрҙе онотмауҙы һорар инем. Халыҡ менән эшләй белһәң генә һөҙөмтә көттөрмәйәсәк.

Башҡортостан етәксеһе ауыл хужа­лығы тармағының йыллыҡ эшмәкәр­легенә йомғаҡ яһау кәңәшмәһендә иң яҡшы тип табылған хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләргә, бүләкләргә вәғәҙә итте. “Эш наградала түгел, ә кешеләргә тейешле мөнәсәбәттә. Уларҙың урындарҙа ҡайһы бер осраҡта тупаҫлыҡ, тәкәбберлек менән осрашыуҙарын һиҙәм. Хеҙмәт кешеһе тейешле хөрмәт күрергә тейеш”, – тине республика Башлығы.

Ете диңгеҙ аръяғына етеҙ етергә...

Ҡайҙа һәм кемгә һатырға икәнен белергә тигәндәй, беҙҙең республикала экспорт оҙаҡ йылдар бер нисек тә дәртләндерелмәгән. Быйыл иһә донъя баҙарына иген һатыу 20 миллион долларға етте, шулай уҡ 12 миллион долларға көнбағыш майы, 4,5 миллион долларға шәкәр, 1,5 миллион долларға һөт ризыҡтары, йомортҡа, бал оҙатылған. Тимәк, республиканың ауыл хужалығы экспорты бөгөн 40 миллион долларҙан аша. Әммә быны ҙур тип булмай: төбәк аграр сәнәғәтенең етештереү күләме 175 миллиард һум тәшкил иткән ваҡытта, экспорт уның 2,6 миллиард һумын ғына алып тора.

Рәсәйҙең Иген союзы менән берлектә ойошторолған уҡыуҙар һөҙөмтәһендә экспорт ағымы аҡрынлап күренә башлаған. Хәҙер белгестәр был тема буйынса ныҡлап һәм даими шөғөлләнеү кәрәклеген иҫкәртә. Игендең күләме ҡулланыуҙан артығыраҡ булғанлыҡтан, уны тулыраҡ эшкәртеү мәсьәләһе лә көнүҙәккә әйләнде. Быйыл яҙ республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Курчатов исемендәге институт президенты Михаил Ковальчук менән осрашҡайны. Ике яҡ игенде тулы эшкәртеү буйынса килешеү төҙөргә һүҙ ҡуйышты. Бының өсөн заманса технологиялар бар.

Ун мең – ул плюс...

Алдынғы технологиялар, баҙар иҡтисадында үҙ урынын табырға ынтылыш һуңғы йылдарҙа йәнләнә бара. Был беҙҙең республиканың ауыл хужалығына ла хас. “Щелково Агрохим” компания­һының Өфө вәкиллеге директоры Артур Хәйруллин аңлатыуынса, “10 мең плюс” программаһы ошо коллектив эшмәкәр­легенең нигеҙенә әүерелгән. Уның маҡсаты – бер гектарҙан тотороҡло рәүештә 10 мең һум һәм унан да юғарыраҡ табыш алыу. Был йүнәлеш шулай уҡ сәсеү майҙанын йыл һайын киңәйтә барыуҙы, тауар продукцияһы күләмен йыл да 10-ар мең һумға арттырыуҙы күҙ уңында тота. Билдәле булыуынса, “10 мең плюс” проект баш­ланғысын республиканың Ауыл хужалы­ғы министрлығы эшләгәйне һәм ул быйыл июндә Хөкүмәт ултырышы президиумында ҡабул ителде. Уны тормошҡа ашырыу механизмы агроном­дарҙы уҡытыуҙы, ошо яңылыҡта ҡатнашырға әҙер булған предприятиеларҙы һайлап алыуҙы, сифатлы орлоҡ фонды булдырыуҙы, минераль ашламаларҙың тулы нормативын ҡулланыуҙы һәм башҡа сараларҙы үҙ эсенә ала.

– Минераль ашлама арзан түгел, әлбиттә, ләкин ул тупраҡтың туҡлыҡлы составын тотороҡло итә, һөҙөмтәлә уңдырышлылыҡ арта, – ти Артур Хәйруллин. Уның әйтеүенсә, технология Башҡортостандың бер нисә хужалығында һынап ҡаралған да инде. Мәҫәлән, Бөрө районында гәрсис баҫыуҙарының уңдырышлылығын күтәрә алғандар (ә был культура донъя баҙарында ҡиммәт тора), Ауырғазыла иген культураларының уңышы максималь кимәлгә еткән – гектарынан 55 центнер алғандар.

Урып йыйыу эштәренән һуң элеватор­ҙарҙың эше экспортер талап иткән кимәлгә еткерелә – дымлылыҡ, сүплелек һәм башҡа үлсәмдәр тейешенсә үҙгәр­телә. Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Аллағыуат һәм Әлмөхәмәт элеваторҙары был эшкә ҡушылған да инде.

Быйыл йәй Ҡырмыҫҡалы районында уҙғарылған “Баҫыу көнө-2018” кәңәшмәһендә (беҙҙең гәзиттә ул турала яҙылғайны) Рәсәй шәкәр етештереүселәр союзы рәйесе Алексей Ломанов Рәсәй продукцияһының Үҙәк Азияла, айырыуса Ҡаҙағстан менән Үзбәкстанда ҙур ихтыяж менән файҙаланылыуы тураһында әйткәйне. Ә бит Башҡортостанға был илдәр терәлеп тигәндәй урынлашҡан.

Тормош тәжрибәһе һөнәр түгел

– Беҙ ауыл хужалығында белдекле идара итеүҙең булмауы менән осра­шабыҙ, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрах­манов. – Тармаҡта профессиональ идара итеүселәр ҙә, уларҙы әҙерләгән мәктәп тә юҡ. Күпселек етәкселәрҙең фәҡәт тормош тәжрибәһе генә бар. Әммә ул нигеҙҙә консерватизмдан тора һәм алға барырға ҡамасаулай. Үҫеш нигеҙендә хеҙмәткә дәртләндереү, даими уҡыу, алған белемде эштә ҡулланыу ятырға тейеш.

Шулай ҙа, вице-премьер билдәлә­үенсә, республикала ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү системаһы булдырылған, һәм субсидия хужалыҡтар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Башҡортостан етәксеһе билдәләүен­сә, дөйөм алғанда, алға китеш һиҙелә – ул күрһәткестәрҙә лә ышаныслы сағылыш тапты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 468

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704