Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте
450077, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 30-сы йорт, 1-се корпус

Хөрмәтле “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙары!

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (артабан шулай уҡ – Йәмғиәт) Директорҙар советының 2018 йылдың 21 майындағы ҡарары менән “Башнефть” АНК ААЙ акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышы (артабан шулай уҡ – Йыйылыш) саҡырылды. Ул 2018 йылдың 28 июнендә урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50-се йорт, Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залы дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы адресы буйынса йыйылыш (көн тәртибендәге мәсьәләләрҙе тикшереү һәм тауышҡа ҡуйылған мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул итеү өсөн Йәмғиәт акционерҙарының бергә йыйылыуы) рәүешендә үткәрелә.
“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышында ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләр билдәләнгән (теркәлгән) дата: 2018 йылдың 3 июне.
“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ябай акциялары хужалары Йыйылыштың көн тәртибендәге барлыҡ мәсьәләләр буйынса тауыш хоҡуғына эйә. Рәсәй Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәтенең 2012 йылдың 2 февралендәге 12-6/пз-н һанлы фарманы менән раҫланған Акционерҙарҙың дөйөм йыйылышына әҙерләнеү, уны саҡырыу һәм үткәреү тәртибенә өҫтәмә талаптар тураһындағы положениеның 2.10-сы пункты нормаларына ярашлы, Йәмғиәттең өҫтөнлөклө акциялары хужаһы булған акционерҙар киләһе йыйылыштың көн тәртибе мәсьәләләре буйынса тауыш биреү хоҡуғына эйә түгел һәм “Акционерҙар йәмғиәттәре тураһында”ғы Федераль закондың 32-се статьяһы, үрҙә әйтелгән Положениеның 2.11-се пункты нормалары менән билдәләнгән нигеҙҙәр булмағанға күрә йыйылышта ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләр исемлегенә индерелә алмай.
Йәмғиәт акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышында ҡатнашыусыларҙы теркәү 2018 йылдың 28 июнендә көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50-се йорт, Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залы дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы.
Йәмғиәт акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышында ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләрҙе теркәү Йыйы­лыштың көн тәртибендәге кворум булған һуңғы мәсьәлә буйынса фекер алышыу туҡталғас һәм әлегә тиклем тауыш бирмәгән кешеләргә тауыш биреү өсөн бүленгән ваҡыт башланғанға тиклем тамамлана.
Йәмғиәт акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышында ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләр (уларҙың вәкилдәре) теркәлгәндә түбәндәге документтарҙы тәҡдим итә:
– акционер – физик берәмек – шәхесте раҫлаған һәм уны акционерҙарҙың йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышында ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләр исемлегенән табыу мөмкинлеген биргән документты (документтарҙы);
– акционерҙың – физик берәмектең вәкиле – физик берәмек исеменән ышаныс ҡағыҙын һәм вәкилдең шәхесен раҫлаған документты (документтарҙы);
– законға ярашлы ышаныс ҡағыҙы һәм ойоштороу документтары булмайынса акционерҙы – юридик берәмекте сағылдырған кеше – акционерҙың – юридик берәмектең ойоштороу документтары күсермә­һен һәм уның вәкәләттәрен раҫлаған документты (документтарҙы) (атап әйткәндә, һайланыу йәки ва­зифаға тәғәйенләнеү тураһындағы ҡарарҙың күсермәһен), шәхесте раҫлаған документты (документтарҙы);
– акционерҙың – юридик берәмектең вәкиле – юридик берәмек исеменән ышаныс ҡағыҙын һәм вәкилдең шәхесен раҫлаған документты (документтарҙы);
– акционерҙы – дәүләтте йәки муниципаль берәмекте сағылдырған, федераль закондар йәки акттар нигеҙендә дәүләт органдары йәки урындағы үҙидара органдары тарафынан ошоға вәкәләт бирелгәндәрҙең ышаныс ҡағыҙы булмайынса эш иткән кеше – тейешле вәкәләткә эйә булыуҙы раҫ­ла­ған документты (документтарҙы) (эш урынынан таныҡлыҡты, тауыш биреүгә директиваларҙы һ.б.), шәхесте раҫлаған документты (документтарҙы).
Ышаныс ҡағыҙҙары һәм акционер вәкиленең акционер исеменән эш итеү хоҡуғын раҫлаған бүтән документтар Йәмғиәткә теркәлгәндә тапшырыла.
“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙары тултырылған тауыш биреү бюллетендәрен һәм айырым осраҡтарҙа ышаныс ҡағыҙҙарын 450077, Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 30-сы йорт, 1-се корпус, “Башнефть” АНК ААЙ йәки 115172, Мәскәү ҡалаһы, 4-се а/й, “Реестр-РН” ЯСЙ адресы буйынса почта аша ебәреү (йәки шәхсән тапшырыу) юлы менән акционерҙарҙың йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышында ҡатнашыу хоҡуғын тормошҡа ашыра ала.
Номиналь хужа менән договорҙа ҡаралһа, Йәмғиәт акцияларына хоҡуҡтары номиналь хужа тарафынан иҫәпкә алынған акционерҙар уға тауыш биреү күрһәтмәһе (инструкцияһы) менән акционер­ҙарҙың йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышында ҡатнаша ала. Бындай күрһәтмә (инструкция) биреү тәртибе номиналь хужа менән төҙөлгән договорҙа асыҡлана.
Йыйылыш кворумын билдәләгәндә һәм тауыш биреүгә йомғаҡ яһағанда Йәмғиәткә 2018 йылдың 25 июнендә киске сәғәт 6-нан һуңға ҡалмайынса килгән бюллетендәр иҫәпкә алына. Акционерҙар бюллетендәрен Йәмғиәткә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ә бюллетендәрҙе ҡабул итеүҙең һуңғы көнөндә, 2018 йылдың 25 июнендә, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем шәхсән тапшырыу мөмкинлегенә эйә.
Йыйылыштың көн тәртибе:
1) Йәмғиәт акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышын алып барыу тәртибен билдәләү.
2) 2017 йылға Йәмғиәттең Йыллыҡ отчетын раҫлау.
3) 2017 йылға Йәмғиәттең йыллыҡ бухгалтер (финанс) отчетын раҫлау.
4) 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса Йәмғиәттең табышын бүлеү, шул иҫәптән дивидендтар түләү (иғлан итеү). 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса дивидендтар күләмен, уларҙы түләү ваҡытын һәм алымын билдәләү.
5) Йәмғиәт Директорҙар советының һан составын билдәләү.
6) Йәмғиәттең Директорҙар советын һайлау.
7) Йәмғиәттең Ревизия комиссияһын һайлау.
8) 2018 йылға Йәмғиәттең Аудиторын раҫлау.

Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса мәғлүмәттәр (материалдар) менән Йәмғиәт акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышында ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләр 2018 йылдың 28 майынан Йәмғиәттең “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге сайтында (http://www.bashneft.ru), 2018 йылдың 28 майынан 2018 йылдың 27 июненә тиклем эш көндәрендә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Йәмғиәт урынлашҡан ерҙә (Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 30-сы йорт, 1-се корпус), шулай уҡ 2018 йылдың 28 июнендә Йәмғиәт акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышы үткәрелгән ерҙә танышырға мөмкин.

“Башнефть” АНК ААЙ Директорҙар советы.
Түләүле нигеҙҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 8


Комментарий өҫтәргә