Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Өмөт менән һалына һәр бөртөк
Өмөт менән һалына һәр бөртөкЙәнә ергә яҙ килде, тирә-йүнгә йән инде, йәм өҫтәлде. Игенсе өсөн ерҙең ҡарҙан әрселеүе, ҡышҡы йоҡоһонан уянған ҡара ергә аяҡ баҫыу — шатлыҡлы ла, борсолоулы ла уйҙар тыуҙырған, мәшәҡәт арттырған мәл, оҙон ҡыш буйына әҙерләнгән иң яуаплы һәм һынау осоро ул.
Благовар районы баҫыуҙарын байҡағанда шуға инанылды.
Беҙ барғанда Ҡармасан йылғаһы буйындағы тау битләүендәге майҙанда эштең ҡыҙған сағы ине. Һурыҡҡан ошо урынды һайлап, бойҙай сәсергә төшкәйне “Благовар” тоҡомсолоҡ заводы” дәүләт унитар предприятиеһы механизаторҙары.
Яҙғыһын баҫыуҙы әллә күпме техника иңләүен, һөрөлгән, бураҙна ярылған ҡара ерҙе күрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Шуға ла ҡамыллы майҙанда ни бары ике агрегат йөрөүе ғәжәпләндереп тә ҡуйҙы. Һораулы ҡарашыбыҙҙы предприятие идарасыһы Рим Хәмиҙуллин тиҙ шәйләне.
— Хәҙер егеттәр беҙҙең тәңгәлгә еткәс, үҙегеҙ аңларһығыҙ, — тип йылмайҙы ул.
Өмөт менән һалына һәр бөртөкОҙаҡ көттөрмәне ике баҫыу карабы. Механизаторҙар бер-бер артлы килеп туҡтап, эш барышы менән таныштырҙы, сәсеү үҙенсәлектәрен аңлатты.
Тәүге агрегат хужаһы Рузил Камилйәнов яҙғы сәсеүҙе игенсе өсөн айырыуса күңелле осор тип иҫәпләй.
— Бойҙай сәсеүгә ошо көндәрҙә генә төштөк. Ер дымлыраҡ, әлбиттә, әммә орлоҡто тап шул сағында һалыу отошло. Техникабыҙ көслө, шуға күрә артыҡ ауыр түгел. “Агромастер” агрегаты ярҙамында барлыҡ эш бер юлы атҡарыла. Шуға ла һабан тағып, ер һөргән һәм тырматҡан, йә булмаһа ашлама индергән, ер ҡуйынына орлоҡ һалған тракторҙы күрмәйһегеҙ. Орлоҡ та әрәм-шәрәм ителмәй генә бураҙнаға төшә һәм күмдерелә, — тине тәжрибәле игенсе.
— Эйе, “Агромастер” агрегатының өҫтөнлөгө баһалап бөткөһөҙ. Бер юлы биш метр ҡырҡ сантиметр киңлектә атҡарыла эш. Көнөнә ике агрегат етмеш гектар самаһы майҙанда сәсә. Ер дымлыраҡ булғас, эш күләме аҙыраҡ, әммә беҙҙең өсөн сифат мөһим, — тип һүҙгә ҡушылды Рим Тимерйән улы.
Икенсе агрегат хужаһы Ринат Мөкминовтың да кәйефе шәплегенә кабинаһынан төшкәндә үк иғтибар иттек.
— Күреүегеҙсә, техникабыҙ яңы һәм ҡеүәтле. Ҡорал эшләй, ир маҡтана, тигәндәй, ул да күңелде күтәрә. Сәсеү — өйрәнелгән сара, уны көтөп алабыҙ. Хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе генә булһын, йыл уңышлы килеп, мул уңыш йыйырға яҙһын. Ярҙамсыларыбыҙ ҙа, йәш булыуына ҡарамаҫтан, таянырлыҡ: сәсеүҙә ҡатнашып, тәжрибә туплап киләләр. Эш хаҡын лайыҡлы түләүҙәре лә хеҙмәткә мөнәсәбәтте үҙгәртә, — тине ул.
Егеттәрҙе йәнә баҫыу иңләргә оҙатҡас, Рим Хәмиҙуллин һүҙен дауам итте.
— Тәүәккәлләп, орлоҡтоң имен шытып сығыуын теләп, сәсеүгә кисә төштөк. Һәр йылдағыса, бойҙай, һоло, арпа, көнбағыш һәм арыш кеүек культураларға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
Игенсенең кәйефе тәбиғәт шарттарына, һауа торошона ныҡ бәйле. Әлегеләй ҡояш йылмайып, көндәр йылы торһа, ер дымға туйынһа, күңел дә күтәренке була, эшкә дәрт тә арта. Һәр сараны үҙ ваҡытында атҡарырға күнеккәнбеҙ, тәжрибә лә тупланған. Көндәр ошолай торһа, артыҡ мәшәҡәте юҡ сәсеүҙең. Игенселектә ҡырҡлап кеше эшләй. Нигеҙҙә, йәштәрҙән тупланған коллектив. Былтыр мул уңыш алып ҡыуандыҡ, быйыл да бураҙнаға орлоҡ ҙур өмөт менән һалына. Көҙ ҡар аҙ булыу сәбәпле ужымдың торошо борсоғайны, дөйөм алғанда, һәйбәт кенә ҡышлаған. Иген икмәк — тир түкмәк, тиҙәр бит. Шулай, игенсенең һәр көнө мәшәҡәт менән үтә, һәр таңы өмөт менән ҡаршы алына, — тине идарасы.
Район һабантуйы майҙанына юл ошо баҫыу эргәһенән үтә. Халҡыбыҙҙың күркәм байрамына йыйылыусыларҙы, әле йылы ер ҡуйынына һалынған орлоҡтар шытып сығып, һөйөндөрә күрһен, тип хушлаштыҡ “Благовар” тоҡомсолоҡ заводы” предприятиеһы механизаторҙары менән.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Благовар районы.


Динар ХӘЙРЕТДИНОВ, райондың баш агрономы:

— Районда сәсеүлек майҙаны 94 мең гектарҙан ашыу, шуның 40 мең гектарында бөртөклө культуралар үҫтерелә. Шәкәр сөгөлдөрөнә лә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, ул 5 мең 600 гектарҙы биләйәсәк. Әле баҫыуҙарға гектарына 40 килограмм иҫәбенән 900 тонна ашлама индерелгән. Байтаҡ ҡына урында ужымды ҡайтанан сәсергә тура киләсәк, сөнки насар ҡышлаған майҙандар бар.
18 предприятиеға ҙур өмөт бағлайбыҙ, 50-ләп крәҫтиән (фермер) хужалығы ла һәйбәт эшләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар арта бара. Пай ерҙәрен дә файҙаланып, игенселек менән шөғөлләнеүселәр күбәйә.
Быйыл да эште йылдам алып барырға тырышабыҙ. Яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителдек. Ерҙең 12 проценты ашланды, уның яртыһынан ашыуы — күп йыллыҡ үлән майҙаны. Сәсеүгә тәүгеләрҙән булып “Благовар” предприятиеһы, “Хөснөтдинов”, “Әхмәтшин” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, “Благоварагроинвест” йәмғиәте төштө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә