Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Төҙөмәйсә йәшәй алмайҙар
Ауырғазы районы үҙәгендә һуңғы осорҙа 600 кеше йорт һала башлаған

Төҙөмәйсә йәшәй алмайҙарТалбазыға, ғәҙәттәгесә, федераль трассанан уңға боролоп инеп китәйек тиһәк, булманы: юл сатында әллә күпме техника эшләй, район үҙәгендәге йүнәлеште ҡаҙыйҙар, түшәйҙәр, тигеҙләйҙәр... Ахырҙа, ауылды үтеп, көньяғынан урап инергә тура килде. Тик төҙөлөш эштәре бында ла туҡтамай ине.


– Бына Талбазының үҙәгендә, район хакимиәтенә ҡаршы ғына тип әйтерлек, Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башлаясаҡ, – тип район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Илдар Әмирханов яңы объекттың урынын күрһәтә. – Быға саҡлы бассейны ла булған комплекс беҙҙең районда юҡ ине. Ошо уҡ проект буйынса күршеләге Әлшәй районында ла һалғайнылар. Ләкин уларҙа был комплекс 150 миллион һумға төшһә, ә беҙҙә ул сығымдарҙы 12 миллион һумға күберәк талап итәсәк, сөнки ауыл уртаһын­дағы коммуникация селтәрен күсерергә, таҙартыу ҡоролмалары ҡорорға тура киләсәк. Проект экспертиза үтте. Әлеге ми­нуттарҙа беҙҙең район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисов Хөкү­мәт кәңәшмәһендә ошо 12 миллион һумды нигеҙләү менән мәшғүл. Шундай проблемалар һәм кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр күп инде ул төҙөү-ҡороу эшендә, әммә әлеге объекттың һалына­са­ғына һәм тап ваҡытында сафҡа инде­реләсәгенә ышаныс менән ҡарарға кәрәк, сөнки Физкультура-һауыҡтырыу комплексы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов­тың башланғысы менән республиканың йөҙ йыллығына әҙер буласаҡ 100 объект исемлегенә индерелде.
Төҙөмәйсә йәшәй алмайҙарҺыу үткәргес тә яңыртыла Талбазыла. Күптәр белмәйҙер ҙә әле: был тирәлә ҙур күләмдәге эсәр һыу сығанағы юҡ, шуға күрә район үҙәгенә һыу үткәргесте Ғафури районының Аҡкүл станцияһынан төньяҡ­тараҡ ятҡан сығанаҡтан һуҙырға мәж­бүрҙәр. Ауырғазы районының яртыһы аша тиерлек үтәсәк был торбаның тәүге этабы 24 миллион һумға төшәсәк, артабанғы эш өсөн 36 миллион һум бүлеү мәсьәләһе тикшерелә, ләкин яңыртмай ҙа булмай, сөнки әле эшләгәне 1976 йылда уҡ һалынған.
Шулай ҙа Талбазыла тәү сиратта күҙгә бәрелгән һәм иң ҙур төҙөлөш майҙаны – торлаҡ йорттар. Был район үҙәгенән аша үтеп йөрөгәндә күрмәй булдыра алмайһың: һуңғы ун йыл эсендә ауыл ике тапҡырға тиерлек ҙурайған. “Ҡыҙыл линия”ла, йәғни Өфө – Ырымбур трассаһы менән Красноусол – Дәүләкән юлы киҫешкән ерҙә ултырған, баш ҡаланан 80 километрҙа ғына ятҡан Талбазыны күптәр даими йәшәү урыны итеп һайлай. Әйтеүҙәренсә, бында күсеп килгән ғаиләләр һаны күсеп киткәндәрҙән артығыраҡ.
Төҙөмәйсә йәшәй алмайҙар...Талбазы ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Нафиҡов менән машинала ауылды урап йөрөйбөҙ. Ҡайҙа ҡарама, яңы урамдар, ҡайһыларына асфальт та түшәлгән, бәғзеләренә әле өлгөрмәгәндәр ҙә, төрлө төҫтәге кирбес өйҙәрҙән һәм профнастил менән көпләнгән ҡоймаларҙан күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Һуңғы өс йылда ғына ла шәхси йорт төҙөү өсөн ташламалы хаҡтарҙан файҙаланыу хоҡуғы булған 600-ҙән ашыу ғаиләгә ер биләмәһе бүленгән икән. Ауыл өсөн был – бик ҙур күрһәткес, хатта ул ҙурая барған район үҙәге булһа ла. “Ә был ике биҫтә араһында ни өсөн буш майҙансыҡ ҡалдырылған?” – тип күрһәтәм. “Бында социаль-көнкүреш комплексы һалынасаҡ”, – ти Айҙар Ришат улы. Ысынлап та, төҙөлөп ятҡан йорттар ҙа бихисап бит, тимәк, күсеп килгән йәш ғаиләләр ҙә күбәйәсәк. Социаль объекттарға ла мохтажлыҡ арта. Күптән түгел төҙөкләндерелгән ял паркы ла, нигеҙҙә, балалы ғаиләләргә иҫәпләнгән.
Иң ҡыуаныслыһы шул: бындай объекттар Талбазыла күбәйә бара, һәм үҫешкә бер ниндәй иҡтисади ҡыйынлыҡтар ҙа кәртә була алмай. Ике йыл элек кенә 5-се балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған. Халҡы 12 меңдән ашҡан был ҙур ауыл киләсәктә ҡалаға ла әйләнеп китмәҫ тимә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә