Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе Эльвира Нәбиуллина Дәүләт Думаһындағы сығышында бензинға хаҡтың артыуы айҡанлы борсолоу белдерҙе. Хаҡтар, дөйөм алғанда, 4 процентҡа артһа, май айында 11,8 процентҡа үҫте.

– Баһалауҙарға ярашлы, был хәл инфляцияның өҫтәмә рәүештә 0,2 проценттан алып 0,4 процентҡа саҡлы күтәрелеүенә килтерергә мөмкин, – тине Эльвира Нәбиуллина. – Ә беҙ быйыл инфляцияның кәмеүен көткәйнек.
Башҡортостанда төп нефть компаниялары бензинға хаҡты май айында ғына ла алты тапҡыр күтәрҙе. Шуны­һын да иғтибарға алмай булмай: 1 июндән Рәсәй Хө­күмәте яғыулыҡҡа эске хаҡтарҙы тотҡарлау маҡса­тын­да бензинға һәм дизель яғыулығына акцизды төшөрҙө.

* * *

Башҡортостандағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм туризм өлкәләрендәге яңы проекттар индерелде. Иҡтисад министры Сергей Новиков етәкселегендәге Инвестиция проекттарын ҡарау һәм һайлап алыу буйынса комиссия күптән түгел шулай тип белдерҙе.


Был исемлеккә дөйөм инвестиция күләме ике миллиард һум булған алты башланғыс өҫтәлгән. Һөҙөмтәлә 128 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Тәүге проект – Әбйәлил районының “Һамар” совхозы ауылы эргәһендә һөт-тауар фермаһын роботлаштырыу буйынса цех төҙөү. Ошо башланғыс менән райондың “Ҡыҙыл Башҡортостан” кооперативы сығыш яһаған. Проект 2018 – 2020 йылдарҙа ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ, инвестицияның дөйөм күләме – 400 миллион һум. Кооператив инфраструктура объекттары төҙөлөшөнә сығымдың бер өлөшөн ҡапларлыҡ дәүләт ярҙамына өмөт итә.
Икенсе проект – Белорет районындағы тау саңғыһы комплексы биләмәһендә пассажирҙар өсөн дүрт урынлы аҫылмалы канат юлы. Был проектты “Абҙаҡ” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте тәҡдим иткән. Инвестицияның дөйөм хаҡы 184 миллион һумға етә, эште быйыл уҡ тамамлауҙары ихтимал. Инвестиция проекты заманса канат юлы төҙөү иҫәбенә ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә һәм хәүефһеҙлекте яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Артабанғы өс проектты Баймаҡ районында тормошҡа ашырыу күҙаллана. Уларҙың тәүгеһе тәбиғи ташты эшкәртеү цехы булһа, икенсеһе – ҡаты яғыулыҡ етештереү предприятиеһы, өсөнсөһө бейә һөтөн сублимациялауға тәғәйенләнгән. Һуңғыһы экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек, беренсе сиратта ҡымыҙ етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Комиссия шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә нефть сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү цехын төҙөүҙе лә өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерергә ҡарар итте. Әлеге көндә был исемлектә дөйөм хаҡы 195 миллиард һумдан ашҡан һәм 12,5 мең яңы эш урыны вәғәҙә иткән 57 проект бар.

* * *

“Автостат” агентлығы белгестәре бер миллион кешенән күберәк халыҡ йәшәгән ҡалаларҙа яңы кроссоверҙар баҙарын өйрәнде һәм 2018 йылдың биш айында күпләп һатылған автомобилде атаны, ул – Hyundai Creta.

Билдәләнгән осорҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 363 водитель үрҙә аталған кроссовер хужаһы булған. Рәсәй ҡалалары араһында Hyundai Creta маркалы автомобилде һатып алыу буйынса алдынғыларҙа, ғәҙәттәгесә, Мәскәү (3326 берәмек), Санкт-Петербург (1977 автомобиль) һәм Ҡазан (455 машина).
2018 йылда илдә бөтәһе 27456 берәмек ошо кроссовер һатылған. Шулай уҡ рәсәйҙәр SUV баҙарында Renault Duster һәм Kaptur, KIA Sportage, Volkswagen Tiguan, Chevrolet Niva, Toyota RAV4, Mazda CX-5, Mitsubishi Outlander, Nissan X-Trail автомобилдәренә өҫтөнлөк бирә.

* * *

Башҡортостанда банкка аҡса һалыу буйынса ыңғай динамика һаҡлана, тип мәғлүмәт бирҙеләр республиканың Милли банкында. Ағымдағы йылдың 1 майына төбәктә йәшәүселәрҙең банкка һалынған аҡсалары 373 миллиард һум тәшкил иткән. Ул уҙған йылға ҡарағанда 8,3 процентҡа күберәк.

Шул уҡ ваҡытта һалынған аҡсаларҙың 90 проценты – Рәсәй һумында, 10 проценты сит ил валюталарында һаҡлана. Милли банкта билдәләүҙәренсә, май башында республика халҡының вкладтары буйынса ҡалған өлөшө кредиттар буйынса бурыстарҙан ашып киткән.
“Депозиттар буйынса процент ставкаларын кәметкән хәлдә лә уларҙың килемлелеге элеккесә инфляциянан артып китә (1 майға – 1,5 процент). Башҡортостан буйынса халыҡ һалған аҡсаларҙың уртаса ставкаһы һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 5,1 процент кимәлендә билдәләнгән (бер йылдан ашыу ваҡытҡа). Шул рәүешле банк вкладтарының йәлеп итеүсәнлеге һаҡлана”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй банкының Урал баш идаралығының Башҡортостан буйынса бүлексәһе – Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов.
Һуңғы ете йыл эсендә республика биләмәһендә банктарҙың йәлеп иткән вклад күләме 2,6 тапҡырға артҡан. Ул бөтә Рәсәйгә хас. Банкка аҡса һалыуға тотороҡло ышаныс уларҙы страховкалау менән аңлатыла. Һалған аҡсалар буйынса иң ҙур компенсация суммаһы 1,4 миллион һум тәшкил итә.

* * *

“Урал аръяғы-2018” иҡтисади форумында “Инфраструктура үҫешенең стратегик өҫтөнлөктәре: инвестициялар, энергетика, логистика” “түңәрәк өҫтәл”е уҙҙы. Сығыш яһаусыларҙың береһе — Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов Урал аръяғында инфраструктура сикләүҙәрен алыу өсөн республика бюджеты йыл һайын 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеүен хәбәр итте.

Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына ярашлы, быйыл ошо сараларға 1,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул иҫәптән Учалы-Иманғол – Баҙарғол автомобиль юлын төҙөкләндереүгә, Сибай – Күсей – Хәлил, Баймаҡ – Ишбирҙе юлдарын капиталь ремонтлауға, Ейәнсура районында Иҙелбәк-Байыш юлында Ҡаҫмарт йылғаһы аша күпер төҙөүгә, Әбйәлил районында Йәнгел йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереүгә. Шулай уҡ Дәүләт – Әлмөхәмәт юлын Магнитогорскиҙың урау юлы менән тоташтырған юл һалыу күҙаллана.
2018 – 2020 йылдарға территориаль заказ сиктәрендә Сибайға автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға, ремонтлауға һәм төҙөүгә 45 миллион һум күләмендә субсидия бирелгән. 2018 йылда Таусылар проспектын, Чайковский һәм Шахтерҙар урамдарын ремонтлау ҡаралған.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә