Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Улар төҙөгән йорттар мәңгелек
Улар төҙөгән йорттар мәңгелекСтәрлетамаҡтағы “УрманСтрой” төҙөлөш компанияһының директоры Әхмәт Аҫылбәковты бөгөн ҡалала ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә беләләр. Уның компанияһы төҙөгән шәхси йорттар сифатлы, зауыҡлы, күркәм булыуы менән әллә ҡайҙан күҙгә салына. Ә инде был эштең нескәлектәрен биш бармағы кеүек белгән етәксене юллап, унан кәңәш, йорт төҙөп биреүҙәрен һорап, әллә ҡайҙарҙан киләләр.

Әхмәт Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһе ул-ҡыҙҙарын бәләкәйҙән эш менән тәрбиәләй. Рәсем дәрестәрендә оҫта итеп һүрәт төшөргән үҫмергә уҡытыусылары ла һоҡланыуын йәшермәй, артабан ошо йүнәлештә белем алырға кәңәш итәләр. Һигеҙенсе­нән һуң Әхмәт Стәрлетамаҡта рәссам-биҙәүсе һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан ошо уҡ уҡыу йортонда электрикка уҡый.
Йылдар үткән һайын белем тауҙарына ҡыйыу үрмәләй беҙҙең геройыбыҙ. Башта төҙөлөш, шунан иҡтисад буйынса юғары белем алыу менән бергә дәүләт һәм муниципаль идара итеү буйынса ла университет тамамлай.
Әрменән ҡайтҡас, Синтетик кау­чук заводында эшләй башлай ул.
Улар төҙөгән йорттар мәңгелек– Аҙ эш хаҡына көнө буйы бил бөгөп йөрөү ғәрләндерҙе. Шул саҡ эшемде асырҙай көс тойҙом. Бер бригада төҙөнөм. Үҙем заводта йөрөйөм, улар менән телефон аша идара итәм. Оҫта, эш рәте белгән егеттәрҙе һайлап алдым. Кешеләр беҙ һалған йорттарҙы күреп, ҡыҙыҡһына башланы, заказдар күбәйҙе, – ти ул.
Бәләкәйҙән һәр нәмәне еренә еткереп эшләүҙе аңына һеңдереп үҫтергәндәре өсөн бөгөн Әхмәт ата-әсәһенә рәхмәт уҡып бөтә алмай. Баҙар шарттарында тап ошо сифат ҡотҡара уны. Сифат, сифат, тағы бер тапҡыр сифат. Эшселәренән дә шуны талап итә. Шул саҡта ғына һинең менән иҫәпләшәсәктәр, хөрмәт итәсәктәр. Бөгөн уның ҡул аҫтында ун бригада бар. Сер түгел: кешене бушҡа йә осһоҙ хаҡҡа эшләтеүселәр етерлек. Әхмәт Мәүлембирҙе улы үҙенең егеттәре араһында хөрмәт яулаған, хеҙмәт хаҡын да ғәҙел һәм ваҡытында түләй. Быйыл ғына әллә күпме йортто файҙаланыуға тапшырған улар. Бынан тыш, төҙөлгән гараж, мунсаларҙың иҫәбе-һаны юҡ тигәндәй.
Әлбиттә, бөгөн йорттар төҙөү­се төрлө ойошмалар күп. Ә Әхмәт Мәүлембирҙе улы етәкселе­гендәге компания өйҙө бөгөндән сығып йәшәй башларлыҡ итеп төҙөүе, бер юлы нигеҙен, эске һәм тышҡы эштәрен биҙәкләп, ҡыйығын ябыуы, комму­никация­ларҙы үткәреп би­реүе менән ота. Тулыһынса бер ойошма булыш­ҡас, ышаныс­лыраҡ та, мәшәҡәте лә аҙ. Шуныһы менән килешергә кәрәк: быныһы өсөн аҡса кәрәк, тип ваҡыт уҙғарып, кемгәлер инә­лергә түгел. Бөтәһен дә үҙҙәре эшләй ҙә бирә. Гарантиялары ла бар. Дизайнды яҡшы белеүҙәре лә файҙаға ғына. Йорттоң проектын Әхмәт заказ­сының теләге буйынса үҙе һыҙа. Икенсенән, уларҙың хеҙмәте бүтәндәрҙе­кенән 15-20 процентҡа осһоҙораҡ. Шуға ла йыш ҡына хуплау һүҙ­ҙәре ишетәләр. Иң алыҫтағы заказ күрше Татарстан Республи­каһында булған. Ҡазан ҡалаһын­да йорт, гараж, мунса төҙө­гәндәр, башҡорт егеттәренең эшенән бик ҡәнәғәт ҡалғандар хужалар.
— Бөгөн ун бригада йорттар төҙөү менән мәшғүл, – тип һүҙен дауам итә булдыҡлы уҙаман. – Башлыса үҙебеҙҙең Ҡаранйылға, күрше ауыл егеттәре эшләй. Һүҙ юҡ, шәптәр!
Уларға фатир табып, ҡуртым хаҡын да түләй. Ә киләһе йылға ауылдаштарына “Башҡорт­остан” гәзитен дә яҙҙырып бүләк итәсәген белдерҙе.
Инде апаруҡтан Стәрлета­маҡта йәшәһә лә, бала сағы үткән ғәзиз төйәген онотмай Әхмәт. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрһенме, уңғандарға, күп балалы ғаиләләргә, ветеран­дарға бүләктәр таратһынмы, ауылдың зыяратын ҡоймалап алыуҙы ойошторһонмо. Стәрле­та­маҡтан тимер бағаналар, торбалар, рабицалар алып ҡайтып, һуңғы ҡаҙауҙы ҡаҡҡансы үҙе бергә йөрөп эшләй. Былтыр 22 июлдә 12 райондың вәкилдәрен йыйып данлыҡлы башҡорт атына бағышланған “Һыбайлылар” фестивален уҙғарыуы үҙе ни тора. Бына шундай рухи тәрбиә алған ул ғаиләһендә. Шуға ла балалары Алина, Аделина, Алиханға рухи яҡтан яҡшы тәрбиә биреп, һөйөклө ҡатыны менән татыу ғаилә ҡорған. Ауылдаштары иһә ошондай егет үҫеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ә. Аҫылбәков Ғафури район Советы депутаты булараҡ тыуған төбәгенә бик күп көс һала, уның сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерә. Ғафури район хакимиәте уның эшмәкәрлеген “Йыл кешеһе” тигән маҡтаулы исем менән билдәләне.
Әлбиттә, Әхмәттең күңелен борсоған хәлдәр ҙә бар. Гектар-гектар баҫыуҙар буш ята, фермалар хужаһыҙ. Хатта бына тигән биналарҙы төбө-тамыры менән ҡутарып бөтөрөп баралар. Халыҡ эшһеҙлектән йонсой. Был хаҡта һүҙ ҡуҙғатһаң, етәкселәр, ауылда эш юҡ тигән һүҙ булыуы мөмкин түгел тип, ауыҙҙы томаларға әҙер тора. Эйе, шәхси хужалыҡ, ҡорт тотоп, иркен генә йәшәүселәр етерлек. Әммә мал-тыуарға бесән әҙерләү, аҙаҡ уны һатыу өсөн һаулыҡ та, ваҡыты ла кәрәк. Икенсенән, бөтә кешелә лә эшҡыуарлыҡ һәләте юҡ. Шуға ла киләсәктә тыуған ерен, районын матур, төҙөк итеп күргеһе килә уның. “Мин булмаһам, кем башлап йөрөргә тейеш?” – тигән уйҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ә бит уның тыуған ауылы тәбиғәттең йәннәт кеүек мөйөшөндә урынлашҡан. Тирә-яҡтан бейек-бейек тауҙар уратып алған, йылғалар, шишмә­ләр күп. Тап шул ниәттән йәш эшҡыуар был төбәктә туристик база асыу хыялы менән янып йәшәй. Ул сағында йәнә бихисап кеше эшле булыр ине. Бының өсөн үҙендә көс тә, мөмкинлек тә тоя Әхмәт Мәүлембирҙе улы. Әле үк тыуған ауылында башҡорт аттарын үрсетеүгә тотондо. 31 баш йылҡы малы ишәйә, хыялдары – киләсәктә ҡымыҙсылыҡ тармағын яйға һалыу.
Ауылдаштарын эшле лә итте ул, йәштәрҙә ошонда тамыр йәйергә, мул тормошта йәшәргә өмөт уятты.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә