Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эшҡыуар булам тиһәң, тырышлыҡ кәрәк
Эшҡыуар булам тиһәң, тырышлыҡ кәрәкТырыштың эше ырыҫлы, ти халыҡ. Ана шундай таһыллыларҙың береһен Мишкә районында осратырға насип булды. Һүҙебеҙ шәхси эшҡыуар, булдыҡлы ир-азамат Ринат Ғилманов хаҡында.

Ринат сығышы менән Ҡариҙел тарафтарынан. 1995 йылда Өфө төҙөүселәр колледжын тамамлап, техник-төҙөүсе һөнәрен үҙләштерә һәм ошо юҫыҡта эш башлай. Артабан хеҙмәт юлын торлаҡ-коммуналь хужалығында дауам итә. Бер аҙҙан маҡсатлы егет Себергә йүнәлә. Вахта ысулы менән йыл ярым тирәһе электр ҡоролмаларын ремонтлау йүнәлешендә эшләп ала, әммә ҡыҫҡартыуға эләгә. Ул ваҡытта егеттең ҡулында 2 мең һум тирәһе аҡсаһы була. Ошо килемгә үҙ эшен башларға йөрьәт итә Ринат. Эште ныҡлап йәйелдереп ебәрер өсөн машинаһын һата, дуҫтарынан да бурысҡа ала. Шулай итеп, ул баҙарҙа аҙыҡ-түлек менән һатыу итә башлай. Ул замандарҙа баҙар әйләнешенең сәскә атҡан ваҡыты була. Килемде әйләнешкә индереп, артабан кейем-һалым, хужалыҡ тауарҙары ла тәҡдим итә йәш эшҡыуар. Бер аҙ капитал туплағас, район үҙәгендә ер алып, ыҡсым ғына магазин төҙөп ебәрә. Буяуҙар һата, урындағы халыҡтың заказы буйынса төрлө хужалыҡ тауарҙары алып ҡайта.
Бөгөн булдыҡлы эшҡыуарҙың сауҙа нөктәһе күпкә ҙурайып, 350 метр квадрат майҙанды биләй. Ринат Ғилмановтың “Дельфин” тип аталған магазинында төҙөлөш кәрәк-ярағы, хужалыҡ тауарҙары, көнкүреш-химия, туҡыма, балалар өсөн тауарҙар, һауыт-һаба һатыла.
Эшселәр коллективы ҙур түгел ­– дүрт кеше. Ринаттың ҡатыны Эльвира ла үҙҙәренең шәхси магазинында эшләй, урынбаҫар, бухгалтер һәм тауарҙы ҡабул итеп алыусы ла ул. Тиҫтә йыллыҡ эш стажы булған Татьяна Айғужина — өлгөлө һатыусыларҙың береһе. Рима Илекбаева ла магазинды асҡандан алып бөгөнгәсә “Дельфин”да.
Эшҡыуар булам тиһәң, тырышлыҡ кәрәк— Хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙ эшенең оҫталары, коллективта бергәлек бар, һәр тәғәйен эште еренә еткереп башҡарырға тырышалар. Һатып алыусыларҙың талаптарын ҡәнәғәтләндереү, уларҙы сифатлы тауар менән тәьмин итеү – төп бурысыбыҙ. Сифатлы тауар юллап Өфөгә үҙебеҙ барабыҙ. Ниндәй тауар талап ителә, алдан белеп эш итәбеҙ, сөнки ҡулланыусыны си­фатлы һәм кәрәкле тауарҙар менән тәь­мин итеү — уңышлы эш нигеҙе. Әлбиттә, бөгөн ҙур көнәркәшлек шарттарында эшләү еңелдән түгел, әммә тырышлыҡ, өлгөрлөк — беҙҙең хеҙмәт талаптары.
Район хакимиәте лә шәхси эшҡыуар­ҙарҙың башланғысын хуплай, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Үҙебеҙ иһә төрлө район сараларында, спорт ярыштарында бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтәбеҙ. Киләсәктә магазин майҙанын ҙурайтып, склад төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Эшебеҙҙең уңышлы барышында, әлбиттә, тырышлыҡ та, өлгөрлөк тә, күндәмлек тә ҙур роль уйнай, ти Ринат Әбелғаяз улы.
Көйлөнөң эше һәр ерҙә лә ырыҫты арттыра. Өҫтәүенә бынамын тигән ғаилә баш­лығы ла Ринат. Һөйөклө ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Балалары ла тырыш. 23 йәшлек Тимур — эшҡыуарлыҡта атаһына ҙур ярҙамсы. Бәләкәйҙәре Эмиль дә тырыш егет булып үҫеп килә, быйыл ул бишенсе класты тамамлай. Ғаилә баш­лығы сәләмәт тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә, улдары менән волейбол уйнай, күнекмәләр залына йөрөй, ошо йәһәттән дә туғандарына, дуҫ­тарына, ауылдаштарына күркәм өлгө.
Бөгөн ул республиканың Мишкә районы буйынса эшҡыуарҙарҙы яҡлау хеҙмәтенең йәмәғәт башланғысындағы ярҙамсыһы ла. Район эшҡыуарҙарына ярҙам итеү, улар өсөн уңайлы шарттар булдырып, хәйерле эшкә юл асыу — Ринат Әбелғәзиз улының йәнә бер изге бурысы. Заман менән бергә атлап, ҡанун нигеҙендә эштәрҙе хәл итеү, үҙ хоҡуҡтарыңды белеү ҙә эшҡыуар өсөн зарур эш.
Ринат Ғилманов Республика эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын яҡлау уполномоченныйының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән. Йәштән маҡсатлы егет бына шулай үҙ эшен асып, үҙе ҡорған хыялдарын ышаныслы тормошҡа ашыра.


Автор: Розалия ЗАРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә