Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Яҙ ашыҡтыраСиноптиктарҙың быйылғы йәйҙең ҡоро буласағы хаҡындағы иҫкәртеүе генә күңелгә шом һала, ләкин уйланып-шомланып ултыраһы түгел — хужалыҡтарҙа яҙғы мәшәҡәттәрҙең өйөлөп ятҡан мәле. Сәсеү техникаһы көҙҙән үк әҙерләп ҡуйылһа ла, Краснокама районында сәскес-тырмаларҙың, башҡа кәрәк-яраҡтың төҙөклөгөн тағы тикшереп сыҡтылар. Былтырғы ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе ҡабатламаҫҡа кәрәк.
Уйһыу урындарҙа һыу ята, ҡояш апаруҡ ҡыҙҙырһа ла, бураҙналарға орлоҡ сәсергә әле иртәрәк. Әммә яҙ ашыҡтыра — механизаторҙар баҫыуға ашҡына.
— Яҙғы сәсеү эштәрендә ҡатнашасаҡ 193 трактор әҙер, бөгөн хужалыҡтарҙа 63 агрегат дым ҡаплау менән мәшғүл, — ти район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Илүс Хәйбрахманов.
Краснокама игенселәре 22 мең 505 гектар майҙанда йәйелдереләсәк сәсеү эштәрен 15–16 көндә атҡарып сыҡмаҡсы. Ошо йәһәттән хужалыҡтарҙа тейешле күләмдә орлоҡ тупланған. Әле уның бер өлөшө “Башҡорт пестицидтары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан химик эшкәртелә. Сорт яңыртыу маҡсатында хужалыҡтарға 200 тонна элиталы иген орлоғо ҡайтарылған. 750 тонна минераль ашлама алынған. Сәсеү кампанияһына 500 тонна яғыулыҡ талап ителә, бөгөн хужалыҡтарҙа шуның 30 проценты бар.
— Ошо көндәрҙә тағы ла 40 тонна дизель яғыулығына аҡса түләнек, был йәһәттән тотҡарлыҡ булмаясаҡ, — тип ышандырҙы беҙҙе идаралыҡ етәксеһе Динис Биков.
Районда иң алдынғыларҙан иҫәпләнгән “Алға” тоҡомсолоҡ заводы” хужалығында һәр йылдағыса сәсеү техникаһын былтыр көҙҙән үк әҙерлек һыҙығына ҡуйғандар. Әйткәндәй, уларҙы көйләү, йүнәтеү эше менән шөғөлләнеү өсөн махсус бригада булдырылған.
— Егеттәрҙән уңдыҡ, — ти хужалыҡ рәйесе Рифҡәт Хәтмуллин. — Айырыуса Владислав Байгилдин, Фәнил Нурисламов, Илгиз Ғәббәсовтар бар күңелен һалып эшләй.
Барыһы ла ал да гөл тиһәм, берәү ҙә ышанмаҫ. Ауыл хужалығындағы ауырлыҡтарҙы еңә-еңә барған коллективтарҙа ла төйөнлө мәсьәләләр етерлек, әлбиттә. Хужалыҡ рәйесен тәү сиратта туҙған техника борсой.
— Машина-тракторҙарҙың 80 проценты иҫкергән, уны өлөшләтә яңыртыу өсөн генә лә бөгөн байтаҡ аҡса кәрәк, — ти Рифҡәт Ҡәүи улы.
Шуға ҡарамаҫтан, бында әҙергә бәҙер тип ярҙам көтөп ятмайҙар: былтыр үҙ көстәре менән “Полесье”, “Нива” комбайндары, өр-яңы сәскес һатып алғандар, башҡа техника ла әкренләп яңыртыла.
Республика етәкселеге менән “Башнефть”, “Башкирнефтепродукт” араһындағы үҙ-ара килешеү нигеҙендә хужалыҡтарға яғыулыҡ-майлау материалдары 30 процентҡа арзаныраҡ ебәрелһә лә, “Алға” рәйесенең фекеренсә, был аҙ. Аграрийҙар һөт һатып та әллә ни мандый алмай. Миҫал өсөн, Нефтекама һөт заводы бер литр һөткә 9–11 һумдан да артыҡ түләмәй, ә магазинда “аҡ”тың литры — 25–30 һум... Игенселек менән генә шөғөлләнгәндәргә тағы ла ауырыраҡ, үҙҡиммәте 5 һум булған бойҙайҙы 3 һумға, 3 һум 50 тинлек арышты 2 һум 60 тин менән һатырға мәжбүрҙәр. Үҙ-үҙеңә зыян менән эшләү түгелме һуң был?
Шулай ҙа һыр бирмәй “Алға” эшсәндәре.
— Хәйер, эшләмәгәндең генә беләге ауыртмай, тиҙәр. Беҙҙә егәрле, ныҡыш кешеләр йәшәй, тимәк, маҡсаттарыбыҙға һәр саҡ ирешәсәкбеҙ, — ти Рифҡәт Хәтмуллин.
Марат МОРАТОВ
Краснокама районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 4

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 8


Комментарий өҫтәргә