Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йәштәр урман эше менән ҡыҙыҡһына
Йәштәр урман эше менән ҡыҙыҡһынаБашҡортостан Урман хужалығы министрлығы Халыҡ-ара урман көнө айҡанлы “Урмансылар ишектәрен аса” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сара сиктәрендә Өфө мәктәптәре уҡыусылары һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары министрлыҡта ҡунаҡта булды.


Улар тәүҙә тамаша залында урман эше тураһында фильм ҡараны. Һуңы­нан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов менән осрашты. Студенттар алдында Республика тупраҡ-химик лаборатория мөдире Зилә Сурағолова сығыш яһаны. Артабан уҡыу­сылар һәм студенттар, төр­көм­дәргә бүленеп, министрлыҡ эше һәм белгестәре менән яҡындан танышты.
Осрашыу мәлендә йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, йәғни урманды һаҡлау һәм үҫтереү, законһыҙ ағас ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәш алымдары, йәшел ҡалҡанды янғындан һаҡлау эшенең нисек ойошторолоуы, урмансы һөнәре­нең үҙенсәлектәре хаҡында белде. Министрлыҡ белгестәре Белорет һәм Бөрйән райондарында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтарының йыш теркәлеүе, янғын сығыуы йәки “ҡара урмансылар” тураһында мәғлүмәтте ведомствоның берҙәм диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәклеге тураһында һөйләне. Йәш быуынды урманды тергеҙеү мәсьәләһе лә борсой. Республикала нисә питомник барлығы менән дә ҡыҙыҡһынды улар.
Әйткәндәй, урманды тергеҙеү – ведомство эшендә мөһим бурыстарҙың береһе. Ул – яуаплы һәм оҙайлы ваҡыт талап иткән процесс. Мәҫәлән, йөҙ килограмм ҡарағай шыршыһы тубыр­сығынан яҡынса бер килограмм орлоҡ сыға. Әле Башҡортостанда ағас үҫентеләрен үрсетеү эше менән 105 питомник шөғөлләнә. Улар араһында Борай, Бәләбәй, Яңауыл, Стәрлетамаҡ урмансылыҡтарындағы питомниктар бик һөҙөмтәле эшләй. Ағас үҫенте­ләрен тәрбиәләү – бик яуаплы һәм ауыр хеҙмәт. Ошондай саралар аша балаларҙа тәбиғәткә, урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, әлбиттә, ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.
Урман хужалығы министрлығы артабан да йәш быуын менән ошо йүнәлештә эште дауам итәсәк.


Йәштәр урман эше менән ҡыҙыҡһына Зилә Солтан ҡыҙы СУРАҒОЛОВА, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған урман белгесе, профессор, Республика тупраҡ-химик лаборатория мөдире:
– Мин йәштәр менән осрашыуға бик теләп килдем, сөнки улар – беҙҙең киләсәк. Араларында үҙҙәрен урман эшенә арнағандар күберәк булһын. “Экосистеманы тәрән өйрәнеү” темаһы буйынса диплом яҙғандарҙы беҙҙең лабораторияға килеп тәжрибәләр үткәрергә саҡырҙым. Ағасты ултыртҡанда тупраҡтың уңдырышлылығы мөһим урын тота. Шуға ла буласаҡ урмансылар ҡайһы ерҙә ниндәй ағас үҫеп китерен ерҙең уңдырышлығынан сығып билдәләргә тейеш. Тупраҡтың уңдырышлығы ағастан ҡыҫҡа ваҡытта тауар алыуға булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта урмандың һыу һаҡлау, һыуҙы көйләү һәм тупраҡты һаҡлау функциялары тураһында ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Шуға ла буласаҡ урмансылар ағас ултыртыу эше менән уҡыу аудиторияларында ғына түгел, ә практикала танышырға, анализ нигеҙендә фәнгә таянып ойошторорға тейеш. Шул саҡта ғына эш һөҙөмтәгә килтерә.






Йәштәр урман эше менән ҡыҙыҡһынаИлдар Ғәлихан улы САБИРЙӘНОВ, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урман эше һәм ландшафт дизайны кафедраһы мөдире:

– Ошондай саралар йәштәргә ҡайҙа эшләргә мөмкин булыуын күрһәтеп, һөнәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Улар министрлыҡтың эше менән яҡындан танышып, һөнәрҙең киләсәге булыуы тураһында белә. Шулай уҡ ниндәй ташламалар, ҡайҙа практика үтергә мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт алалар.
Үҙем урман хужалығы эше менән яҡындан таныш, сөнки 25 йыл буйы урмансы, урман хужалығы директоры, һуңынан министрлыҡта Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәген ойоштороуҙа ҡатнаштым, тәүге етәксеһе булдым. 2011 йылдан университетта хеҙмәт юлымды дауам итәм. Беҙҙә бакалавр дипломы алғандан һуң магистратурала уҡыуҙы дауам итергә теләгәндәр күп. Ул конкурста бер урынға алты-ете кеше дәғүә итә.
Ошондай осрашыуҙарҙы йыл һайын ойошторабыҙ. Быға тиклем урман хужалығы министры үҙе университетҡа килә ине, әле студенттар өсөн экскурсия ойошторорға ҡарар иттек. Ведомство министры йомғаҡлау аттестацияһы имтиханы рәйесе булып тора. Университет һәм министрлыҡ араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү бар. Йыл һайын “юл картаһы”н төҙөйбөҙ. Уның буйынса йәш уҡытыусыларыбыҙ министрлыҡта һөнәрен камиллаштыра. Был теория менән практиканы бергә алып барыу маҡсатында ойошторола. Шуныһы ҡыуаныслы: студенттарыбыҙҙың 85 проценттан күберәге уҡыу тамамлағандан һуң үҙен урман эшенә арнай.


Автор: Рәмилә МУСИНА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә