Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнселдәрҙе ҡыҙыҡһындыра белеү – үҙе йүнселлек
Йүнселдәрҙе ҡыҙыҡһындыра белеү – үҙе йүнселлекКүптән түгел Республика йортонда Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы йәмәғәтселек советының ултырышында беҙҙең йәшәйеш кимәле өсөн мөһим булған саралар тикшерелде һәм маҡсатлы йүнәлештәр билдәләнде. Ниҙәр улар һәм иҡтисади үҫеште тиҙләтеү өсөн ниндәй ғәмәлдәр башҡарылырға тейеш?

Кемдер үҫә, кемдер көтә...

Ултырыштың башында республика етәксеһе ике төп мәсьәләне билдәләне: 1) Иҡтисади үҫеш министрлығының эшҡыуарлыҡҡа административ баҫымды кәметеү һәм дәүләт хеҙмәтләндереүе төрҙәрен киңәйтеү буйынса тәҡдимдәрҙе ҡарау; 2) инвестиция буйынса килешеү­ҙәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү шарттарына төҙәтмәләр индереү, шулай уҡ республикалағы өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләрендәге резиденттарҙы мөлкәткә һәм ергә һалымдан азат итеү мөмкинлеге.
– Башҡортостан иҡтисадының тәүге ярты йыллыҡтағы эш һөҙөмтәһе бары­быҙға ла билдәле, уны төрлө яҡлап ҡарарға мөмкин: һәйбәт яҡтары ла бар, әлегә эшләп еткерелмәгән өлкәләр ҙә, – тине төбәк Башлығы Рөстәм Зәки Хәмитов. – Бер яҡтан, республика күп кенә макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса, һис һүҙһеҙ, Рәсәйҙә ыңғай урындарҙы биләй. Ойошмаларҙың аҡсалата әйләнеше һигеҙ процентҡа – 1,65 триллион һумға саҡлы – артты. Сәнәғәт предприятие­ларының етештереү күләме 103 процент тәшкил итте. Ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу ойошмаларында хәл яҡшырҙы: тәүгеһе дүрт процент үҫеш күрһәтһә, икенсеһенеке һигеҙ процентҡа етте. Хаҡтар йыл башынан 1,7 процентҡа артһа, ғәмәлдәге эш хаҡы биш айҙа туғыҙ процентҡа тиерлек күтәрелде. Бынан тыш, Башҡортостандың дәүләт ҡаҙнаһына ингән һалым буйынса ла күрһәткестәр насарҙан түгел. “Башнефть” бер тапҡыр түләгән табышҡа һалымды – 16,5 миллиард һумды – иҫәпкә алмағанда, ҡаҙнаға һалым ете-һигеҙ процентҡа үҫте. Физик шәхестәргә һалым тиҙ арта бара, табышҡа һалым буйынса ла “плюс” күҙәтәбеҙ. Ләкин шул уҡ ваҡытта йылдың тәүге өс айында инвестиция күрһәткестәре йәнә насарайҙы. 2017 йылдың шул уҡ осорона ҡарата ул ете процентҡа түбәнерәк. Былтыр күрһәткес тағы ла түбәнерәк төшкәйне – алдағы йыл менән сағыштырғанда 17,5 процентҡа аҙыраҡ булды. Әле ете процент ҡына булыуы һис шатлыҡ тойғолары тыуҙырмай, сөнки кәмеү, күреп тораһығыҙ, дауам итә.
Сит илдәргә тауар һатыу ҙа быйылғы тәүге биш айҙа алты процентҡа тиерлек аҙайған. Ә бит экспортты арттырыу буйынса милли проект та бар. Тимәк, уның үтәлеше әлегә тотҡарлана. “Сеймалға бәйле булмаған экспорт үҫһен өсөн бөтәбеҙ ҙә тырышлыҡ һалырға бурыслы, әммә был тема менән ысынлап тороп шөғөлләнә алмайбыҙ”, – тине республика етәксеһе.

Етештереү тиҙлеге
хәл итә


Бынан өс ай самаһы элек Рәсәй Президенты Владимир Путин илде үҫтереүҙең 2024 йылға тиклемге милли маҡсаттарын һәм стратегик бурыстарын билдәләгән Указға ҡул ҡуйғайны. Ул ысын мәғәнәһендә масштаблы һәм барлыҡ көстө, мөмкинлек­тәрҙе эшкә егеүҙе талап итә. Ил етәксеһе ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет милли проекттарҙы тормош ашырыуға етәк­селек итергә тейешле комитеттар төҙө­гәйне. Уларҙа Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша. Беҙҙең республика хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, шулай уҡ мәшғүллекте һаҡлап ҡалыу буйынса “пилот” төбәктәр исемлегенә ингән.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге – үтә мөһим һәм, Рөстәм Зәки улы билдәләп үткәнсә, принципиаль мәсьәлә. Бөгөн был тәңгәл­дәге хәлде төбәк етәксеһе ҡәнәғәтләнерлек түгел тип баһаланы. Ултырышта республиканың Иҡтисади үҫеш, Сәнәғәт министрлыҡтарына ошо йүнәлештә эште әүҙемләштерергә ҡушылды.
Әлбиттә, был сара төрлө ведомство­ларға талап ҡуйыуҙы ғына түгел, ә тәү сиратта уларҙың тәҡдимдәрен тыңлауҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Башҡортостан Башлығынан һуң һүҙ алған иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Рәсәй төбәктәрендә инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса иң һәйбәт тәжрибәне беҙҙең республикала ла ҡулланыу буйынса план менән уртаҡлашты. Уның раҫлауынса, былтыр Башҡортостан инвестиция ҡабул итеү буйынса милли рейтингта 23-сө урынды алған һәм ҡайһы бер үлсәмдәрҙә илдәге уртаса күрһәткестәрҙе уҙған.
– Мәҫәлән, республика электр селтә­ренә тоташтырыу ваҡыты, квалификациялы эшсе һөнәрҙәренә эйә булған урта махсус уҡыу йорттарын тамамлағандар өлөшө, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа дәүләттең шәхси предприятиелар менән хеҙмәттәшлеге буйынса алдынғы урындарҙа килә, – тине министр.
Былтыр инвестиция өсөн кәрәкле инфраструктураның үҫеш кимәле эш­ҡыуар­ҙар яғынан яҡшы баһа алған, ресурстарҙы ҡулланыу мөмкинлегенән, дәүләттең финанс ярҙамынан да улар, нигеҙҙә, ҡәнәғәт икән. Беҙҙең төбәктәге бизнес вәкилдәре шулай уҡ ойошмаларҙы һәм күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡты теркәү өсөн күп ваҡыт китмәүен, административ баҫымдың артыҡ һиҙелмәүен яҡшы тип баһалай.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер күрһәткестәр кире тәҫьир ҡалдыра. Эшҡыуарҙар, мәҫәлән, төҙөлөшкә рөхсәт алғанда ҡануниәт тарафынан ҡаралмаған өҫтәмә документтар талап ителеүенә, электрон документтар әйләнешенең һаман тейе­шенсә яйға һалынмауына, гарантия йөкләмәләренең түбәнәйеүенә зарлана. Эшләргә кеше табыуы ла хәҙерге йүнселдәр өсөн проблемаға әйләнә бара икән, һөҙөмтәлә тейешле квалификациялы белгестәр эҙләүгә күп ваҡыт сарыф ителә һәм эҙләү хаҡы ҡиммәтләнә.
– Хәлде анализлап, төҙәтеп эшләнгән “юл картаһы”н тәҡдим итәбеҙ, – тине Сергей Новиков. – Унда Милли рейтингтың иң яҡшы тәжрибәһен беҙҙә индереү буйынса эксперттарҙың, федераль һәм республика башҡарма власть органдарының фекере иҫәпкә алынды.
Мәҫәлән, төҙөлөшкә рөхсәт биреү кимәлен яҡшыртыу өсөн республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты был эшмәкәрлекте тәьмин итеүҙә мәғлүмәт системаһын индереүҙе һәм электрон хеҙмәтләндереүҙе планлаштыра. “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәктәрҙә документтар ҡабул иткән белгестәрҙең квалификацияһын камиллаштырырға, милек хоҡуғын дәүләт теркәүе ваҡытын ҡыҫ­ҡартырға, ведомство-ара хеҙмәттәшлектең электрон төрөн әүҙемләштерергә ниәтләй. Ә республиканың Мәғариф министрлығы иң кәрәкле һөнәрҙәр буйынса кадрҙар әҙерләгән профессиональ белем биреү ойошмалары өлөшөн 2020 йылға хәҙерге 20 проценттан 70 процентҡаса арттырырға тәҡдим итә.

Һикһән биш төбәктең
62-һе беҙҙән артта


– Был позициялар буйынса үлсәмле түгел, ә субъектив баһа өҫтөнлөк итеүен беләм, – тине Рөстәм Зәки улы. – Эшҡыуарҙарҙы нимәгә булһа ла йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу – ауыр мәсьәлә, ләкин шунһыҙ булмай.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец Милли рейтингтың “Милек хоҡуғын теркәү буйынса процедураның йоғонтололоғо”, “Ер биләмәһен кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙың йоғонтололоғо һәм территориаль план­лаш­тырыуҙың сифаты” тигән күрһәткестә­рен яҡшыртыуға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар тураһында һөйләне. Ул Күп функциялы үҙәктең һәм республикалағы власть органдарының үҙ-ара электрон бәйләнеше даирәһен киңәйтергә, шулай уҡ ошо Үҙәктә ойошмаларҙы һәм эшҡыуарҙарҙы ҡабул итеү өсөн махсуслашҡан офис асырға тәҡдим итте.
“Эшлекле Рәсәй” Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының төбәк бүлексәһе директоры Альберт Ғарипов күрелгән сараларҙы ыңғай баһаланы һәм, эшҡыуарҙар төрлө дәүләт хеҙмәтләндереүен электрон ысул менән алған осраҡта, уларға ташламалы тариф билдәләү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим яһаны.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев төҙөлөшкә рөхсәт биреү эшен яҡшыртыу саралары хаҡын­дағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уның раҫлауынса, быйыл Комитет муниципалитеттар белгестәре өсөн ҡала төҙөлөшө үҙенсәлектәренә өйрәтеүсе дүрт семинар үткәргән. Алдағы пландарҙа – төҙөргә рөхсәт биргән документтарҙы юллау процедураһы буйынса ентекле мәғлүмәт әҙерләү, шулай уҡ эштең һәр этабы­ның исемлеген булдырыу һәм уларға сарыф ителергә тейешле ваҡытты билдәләү.
Территориаль планлаштырыуға ла хәҙер ҙур иғтибар бирелә. Быйыл, мәҫәлән, республиканың 24 муниципаль берәмеге биләмәләрҙең пландарын төҙөүгә һәм межалауға субсидия алған. Ошо сара ер биләмәләренең сиктәрен билдәләргә, уларҙың ҡайһыһын киләсәктә үҙләште­рергә йәки үҫтерергә кәрәк икәнлеген аңларға ярҙам итәсәк.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов әлеге Милли рейтингтың алты күрһәткесе буйынса нисек эшләүҙәре тураһында һөйләне. Уларҙың өсәүһе – “Бер мең кешегә иҫәпләгәндә бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмалары һаны”, “Мәшғүл халыҡтың дөйөм һанына ҡарата бәләкәй эшҡыуарлыҡ хеҙмәткәрҙәре һаны” һәм “Бәләкәй предприятиеларҙа мәшғүл булғандарҙың дөйөм һанында бизнес-инкубаторҙарҙа һәм технопарктарҙағы эш урындары өлөшө” – объектив булып тора, сөнки улар буйынса мәғлүмәтте статистика бирә. Ҡалған өсәүһен – “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт порталы”, “Төбәктә бәлә­кәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфра­структ­ураһы ойошмалары күрһәткән консультация һәм белем биреү хеҙмәттәрен баһалау”, “Кредит ресурстарын алыу мөмкинлеге” – эксперттар баһалай.
– Ғөмүмән алғанда, урында позициялар насар түгел: беҙҙән алда 22 төбәк бара, ә 62 субъект – арттараҡ, – тине республика Башлығы. – Дөйөмләштереп әйтһәк, алға китеш бар. Бигерәк тә заманында бәләкәй эшҡыуарлыҡтың беҙҙең республикала бер нисек тә ҡабул ителмәүен һәм бер ниндәй әҙерлекһеҙ башларға тура килгәнде иҫәпкә алһаҡ. Һуңғы йылдар шуны күрһәтте: маҡсатҡа йүнәлешле системалы эш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Эшҡыуарлыҡ синыф булараҡ барлыҡҡа килде, ул үҫә һәм киңәйә, күберәк кешене мәшғүллеккә йәлеп итә. Был, әлбиттә, өмөт уятмай ҡалмай. Шуның менән бер рәттән, күп бурыстар өҫтөндә эшләйһе бар әле.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Башлығы:
– Төрлө сәбәптәргә йәки шарттарға һылтаныу булырға тейеш түгел. Беҙ үҙ эшебеҙҙе сифатлы итеп һәм билдәләнгән ваҡытта башҡарырға бурыслы. Башланғыстар кәрәк, ғәҙәти булмаған юлдар табырға өйрә­нәйек, заманса идара итеү алымы булдырылһын. Инвестиция эшмәкәрлеген яҡшыртыу маҡсатында һайларлыҡ запас беҙҙә бар.

Сергей НОВИКОВ,
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры:

– Былтыр хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса федераль программаға старт бирелгәйне, 2024 йылға саҡлы уны тормошҡа ашырыу өсөн миллиард һум бүленә. Милли проект пилот төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса айырым программалар төҙөүҙе, идара итеүсе кадрҙарҙы өйрәтеү сараларын үткәреүҙе, эшҡыуарҙарға ҡарата административ кәртәләрҙе кәметеү пакеттарын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Республиканан был проектта эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш материалдары етештереү тармаҡтарына ҡараған 16 предприятие ҡатнаша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 16

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 38

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 41

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 40

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 44

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 46

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 62

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 50

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 68

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 73