Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Гармунсылар баҫыуҙы сәхнә итте

“Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һары келәм кеүек йәйрәп ятҡан баҫыуҙарына һоҡлана-һоҡлана килеүебеҙ. Быйыл тәбиғәт төбәкте мәрхәмәтлегенән ташламаған, республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу районында хужалыҡтар ҡоролоҡтан ҙур зыян күрһә, илештәрҙең был яҡтан борсолор урыны юҡ.

Бөгөн дә тәбиғәт игенселәрҙең яйына торғандай, ел-ямғыры менән игенселәрҙең йәнен көйҙөрмәй, ҡояшлы, йылы көндәре менән ҡыуандыра. Бер аҡыл эйәһе әйткән һүҙҙәр ҙә дөрөҫ: “Тәбиғәт аҡһөйәк түгел. Ул кешеләрҙең хеҙмәт итеүен талап итә, һөйәлле ҡулдарҙы ярата һәм үҙ серҙәрен маңлайы һырланғандарға ғына аса”. Шулайҙыр, ерҙе һөймәй, әсе тир түкмәй, төрлө һөнәр кешеләренең хеҙмәтен ил байлығын тыуҙырыуға тупламай тороп, уңышҡа өлгәшеп булмай.

…Район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Илшат Фәрхетдинов беҙҙе тәүҙә арпа баҫыуына алып бармаҡсы.

– Бөгөн егеттәр уны яҫмаға һалып бөтөп, иртәгә бойҙай баҫыуына төшөргә уйлай. Ә район буйынса 65 мең 400 гектарҙа иген яҫмаға һалынған да инде (70 %). Шуның 40 мең 700 гектары һуғылған (62 %). Уртаса уңыш һәр гектарҙан 22,1 центнер тәшкил итә. 90 мең тоннаға яҡын иген йыйып алынды, – тип уңыштар менән уртаҡлашты етәксе.

Ҡапыл киң баҫыуҙы яңғыратҡан гармун тауышына һиҫкәнеп, һағайып ҡалдыҡ. Уға бер ҡатын-ҡыҙҙың моңло тауышы ла ҡушылды.

– Агитбригада беҙҙән алда килеп тә еткән. Өлгөрҙәр! Хәҙер алдынғы ялан батырҙарына вымпел тапшырасаҡбыҙ. Был онотола төшкән күркәм йоланы һуңғы йылдарҙа тергеҙеп, еңеүселәрҙең күңелен төрлө дәртләндереү саралары менән елкендереп торабыҙ. Хеҙмәт кешеһенә иғтибар бик тә кәрәк, – тине Илшат Абзал улы.

Ошо аҙнаның ялан батыры алдынғы тракторсы Роберт Нурисламов булып сыҡты. Ул 1876 гектар игенде яҫмаға һалған. Район мәҙәниәт йорто гармунсыһы Ришат Абдуллин һәм Лилиә Хәйбрахманованың музыкаль сәләме тап уға бағышланған икән. Тағылмалы “МТЗ-82” тракторында эшләгән Алмас Талиповты ла етәксе “механизаторҙар династияһын лайыҡлы дауам итеүсе” тип маҡтап телгә алды.

Ҡыҙыу ураҡ барғанда артистарға ла тынғы юҡ икән Илештә. Баҫыу сәхнә булмаһа ла, һынатманы йәштәр, алҡыштар ҙа уртаҡ ине.

– Бөгөн агитбригадалар өс йүнәлештә эшләй, – ти Лилиә. – Бындай ҡыҫҡа ваҡытлы “гастролдәр” барыбыҙға ла оҡшай. Икмәк булһа, йыр ҙа булыр, тиҙәр бит.

Аҙна һайын комбайнсыларҙың эшенә лә йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнә. Алдынғылар исемлегендә – Тәлғәт Баймиев, Рушат Сабиров, Рузил Шакиров һәм Алмас Таймасов.

Район хужалыҡтары мул табыш алыу мөмкинлеге биргән рапс культураһы үҫтереү буйынса тәжрибә туплаған.

– Уны үҫтереүҙең үҙ серҙәре, технологиялары бар. Бының шулай икәнлеген “Ағиҙел”, “Мир” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “Илеш”, Муса Гәрәев исемендәге ауыл хужалығы предприятиелары, “Урожай” ширҡәте игенселәре яҡшы белә. Рапс йыйып алынған ерҙә төрлө иген культураларын сәсергә мөмкин. Өҫтәүенә ул ерҙе азотҡа байыта, ҡиммәте ҙур, – ти район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры. – Ике мең гектарҙа иртә сәселә һәм иртә өлгөрә торған, мул табыш килтергән гәрсис үҫтереп алдыҡ. Сәнәғәттә уға ла ихтыяж ҙур. Көндәр шулай матур торһа, ураҡты оҙаҡҡа һуҙмай тамамларға ине иҫәп.

Ысын байлыҡты фәҡәт ер бирә. Игенселек ауыр хеҙмәт кенә түгел, ә ҡалыптарға һалын­маған ижади эш икәнлеген дә, камиллаштырыу­ҙың сикләнмәгәнлеген дә, шарттарҙы дөрөҫ баһалай белеүҙең үтә мөһимлеген дә аңлатты илештәр. Оло шағир М. Кәримдең ошо шиғыр юлдары ирекһеҙҙән телгә килә: “Бында ергә табыналар, табынмайҙар Мәккәгә, бында икмәк иманға тиң, бында намыҫ мәртәбә”.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә