Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәк үҫеше барланды
Төбәк үҫеше барландыХәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында “Көньяҡ Урал-2018. Уңайлы инвестиция мөхите – эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе” тип аталған иҡтисади форум үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, төбәктәге көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов, Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг, “Тере планета” телеканалының баш мөхәррире Мария Моргун, үҙебеҙҙәге һәм күрше өлкәләрҙәге эре сәнәғәт компаниялары башлыҡтары, федераль һәм төбәк власы органдары, фәнни үҙәктәр һәм белем биреү ойошмалары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү институттары, бизнес вәкилдәре ҡатнашты.


Дүртенсе тапҡыр ойошторолған форумда Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары һәм институттары араһында профессиональ диалог ойоштороу, шулай уҡ ғәмәлдәге производство­ларҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм үҫтереү юлдары барланды.
Сарала ҡатнашыусылар тәүҙә Сибай ҡалаһындағы балалар ижады үҙәгендә халыҡ кәсепселәренең, төбәк эшҡыуар­ҙарының ҡул эштәренән ойошторолған бай күргәҙмә менән танышты. Күптәрҙе урындағы йәшмәнән яһалған үҙенсәлекле сувенирҙар, биҙәүестәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған ҡашмау, хәситә, алмиҙеү кеүек әйберҙәр, милли кейемдәге башҡорт ҡурсаҡтары һоҡландырҙы. Ҡунаҡтарҙы Бөрйән районы эшҡыуары Зәбир Ғәрифуллин етештергән арзан һәм сифатлы төҙөлөш материалы-арболит та ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡарағай табына (юнышҡыһына) цемент ҡушылып эшләнгән был ҡушылма йорт төҙөү өсөн файҙаланыла. Мәҫәлән, майҙаны 80 квадрат метрлыҡ йорт төҙөүгә 140 мең һум тирәһе аҡса китә. Сеймалды эшҡыуарға ағас эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәр үҙҙәре үк алып килә. Ҡасандыр Бөрйән ҡарағасынан төҙөлгән йорт халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланылһа, тиҙҙән Бөрйән арболитына ла ихтыяж ҙур буласағына шик юҡ, тине форумда ҡатнашыусылар. Артабан көньяҡ-көнсығыш төбәктәге район хакимиәттәре башлыҡтары, төрлө инвестиция проекттарын тәҡдим итеп, үҙҙәрендәге йүнселдәрҙең эш һөҙөмтәһен сағылдырған күргәҙмә өлгөләре менән таныштырҙы.

Экопродукт – заман талабы

Һуңғы ваҡытта экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукттарға, айырыуса үҙе­беҙҙә етештерелгән­дәренә иғтибар арта. Был йәһәттән күпселек эшҡыуарҙар үҙ продукцияһын тап ошо юҫыҡта алып барырға тырыша, бигерәк тә һөт ризыҡ­тарын үҙҙәрендә етештереү юлдарын эҙләй. Хәйбулла районы эшҡыуарҙары Денис Лоскутов менән Рәзилә Илембәтова, Сибайҙан буҙа етештергән Гөлназ Азатоваларҙың тауарын һатып алыусылар күп булды.
“Лоскутов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Денис Лоскутов үҙҙәре етештергән кәзә һөтө продукцияһын алып килгән. “Кәзә һөтө бик шифалы, ул хатта әсә һөтөн алмаштыра. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә кәзә ҡымыҙына һорау артты. Кәзә һөтөнән сыр етештереүҙе лә яйға һалдыҡ. Уны һораусылар ҙа ифрат күп”, – ти эшҡыуар.
Әбеш ауылы эшҡыуары Рәзилә Сөләймән ҡыҙы ла ауырлыҡтарҙан һис тә ҡурҡып тормаған: тотҡан да һөт етештереү цехы асҡан. Берҙән, ауыл халҡына көндәлек ағын тапшырып, “тере” аҡса алыу мөмкинлеген тыуҙырһа, икенсенән, үҙҙәре лә эшле булған. Әлегә цех көнөнә 150 литр һөт эшкәртә. Әбеш һөтө пастеризацияланған пакеттарға һалына, шулай уҡ эремсек, ҡоротҡа ихтыяж ҙур. Киләсәктә шулай уҡ йогурт, ҡатыҡ, ряженка етештерә башлау юлдары өйрәнелә. Тик бына реализациялау йәһәтенән проблемалар бар. Ауыл эшҡыуары өсөн һатыу нөктәләренә сығыу – оло-ғара мәсьәлә. Әлегә ул район үҙәгендәге бер нисә һатыу нөктәһе менән килешеү төҙөгән.
Сибай эшҡыуары Гөлназ Азатова етештергән буҙаға һорау ҙур. “Бигерәк тә йәй айҙары тынғыһыҙ. Кемдер айыҡ туй, байрам, тыуған көн тантаналары өсөн алһа, икенселәре үҙҙәренең һаулығы өсөн буҙа эсеүҙе хуп күрә. Күмәртәләп һатып алыу пункттары менән килешеүҙәр төҙөлгән. Өфө, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаһынан клиенттарым бар, өлгөрт кенә”, – тип йылмайҙы Гөлназ Фаил ҡыҙы.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: форумда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла юғары власть органдары вәкилдәренең сығы­шын тыңлап, фекерҙәрен ишетеп, уларға үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе ишет­тереү, хәл ителмәгән проблемаларҙы бар яҡлап күрһәтеү мөмкинлеге алһа, икенсенән, үҙ эштәре миҫалында ситтән, ҡайҙандыр инвестор көтмәй, үҙеңә үк эшҡыуарлыҡҡа тотонорға мөмкин булыу юлын асыҡтан-асыҡ дәлилләне. Үҙ еребеҙҙә, үҙебеҙ етештергән сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукттар һәр кемдең өҫтәлендә урын алыу – заман талабы, күңел ҡушыуы. Тик уларға үҙҙәренең “ҡаҙанында” ғына ҡайнап ятырға түгел, ошондай иҡтисади форум­дарҙа ҡатнашыу, заман менән йәнәш атлау, үҙҙәре етештергән ризыҡтарға реклама яһау, мөмкин тиклем һатып алыусыларҙы йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
Әйткәндәй, “Көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы” ҡабул ителгәнгә ете йыл ваҡыт үтте, ошо ваҡыт эсендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы дүрт тапҡырға артҡан, дүрт микрофинанслау үҙәге асылған, 640 яңы эш урыны булдырылған.

Урман һәм ауыл хужалығы, умартасылыҡ һәм туризм

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов иҡтисади форумды асып, республикала бизнес өсөн яҡшы һәм уңайлы шарттар булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә эшҡыуарлыҡтың ниндәй генә төрөн алһаң да, уның тулы күләмдә эшләп ките­үе өсөн ваҡыт һәм уңайлы шарт­тарҙың булыуы мотлаҡ. Был йәһәттән әлегә барыһын да яҡшы тип әйтеп булмай, тине ул.
– Бындай форумдар үткәреү эшләргә импульс бирә, сарала ҡатнашыусылар бер-береһе менән аралаша, фекерләшә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнә. Шулай уҡ форум төбәктәрҙе берләштереү майҙансығы ла булып тора. Бөгөн төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре етди фекер алышыуҙы талап итә. Илдәге глобалләшеү, донъя баҙарындағы үҙгәрештәр хеҙмәттәшлектең яңы юлдарын табырға, төрлө мөмкинлектәрҙән сығып эш итергә, яңыса фекерләүгә килтерә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шуға күрә форумда төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә ентекле туҡталып, үҙ-ара фекер алышырға һәм тәжрибә уртаҡлашырға саҡырам. Был йәһәттән беҙ Ырымбур өлкәһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Заман муниципалитеттар араһында ғына түгел, ә төбәктәр алдында агломерациялар, территориаль кластерҙар ойоштороу, бер нисә төбәк өсөн отошло булған программаларҙы дөйөм көс менән тормошҡа ашырыу бурысын ҡуя. Шуға күрә бигерәк тә төбәктәр үҫешенә этәргес биргән проекттарға ентекле туҡталыу, уның мөмкинлектәрен өйрәнеү шарт.
Урал аръяғында ҡеүәтле сәнәғәт компанияһы “УГМК-Холдинг” уңышлы эшләй. Уның ярҙамы менән төбәктең тау-металлургия сәнәғәте тотороҡло һаҡлана, социаль инфраструктураны үҫтереүҙә уларҙың ярҙамы һиҙелерлек ҙур. Бәғзе бер “аяғында ныҡлы баҫҡан” көслө эшҡыуарҙар “һалым түләйем, социаль мәсьәләләр һәм төҙөкләндереү буйынса килеп йөрөмәгеҙ” тип яуап биргәндә, “УГМК-Холдинг” етәкселеге республикаға, шул иҫәптән Урал аръяғына ҙур ярҙам күрһәтә.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында, төбәккә хас үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. Улар – урман һәм ауыл хужалығы, умартасылыҡ һәм туризм. Билдәле булыуынса, Көньяҡ Уралдың “йәшел ҡалҡаны” республика урмандарының дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Әммә бөгөн бында ағас эшкәртеү йүнәлешендә тулыһынса эш алып барыла тип әйтеп булмай. Аграр район булараҡ, бында игенселек һәм үҫемлекселек буйынса йыл һайын яҡшы уңыш йыйып алына. Былтыр бигерәк тә йыл уңай килде, әммә бойҙайға хаҡтың төшөүе аграрийҙарҙы яңыса эш итеү юлдарын эҙләргә мәжбүр иткән. Быйыл күп хужалыҡтар техник культураларға өҫтөнлөк биргән.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади үҫтереү программаһы туризмды алға ебәреү, ошо йүнәлештә эшләгән үҙәктәрҙе хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү бурысын да ҡуйған. Тармаҡтың килемле булыуы һис кемгә лә сер түгел. Шулай ҙа беҙҙә әле туризм индустрияһы үҫешкән тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
– Беҙҙең яҡтың тәбиғәте күҙҙе ҡамаштыра. Күҙ күреме етмәҫ урмандарҙы зәңгәр күлдәр алмаштыра, артабан иркен яландар йәйрәп китә. Әммә был матурлыҡты барыһы ла белеп тә, күреп тә бөтмәй. Шуға күрә төбәктә туризм йүнәлешен – этнотуризм, агротуризм булһынмы – үҫтереү кәрәк. Әле булһа үҙебеҙҙе уратып алған матурлыҡты тейешенсә баһалап еткермәйбеҙ, туризм ойоштороу эшенә ныҡлы иғтибар бирелмәй. Ял итеүселәр санаторийҙарҙа ғына түгел, ә күл, урман, ҡая, тау буйҙарында ла уңайлы шарттарҙа ял итергә хаҡлы, – тине, сығышын тамамлап, республика Башлығы.
Форумдың икенсе көнөндә ошо мәсьәлә буйынса Баймаҡ районында “Инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн туризм һәм рекреация мөмкинлектәре” тигән “түңәрәк өҫтәл” үтте.
Форумда республикала уңайлы инвестицион мөхит булдырылыуы хаҡында бәйән ителеп, төбәккә оҙайлы инвестицияларҙы йәлеп итеү технологиялары, уға бәйле ҡайһы бер закондарға үҙгәрештәр индереү, билдәле ваҡытҡа тиклем ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, инвестиция эшмәкәрлеген көйләү буйынса дәүләт ярҙамы формалары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект­тары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү, инвесторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу кеүек мәсьәләләр яҡтыртылды. Сара аҙағында төбәк-ара, көньяҡ-көнсығыш райондары муниципалитеттары араһында, тау сәнәғәте, ағас эшкәртеү, урман, ауыл хужалығы, фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, экология йүнәлештәрендә һәм шәхси эшҡыуарҙар менән берлектәге егермегә яҡын килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Сибай ҡалаһы.

Юрий БЕРГ, Ырымбур өлкәһе губернаторы:
– Субтөбәктәр араһында ҡул ҡуйылған килешеүҙәр ике яҡ өсөн дә бик отошло. Элек-электән беҙ, ырымбурҙар, Башҡортостан халҡы менән аралашып, үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ. Ырымбур өлкәһенең Гай районы һәм Орск ҡалаһы күптән инде Хәйбулла районы, Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары менән хеҙмәттәшлек итә. Әле Гай һәм Ҡыуандыҡ райондары килешеүҙәр төҙөнө. Сибайҙа үткән форумда тәүге тапҡыр ҡатнашмайым, был сара төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Василий МАКАШИН, Рәсәй халыҡ-ара туризм академияһы профессоры, “Пчелка” экоумарта агро-турист предприятиеһы директоры:
– Бындай саралар үҫеш идеяһына булышлыҡ итә һәм бик тә кәрәкле тип иҫәпләйем. Республика Башлығының, башҡа өлкә губернаторҙарының ҡатнашыуы форумдың статусы юғары булыуы хаҡында һөйләй, был башҡа төбәктәр менән иҡтисади бәйләнеш булдырыуға мөмкинлек бирә.

Илгиз ФӘТҠУЛЛИН, Йылайыр районы хакимиәте башлығы:
– Төбәктәге көньяҡ-көнсығыш район­дарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереү програм­маһы Йылайыр эшҡыуарҙарына яңы һулыш бирҙе, юғары власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртты, бер-береңә ышаныс, уртаҡ маҡсаттар барлыҡҡа килтерҙе. Сибайҙа үткән иҡтисади форум сиктәрендә бөтәһе дүрт килешеү төҙөлдө, уларҙың һәр береһе төрлө йүнәлештә. Иҡтисади ҡеүәт бар ерҙә башҡа тармаҡтар ҙа тотороҡло үҫеш кисерәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705