Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иҡтисад: Төрлөһөнән
Бурысыңды онотманыңмы?

Башҡортостан халҡының 1,2 миллиард һум күләмендә мөлкәт һалымына бурысы йыйылған. Ҡаҙнаға 10 мең һумдан ашыу бурысың булыуы Рәсәйҙән ситкә сығармау өсөн нигеҙ булып тора.


1 июнгә ҡарата 35 меңдән ашыу кешенең мөлкәт һалымы буйынса 10 меңдән күберәк түләүе бар. Бөтәһе бер миллиард 218 мең һум тирәһе дөйөм бурыс йыйылған.
Йәйге ял ваҡыты етте. Күптәр сит илдәрҙә, диңгеҙ буйҙарында ял итергә ынтыла. Әммә ҡайһы берәүҙәр түлән­мәгән бурысы арҡаһында күңелһеҙ хәлгә тарыу ихтималлығы хаҡында уйламай ҙа. Бындай граждандарҙы аэропортта рейсҡа яҡын да юлатмаясаҡтар. Ә инде суд приставтары ҡуйған сикләүҙе тиҙ генә юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. Бының өсөн барлыҡ һалымыңды, улар өсөн йыйылған пеняны түләү һәм башҡарыу эшенең туҡтатылыуы кәрәк. Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн һалым органдары бурысты ваҡытында ҡап­лап барырға тәҡдим итә.
Әйткәндәй, бығаса граждандарҙың 600 миллион һум тирәһе бурысын һыҙып ташларға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр булғайны. Был ташлама 2013 йылға тиклем түләүе булғандарға ҡағыла. Ошо датаға тиклем өс миллиард 100 миллион һум йыйылған һалым дөйөм бурыстың 20 проценттан аҙырағын тәшкил итә. Ә 2014 – 2016 йылдарҙағы барлыҡ һалым мотлаҡ түләнергә тейеш.

Үҙебеҙҙән дә артып ҡала

Быйыл дүрт айҙа Башҡортостан ситкә 30,4 миллион доллар күләмдә ашлыҡ оҙатҡан. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, был 3,2 тапҡырға күберәк һәм дөйөм экспорт күләменең 2,4 процентын тәшкил итә.


Башлыса иген (15 миллион доллар, барлыҡ агросәнәғәт комплексы тауар­ҙарының 49,3 проценты), май (7,5 миллион доллар, 24,7 процент), шулай уҡ шәкәр һәм шәкәр ризыҡтары (4,4 миллион доллар, 14,5 процент) һатылған. Бүтән илдәр бойҙай, һоло, ҡарабойҙай һәм май культураларын теләп ала. Башҡортостан ашлығы Әзербайжан, Монголия, Латвия, Литва, Беларусь, Бельгия, Египет, Иран, Израиль, Төркиә һәм Сәғүд Ғәрәбстанына оҙатыла.

Деполар ҙа, штат та күбәйә

Республика Хөкүмәте янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен 2030 йылға тиклем үҫтереү стратегияһын раҫланы. Уға ярашлы, 11 яңы депо барлыҡҡа киләсәк һәм янғын һүндереүселәр штаты 1058 кешегә артасаҡ.


Республикалағы янғын һүндереү деполары бынан 70 йылдар элек төҙөлгән. Ә ҡайһы бер ауылдарҙа был юҫыҡта эш үтә хәүефле тора, махсус биналар юҡ. Шуға ла эҙмә-эҙлекле рәүештә деполар төҙөү был стратегияның өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. Уның сығымы аҙыраҡ булған һәм тиҙ төҙөлә торған өлгөләренә баҫым яһаласаҡ.
Беренсе этапта, 2018 – 2020 йыл­дарҙа, 11 депо бинаһын файҙаланыуға тапшырыу планы ҡаралған. Шуның өсәүһе быйыл Йылайыр, Үрге Әүжән һәм Темәстә барлыҡҡа килһә, берәүһе киләһе йыл – Красноусол ауылында.
Бөгөн халыҡтың хәүефһеҙлеге һағында торғандарының паркы иҫкер­гән. Ошо йәһәттән уларҙы тулы­һынса яңыртыуға өлгәшеләсәк, 292 автоцистерна һатып алынған. 11 райондағы янғын һүндереү­селәрҙең автобаҫҡысы булмауы ла бәкәлгә һуға. Был проблема ла бер-бер артлы хәл ителәсәк. Бындай ҡорамал менән иң тәүҙә күп ҡатлы социаль тәғәйенләнештәге объекттары булған Мәсәғүт, Красноусол, Малаяҙ ауылдары тәьмин ителәсәк.

Осоп ҡына бараһы...

Бығаса Башҡортостандан Новосибирск ҡалаһына йөрөү мәшәҡәтле булды. Тәүҙә Мәскәүҙә икенсе транспортҡа күсеп ултырырға йәки Нижневартовскиҙа туҡталырға кәрәк ине.


Тап шуға ла Өфөнән Новосибирск ҡалаһына тура оса башлаған заманса “Embraer 170” самолеты пассажир­ҙар­ҙың күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы. 78 кешегә иҫәпләнгән һауа транспорты аҙнаға ике тапҡыр – шишәмбе, шәмбе көн­дәрендә рейсҡа сыға. Хәҙер пас­сажирҙарҙың юлдағы ваҡыты биш сәғәткә ҡыҫҡарҙы.

Йомортҡа, ҡош ите...

Быйыл ғинуар–апрель айҙарында ауыл хужалығы ойошмаларында ҡош ите етештереү 2,06 миллион тонна тәшкил иткән. Был былтырғы ошо осорҙан 4,2 процентҡа күберәк, йәғни бөтәһе 1,98 миллион тонна булған.


11,92 миллиард дана йомортҡа алынған, ул 1,9 процентҡа күберәк. Былтыр ошо осорҙа 11,7 миллиард дана иҫәпләнгән. Дүрт айҙа Тамбов, Ростов, Тула, Пенза өлкәләрендә, Мари Иле һәм Ҡырым республикаларында ҡош ите етештереү артҡан.
Әстрхан өлкәһе йомортҡа алыуҙы 1,8 тапҡырға арттырып, был юҫыҡта иң алда бара. Ставрополь крайы, Рязань, Ленинград, Ярославль өлкәләре, Мордва һәм Татарстан республикалары шулай уҡ йомортҡа етештереүҙе күтәргән. Әйткәндәй, ҡошсолоҡ — ауыл хужалығында уңышлы үҫешкән тармаҡтарҙың береһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә