Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ағиҙел буйы үҙгәрә
“Баш ҡала ҡапҡаһы” әүҙем төҙөкләндерелә

Ағиҙел буйы үҙгәрәӨфө ҡалаһының Ағиҙел йылғаһы буйлап һуҙылған яр буйҙары, йәшерен-батырын түгел, һоҡланыу уятмай. Үткән быуатта торлаҡ, аҙыҡ-түлек муллығы һәм башҡа кисектергеһеҙ проблемаларҙы хәл иткәндә ярҙы төҙөкләндереү ҡайғыһы бик булмағандыр ҙа. Унан һуң белгестәр шуны ла раҫлай: Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡаланың ситендә ята, Ҡазан йәки Һамарҙағы кеүек ҡала уртаһында урынлашҡан, ял итеү зонаһына ингән һыу ятҡылыҡтары түгел. Әле, ниһайәт, уны төҙөкләндереү, матурлау, баш ҡала халҡына һоҡланып йөрөрлөк һәм ҡунаҡтарға ғорурлыҡ менән күрһәтерлек урынға әйләндереү өсөн ҡыҙыу эш бара.


Төҙөлөшкә республикабыҙ етәк­сеһе Рөстәм Хәмитовтың баш­ланғысы нигеҙ һалды: бынан биш йыл самаһы элек ул баш ҡаланың тимер юл вокзалынан Ҡариҙел йылғаһы ҡойған ерҙән йыраҡ түгел ятҡан Ҡомлоташҡа саҡлы яр буйы юлы төҙөүҙе йөкмәткәйне. Был һы­ҙаттың тәүге сиратын, хәтере­геҙҙәлер, 2014 йылда – ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты алдынан – файҙаланыуға тапшырғайнылар. Гидротехник объект Салауат Юлаев һәйкәленән алып “Йәшлек” бассейнына тиклем бер километрҙан ашыуға һуҙылған.
Был сараның мөһимлеге, Өфө­нөң Рәсәйҙәге башҡа мегапо­лис­тарҙан ҡалышмауы өсөн үҙе бер күр­һәткес булып тора кеүек. Шуға ла ошо яр буйын төҙөкләндереү Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына сафҡа инергә тейешле 100 объект исемлегенә инде.
Күптән түгел төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов яр буйының фай­ҙаланыуға тапшырылған тәүге сираты менән танышты. Рөстәм Зәки улы төҙөүсе­ләр­ҙең эшенән ҡәнәғәт. “Яр буйының нисек йыһазлан­дырылыуына ба­һалар төрлөсә булды, ләкин беҙ уның матур килеп сыҡҡанын кү­рәбеҙ”, – тине ул.
– Эш графикта билдәләнгән ваҡыттан алда бара, яр буйы төҙөлөшөнөң икенсе сиратын быйыл уҡ тапшырырбыҙ, моғайын, – тип белдерҙе республика етәксеһе ошо инспекциянан һуң үткәрелгән кәңәшмәлә. – Дөрөҫ, баш ҡала халҡы яғынан тәнҡит тә байтаҡ һәм мин социаль селтәрҙәрҙә ошо ҡәнә­ғәтһеҙлек менән танышып сыҡтым. Ысынлап та, беҙ был объектты артабан тәртиптә тотоуҙы күҙ уңынан ысҡындырғанбыҙ, унда таҙалыҡ һәм тейешле уңайлыҡтар булдырыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Уның ҡарауы, ошондай күп ҡатлы яр буйы илебеҙҙә башҡа юҡ. Беҙҙә ҡыҙыҡлы алымдар ҡул­ланылған, күркәм итеү маҡсатын ҡуйып төҙөргә тырышҡандар.
Объекттың икенсе сираты 3,2 ки­лометр тәшкил итәсәк. Артабан өсөнсө сиратын башлау планлаштырыла – ул Пугачев менән Ағиҙел урамдары араһындағы бер километр оҙонлоҡто биләйәсәк һәм, хәбәр итеүҙәренсә, был төҙөлөш өсөн 522 миллион һум тотоноласаҡ. Дүртенсе сиратта Салауат Юлаев һәйкәленән алып тимер юл күперенә саҡлы булған бер километрлыҡ һыҙат көтә. Барлығы Өфө ҡала­һы­ның Ағиҙел буйында дүрт кило­метрлыҡ яр буйы йыһазлан­дырыласаҡ.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә