Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ә эш кешеһе – төп байлыҡ
Ә эш кешеһе – төп байлыҡ“РегионАгро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бөгөн ысын мәғәнәһендә эш гөрләй, тормош та алға бара, иртән ҡатын-ҡыҙ фермаларға һауынға йүнәлһә, ир-ат иһә малға аҙыҡ таратырға тип аттарын йүгәнләй. Баҫыуҙарҙа ла трактор тауышы һары таңдан ҡара кискә ҡәҙәр тынмай, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ һәм бөхтәлек хөкөм һөрә. Элекке ҡеүәтле колхоз-совхоздарҙы хәтерләтә “РегионАгро” хужалығы.

Йәмғиәт республикала киң танылыу алған, төбәктең ныҡлы терәге лә, сөнки иҡтисади яҡтан тотороҡло, көслө ул. Ауыл эшсәндәре иген, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, башҡа төр культуралар, ит һәм һөт етештереү менән ныҡлап шөғөлләнә һәм ошо продукцияны һатып, табыш алыу бында яҡшы ҡуйылған.
Хужалыҡҡа 15 йылға яҡын инде ғәҙел, талапсан идарасы, һәр башланғыстың һөҙөмтәлелеген һәм ниндәй уңыштарға килтерәсәген алдан күҙаллаған Вадим Әхнәф улы Нуриәхмәтов етәкселек итә. Уның тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән дә билдәләнгән.
— Беҙҙә уңған, үҙ эшен яратып башҡарған халыҡ йәшәй, шуға ла күрһәткестәребеҙ юғары. Хеҙмәтебеҙҙе баһалайҙар икән, тимәк, башҡарған ғәмәлдәребеҙ бушҡа түгел. Әлбиттә, һәр уңыш — һәммәбеҙҙең уртаҡ хеҙмәт емеше ул, — ти Вадим Нуриәхмәтов.
Хужалыҡ эшсәндәре һигеҙ мең гектар майҙанда эшмәкәрлек алып бара, быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ ойошторғандар. Игенселәр көҙгә иген культураларынан, көнбағыштан, шәкәр сөгөлдөрөнән, етендән мул уңыш алыуға өмөт итә. Әйткәндәй, етенде быйыл тәүләп ултыртҡандар, ул бер меңгә яҡын гектарҙы биләй, уны экспортҡа оҙаталар. Шәкәр сөгөлдөрө уңышын Раевкаға тапшыралар, көнбағышты Шишмә заводына оҙаталар.
Иҡтисади именлекте тәьмин итеү өсөн хужалыҡ етәкселеге заманса техника, йыһаз-ҡорамалдар һатып алыуға аҡса йәлләмәй. Йәмғиәт ихатаһы йыл һайын сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы менән тулылана, иҫкеләрен яңынан ҡорап, ватылғанын ремонтлап торалар.
“РегионАгро” йәмғиәте ҙур төҙөлөш майҙанын да хәтерләтә, сөнки төҙөлөш бында туҡтағаны юҡ. Баҫыуҙарҙан йыйып алынған продукцияны юғалтыуһыҙ һаҡлау өсөн кооперативтың заманса иген ҡабул итеү пункты эшләй, иген һаҡлағыстар урынлаштырылған. Бер нисә силос соҡоро бар. Һөтсөлөк фермалары, “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ярашлы, ике фермаға реконструкция үткәреп, яңы тыуған быҙауҙарға профилакторийы булған айырым ҡура төҙөп ултыртҡандар. Таналар ҙа иркен ялан кәртәләрҙә аҫрала. Әле хужалыҡта тағы бер яңы һөтсөлөк фермаһы төҙөлә. Шуныһы ла мөһим: биналар заманса йыһазландырылған, елләтеү системаһы ҡулланыла, һәр урында “Хозяин”дар хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтен еңеләйтә. Иң аптыратҡаны – хужалыҡтың һөтсөлөк фермаларында бөтөнләй себен осмай, ғөмүмән, осоп йөрөгән бөжәктәр юҡ. Бынан тыш, һаҫыҡ еҫ тә һиҙелмәй. “Ә бының сере шунда: йыл әйләнәһенә тотолған мал аҙбарҙары минуты-сәғәте менән тиҙәктәрҙән таҙартылып тора, улар оҙаҡ ятмай, бер ниндәй химикат ҡулланмайбыҙ”, — ти етәксе. Тиреҫте лә ташламай, баҫыуҙарға сығаралар.
Бөгөн ҡураларҙа голштин тоҡомло 800 баш һыйыр малы тотола, бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылғас, таналар йыл әйләнәһенә быҙаулай. 250-һен һауып, көн һайын өс тонна аҡты Өфө ҡалаһының һөт комбинатына оҙаталар. Әҙер продукцияны үҙҙәре килеп ала, юлға сығымдар китмәй. Йәйге лагерҙарҙа әле ит йүнәлешендәге малдар ғына тотола. Көтөүҙе йәш таналар менән тулыландырып торалар.
— Продукция етештереү күләме, шөкөр, арта. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола, — ти Вадим Әхнәф улы. — Беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур, шуға ла сифатына һәр саҡ иғтибар итәбеҙ.
Әле бында Ленинское ауылынан 80 кеше эшләй, йәштәргә, белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Хәрби хеҙмәткә тиклем йәмғиәттә тәүге хеҙмәт сынығыуы үткән егеттәр Ватан алдындағы бурысын үтәгәндән һуң тура бында эшкә килә. Башҡа ауылдарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр етерлек. Хеҙмәт хаҡы уртаса 20 мең һум тирәһе тәшкил итә. Премияларҙан тыш һәр кем ашлығы, бесәне менән тәьмин ителә. Эш һөҙөмтәләренә ҡарап хеҙмәткәрҙәр ял йорттарына, шифаханаларға юллама менән бүләкләнә, мәҫәлән, Рәсәй шифаханаларынан тыш, сит ил ял йорттарында ла сәләмәтлеген нығыта икән улар. Бынан тыш, ауылда йорт һалып инеүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, бушлай техника бүленә. Йәмғиәт үҙ көсөнә өс йәш ғаиләгә йорт та төҙөп биргән. Ауыл хакимиәте менән дә яҡшы мөнәсәбәт булдырған хужалыҡ. Урамдар бөгөн яҡтыртыла, ҡыш юлдар ҡарҙан таҙартыла, асфальт юлдар һалынған, хужалыҡ ҡарамағындағы мал ихаталарына ла асфальт түшәгәндәр.
Әле хужалыҡ эшсәндәре ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы хәстәрләү бурысы менән йәшәй. Яланда эшләүселәр, әлбиттә, бесән яҫмаларының йоҡа булыуын билдәләй, әммә улар төшөнкөлөккә бирелмәй, ихаталарға мал аҙығы ташыуҙы дауам итә. Етәкселек яңы технологияларға таянып эш итергә ғәҙәтләнгән. Мәҫәлән, сенаж һалыуҙа ла Англия технологияһын ҡулла­налар, ошо илдән кәрәкле пленка, ҡаптар алып ҡайтҡандар. Силос соҡорҙарына был ысул менән һалынған сенаж оҙаҡ иҫкермәй, әсемәй, продуктлылығын да юғалтмай, ти белгестәр.
— Уй-ниәттәребеҙ күп кенә, урындағы ауыл эшсәндәре тағы ла күркәмерәк йәшәһен өсөн, бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, улар – беҙҙең төп байлығыбыҙ, — ти Вадим Әхнәф улы, ауыл, йәмғиәттең киләсәген ҡайғыртып.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә