Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанын биләп алған “һөт йылғалары”нан көнө буйы халыҡ өҙөлмәне. Ҡунаҡтарҙы “Һөт йәрминкәһе”, “Фермер баҙары”, “Сыр” лавкаһы”, “Һөт кафеһы”, милли кухня магниттай үҙенә тартты, ә балалар тере ферма эргәһенән оҙаҡ китә алмай йөҙәне.

…Кескәй Мәликәгә барыһы ла ҡыҙыҡ: бында уға тәмле һөт бик оҡшаған, баштары аллы-гөллө сәскәләр менән биҙәлгән ҡара-сыбар һыйырҙарҙың бер кемгә лә иғтибар итмәй сабыр ғына көйшәүҙәре, һарыҡтарҙың йылы “тундары” ғәжәпкә ҡалдырған. Фестиваль баш ҡалабыҙҙа һигеҙенсе тапҡыр үткәрелһә лә, Зариповтар ғаиләһенең был сараны тәүгә күреүе.

– Әлдә килгәнбеҙ, ниндәй күркәм байрамдан ҡоро ҡалыр инек, – ти улар. – Башҡортостанда етештерелгән күп төрлө һөт ризыҡтарын тәмләнек, хәҙер балалар өсөн ойошторолған уйын майҙандарын ҡарамаҡсыбыҙ.

“Һөт иле” – республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә иң ҙур ғаилә байрамы. Социаль әһәмиәтле был проект сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы, файҙалы һөт аҙыҡтары менән таныштырыуҙы күҙ уңында тота. Уның рәсми партнерҙары – “Россельхозбанк” һәм “Вимм-Билль-Данн” компанияһы быйыл да өфөләргә иҫтә ҡалырлыҡ байрам бүләк итте.

Өфөләр үҙебеҙҙә етештерелгән төрлө-төрлө һөт ризыҡтарынан ауыҙ итте, яңы продукттарҙың сифатын баһаланы, арзан хаҡҡа үҙҙәренә оҡшағандарын һатып алды. Кемдер “Мин һөттө яратам” тип яҙылған гигант символ янында фотоға төшөп кинәнде, ә бесәнлектә шау-гөр килешеп аунашҡан бала-сағаның шатлыҡтан балҡыған йөҙҙәрен күрһәгеҙ икән! Малайҙарҙы, әлбиттә, йәрминкәнән бигерәк үҙ ҡулдары менән робот йыйыу ҡыҙыҡһындырҙы, ғәжәп ҙур динозаврҙар һындары кескәйҙәрҙең генә түгел, өлкәндәрҙең дә иғтибарын яуланы.

Былтыр үткән “Һөт иле”ндә өфөләр 10 мең тонна һөт эсеп, 45 мең тоннанан ашыу һөт ризыҡтарын һатып алһа, быйылғы һөҙөмтә лә шунан ҡайтыш булмаҫ, ти ойоштороусылар.

Фестивалдең төп үҙенсәлегенә килгәндә, ул “Сыр академияһы” семинарын, “Башҡортостандың иң яҡшы сыры” конкурсын, “Һөткә ғәҙел хаҡ – уңыш формулаһы” тип аталған эшлекле кәңәшмәне эсенә алған ҙур программа менән иҫтә ҡаласаҡ. Эшлекле осрашыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу менән бергә һөтсөлөк тармағын 2020 һәм 2030 йылдарға тиклем үҫтереү буйынса комплекслы программа ла ҡаралды. Сарала ҡатнашҡан Рәсәйҙең төп агросәнәғәт предприятиелары етәксе­ләре, ҡорамал менән тәьмин итеүсе­ләр һәм һөт аҙыҡтары етештереүселәр продукция сифатын яҡшыртыу, конкуренцияға һәләтлелеген һәм экспортҡа оҙатыу күләмен арттырыу хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Фестивалдәге эшлекле осрашыуҙар тармаҡтағы мөһим мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерелеренә, уларҙы хәл итеүҙә алтын урталыҡ табылырына ышаныс уятты.

Рәмил Ғиниәт улы МОСТАФИН, Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе:

– Быйылғы “Һөт иле” байрамы үҙенсәлекле. Һөт баҙарын көйләү һәм үҫтереү буйынса ойошторолған эшлекле һөйләшеүҙә бөтәһе бер өҫтәл артына йыйылып, кәңәштәре һәм эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ғөмүмән, мин ике яҡлы диалогтарҙы хуплайым, был осраҡта уртаҡ тел табыуы еңелерәк, башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалыу ҡайһы бер хаталарҙы ҡабатламау өсөн дә файҙалы.


Зиләвир Хәйҙәр улы МӘҠСҮТОВ, Ауырғазы районының “Дружба” ауыл хужалығы предприятиеһы рәйесе:

– Бөгөнгө эшлекле һөйләшеүҙең көнүҙәк темаһының “Һөткә ғәҙел хаҡ – уңыш формулаһы” тип аталыуы менән килешмәү мөмкин түгел. Беҙҙең бер мең баш һауын һыйырыбыҙ бар, мул һөт һауып алабыҙ, күпләп һатабыҙ, ә табыш юҡ тиерлек. Продукцияның үҙҡиммәте – 16 һум, ә эшкәртеүселәргә 17 һум 50 тин менән тапшырабыҙ. Ғәҙел хаҡ күпме булырға тейеш тип һорайһығыҙмы? Минеңсә, бер литр һөттө 22 һум менән тапшырғанда дөрөҫ булыр. Һәр хәлдә, бөгөнгө осрашыу эҙһеҙ ҡалмаҫ тип уйлайым.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә