Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡулдарының ҡото бар
Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын хазина тип әйтергә мөмкин. Һәр эшен ул оло һөйөү, күңел йылылығы менән башҡара, шуға улар күптәрҙе йәлеп итәлер, моғайын. Туҙ самауыр ысынынан бөтөнләй айырылмай, сәй ҡайнатып эске килә. Илгизә уны бер айҙа эшләгән. Ә бына тоҙ һауытын яһауға ике-өс көн ваҡыт киткән.

– Бындай һоҡланғыс әйберҙәрҙе яһарға ҡайҙа өйрәндегеҙ? – тип һорайым оҫтабикәнән.

– Башта ауылдаш ҡатындың эштәре менән таныштым. Ул был кәсепте Балаҡатай районында үҙләштергән. Оло Ыҡтамаҡ ауылында үткән күргәҙмәләрҙең береһендә туҙҙан яһалған әйберҙәрҙе күрҙем. Улар теҙелгән өҫтәл янында күҙемде ала алмайынса бер сәғәт торғанмындыр. Һәр ҡайһыһын ентекләп ҡарап сыҡтым. Өйгә ҡайттым да Интернет аша ошо технологияны өйрәнергә ултырҙым, – ти Илгизә. – Башта туҙ ҡумталар, шкатулкалар яһаным. Эштең айышына бер аҙ төшөнгәс, икмәк һауыты, сәйнүк, самауыр, биҙәүестәр кеүек ҡат­марлыраҡ әйберҙәргә күстем.

– Туҙ менән эш итеү ҡыйынмы?

– Бик һәйбәт материал, еңел, һығылмалы, әммә уның менән эшләү өсөн дә оҫталыҡ кәрәк. Туҙҙы май-июндә әҙерләйҙәр. Был осорҙа ул еңел алына, матур алтынһыу төҫтә була. Артабан уны киптерәләр, тигеҙ булмаған урындарын киҫеп ташлайҙар, шымарталар.

Туҙ әйберҙәр яһауҙа ҙур сабырлыҡ талап ителә. Был – бик оҙайлы һәм мәшәҡәтле эш. Туҙҙың ҡатламдарын бер-береһенең өҫтөнә йәбештерәләр ҙә таҡта йәки таш аҫтына һалып киптерәләр. Унан нимәлер өҫтәйҙәр йәки артығын алып ташлайҙар, биҙәйҙәр һәм тағы ла пресс аҫтына ҡуялар. Ошо эште бер нисә тапҡыр ҡабатлайҙар.

Оҫтабикә әйтеүенсә, хәҙер кеше тәбиғи әйберҙе үҙ итә, шуға күрә ул яһаған әйберҙәрҙе бүләк итһәләр, бик ҡыуаналар. Заказ да күп. Берәүҙәргә – икмәк йәки тоҙ һауыты, икенселәргә иһә туҙ биҙәүестәр кәрәк.

Үҙенә Илгизә Лоҡманова туҙҙан түшел­дерек һәм баш кейеме эшләгән. Улар сәхнәлә сығыш яһау өсөн кәрәк. Оҫтабикә ҡумыҙҙа оҫта уйнай. Бынан тыш, гармунда һыҙҙыра, әле думбыраны үҙләштерә башлаған. Әйткәндәй, музыкаға һәләт уға әсәһе Фәниә Хәйҙәр ҡыҙынан күскәндер, күрәһең. Ул өлкән йәштә лә урындағы ансамблдә сығыш яһаған, мандолинала һәм гармунда уйнаған. Сәхнә кейемен сабата менән тулыландырған – Илгизә уны ла үҙе үргән.

– Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ? – тип һорайым, аптырап. – Был кәсептәрҙән тыш, төп эшегеҙ (ул – китапханасы), ғаилә мәшәҡәттәре бар бит...
– Баҡсам да бар, – тип өҫтәй ул, йылмайып. – Күршем Нурания Ғилметдиновна менән кәңәшләшеп, емеш-еләк, йәшелсә, сәскә үҫтерәбеҙ. Ул – биология уҡытыусыһы, баҡсасылыҡ серҙәре менән йомарт уртаҡлаша.

Илгизәне барыһы ла тырыш хужабикә, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсә һәм өләсәй булараҡ белә. Хәләл ефете Наил менән ике ул тәрбиәләгән. Өлкәндәре Шамил ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, кеселәре Рәмил Смоленскиҙа төпләнгән. Лоҡма­новтарҙың өс ейәне, бер ейәнсәре бар.

– Ғаиләбеҙ ҙур, татыу, минең өсөн – яңы көс-ҡеүәт сығанағы. Ял көндәрендә йыш ҡына бергә йыйылабыҙ. Яҡындарым һәр йәһәттән миңә ярҙам итә, яңы эштәргә илһамландыра, – тине оҫтабикә.


Автор: Рәзинә ШӘРИПОВА Район: Мәсетле районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә