Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иренмәгәндәр ашарға тилмермәй
Иренмәгәндәр ашарға тилмермәйБеҙ барғанда эшҡыуар Зәбир Фәйзуллин Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә үтәсәк “Өршәк буйы уйындары” байрамына әҙерлек менән мәшғүл ине. Спортсыларҙы туплау, транспорт менән тәьмин итеү бурысын уның яуаплылығына тапшырғандар.

– Зәбир Рим улына ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итәбеҙ. Өфө, Стәрле­тамаҡ кеүек ҡалаларға концерт ҡуйырға сыҡҡан мәлдәрҙә лә ул беҙҙе транспорт менән тәьмин итә. Спортсылар ҙа уның ярҙамында ярыштарға йөрөй. Үҙе лә төрлө спорт бәйгеләре ойоштора. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” ише ҙур сараларҙы уҙғарғанда ла төп көс уға төшә, ойоштороу мәшәҡәттәрен үҙ иңенә ала. Ғөмүмән, Ибрай ауылы халҡы шундай дәртле, янып, ут сәсрәтеп йәшәй, – тине Әлшәй районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов.
Раевкала йәшәгән Зәбир Рим улының нәҫел тамырҙары ла ошо ауылға барып тоташа. Егет менән яҡындан танышҡас, Ибрайҙа эшлекле, йүнсел, төплө уйлы кешеләр йәшәй тигән фекерҙең буштан әйтелмәгәнен аңланыҡ.
Зәбир ҙә бала сағынан спорт һөйөп үҫә. Һыбай йөрөргә ярата, көрәш менән шөғөлләнә, башҡа спорт төрҙәрендә лә һынатмай. Ул мәктәпте тамамлағас, Өфө автотранспорт техникумына юллана.
Армияла саҡта уға Төньяҡ Кавказда конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашырға тура килә. Хәрби хәрәкәт ветераны тыуған еренә ҡайтҡас, үҙе кеүек “ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт иткән­дәрҙең яҙмышына битараф ҡала алмай. Шуға ла 2001 йылдан бирле райондың “Чечен Республикаһындағы локаль конфликт һәм хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итә.
Хеҙмәт юлын “Яңы Раевка” сов­хозының үҙәк бүлексәһендә газ хеҙ­мәте мастеры вазифаһында башлай. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Бер аҙҙан һуң тәүәккәл егет үҙенең такси хеҙмәтен асырға йөрьәт итә. Ауырлыҡтар йыш осраһа ла, Зәбир юғалып ҡалғандарҙан түгел. Тырыш хеҙмәте арҡаһында 2006 йылда үҙенең пассажирҙар ташыу предприятиеһын асыуға өлгәшә.
Тығыҙ эш көнөнөң һәр минуты иҫәпле булһа ла, Зәбир Фәйзуллин спортҡа ла ваҡыт таба. Әле ул йәмәғәт башланғысында Физкультура-һауыҡ­тырыу үҙәгендә ололар өсөн көрәш секцияһын алып бара. Уның етәкселе­гендә шөғөлләнгән Алмас Йәнекәев, Айтуған Әхмәтов, Вәкил Йәнекәев кеүек спортсылар республикала көслөләрҙән иҫәпләнә, йыш ҡына еңеү яулай.
Зәбир тормош юлдашы Валентина Александровна менән ун биш йыл татыу донъя көтә. Ҡатыны иренең туған телендә – башҡортса ихлас аралаша. Күркәм ғаиләлә ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләнә.
– Киләсәккә пландар күп. Әле яңы проекттар өҫтөндә эшләйем. Иренмә­һәң, эшҡыуар булараҡ, уңышҡа өлгәшергә була, – ти Зәбир Рим улы.

Әлшәй районы.


Автор: Р. ХӨСНУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә